Матфай яҙған
23 Шунан Ғайса халыҡҡа һәм үҙенең шәкерттәренә былай тине: 2 «Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар Мусаның урынын алған. 3 Шуға күрә улар әйткәндәрҙең барыһын үтәгеҙ, әммә улар кеүек эш итмәгеҙ, сөнки улар нимә эшләргә кәрәклеген әйтә, ә үҙҙәре шулай эшләмәй. 4 Улар кешеләрҙең иңдәренә ауыр йөк йөкмәтә, ә үҙҙәре уны еңеләйтер өсөн бармаҡ та ҡыбырлатмай. 5 Улар бөтә эштәрен кешеләр күрһен тип эшләй: Яҙмаларҙан өҙөктәр һалынған ҡаптарын* киңәйтә һәм кейемдәренең суҡтарын оҙонайта. 6 Улар мәжлестәрҙә иң түрҙә ултырырға һәм синагогаларҙа алғы* урындарҙы алырға ярата, 7 шулай уҡ баҙар майҙандарында үҙҙәрен ололап сәләмләгәндәрен һәм остаз* тип атағандарын ярата. 8 Һеҙ иһә үҙегеҙҙе остаз тип атарға рөхсәт итмәгеҙ, сөнки һеҙҙең бер генә Остазығыҙ бар, ә һеҙ бөтәгеҙ ҙә — ҡәрҙәштәр. 9 Шулай уҡ ерҙә бер кемде лә атам тип атамағыҙ, сөнки һеҙҙең бер генә Атағыҙ — күктәге Атағыҙ ғына бар. 10 Үҙегеҙҙе нәсихәтсе тип тә атарға рөхсәт итмәгеҙ, сөнки һеҙҙең бер генә Нәсихәтсегеҙ* бар, ул да булһа — Мәсих. 11 Арағыҙҙағы иң бөйөгө һеҙгә хеҙмәтсе булһын. 12 Үҙ-үҙен юғары күтәреүсе түбәнһетелер, ә үҙен кесе итеп тотоусы юғары күтәрелер.
13 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар, ике йөҙлөләр! Һеҙ кешеләр алдында күктәр Батшалығының ишеген ябаһығыҙ, үҙегеҙ ҙә инмәйһегеҙ, инергә теләүселәрҙе лә керетмәйһегеҙ. 14 ——*
15 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар, ике йөҙлөләр! Бер генә кешене булһа ла үҙегеҙ тотҡан иманға килтерер өсөн*, һеҙ диңгеҙ һәм ҡоро ер буйлап сәйәхәт итәһегеҙ, ә инде үҙ маҡсатығыҙға ирешкәс, уны үҙегеҙҙән ике тапҡырға ғәйеплерәк итеп, Гәһәннәгә* ташлана торған кешегә әйләндерәһегеҙ.
16 Ҡайғы һеҙгә, һуҡыр юлбашсылар! Һеҙ, берәйһе ғибәҙәтхана менән ант итһә, антын тотмаһа ла була, ә ғибәҙәтхананың алтыны менән ант итһә, антын үтәргә тейеш, тип әйтәһегеҙ. 17 Аҡылһыҙҙар һәм һуҡырҙар! Нимә мөһимерәк: алтынмы, әллә алтынды изге иткән ғибәҙәтханамы? 18 Һеҙ шулай уҡ, әгәр берәйһе ҡорбан усағы менән ант итһә, антын тотмаһа ла була, ә ҡорбан усағы өҫтөндәге бүләк менән ант итһә, антын үтәргә тейеш, тип әйтәһегеҙ. 19 Һуҡырҙар! Нимә мөһимерәк: бүләкме, әллә бүләкте изге иткән ҡорбан усағымы? 20 Шуға күрә ҡорбан усағы менән ант иткән кеше ҡорбан усағының үҙе менән дә, уның өҫтөндәге бөтә нәмә менән дә ант итә. 21 Ғибәҙәтхана менән ант иткән кеше ғибәҙәтхананың үҙе менән дә, унда йәшәгән Хоҙай менән дә ант итә. 22 Ә күк менән ант иткән кеше Алла тәхете менән дә, унда Ултырыусы менән дә ант итә.
