Илселәрҙең эштәре
5 Ханания исемле бер кеше лә ҡатыны Сафира менән ерен һатты. 2 Әммә ул аҡсаһының бер өлөшөн генә илселәргә килтереп биреп, ҡалғанын ҡатынының ризалығы менән йәшереп ҡалдырҙы. 3 Ләкин Пете́р уға былай тине: «Ханания, ни өсөн һин Шайтандың йоғонтоһона бирелдең һәм, баҫыу аҡсаһының бер өлөшөн йәшереп ҡалдырып, изге рухҡа ялғанланың? 4 Һатҡанға тиклем баҫыу һинеке түгел инеме ни? Һатҡандан һуң да, аҡсаһын үҙең теләгәнсә ҡуллана ала инең бит. Ни өсөн ундай эш ҡылырға уйланың? Һин кешеләргә түгел, ә Аллаға ялғанланың». 5 Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, Ханания йығылды ла үлде. Был хаҡта ишеткән бөтә кешене ҡурҡыу биләп алды. 6 Егеттәр инеп, кәүҙәне кәфенгә урап алып сығып, ерләне.
7 Өс сәғәт самаһы үткәс, уның ҡатыны килде, әммә ул нимә булғанын белмәй ине. 8 Пете́р унан: «Әйт әле, һеҙ баҫыуҙы шунса хаҡҡа һаттығыҙмы?» — тип һораны. «Эйе, шул хаҡҡа», — тине ул. 9 Шунда Пете́р: «Һеҙ нимә, Йәһүә рухын һынап ҡарарға һүҙ ҡуйыштығыҙмы? Ана, ишек артында иреңде ерләгән кешеләрҙең аяҡ тауыштары ишетелә. Улар һине лә алып сығып китер», — тине. 10 Ҡатын шунда уҡ уның аяғына йығылды ла үлде. Егеттәр инеп, уның үле икәнен күргәс, уны алып сыҡтылар ҙа ире янына ерләнеләр. 11 Йәрүсәлимдәге шәкерттәрҙе һәм был хаҡта ишеткән бөтә кешене ҡурҡыу биләп алды.
12 Илселәр халыҡ араһында күп билдәләр һәм мөғжизәләр* күрһәтте. Улар бөтәһе лә Сөләймәндең колонналар теҙмәһендә бергә йыйыла ине. 13 Башҡа берәү ҙә уларға ҡушылырға ҡыйманы, әммә кешеләр уларҙы маҡтап телгә ала ине. 14 Хужабыҙға ышанған ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың һаны артҡандан-арта барҙы. 15 Үтеп барған Петерҙең күләгәһе генә булһа ла төшһөн тип, кешеләр ауырыуҙарҙы урамдарға сығарып, түшәктәргә һала ине. 16 Шулай уҡ Йәрүсәлимгә тирә-яҡтағы ҡалаларҙан да күп кеше ауырыуҙарҙы һәм шаҡшы рухтарҙан интеккәндәрҙе килтерә ине. Уларҙың барыһы ла һауыға ине.
17 Баш рухани һәм уның яҡлы булған саддукейҙар* көнсөллөктән 18 илселәрҙе тотоп алып, ҡала төрмәһенә ташланылар. 19 Ләкин төнөн Йәһүә фәрештәһе төрмә ишектәрен асып, уларҙы сығарҙы ла: 20 «Ғибәҙәтханаға барып, кешеләргә киләсәктәге тормош тураһында артабан да һөйләгеҙ», — тине. 21 Был әмергә буйһоноп, улар таң атыу менән ғибәҙәтханаға барып, өйрәтә башланылар.
