Беренсе Тимәтигә
6 Кешеләр Алла исемен һәм уның тәғлимәтен яманламаһын өсөн, ҡолдар хужаларын хөрмәт итергә тейеш. 2 Ә хужалары мәсихсе булһа, ҡолдар, улар ҡәрҙәштәрем бит, тип үҙҙәрен улар менән ихтирамһыҙ тотмаһын. Киреһенсә, хужаларына тағы ла тырышыбыраҡ хеҙмәт итһен, сөнки хужалары — мәсихселәр һәм уларҙың ҡәҙерле ҡәрҙәштәре.
Быға өйрәт һәм өндә. 3 Ә әгәр ҙә кемдер башҡа нәмәләргә өйрәтә икән һәм Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең хаҡ* һүҙҙәре һәм Аллаға бирелгәнлеккә дәртләндергән тәғлимәт менән риза түгел икән, 4 ул маһайып киткән һәм бер нәмә лә аңламай. Ул, башын юғалтып, бәхәстәргә һәм һүҙҙәр арҡаһында телләшеүҙәргә бирелгән. Быларҙың барыһы көнләшеүгә, фекер ҡаршылыҡтарына, яла яғыуға*, башҡаларға шикләнеп ҡарауға* һәм 5 юҡ-бар нәмәләр тураһында туҡтауһыҙ бәхәстәргә килтерә. Был бәхәстәрҙе хәҡиҡәтте инде аңламаған боҙоҡ аҡыллы кешеләр алып бара. Улар, Аллаға бирелгәнлек — нимәгәлер эйә булыу мөмкинлеге, тип уйлай. 6 Эйе, Аллаға бирелгәнлек һәм булғаны менән ҡәнәғәтлек ысынлап та күп нәмәгә эйә булырға мөмкинлек бирә. 7 Беҙ бит донъяға бер ни ҙә алып килмәнек һәм унан бер ни ҙә алып китә алмайбыҙ. 8 Шуға күрә ашарға ризығыбыҙ, кейергә кейемебеҙ* булһа, шуның менән ҡәнәғәт булайыҡ.
9 Ә байырға ынтылыусылар ҡотҡолар хакимлығына һәм тоҙаҡҡа эләгә. Уларҙы бәлә-ҡазаға һәм үлемгә килтергән төрлө аҡылһыҙ, һәләкәтле теләктәр солғап ала. 10 Һәр төрлө яуызлыҡтың тамыры — аҡса яратыу бит. Шул яратыу арҡаһында ҡайһы берәүҙәр имандан ситләште һәм үҙҙәрен күп ғазаптарға дусар итте.
11 Һин иһә, Алла хеҙмәтсеһе, быларҙан йыраҡ тор. Тәҡүәлеккә, Аллаға бирелгәнлеккә, иманға, мөхәббәткә, сыҙамлыҡҡа ынтыл һәм башҡалар менән йомшаҡ бул. 12 Иман өсөн лайыҡлы көрәш алып бар, мәңгелек тормошҡа ныҡ тотон. Һин шул тормошҡа саҡырылдың һәм уның тураһында күп шаһиттар алдында бик яҡшы итеп һөйләнең.
13 Бөтә нәмәгә йәшәү биргән Алла һәм По́нтий Пилатҡа иҫ киткес шаһитлыҡ биргән Мәсих Ғайса алдында һиңә бойорам: 14 Хужабыҙ Ғайса Мәсих асыҡ күренгәнгә тиклем ошо әмерҙе үтә, тапһыҙ һәм тел тейҙергеһеҙ булып ҡал. 15 Сөнки бының өсөн билдәләнгән ваҡытта бәхетле һәм берҙән-бер Хаким үҙенең көсөн* күрһәтәсәк. Ул — Батшаларҙың батшаһы һәм Хужаларҙың хужаһы, 16 ул ғына үлемһеҙлеккә эйә, яҡын барғыһыҙ яҡтылыҡта йәшәй, уны бер кеше лә күрмәгән һәм күрә лә алмай. Уға хөрмәт һәм мәңгелек ҡөҙрәт булһын! Амин.
17 Был замандың* байҙарына тәкәббер булмаҫҡа һәм юҡ буласаҡ байлыҡҡа түгел, ә беҙгә рәхәтләнеп йәшәр өсөн бөтә нәмәне мул итеп биреүсе Аллаға таянырға ҡуш. 18 Уларҙы яҡшылыҡ эшләргә, игелекле эштәргә бай булырға, йомарт һәм бүлешергә әҙер булырға дәртләндер. 19 Шулай эшләп, улар үҙҙәре өсөн киләсәккә яҡшы нигеҙ булырлыҡ хазина йыйыр һәм ысын тормошҡа ныҡ тотона алыр.
20 Тимәти, үҙеңә ышанып тапшырылғанды һаҡла. Алланы хурлаған буш һөйләшеүҙәрҙән һәм хәҡиҡәткә ҡаршы килгән ялған белемдән ситтә тор. 21 Шул белемде ҙурлап, ҡайһы берәүҙәр имандан ситкә тайпылды.
Һеҙгә Алланың сикһеҙ игелеге күрһәтелһен!