Матфай яҙған
15 Шунан Йәрүсәлимдән Ғайса янына фарисейҙар һәм ҡанун белгестәре килеп, бындай һорау бирҙе: 2 «Ни өсөн һинең шәкерттәрең ата-бабаларҙан килгән йолаларҙы боҙа? Мәҫәлән, ашар алдынан ҡулдарын йыумайҙар*?»
3 Яуап итеп Ғайса былай тине: «Ә ни өсөн һеҙ үҙ йолаларығыҙ хаҡына Алла әмерҙәрен боҙаһығыҙ? 4 Мәҫәлән, Алла әйткән: „Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит“ һәм „Атаһын йә әсәһен ҡәһәрләгән* кеше үлтерелһен“. 5 Ә һеҙ әйтәһегеҙ: „Әгәр кеше үҙ атаһына йә әсәһенә: „Һин файҙалана алған бөтә нәмәм — Аллаға бағышланған бүләк“, — тип әйтһә, 6 шул кеше ата-әсәһен хөрмәт итмәһә лә* була“. Шулай итеп һеҙ үҙ йолаларығыҙ хаҡына Алла һүҙен һанға һуҡмайһығыҙ. 7 Ике йөҙлөләр, Ишағыя пәйғәмбәр һеҙҙең хаҡта ҡайһылай дөрөҫ әйткән: 8 „Был халыҡ мине теле менән генә хөрмәт итә, күңелдәре иһә минән алыҫ. 9 Уларҙың миңә табыныуы бушҡа ғына, сөнки улар кеше уйлап сығарған әмерҙәргә өйрәтә“». 10 Шунда Ғайса кешеләрҙе саҡырып алды ла былай тине: «Тыңлағыҙ мине һәм төшөнөгөҙ: 11 кешене ауыҙына ингән нәмә түгел, ә ауыҙынан сыҡҡан нәмә бысрата».
12 Шунан һуң шәкерттәре Ғайсаға килеп: «Һинең һүҙҙәреңде ишетеп, фарисейҙарҙың асыуы килгәнен беләһеңме?» — тип һораны. 13 Ул яуап бирҙе: «Күктәге Атайым ултыртмаған һәр үҫемлек тамыры менән йолҡоп алыныр. 14 Ҡалдырығыҙ уларҙы. Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп барһа, икеһе лә соҡорға ҡолап төшөр». 15 Шунда Петер: «Теге миҫалды аңлатып бирсе», — тип үтенде. 16 «Әллә һеҙ ҙә һаман төшөнмәйһегеҙме? — тине Ғайса. — 17 Белмәйһегеҙме ни, ауыҙға ингән нәмә ашҡаҙан аша үтеп, тәндән сығып китә. 18 Әммә ауыҙҙан сыҡҡан нәмә күңелдән сыға, ана шул кешене бысрата ла. 19 Шулай итеп кеше күңеленән яуыз уйҙар сыға: кеше үлтереү, зина ҡылыу, енси әхлаҡһыҙлыҡ*, урлашыу, ялған шаһитлыҡ биреү һәм яман һүҙҙәргә килтергән уйҙар сыға. 20 Тап шулар кешене бысрата ла инде, ә ҡулды йыумай ашау кешене бысратмай».
21 Шул ерҙән Ғайса Тир менән Сидон яҡтарына китте. 22 Унда йәшәгән бер Финикиә ҡатыны килеп, уға инәлә башланы: «Хужам, Дауыт Улы, миңә шәфҡәтле булсы. Ҡыҙыма ендәр эйәләшкән, ул ныҡ ғазаплана». 23 Әммә Ғайса уға бер ни тип тә яуап бирмәне. Шунда шәкерттәре уның эргәһенә килеп: «Уға кит тип әйт әле, ул бит артыбыҙҙан ҡысҡырып тик килә», — тип үтенде. 24 Ғайса яуапланы: «Алла мине бөтәһенә лә түгел, ә Исраил халҡының юғалған һарыҡтарына ғына ебәрҙе». 25 Ҡатын уның янына килеп тубыҡланды ла: «Хужам, миңә ярҙам ит!» — тип ялбарҙы. 26 Ғайса: «Икмәкте балаларҙан алып, көсөктәргә ташлау яҡшы түгел», — тине. 27 «Эйе, Хужам, әммә көсөктәр ҙә хужаларының өҫтәленән төшкән валсыҡтарҙы ашай бит», — тине ҡатын. 28 Шунда Ғайса: «Иманың ҡалай көслө! Һин теләгәнсә булһын», — тип яуап бирҙе. Ҡатындың ҡыҙы шунда уҡ һауыҡты.
29 Унан китеп, Ғайса Ғәлиләйә диңгеҙе янына килде лә тауға менеп, шунда ултырҙы. 30 Уның эргәһенә бик күп кеше килде. Уға аҡһаҡтарҙы, зәғифтәрҙе, һуҡырҙарҙы, телһеҙҙәрҙе һәм башҡа күп төрлө ауырыуҙарҙы килтереп, аяҡтары алдына һалалар ине, ә ул уларҙы һауыҡтыра ине. 31 Кешеләр телһеҙҙәрҙең һөйләшкәнен, зәғифтәрҙең һауыҡҡанын, аҡһаҡтарҙың йөрөгәнен, һуҡырҙарҙың күҙҙәре асылғанын күреп, таң ҡалды һәм Исраил Аллаһын данланы.
32 Ғайса шәкерттәрен саҡырып алды ла былай тине: «Кешеләрҙе йәлләйем, сөнки улар инде өс көн минең менән, ә ашарҙарына бер нәмә лә юҡ. Уларҙы ас көйө ҡайтарып ебәргем килмәй, юғиһә юлда хәлдәре бөтөр». 33 Әммә шәкерттәре: «Кеше йөрөмәгән был ерҙә шул тиклем күп халыҡты туйҙырырлыҡ икмәкте ҡайҙан алайыҡ һуң?» — тине. 34 «Һеҙҙә нисә икмәк бар?» — тип һораны Ғайса. «Ете икмәк һәм бер нисә ваҡ балыҡ», — тине улар. 35 Ғайса халыҡҡа ергә ултырырға ҡушты ла 36 ете икмәк менән балыҡтарҙы алып, Аллаға рәхмәт әйтте һәм икмәктәрҙе бүлгеләп, шәкерттәренә бирҙе, ә улар халыҡҡа өләште. 37 Бөтөнөһө лә ашап туйҙы. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып алғас, ете ҙур кәрзин тулды. 38 Ә ашаусыларҙың һаны, ҡатындар менән балаларҙы иҫәпләмәгәндә, 4 000 ир кеше ине. 39 Халыҡты ҡайтарып ебәргәс, Ғайса кәмәгә ултырып, Мағаҙан ерҙәренә юл тотто.