Яхъя. Йөкмәтке
18 Быны әйткәс, Ғайса шәкерттәре менән Ҡидрун үҙәненең* икенсе яғындағы баҡсаға китте. 2 Ғайсаға хыянат итергә йыйынған Йәһүҙә лә был урынды белә ине, сөнки Ғайса йыш ҡына шәкерттәре менән шунда осраша ине. 3 Йәһүҙә шул урынға римдарҙың ғәскәри төркөмөн, шулай уҡ өлкән руханиҙар менән фарисейҙар ебәргән һаҡсыларҙы килтерҙе. Улар факелдар, яҡтыртҡыстар һәм ҡоралдар тотҡайны. 4 Ғайса, үҙен нимәләр көткәнен белеп, алға сыҡты ла уларҙан: «Һеҙ кемде эҙләйһегеҙ?» — тип һораны. 5 Улар: «Назаралы Ғайсаны», — тип яуап бирҙеләр. «Был мин», — тине Ғайса. Хыянатсы Йәһүҙә лә улар менән тора ине.
6 Ғайса «был мин» тигәс, улар артҡа сигенеп, ергә йығылды. 7 Ғайса ҡабат: «Һеҙ кемде эҙләйһегеҙ?» — тип һораны. «Назаралы Ғайсаны», — тине улар. 8 «Мин һеҙгә, был мин, тинем бит. Әгәр һеҙгә мин кәрәк икән, был кешеләрҙе ебәрегеҙ», — тип яуап бирҙе Ғайса. 9 Ул быны үҙенең «һин миңә биргәндәрҙең береһен дә юғалтманым» тигән һүҙҙәре үтәлһен өсөн әйтте.
10 Шунда Шимун Петер ҡылысын сығарҙы ла баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның уң ҡолағын сабып өҙҙө. (Хеҙмәтсенең исеме Мәлик ине.) 11 Ләкин Ғайса Петергә: «Ҡылысыңды ҡынына тығып ҡуй. Мин Атам биргән касанан эсергә тейеш түгелме ни?» — тине.
12 Шунда рим ғәскәриҙәре, уларҙың башлығы һәм йәһүд һаҡсылары Ғайсаны тотоп алып бәйләнеләр. 13 Тәүҙә улар уны Ханнан янына алып барҙылар. Ханнан шул йылда баш рухани булған Ҡаяфастың ҡайныһы ине. 14 Йәһүдтәргә: «Бер кешенең халыҡ хаҡына үлеүе һеҙҙең өсөн хәйерлерәк», — тип әйткән кеше ана шул Ҡаяфас ине.
15 Ғайса артынан Шимун Петер һәм тағы бер шәкерт эйәрҙе. Был шәкерт баш руханиҙың танышы ине. Ул Ғайса менән бергә баш руханиҙың ишек алдына керҙе, 16 ә Петер урамда, ҡапҡа янында тороп ҡалды. Шунан баш рухани менән таныш булған шул шәкерт сыҡты ла ҡапҡа һаҡлаусы ҡыҙ менән һөйләшеп, Петерҙе эскә индерҙе. 17 Ҡапҡа һаҡлаусы хеҙмәтсе ҡыҙ Петерҙән: «Һин дә ул кешенең шәкерте түгелме?» — тип һораны. «Юҡ», — тип яуап бирҙе Петер. 18 Һыуыҡ ине, шуға хеҙмәтселәр һәм һаҡсылар усаҡ яғып, уның тирәләй йылынып тора ине. Петер ҙә улар менән бергә йылынып торҙо.
19 Өлкән рухани Ғайсанан шәкерттәре һәм тәғлимәттәре тураһында һорашты. 20 Ғайса уға былай тип яуап бирҙе: «Мин донъяға асыҡтан-асыҡ вәғәзләнем, һәр ваҡыт бөтә йәһүдтәр йыйылған синагогаларҙа һәм ғибәҙәтханала өйрәттем, бер нәмәне лә йәшереп һөйләмәнем. 21 Нишләп һин минән һорайһың? Минең һүҙҙәремде ишеткәндәрҙән һора. Улар минең нимә һөйләгәнемде беләләр». 22 Шунда Ғайсаның янында торған һаҡсыларҙың береһе уның яңағына һуғып: «Өлкән руханиға һин шулай яуап бирәһеңме?» — тине. 23 Ғайса уға: «Нимәнелер дөрөҫ әйтмәйем икән, нимәне икәнен әйт, ә дөрөҫ әйтәм икән, нишләп миңә һуғаһың?» — тине. 24 Шунан һуң Ханнан Ғайсаны бәйләнгән килеш баш рухани Ҡаяфасҡа ебәрҙе.
