Икенсе Тимәтигә
3 Шуны бел: һуңғы көндәрҙә үтә ауыр ваҡыттар етер. 2 Кешеләр үҙ-үҙҙәрен генә һөйөүсән, аҡса яратыусан, маҡтансыҡ, тәкәббер, Алланы яманлаусан, ата-әсәһен тыңламаусан, рәхмәтһеҙ, тоғролоҡһоҙ, 3 башҡаларҙы яратмаусан, килешмәүсән, яла яғыусан, тотанаҡһыҙ, ҡаты бәғерле, яҡшылыҡҡа нәфрәтле, 4 хыянатсыл, үҙ һүҙле, ғорур, Алланы түгел, ә ләззәт яратыусан булыр, 5 улар Аллаға тоғро булып ҡыланыр, әммә эштәре киреһен күрһәтер*. Ундай кешеләрҙән йыраҡ тор. 6 Уларҙың ҡайһы берҙәре хәйлә менән өйҙәргә үтеп инә һәм тиҙ ышаныусан, гонаһҡа батҡан, үҙҙәренең төрлө теләктәренә бирелгән ҡатындарҙың күңелдәрен әсир итә. 7 Ул ҡатындар гел өйрәнһә лә, һис ҡасан хәҡиҡәткә тулыһынса төшөнә алмай.
8 Яннис менән Ямбрис Мусаға ҡаршы торған кеүек, был кешеләр ҙә хәҡиҡәткә ҡаршы тора. Уларҙың аҡылдары боҙоҡ, һәм, иманға ярашлы йәшәмәгәнгә, улар Алла хуплауына лайыҡ түгел. 9 Ләкин бүтән улар бер нәмәгә лә өлгәшмәҫ, сөнки уларҙың аҡылһыҙлығы, теге икәү осрағындағы кеүек, барыһына асыҡ күренер. 10 Ә һин мин өйрәткәндәрҙең барыһын тоттоң, минең йәшәү рәүешемде үҙләштерҙең, мин ынтылған маҡсатҡа ынтылдың, минең иманым, түҙемлегем, һөйөүем һәм сыҙамлығымды өлгө итеп алдың. 11 Һин минең Антиухия, Икуни һәм Листрәлә ниндәй эҙәрләүҙәргә һәм ғазаптарға дусар булғанымды беләһең. Мин ул эҙәрләүҙәр аша сыҙамлыҡ менән үттем, һәм уларҙың барыһынан Хужабыҙ* мине ҡотҡарҙы. 12 Эйе, Мәсих Ғайсаның Аллаға тоғро хеҙмәт итергә теләгән бөтә шәкерттәрен дә эҙәрләйәсәктәр. 13 Ә яуыз кешеләр һәм алдаҡсылар, башҡаларҙы алдап һәм үҙҙәре лә алданып, боҙолғандан-боҙола барыр.
14 Ләкин һин артабан да үҙең өйрәнгән һәм инанған нәмәләр буйынса йәшә. Һин бит үҙеңде кем өйрәткәнен дә, 15 сабый саҡтан уҡ Изге Яҙмалар менән таныш булғаныңды ла беләһең. Изге Яҙмалар иһә һиңә, Мәсих Ғайсаға ышаныу аша ҡотолоуың өсөн, зирәклек бирә ала. 16 Бөтә Яҙмалар Алла тарафынан рухландырылған* һәм өйрәтеү, фаш итеү, төҙәтеү, Алланың ғәҙел* нормалары буйынса тәрбиәләү өсөн файҙалы. 17 Шулай итеп, Алла хеҙмәтсеһе бар эшкә яраҡлы, һәр төрлө игелекле эшкә яҡшы әҙерләнгән булыр.