Икенсе Тимәтигә
2 Шулай итеп, улым, артабан да Мәсих Ғайса күрһәткән сикһеҙ игелектән көс ал. 2 Минән күп шаһиттар алдында ишеткәндәреңде башҡаларҙы өйрәтерлек* ышаныслы кешеләргә тапшыр. 3 Мәсих Ғайсаның ысын һуғышсыһы булараҡ, ауырлыҡтар кисерергә әҙер бул. 4 Бер һуғышсы ла, үҙен хәрби хеҙмәткә алған кешегә ярарға теләһә, аҡса эшләү менән* мәшғүл булмаҫ. 5 Шулай уҡ ярыштарҙа ҡатнашыусы, ҡағиҙәләр буйынса ярышмаһа, бүләк* алмаҫ. 6 Тырышып эшләгән игенсе үҙе үҫтергәнде беренсе булып ашарға тейеш. 7 Минең һүҙҙәрем тураһында гел уйлан, һәм Раббы һиңә барыһын да аңларға ярҙам итер.
8 Ғайса Мәсихтең терелгәнен һәм уның Дауыт тоҡомонан булғанын иҫеңдә тот, мин ошо турала һөйөнөслө хәбәр вәғәзләйем дә. 9 Шул хәбәр хаҡына мин ауырлыҡтар кисерәм һәм енәйәтсе һымаҡ төрмәлә ултырам. Ләкин Алла һүҙен бығаулап булмай. 10 Шуға күрә һайлап алынғандар хаҡына, улар ҙа Мәсих Ғайса менән берҙәмлек ярҙамында ҡотолһондар һәм мәңгелек данға эйә булһындар өсөн, мин барыһына ла сыҙайым. 11 Дөрөҫ әйтелгән: уның менән бергә үлгән булһаҡ, бергә йәшәрбеҙ ҙә; 12 сыҙам булһаҡ, бергә батшалыҡ та итербеҙ; унан ваз кисһәк, ул да беҙҙән ваз кисер; 13 беҙ тоғро булмаһаҡ та, ул һәр ваҡыт тоғро булып ҡала, сөнки үҙ-үҙенән ваз кисә* алмай.
14 Ошоларҙы уларҙың иҫтәренә төшөр һәм Алла алдында уларҙы һүҙҙәр арҡаһында бәхәсләшмәҫкә өндә, сөнки ундай бәхәстәр бөтөнләй файҙаһыҙ һәм уларҙы тыңлағандарға зыян ғына килтерә. 15 Алланың хуплауын алыр өсөн ҡулыңдан килгәндең барыһын эшлә, эшен оятҡа ҡалмаҫлыҡ итеп башҡарған һәм хәҡиҡәт һүҙенә дөрөҫ өйрәткән эшсе булырға ынтыл. 16 Алланы хурлаған буш һөйләшеүҙәрҙән һаҡлан, сөнки ундай һөйләшеүҙәр* яуызлыҡтың тағы ла нығыраҡ артыуына килтерер 17 һәм гангрена шикелле таралыр. Был һөйләшеүҙәрҙе алып барғандар араһында Һимәнәй менән Филит. 18 Терелеү инде булған тиеп, улар хәҡиҡәттән ситләште һәм ҡайһы берәүҙәрҙең иманын ҡаҡшата. 19 Ләкин Алла һалған ныҡ нигеҙ ҡаҡшамаҫ, унда мисәт һуғылғандай былай тип яҙылған: «Йәһүә үҙенекеләрҙе белә» һәм «Йәһүәне исемен әйтеп саҡырған һәр кем тәҡүә булмаған нәмәләрҙе кире ҡаҡһын».
20 Ҙур йортта алтын һәм көмөш һауыттар* ғына түгел, ә ағас һәм балсыҡ һауыттар ҙа бар. Уларҙың ҡайһы берҙәре — ҡәҙерләп тотоноу өсөн, икенселәре — әрһеҙгә тотоноу өсөн. 21 Кем әрһеҙгә ҡулланылған һауыттарға оҡшаш булғандарҙан ситтә тора, шул ҡәҙерләп ҡулланылған һауыттарға оҡшаш буласаҡ. Ул изгеләндерелгән, үҙ хужаһы өсөн файҙалы, һәр яҡшы эшкә әҙер буласаҡ. 22 Шуға күрә йәштәргә хас теләктәрҙән һаҡлан* һәм Раббыны саф йөрәктән саҡырғандар менән бергә тәҡүәлеккә, иман, яратыу һәм тыныслыҡҡа* ынтыл.
23 Бынан тыш, аҡылһыҙ һәм мәғәнәһеҙ бәхәстәрҙә ҡатнашма, һин бит уларҙың ыҙғыш-талаш менән бөткәнен беләһең. 24 Ә Раббы хеҙмәтсеһе* талашырға тейеш түгел. Уға барыһына ҡарата ипле* һәм өйрәтергә һәләтле булырға, ғәҙелһеҙ мөғәмәләгә осрағанда үҙен ҡулда тоторға, 25 шулай уҡ ҡаршы килеүселәрҙе йомшаҡ итеп өгөтләргә кәрәк. Бәлки, Алла уларҙың тәүбә итеүенә* юл ҡуйыр, һәм улар хәҡиҡәтте теүәл белә алыр. 26 Шунда улар, аңдарына килеп, үҙ ихтыярына буйһондорор өсөн уларҙы тере килеш эләктергән Иблистең тоҙағынан ҡотолор.