Яхъя. Йөкмәтке
13 Ғайса үҙенең был донъянан китеп, Ата янына барыр ваҡыты еткәнен Ҡотҡарылыу байрамына тиклем үк белә ине. Ғайса был донъялағы шәкерттәрен* яратты һәм уларҙы ахырғаса яратты. 2 Иблис Шимун улы Йәһүҙә Искариоттың күңеленә Ғайсаға хыянат итеү фекерен һалғайны инде. Киске аш ваҡытында 3 Ғайса, Атаның барыһын да үҙенең ҡулына биргәнен һәм үҙенең Алланан килеп, Аллаға барғанын белеп, 4 өҫтәл артынан торҙо ла өҫкө кейемен сисеп, биленә таҫтамал бәйләне. 5 Шунан ул тасҡа һыу һалып алды ла шәкерттәренең аяҡтарын йыуып, билендәге таҫтамал менән һөртә барҙы. 6 Ул Шимун Петер янына килгәс, тегеһе уға: «Хужам, һин минең аяҡтарымды йыумаҡсы булаһыңмы?» — тине. 7 Ғайса: «Әле һин нимә эшләгәнемде аңламайһың, ләкин аҙағыраҡ аңларһың», — тине. 8 Петер: «Мин бер ҡасан да һинән аяғымды йыуҙырмайым!» — тип ҡаршы төштө. Ғайса уға: «Йыуҙырмаһаң, минең менән була алмаҫһың*», — тип яуап бирҙе. 9 Быға Шимун Петер: «Улайһа, Хужам, аяҡтарымды ғына түгел, ҡулдарымды ла, башымды ла йыу», — тине. 10 Ғайса уға: «Йыуынған кешегә аяғынан башҡа бүтән бер ерен дә йыуырға кәрәкмәй, ул тотош таҙа. Һеҙ ҙә таҙа, ләкин бөтәгеҙ ҙә түгел», — тине. 11 Ул үҙенә кемдең хыянат итәсәген белә ине, шуға «бөтәгеҙ ҙә түгел» тине.
12 Шәкерттәренең аяҡтарын йыуып бөткәс, Ғайса өҫкө кейемен кейеп, яңынан урынына барып ултырҙы ла былай тине: «Һеҙгә нимә эшләгәнемде аңлайһығыҙмы? 13 Һеҙ мине „Остаз“ һәм „Хужа“ тип атайһығыҙ, һәм һеҙ хаҡ, сөнки был ысынлап та шулай. 14 Әгәр мин, һеҙҙең Хужағыҙ һәм Остазығыҙ, аяҡтарығыҙҙы йыуғанмын икән, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙең аяҡтарын йыуырға тейешһегеҙ. 15 Мин һеҙгә нимә эшләнем, һеҙ ҙә шулай эшләһен тип, һеҙгә үрнәк күрһәттем. 16 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡол — хужаһынан, ә ебәрелгән үҙен ебәреүсенән өҫтөн түгел. 17 Хәҙер һеҙ быны беләһегеҙ, һәм шулай эш итһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ. 18 Мин һеҙҙең бөтәгеҙ тураһында ла әйтмәйем. Мин үҙем һайлағандарҙы беләм. Ләкин шулай итеп Яҙмаларҙағы: „Минең менән бергә икмәк ашаған кеше миңә дошман булып китте*“, — тигән һүҙҙәр үтәлергә тейеш. 19 Был һүҙҙәр үтәлгәс, һеҙ уларҙың минең турала яҙылғанына ышанһын өсөн, уларҙы алдан уҡ әйтәм. 20 Бер ҙә шикләнмәгеҙ: кем мин ебәргәнде ҡабул итә, шул мине лә ҡабул итә. Ә кем мине ҡабул итә, шул мине Ебәреүсене лә ҡабул итә».
21 Шулай тигәндән һуң, Ғайса бик ныҡ көйөнөп: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: берегеҙ миңә хыянат итәсәк», — тине. 22 Шәкерттәре, кем тураһында һүҙ барғанын аңламайынса, бер-береһенә ҡарашты. 23 Өҫтәл артында Ғайса янында* уның яратҡан шәкерте ултыра ине. 24 Шимун Петер, ишара яһап, унан: «Кем тураһында әйтә ул?» — тип һораны. 25 Тегеһе башын Ғайсаның күкрәгенә эйеп: «Хужам, кем ул?» — тип һораны. 26 Ғайса: «Мин икмәк һынығын манып кемгә бирәм, шул», — тип яуап ҡайтарҙы һәм икмәк һынығын манып, Шимун Искариот улы Йәһүҙәгә бирҙе. 27 Йәһүҙә икмәкте алғас, уның эсенә Шайтан инде. Ғайса Йәһүҙәгә: «Эшләй башлаған эшеңде тиҙерәк эшлә», — тине. 28 Ләкин өҫтәл артында ултырғандарҙың береһе лә уның быны ни өсөн әйткәнен аңламаны. 29 Йәһүҙә уртаҡ аҡса йәшниген йөрөткәнгә күрә, ҡайһы берәүҙәр, Ғайса уға байрам өсөн кәрәкле нәмәләр һатып алырға йәки ярлыларға нимә лә булһа бирергә ҡушҡан, тип уйланылар. 30 Икмәк һынығын алыу менән, Йәһүҙә сығып китте. Төн ине.
31 Йәһүҙә киткәс, Ғайса былай тине: «Хәҙер Әҙәм Улы данланасаҡ, һәм уның аша Алла данланасаҡ. 32 Алла үҙе уны данлаясаҡ, һәм быны кисектермәйенсә эшләйәсәк. 33 Дуҫтарым*, мин инде һеҙҙең менән оҙаҡ булмам. Һеҙ мине эҙләрһегеҙ, ләкин йәһүдтәргә әйткәнемсә, хәҙер һеҙгә лә әйтәм: „Мин барған ергә һеҙ килә алмайһығыҙ“. 34 Мин һеҙгә яңы әмер бирәм: бер-берегеҙҙе яратығыҙ. Мин һеҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе шулай яратығыҙ. 35 Әгәр бер-берегеҙҙе яратһағыҙ, барыһы ла һеҙҙең минең шәкерттәрем икәнегеҙҙе белер».
36 Шимун Петер унан: «Хужам, һин ҡайҙа бараһың?» — тип һораны. «Мин барған ергә һин минең артымдан әле бара алмайһың, ләкин аҙаҡ барырһың», — тип яуап бирҙе Ғайса. 37 Петер уға: «Хужам, ни өсөн мин һинең артыңдан әле бара алмайым? Мин һинең өсөн үлергә лә әҙер», — тине. 38 Ғайса: «Минең өсөн үлергә әҙерһеңме? Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: әтәс ҡысҡырып та өлгөрмәҫ, һин минән өс тапҡыр ваз кисерһең», — тип яуап бирҙе.