25 Шимун Петер усаҡ янында йылынып торғанда, унан: «Һин уның шәкерте түгелме?» — тип һоранылар. Ул: «Юҡ», — тип яуап бирҙе. 26 Баш рухани хеҙмәтселәренең береһе, Петер ҡолағын сабып өҙгән кешенең туғаны: «Уның менән бергә баҡсала һине күрҙем түгелме һуң?» — тине. 27 Әммә Петер йәнә быны кире ҡаҡты. Тап шул мәлдә әтәс ҡысҡырып ебәрҙе.
28 Ҡаяфастан Ғайсаны хаким һарайына алып киттеләр. Был иртән-иртүк булды. Ләкин уны килтергән кешеләр, нәжесләнмәҫ өсөн, һарайға инмәнеләр, сөнки инһәләр, Ҡотҡарылыу байрамы ашын ашай алмаҫтар ине. 29 Шуға Пилат улар янына үҙе сығып: «Был кешене нимәлә ғәйепләйһегеҙ?» — тип һораны. 30 «Әгәр ул енәйәтсе булмаһа, беҙ уны һиңә килтермәҫ инек», — тип яуап бирҙе улар. 31 Ләкин Пилат: «Уны алып китеп, үҙегеҙҙең ҡанунығыҙ буйынса хөкөм итегеҙ», — тине. Йәһүдтәр: «Беҙҙең бер кемде лә үлтерергә хоҡуғыбыҙ юҡ», — тип яуап бирҙеләр. 32 Шулай итеп Ғайсаның үҙенең ниндәй үлем менән үләсәген белгертер өсөн әйткән һүҙҙәре тормошҡа ашты.
33 Пилат яңынан һарайға кереп, Ғайсаны саҡыртты ла унан: «Һин йәһүдтәр батшаһымы?» — тип һораны. 34 «Һин быны ысынлап та белгең килгәнгә һорайһыңмы, әллә башҡаларҙан минең турала ишеткәнгәме?» — тип яуап бирҙе Ғайса. 35 Пилат: «Мин евреймы ни? Һине миңә үҙ халҡың һәм өлкән руханиҙар килтерҙе. Һин нимә эшләнең?» — тине. 36 Ғайса былай тип яуапланы: «Минең Батшалығым был донъяның батшалыҡтары кеүек түгел*. Әгәр Батшалығым шундай булһа, хеҙмәтселәрем мине йәһүдтәргә бирмәҫ өсөн көрәшерҙәр ине. Ләкин юҡ, минең Батшалығым был донъяның батшалыҡтары кеүек түгел». 37 Пилат унан: «Тимәк, һин батша, шулаймы?» — тип һораны. «Һин үҙең мине батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ бирер өсөн тыуҙым һәм шуның өсөн донъяға килдем. Хәҡиҡәт яҡлы булған һәр кем минең һүҙҙәремә ҡолаҡ һала», — тип яуап бирҙе Ғайса. 38 Пилат уға: «Нимә ул хәҡиҡәт?» — тине.
Шунан һуң Пилат ҡабат йәһүдтәр янына сығып, уларға: «Мин был кешелә бер ғәйеп тә күрмәйем, — тине. — 39 Өҫтәүенә, һеҙҙең йолағыҙ буйынса, Ҡотҡарылыу байрамы уңайынан мин һеҙгә бер кешене азат итергә тейеш. Һеҙгә йәһүдтәр батшаһын азат итәйемме?» 40 Шунда улар: «Уны түгел, Барабты!» — тип ҡысҡырҙылар. Бараб иһә юлбаҫар ине.