23 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар, ике йөҙлөләр! Һеҙ бөтнөк, укроп һәм зираның ундан бер өлөшөн бирәһегеҙ, ә Ҡанундағы мөһимерәк нәмәләрҙе — ғәҙеллек, мәрхәмәт һәм тоғролоҡто иғтибарһыҙ ҡалдыраһығыҙ. Тегеләрен дә эшләргә кәрәк, быларын да ситтә ҡалдырырға ярамай. 24 Һуҡыр юлбашсылар! Һеҙ серәкәйҙе һөҙөп алаһығыҙ, ә дөйәне йотоп ебәрәһегеҙ!
25 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар, ике йөҙлөләр! Һеҙ каса менән табаҡтың тышын таҙартаһығыҙ, ә уларҙың эсе ҡомһоҙлоҡ* һәм тотанаҡһыҙлыҡ менән тулы. 26 Һуҡыр фарисей, тәүҙә каса менән табаҡтың эсен таҙарт, шунда уларҙың тышы ла таҙарыр.
27 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар, ике йөҙлөләр! Һеҙ ағартылған ҡәберҙәргә оҡшаш: тыштан улар матур булып күренә, ә эсе үлектәрҙең һөйәктәре һәм төрлө шаҡшы нәмәләр менән тулы. 28 Шуның шикелле, һеҙ ҙә тыштан кешеләргә тәҡүә булып күренәһегеҙ, ә эсегеҙ ике йөҙлөлөк һәм законһыҙлыҡ менән тулы.
29 Ҡайғы һеҙгә, ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар, ике йөҙлөләр! Һеҙ пәйғәмбәрҙәрҙең ҡәберҙәрен төҙөкләндерәһегеҙ, тәҡүәләрҙең ҡәбер таштарын биҙәйһегеҙ 30 һәм, әгәр беҙ ата-бабаларыбыҙ заманында йәшәгән булһаҡ, улар менән бергә пәйғәмбәрҙәр ҡанын түгеүҙә ҡатнашмаҫ инек, тип әйтәһегеҙ. 31 Шуның менән һеҙ пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүселәрҙең улдары икәнегеҙҙе таныйһығыҙ. 32 Йә, әйҙәгеҙ, ата-бабаларығыҙ башлағанды тамамлап ҡуйығыҙ!
33 Йыландар, ҡара йылан тоҡомо! Гәһәннәгә хөкөм ителеүҙән нисек ҡасырға уйлайһығыҙ? 34 Шуға күрә мин һеҙгә пәйғәмбәрҙәрҙе, аҡыл эйәләрен һәм нәсихәтселәрҙе ебәрәм. Уларҙың ҡайһы берҙәрен һеҙ үлтерерһегеҙ һәм бағанаға ҡаҙаҡларһығыҙ, ә ҡайһыларын синагогаларҙа ҡамсыларһығыҙ һәм ҡаланан ҡалаға ҡыуырһығыҙ. 35 Шунлыҡтан һеҙ ерҙә түгелгән бөтә тәҡүәләрҙең ҡаны өсөн ғәйепле булырһығыҙ: тәҡүә Һабилдың ҡанынан алып һеҙ ғибәҙәтхана менән ҡорбан усағы араһында үлтергән Бараҡыя улы Зәкәриә ҡанына тиклем. 36 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың һәммәһе өсөн ошо быуын ғәйепле буласаҡ!
37 Эй Йәрүсәлим! Пәйғәмбәрҙәрҙе үлтереүсе, үҙенә ебәрелгәндәрҙе таш менән бәргесләп һәләк итеүсе Йәрүсәлим! Тауыҡ үҙенең себештәрен ҡанаты аҫтына йыйған кеүек, мин дә һинең балаларыңды нисәмә тапҡыр бергә йыйырға теләнем! Ләкин һеҙ теләмәнегеҙ. 38 Шуға күрә Алла ғибәҙәтханағыҙҙы* ташлап китер. 39 Һеҙгә шуны әйтәм: „Йәһүә исеме хаҡына килеүсе фатихалы!“ — тип әйткәнегеҙгә тиклем, мине күрмәҫһегеҙ».