Баш рухани һәм уның яҡлылар, бергә йыйылғас, Юғары кәңәшмәне һәм Исраил аҡһаҡалдарын йыйҙы ла төрмәнән илселәрҙе килтерергә һаҡсылар ебәрҙе. 22 Әммә һаҡсылар, илселәрҙе төрмәлә тапмайынса, кире ҡайтып, былай тип хәбәр итте: 23 «Беҙ килгәндә, төрмә яҡшы итеп бикләнгән, ә ишектәр янында һаҡсылар тора ине. Ләкин ишекте асып, эскә ингәс, унда бер кемде лә тапманыҡ». 24 Уларҙың һүҙҙәрен ишеткәс, ғибәҙәтхана башлығы һәм өлкән руханиҙар аптырашта ҡалды. 25 Шул мәлдә бер кеше килеп: «Һеҙ төрмәгә ултыртҡан кешеләр ғибәҙәтханала халыҡты өйрәтеп тора», — тип хәбәр итте. 26 Шунда ғибәҙәтхана башлығы менән һаҡсылар барып, илселәрҙе алып килде, ләкин көс ҡулланманы, сөнки халыҡ таш менән бәргесләр тип ҡурҡты.
27 Илселәрҙе Юғары кәңәшмә алдына килтереп баҫтырҙылар. Баш рухани уларҙан һорау алды ла 28 былай тине: «Беҙ һеҙгә ҡәтғи рәүештә был кешенең исеменән өйрәтмәҫкә ҡушҡайныҡ. Ә һеҙ үҙегеҙҙең тәғлимәтегеҙ менән бөтә Йәрүсәлимде тултырҙығыҙ һәм беҙҙе был кешенең үлемендә ғәйепле итмәксеһегеҙ». 29 Яуап итеп Пете́р һәм башҡа илселәр: «Беҙ тәү сиратта кешеләргә түгел, ә Аллаға буйһонорға* тейеш, — тине. — 30 Ата-бабаларыбыҙҙың Аллаһы һеҙ бағанаға ҡаҙаҡлап* үлтергән Ғайсаны үленән терелтте. 31 Исраилға тәүбә итеү һәм гонаһтар кисерелеү мөмкинлеге бирер өсөн, Алла Ғайсаны юғары күтәреп һәм үҙенең уң яғына ултыртып, уны Юлбашсы һәм Ҡотҡарыусы итте. 32 Быға беҙ, шулай уҡ Алла үҙенә буйһонғандарға* биргән изге рух шаһит».
33 Быны ишеткәс, улар бик ныҡ ярһыны һәм илселәрҙе үлтерергә теләне. 34 Әммә Ғәмәлиил исемле бер фарисей, бөтә халыҡ хөрмәт иткән ҡанун белгесе, тороп баҫты ла илселәрҙе әҙ генә ваҡытҡа сығарып торорға ҡушты. 35 Шунан һуң ул былай тине: «Исраилдар, был кешеләр менән берәй нәмә эшләр алдынан, яҡшылап уйлағыҙ. 36 Күпмелер ваҡыт элек үҙен бөйөк тип атаған Фидәс фетнә күтәргәйне, уға 400-гә яҡын кеше* ҡушылды. Ләкин уны үлтерҙеләр, һәм уның бөтә эйәрсендәре таралышып, юҡ булды. 37 Унан һуң, халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында, Ғәлиләйәнән Йәһүҙә фетнә күтәрҙе һәм ҡайһы берәүҙәрҙе үҙе артынан эйәртте. Ләкин ул да һәләк булды, һәм уға эйәргән бөтә кешеләр таралышып бөттө. 38 Шуға күрә һеҙгә әйтәм: был кешеләрҙе борсомағыҙ, теймәгеҙ уларға. Сөнки әгәр ҙә был ниәт йә эш кешеләрҙән икән, ул юҡҡа сығыр. 39 Ә әгәр ҙә Алланан икән, һеҙ уны юҡ итә алмаясаҡһығыҙ. Алланың үҙенә ҡаршы көрәшеүселәр була күрмәгеҙ». 40 Улар уның һүҙҙәренә ҡолаҡ һалды. Илселәрҙе саҡырып, ҡамсыланылар* ҙа Ғайса исеменән бүтән һөйләмәҫкә ҡушып, сығарып ебәрҙеләр.
41 Илселәр, Ғайса исеме өсөн кәмһетелеүгә лайыҡ булғандарына шатланып, Юғары кәңәшмәнән сығып киттеләр. 42 Улар көн һайын ғибәҙәтханала һәм өйҙән-өйгә йөрөп өйрәтеүҙән, Ғайсаның Мәсих икәнлеге тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләүҙән туҡтаманы.