Илселәрҙең эштәре
15 Йәһүҙиәнән бер нисә кеше килеп, ҡәрҙәштәрҙе: «Әгәр ҙә Муса ҡануны буйынса сөннәтләнмәһәгеҙ, ҡотола алмаясаҡһығыҙ», — тип өйрәтә башланы. 2 Пауыл менән Барнаб шул кешеләр менән ризалашманы, һәм улар күп бәхәсләште. Шуға күрә Пауылды, Барнабты һәм тағы бер нисә ҡәрҙәште был һорау менән* Йәрүсәлимгә илселәр менән аҡһаҡалдарға ебәрергә булдылар.
3 Башта йыйылыш уларҙы әҙерәк оҙатып барҙы, ә шунан улар юлды үҙҙәре генә Финикиә һәм Самария аша дауам итте. Улар шул ерҙәрҙә йәшәгән ҡәрҙәштәргә башҡа халыҡ кешеләренең Аллаға табан боролоуҙары тураһында ентекләп һөйләне, һәм бөтәһе лә бик ҡыуанды. 4 Йәрүсәлимгә килеп еткәс, ундағы йыйылыш, илселәр һәм аҡһаҡалдар уларҙы асыҡ йөҙ менән ҡабул итте. Пауыл менән Барнаб Алланың үҙҙәре аша ҡылған бөтә эштәре хаҡында һөйләп бирҙе. 5 Ләкин фарисейҙар араһынан* сыҡҡан ҡайһы бер ҡәрҙәштәр урындарынан тороп: «Уларҙы сөннәткә ултыртып, Муса ҡанунын тотоуҙарын талап итергә кәрәк», — тинеләр.
6 Шунда илселәр менән аҡһаҡалдар был һорауҙы ҡарап сығыр өсөн йыйылды. 7 Оҙаҡ ҡына ҡыҙыу фекер алышҡандан һуң, Петер урынынан торҙо ла былай тине: «Ҡәрҙәштәр, һеҙ яҡшы беләһегеҙ, башҡа халыҡ кешеләре һөйөнөслө хәбәрҙе ишетеп иманға килһен өсөн, Алла баштан уҡ арабыҙҙан мине һайлап алды. 8 Кеше күңелен белгән Алла, беҙгә биргән кеүек уларға ла изге рух биреп, уларҙы ҡабул иткәнен күрһәтте. 9 Ул, беҙҙең менән улар араһында бер ниндәй айырма яһамайынса, уларҙың күңелдәрен иман аша сафландырҙы. 10 Шулай булғас, ниңә һеҙ, шәкерттәрҙең елкәһенә ата-бабаларыбыҙ ҙа, үҙебеҙ ҙә күтәрә алмаған ауыр йөктө һалып, Алланы һынайһығыҙ? 11 Беҙ бит, үҙебеҙ Хужабыҙ Ғайсаның сикһеҙ игелеге арҡаһында ҡотолған кеүек, улар ҙа шул уҡ рәүешсә ҡотолор тип ышанабыҙ».
12 Был һүҙҙәрҙән һуң барыһы ла тынып ҡалды һәм Барнаб менән Пауылды тыңлай башланы. Улар Алланың үҙҙәре аша башҡа халыҡтар араһында күпме билдәләр һәм мөғжизәләр күрһәткәне хаҡында һөйләне. 13 Улар һөйләп бөткәс, Яҡуп былай тине: «Ҡәрҙәштәр, тыңлағыҙ әле мине. 14 Шимғун* Алланың, үҙ исемен йөрөтәсәк халыҡ йыйыр өсөн, башҡа халыҡтарға беренсе тапҡыр иғтибар иткәне тураһында ентекләп һөйләп бирҙе. 15 Был пәйғәмбәрҙәр китаптарында яҙылған бындай һүҙҙәргә тура килә: 16 „Шунан һуң мин кире ҡайтырмын да Дауыттың емерелгән йортон* торғоҙормон, емереклектәрен яңынан төҙөрмөн һәм уны элекке хәленә ҡайтарырмын. 17 Мин быны ҡалған кешеләр исемем менән аталған барса халыҡ кешеләре менән бергә бар көстәрен һалып мине, Йәһүәне, эҙләһендәр өсөн эшләнем“, — тип әйтә Йәһүә, 18 боронғонан билдәле булған ошо эштәрҙе ҡылыусы Алла“. 19 Шуға күрә мин, Аллаға хеҙмәт итергә теләгән башҡа халыҡ кешеләренә ҡыйынлыҡтар тыуҙырырға кәрәкмәй, тип һанайым. 20 Әммә уларға, боттарға табыныу менән бәйле бөтә нәмәнән, енси әхлаҡһыҙлыҡтан*, быуып* үлтерелгән хайуан итенән һәм ҡандан тыйылығыҙ, тип яҙып ебәрергә кәрәк, 21 сөнки Мусаның һүҙҙәрен боронғо ваҡыттарҙан бирле бөтә ҡалаларҙа вәғәзләйҙәр һәм һәр шәмбе көнө синагогаларҙа ҡысҡырып уҡыйҙар».
