Марк яҙған
4 Ғайса тағы диңгеҙ буйында өйрәтә башланы. Уның янына бик күп кеше йыйылды, шуға күрә ул кәмәгә ултырып, ярҙан бер аҙ ситкәрәк йөҙөп китте, ә бөтә халыҡ яр буйында ҡалды. 2 Ғайса миҫалдар килтереп, уларҙы күп нәмәләргә өйрәтә башланы. Ул былай тине: 3 «Тыңлағыҙ: бер кеше орлоҡ сәсергә сыҡҡан. 4 Сәскән сағында ҡайһы бер орлоҡтар юл буйына төшкән. Ҡоштар осоп килеп, уларҙы сүпләп бөтөргән. 5 Ҡайһы берҙәре тупрағы аҙ булған ташлы урынға төшкән, һәм тупрағы йоҡа булғанға, шунда уҡ шытып сыҡҡан. 6 Әммә ҡояш сығып, ҡыҙҙыра башлағас, тамыр йәймәгәнгә күрә, үҫентеләр ҡороған. 7 Ҡайһы бер орлоҡтар сәнскәк араһына төшкән. Сәнскәк үҫеп, үҫентеләрҙе баҫып алғанға, улар уңыш бирмәгән. 8 Ә ҡайһылары яҡшы ергә төшкән. Улар шытып сығып, үҫеп еткән һәм уңыш килтергән: сәселгәндән 30, 60 һәм 100 тапҡырға күберәк уңыш биргән». 9 Шунан Ғайса: «Ҡолағы булғандар тыңлаһын», — тип өҫтәне.
10 Ғайса бер үҙе ҡалғас, 12 илсеһе һәм башҡа шәкерттәре унан был миҫалдар хаҡында һораша башланы. 11 Ул былай тип яуапланы: «Һеҙгә Алла Батшалығының изге сере асылған, башҡалар өсөн иһә быларҙың барыһы миҫал ғына булып ҡала. 12 Был — улар ҡарап та күрмәһендәр, ишетеп тә мәғәнәһенә төшөнмәһендәр өсөн. Улар бер ҡасан да Аллаға кире ҡайтмаҫ һәм кисерелмәҫ». 13 Шунан ул былай тине: «Был миҫалды аңламағас, башҡаларын нисек аңларһығыҙ?
14 Орлоҡ сәскән кеше Алла һүҙен сәсә. 15 Ҡайһы бер кешеләр юл буйына төшкән орлоҡ кеүек: улар һүҙҙе ишетеү менән, Иблис килеп, сәселгәнде шунда уҡ алып китә. 16 Башҡа кешеләр ташлы урынға төшкән орлоҡ һымаҡ: улар һүҙҙе ишетеп, уны шунда уҡ шатланып ҡабул итә. 17 Әммә һүҙ уларҙың йөрәктәрендә тамыр йәймәгәнгә, улар күпмелер ваҡыт ышана, ә һүҙ өсөн бәләләр һәм эҙәрләүҙәр башланғас, имандарын юғалта. 18 Сәнскәк араһына төшкәндәре лә бар. Улар һүҙҙе ишетә, 19 әммә был донъя* мәшәҡәттәре, алдатҡыс байлыҡ һәм төрлө теләктәр уларҙың йөрәктәренә үтеп инеп, һүҙҙе баҫып ала, һәм һүҙ уңыш бирмәй. 20 Ә яҡшы ергә төшкәндәре — һүҙҙе тыңлап, уны ҡабул иткән һәм сәселгәндән 30, 60 һәм 100 тапҡырға күберәк уңыш килтергән кешеләр».
21 Ғайса һүҙен дауам итте: «Шәмде һауыт менән ҡаплар өсөн йә урындыҡ аҫтына ҡуйыр өсөн килтерәләрме ни? Уны шәмдәлгә ҡуйыр өсөн килтерәләр. 22 Беленмәй ҡаласаҡ бер сер ҙә юҡ, асылмай ҡаласаҡ йәшерен бер нәмә лә юҡ. 23 Ҡолағы булғандар тыңлаһын».
24 Шунан Ғайса уларға былай тине: «Ишеткәндәрегеҙгә иғтибарлы булығыҙ. Ниндәй үлсәм менән үлсәйһегеҙ, һеҙгә лә шундай үлсәм менән үлсәп бирелер, хатта тағы өҫтәлер. 25 Сөнки кемдең бар, уға тағы ла күберәк бирелер, ә кемдең юҡ, унан хатта булғаны ла тартып алыныр».
26 Ғайса һүҙен дауам итте: «Алла Батшалығын кешенең ергә орлоҡтар һибеүе менән сағыштырып була. 27 Төндә ул йоҡлай, көндөҙ тора, ә ул арала орлоҡтар шытып сығып үҫә. Әммә кеше бының нисек булғанын белмәй. 28 Ер әкренләп үҙе уңыш бирә: тәүҙә һабаҡ, унан башаҡ үҫтерә, аҙаҡ башаҡ тулы орлоҡ ярала. 29 Ә инде ашлыҡ өлгөрөү менән, кеше ҡулына ураҡ ала, сөнки ашлыҡ урыр ваҡыт еткән була».
30 Шунан Ғайса былай тине: «Алла Батшалығын нимә менән сағыштырып була? Уны ниндәй миҫал менән һүрәтләргә? 31 Ул горчица орлоғона оҡшаш. Ергә сәскән саҡта ул ер йөҙөндәге бөтә орлоҡтарҙан да вағыраҡ. 32 Әммә һуңынан ул баҡсалағы бар үҫемлектәрҙән дә ҙурыраҡ булып үҫә. Уның ботаҡтары шул тиклем ҙурайып китә, хатта уларҙың күләгәһендә ҡоштар оя ҡора ала».
33 Ғайса быға оҡшаш күп миҫалдар килтереп, Алла һүҙен улар тыңлай алған хәтлем һөйләне. 34 Ул уларға миҫалдар менән генә һөйләне, ә шәкерттәренә барыһын да айырым аңлатты.
35 Шул көндө кискеһен Ғайса шәкерттәренә: «Әйҙәгеҙ, икенсе ярға сығайыҡ», — тине. 36 Улар халыҡты ебәреп, Ғайса менән бергә кәмәлә йөҙөп китте. Уларға башҡа кәмәләр ҙә эйәрҙе. 37 Ҡапыл көслө дауыл күтәрелде. Тулҡындар кәмәгә бәрелеп, эсенә һыу тула яҙҙы. 38 Ә Ғайса кәмәнең артҡы осонда башын мендәргә терәп йоҡлай ине. Шәкерттәре уны уятып: «Остаз, үләбеҙ бит! Һиңә барыберме ни?» — тинеләр. 39 Шунда ул торҙо ла елде тыйҙы һәм диңгеҙгә: «Шаулама! Тыныслан!» — тип бойорҙо. Ел баҫылды, тәрән тынлыҡ урынлашты. 40 «Нишләп шул тиклем ҡурҡтығыҙ? — тине Ғайса. — Һаман да иманығыҙ юҡмы ни?» 41 Әммә улар бик ныҡ ҡурҡып, бер-береһенә: «Кем һуң ул? Хатта ел менән диңгеҙ ҙә уға буйһона!» — тине.