Икенсе Петер
1 Мин, Шимун Петер, Ғайса Мәсихтең ҡоло һәм илсеһе, Аллабыҙҙың һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең ғәҙеллеге* арҡаһында беҙҙеке кеүек үк ҡиммәтле иманға эйә булғандарға яҙам.
2 Алла һәм Хужабыҙ Ғайса тураһындағы белем аша һеҙгә сикһеҙ игелек һәм тыныслыҡ тағы ла күберәк бирелһен. 3 Беҙ Аллаға тоғролоҡ күрһәтеп йәшәһен өсөн, уның илаһи көсө беҙгә бөтә кәрәкле нәмәне бирҙе*, сөнки үҙенең даны һәм игелеге менән беҙҙе үҙенә саҡырған Зат тураһында теүәл белем алдыҡ. 4 Шул даны һәм игелеге ярҙамында ул беҙгә ҡиммәтле һәм бөйөк вәғәҙәләр бирҙе*. Ул ошо вәғәҙәләрҙе һеҙ гонаһлы теләктәрҙән* килеп сыҡҡан донъя боҙоҡлоғонан азат булып, Алла кеүек рухтар булып китһен өсөн бирҙе.
5 Шуға күрә, бөтә тырышлығығыҙҙы һалып, иманығыҙға — тәҡүәлек*, тәҡүәлеккә — белем, 6 белемгә — тотанаҡлыҡ, тотанаҡлыҡҡа — сыҙамлыҡ, сыҙамлыҡҡа — Аллаға бирелгәнлек, 7 Аллаға бирелгәнлеккә — туғандарса яратыу, туғандарса яратыуға бөтә кешене яратыуҙы өҫтәгеҙ. 8 Сөнки был сифаттар һеҙҙә булһа һәм арта барһа, һеҙ ҡул ҡаушарып ултырмаҫһығыҙ, ә Хужабыҙ Ғайса Мәсих тураһындағы теүәл белемгә ярашлы эш итеп, күп емеш килтерерһегеҙ.
9 Ә быларға эйә булмаған кеше һуҡыр, ул яҡтылыҡты күрмәҫ өсөн күҙен йома*. Ул элекке гонаһтарынан сафландырылғанын онотҡан. 10 Шуға күрә, ҡәрҙәштәр, саҡырылғанығыҙға һәм һайланғанығыҙға лайыҡ булып ҡалыр өсөн тағы ла күберәк көс һалығыҙ. Сөнки шул сифаттарҙы өҫтәй барһағыҙ, һеҙ бер ҡасан да абынмаҫһығыҙ. 11 Шул саҡта һеҙ мул итеп бүләкләнеп, Хужабыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәңгелек Батшалығына инерһегеҙ.
12 Бына ни өсөн, яҙғандарымдың барыһын белһәгеҙ ҙә һәм үҙегеҙҙә булған хәҡиҡәттә ныҡ торһағыҙ ҙа, быларҙы һәр ваҡыт иҫегеҙгә төшөрөп торорға йыйынам. 13 Әлегә, ошо тәндә* булған сағымда, был хаҡта иҫегеҙгә төшөрөүҙе бурысым тип һанайым. 14 Сөнки, Хужабыҙ Ғайса Мәсих миңә асҡанса, был тәнде оҙаҡламай ҡалдырып китеремде беләм. 15 Мин киткәндән һуң һеҙ һүҙҙәремде иҫегеҙгә төшөрөп торһон өсөн, көсөмдән килгәндең барыһын да эшләрмен.
16 Һеҙгә Хужабыҙ Ғайса Мәсихтең көсө һәм уның килеү осоро тураһында һөйләгәндә, беҙ кешеләрҙең уйҙырмаларына эйәрмәнек, беҙ уның бөйөклөгөн үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек. 17 Шөһрәт Аллаһы: «Был минең яратҡан Улым, мин уны хуплайым», — тип әйткәндә, уға Атабыҙ Алланан хөрмәт һәм дан бирелде. 18 Эйе, беҙ күктән яңғыраған ошо һүҙҙәрҙе уның менән бергә изге тауҙа булған саҡта ишеттек.
19 Шуға күрә беҙ пәйғәмбәри һүҙҙең үтәлеренә тағы ла нығыраҡ ышанабыҙ. Һеҙ уға (таң атҡансы һәм таң йондоҙо ҡалҡҡансы) ҡараңғы урында, йәғни һеҙҙең йөрәктәрегеҙҙә, балҡыған шәмгә ҡарағандай иғтибар менән ҡарап яҡшы эшләйһегеҙ. 20 Һеҙ Яҙмаларҙағы бер пәйғәмбәрлектең дә кеше фекеренә нигеҙләнмәгәнен беләһегеҙ, 21 сөнки пәйғәмбәрлек бер ҡасан да кеше ихтыярынан сығып әйтелмәне, ләкин кешеләр Алла хәбәрен изге рух йүнәлтеүе буйынса һөйләне.