22 Шунда илселәр һәм аҡһаҡалдар бөтә йыйылыш менән бергә ике кешене һайлап алып, уларҙы Пауыл һәм Барнаб менән Антиухияға ебәрергә хәл итте. Улар Барсаб тип йөрөтөлгән Йәһүҙәне һәм Силасты һайланылар. Был кешеләр йыйылышта етәкселек итеүселәр араһынан ине. 23 Улар аша ошондай хат ебәрҙеләр: «Антиухия, Сүриә һәм Киликиәләге башҡа халыҡтарҙан булған ҡәҙерле ҡәрҙәштәр! Беҙ, ҡәрҙәштәрегеҙ, илселәр һәм аҡһаҡалдар, һеҙҙе ихлас сәләмләйбеҙ! 24 Ишеткәнебеҙсә, ҡайһы берәүҙәр беҙҙән һеҙгә килеп, һүҙҙәре менән күңелегеҙҙе борсоған һәм рухығыҙҙы ҡаҡшатырға тырышҡан, әммә беҙ уларға бер ниндәй ҙә күрһәтмәләр бирмәгән инек. 25 Шунлыҡтан беҙ, барыбыҙҙың ризалығы буйынса, бер нисә кешене һайлап, уларҙы ҡәҙерле ҡәрҙәштәребеҙ Барнаб һәм Пауыл менән бергә һеҙҙең янға ебәрергә булдыҡ. 26 Улар икеһе лә — Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең исеме хаҡына үҙ ғүмерен аямаған кешеләр. 27 Ошо хатта яҙылғанды шулай уҡ телдән дә һөйләп бирһендәр өсөн, Йәһүҙә менән Силасты ебәрәбеҙ. 28 Изге рух ярҙамы менән беҙ һеҙҙең өҫтөгөҙгә ошо талаптарҙан башҡа бүтән бер ниндәй ҙә йөк һалырға кәрәкмәй тигән һығымтаға килдек: 29 боттарға ҡорбан ителгәндән, ҡандан, быуып үлтерелгән хайуан итенән һәм енси әхлаҡһыҙлыҡтан* тыйылығыҙ. Ошо нәмәләрҙән һаҡланһағыҙ, һеҙҙең барыһы ла һәйбәт булыр. Иҫән-һау булығыҙ!»
30 Ебәрелгән ҡәрҙәштәр Антиухияға барып, шәкерттәрҙе йыйҙы ла уларға хатты тапшырҙы. 31 Хатты уҡығас, ҡәрҙәштәр ундағы дәртләндергес һүҙҙәргә ҡыуанды. 32 Ә Йәһүҙә менән Силас, пәйғәмбәрҙәр ҙә булғанға, телмәрҙәре менән ҡәрҙәштәрҙең рухын нығытты. 33 Улар унда күпмелер ваҡыт булғандан һуң, ҡәрҙәштәр хәйерле юл теләп уларҙы Йәрүсәлимгә оҙатты. 34 ——* 35 Ә Пауыл менән Барнаб Антиухияла ҡалды. Улар башҡаларҙы өйрәтте һәм ҡәрҙәштәр менән бергә Йәһүәнең һүҙе хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләне.
36 Бер нисә көндән һуң Пауыл Барнабҡа: «Әйҙә, Йәһүә һүҙен вәғәзләгән бөтә ҡалаларға яңынан барып, шундағы ҡәрҙәштәрҙең хәлдәрен беләйек», — тине. 37 Барнаб Марк тип йөрөтөлгән Яхъяны ла үҙҙәре менән алырға булды. 38 Ләкин Пауыл уны алырға теләмәне, сөнки Памфилияла Марк уларҙы ташлап китеп, улар менән Алла һүҙен вәғәзләргә бармағайны. 39 Шуның арҡаһында Пауыл менән Барнаб ныҡ ҡына иреште, һәм икеһе ике яҡҡа китте. Барнаб Маркты алды ла, карапҡа ултырып, Кипрға йөҙөп китте, 40 ә Пауыл Силасты һайланы. Ҡәрҙәштәр Йәһүәнең Пауылға сикһеҙ игелек күрһәтеүен һорап доға ҡылғандан һуң, ул юлға сыҡты. 41 Пауыл, йыйылыштарҙы нығытып, Сүриә һәм Киликиә аша китте.