Марк яҙған
3 Ғайса йәнә синагогаға килгәндә, унда ҡулы ҡороған* бер кеше бар ине. 2 Фарисейҙар, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп, шул кешене шәмбе көнө һауыҡтырмаҫмы икән тип, уны иғтибар менән күҙәттеләр. 3 Ғайса ҡулы ҡороған кешегә: «Уртаға сығып баҫ», — тине. 4 Шунан уларҙан: «Шәмбе көнө яҡшылыҡ эшләү дөрөҫмө, әллә яманлыҡмы? Кешенең ғүмерен ҡотҡарыумы, әллә һәләк итеүме?» — тип һораны. Әммә тегеләр өндәшмәне. 5 Шунда ул, ҡаты күңелле булыуҙарына ныҡ көйөнөп, уларға асыу менән ҡараны ла теге кешегә: «Ҡулыңды һуҙ», — тине. Тегеһе ҡулын һуҙғас, ҡулы һауыҡты. 6 Фарисейҙар сығып китеп, шунда уҡ Һируд яҡлы кешеләр менән Ғайсаны үлтереү тураһында кәңәшләшә башланы.
7 Ә Ғайса шәкерттәре менән диңгеҙгә табан китте. Уға Ғәлиләйә менән Йәһүҙиәнән күп халыҡ эйәрҙе. 8 Хатта Йәрүсәлимдән һәм Идумиянан, Иордан аръяғынан һәм Тир менән Сидон тирәләренән, уның күп һанлы эштәре тураһында ишетеп, бик күп кеше килде. 9 Ғайса шәкерттәренә, халыҡ үҙен ҡыҫмаһын тип, берәй бәләкәй кәмәне әҙер тоторға ҡушты. 10 Ул күп кешене һауыҡтырғанға, етди ауырыуҙарҙан интеккән бөтә кешеләр, уға ҡағылырға тырышып, уның тирәләй тығылышты. 11 Хатта шаҡшы рухтар ҙа, уны күргәндә, алдына йығылып: «Һин — Алла Улы!» — тип ҡысҡыра ине. 12 Әммә Ғайса уларҙы үҙенең кем икәнлеген әйтеүҙән ҡат-ҡат ҡәтғи тыйҙы.
13 Ғайса, тауға менеп, үҙенең ҡайһы бер шәкерттәрен саҡырып алды. 14 Ул 12 кешене һайлап алып, уларҙы илселәр тип атаны. Улар уның менән йөрөргә тейеш ине, ә ваҡыт уҙыу менән ул уларҙы вәғәзләргә ебәрергә йыйына ине. 15 Ғайса шулай уҡ уларға ендәрҙе ҡыуып сығарырға хакимлыҡ бирҙе.
16 Бына Ғайса һайлап алған 12 кеше: Шимун (Ғайса уны Петер тип тә атаны), 17 Зәбәҙәй улдары Яҡуп менән Яхъя (Ғайса уларҙы шулай уҡ Боанерге́с тип атаны, был «күк күкрәү улдары» тигәнде аңлата), 18 Әндрәй, Филип, Барталмай, Матфай, Тамас, Алфай улы Яҡуп, Фаддай, Шимун Ҡанани* 19 һәм аҙаҡ Ғайсаға хыянат иткән Йәһүҙә Искариот.
20 Ғайса бер йортҡа керҙе, унда тағы күп кеше йыйылып китте. Шунлыҡтан Ғайса менән уның шәкерттәренең хатта ашап алырға ла мөмкинлеге булманы. 21 Туғандары, был хәлдәрҙе ишеткәс, ул аҡылдан яҙған тип, уны үҙҙәре менән алып китергә килделәр. 22 Ә Йәрүсәлимдән килгән ҡанун белгестәре: «Уның эсендә Билзибул*, ул ендәрҙе ендәр башлығының көсө менән ҡыуып сығара», — тиҙәр ине. 23 Шунда Ғайса уларҙы үҙенә саҡырып алды ла бындай миҫалдар килтерә башланы: «Нисек инде Шайтан Шайтанды ҡыуып сығарһын? 24 Берәй батшалыҡ дошманлыҡ арҡаһында бүленһә, ул батшалыҡ тарҡалыр. 25 Берәй йорт дошманлыҡ арҡаһында бүленһә, ул йорт харап булыр. 26 Шуның шикелле, әгәр Шайтан үҙ-үҙенә ҡаршы сығып, үҙе менән һуғышһа, ул имен ҡала алмаҫ, күп тә үтмәй юҡ булыр. 27 Бер кем дә, көслө кешенең өйөнә инеп, тәүҙә уны бәйләмәйенсә, уның мөлкәтен урлай алмаҫ. Уны бәйләгәс кенә, өйөн талай алыр. 28 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кешеләр ниндәй генә гонаһтар ҡылһа ла һәм ниндәй генә мыҫҡыллы һүҙҙәр әйтһә лә, барыһы кисерелер. 29 Ләкин изге рухты мыҫҡыллаған кеше бер ҡасан да кисерелмәҫ, ул ошо гонаһы өсөн мәңге ғәйепле булыр*». 30 Ғайса быны улар: «Уның эсендә ен», — тигәнгә әйтте.
31 Ғайсаның әсәһе менән ҡустылары килде һәм, тышта торған килеш, уны саҡыртты. 32 Ғайса тирәләй күп кеше ултыра ине. Уға: «Тышта әсәйең менән ҡустыларың тора, улар һинең менән һөйләшергә теләй», — тип әйттеләр. 33 Әммә ул: «Кем минең әсәйем һәм кем минең ҡустыларым?» — тип яуапланы. 34 Шунан янында ултырғандарға күҙ йөрөтөп сыҡты ла былай тине: «Бына минең әсәйем һәм минең ҡустыларым. 35 Кем Алланың ихтыярын үтәй, шул минең ағай-энем дә, апай-һеңлем дә, әсәйем дә».