Илселәрҙең эштәре
10 Ҡайсарияла Италия когортаһының* йөҙ башы булып хеҙмәт иткән Кәрнили исемле бер кеше йәшәй ине. 2 Кәрнили үҙенең бөтә ғаиләһе менән Аллаға табына ине. Ул халыҡҡа мул итеп хәйерҙәр таратып, һәр ваҡыт Аллаға доға ҡыла ине. 3 Көндөҙгө өстәр тирәһендә* ул илаһи күренештә асыҡ итеп Алла фәрештәһен күрҙе. Фәрештә уға килеп: «Кәрнили!» — тип өндәште. 4 Кәрнили ҡурҡып китте һәм уға ҡарап: «Тыңлайым, әфәндем!» — тине. «Алла һинең доғаларыңды ишетте һәм яҡшы эштәреңде күрҙе, — тип әйтте фәрештә. — 5 Я́ффаға кешеләр ебәреп, Пете́р тип йөрөтөлгән Шимунды саҡырт. 6 Ул күнсе Шимунда ҡунаҡта. Уның өйө диңгеҙ буйында тора». 7 Фәрештә китеү менән, Кәрнили ике хеҙмәтсеһен һәм үҙенең ҡул аҫтындағы бер диндар ғәскәриҙе саҡырып алды ла 8 барыһын да һөйләп биреп, уларҙы Я́ффаға ебәрҙе.
9 Иртәгәһенә көн уртаһындараҡ*, шул кешеләр ҡалаға етеп килгәндә, Пете́р өй башына доға ҡылырға менде. 10 Ныҡ асығып, уның ашағыһы килә ине. Өйҙә ашарға әҙерләнгән арала, Пете́р илаһи күренеш күрҙе. 11 Ул күктең асылыуын һәм ҙур етен туҡымаға оҡшаш бер нәмәнең* дүрт мөйөшөнән тотоп ергә төшөрөлөүен күрҙе. 12 Уның эсендә төрлө-төрлө дүрт аяҡлы хайуандар, һөйрәлеүселәр һәм ҡоштар бар ине. 13 Шунда ул: «Тор, Пете́р, һуй ҙа аша!» — тигән тауыш ишетте. 14 Ләкин Пете́р: «Юҡ, әфәндем*, минең бер ҡасан да хәрәм һәм нәжес нәмә ашағаным юҡ», — тине. 15 Тауыш уға икенсе тапҡыр: «Алла таҙа иткәнде бүтән хәрәм тип атама», — тип өндәште. 16 Был өсөнсө тапҡыр ҡабатланғандан һуң, туҡыма шунда уҡ күккә алынды.
17 Пете́р, был күренеш нимә аңлата икән, тип аптырап торған арала, Кәрнили ебәргән кешеләр Шимундың өйөн табып, ҡапҡа төбөнә килеп баҫты. 18 Улар ҡысҡырып, Пете́р тип йөрөтөлгән Шимун ошонда ҡунаҡтамы, тип һораны. 19 Пете́р әле күренеш тураһында уйланған саҡта, рух уға былай тине: «Һине өс кеше эҙләй. 20 Аҫҡа төшөп, икеләнмәйенсә улар менән бар, сөнки уларҙы мин ебәрҙем». 21 Пете́р шул кешеләр янына төштө лә: «Һеҙ эҙләгән кеше — мин. Ниндәй йомош менән килдегеҙ?» — тип һораны. 22 Улар бындай яуап ҡайтарҙы: «Беҙҙе йөҙ башы Кәрнили ебәрҙе. Ул Алланан ҡурҡҡан тәҡүә кеше, уны бөтә еврей халҡы хөрмәт итә. Ул изге фәрештә аша Алланан һине саҡыртырға һәм һүҙҙәреңде тыңларға тигән күрһәтмә алды». 23 Пете́р уларҙы өйгә саҡырып, ҡунаҡ итте.
Ә икенсе көндө ул тороп, улар менән китте, һәм уға Я́ффала йәшәгән ҡайһы бер ҡәрҙәштәр эйәрҙе. 24 Бер көндән һуң Пете́р Ҡайсарияға килеп етте. Кәрнили, туғандарын һәм яҡын дуҫтарын йыйып, уларҙы инде көтә ине. 25 Пете́р килгәс, Кәрнили уны ҡаршы алырға сыҡты һәм уның аяҡтарына йығылып, йөҙ түбән ҡапланды. 26 Әммә Пете́р: «Тор, мин бит һинең кеүек үк кеше», — тиеп, уны торғоҙҙо. 27 Ул Кәрнили менән һөйләшә-һөйләшә өйгә инде һәм унда күп кеше йыйылғанын күрҙе. 28 Пете́р уларға былай тине: «Һеҙ яҡшы беләһегеҙ, еврей кешеһенә башҡа милләт кешеләре менән аралашыу йә уларға барыу тыйыла. Әммә Алла миңә бер кемде лә нәжес тип һанарға тейеш түгел икәнемде күрһәтте. 29 Шуға күрә, һеҙ мине саҡыртҡас, мин бер һүҙһеҙ килдем. Ә хәҙер әйтегеҙ: мине ни өсөн саҡырҙығыҙ?»
30 Кәрнили былай тип яуап бирҙе: «Дүрт көн элек, яҡынса ошо ваҡытта, көндөҙгө өстәр тирәһендә*, мин өйөмдә доға ҡыла инем. Ҡапыл алдымда балҡып торған кейем кейгән бер кеше хасил булды 31 һәм былай тине: „Алла һинең доғаңды ишетте һәм яҡшы эштәреңде күрҙе*. 32 Шуға күрә Я́ффаға кешеләр ебәреп, Пете́р тип йөрөтөлгән Шимунды саҡырт. Ул күнсе Шимунда ҡунаҡта. Уның өйө диңгеҙ буйында тора“. 33 Мин шунда уҡ һинең артыңдан кешеләр ебәрҙем. Беҙ һинең килеүеңә бик шатбыҙ. Хәҙер беҙ бөтәбеҙ ҙә бында Алла алдына йыйылдыҡ һәм Йәһүәнең һиңә әйтергә ҡушҡандарын тыңларға әҙербеҙ».
34 Шунда Пете́р былай тине: «Хәҙер мин ысынлап та Алланың кеше айырмағанын аңланым. 35 Ул үҙенән ҡурҡҡан* һәм дөрөҫ эштәр ҡылған һәр кешене милләтенә ҡарамай ҡабул итә. 36 Алла исраилдарға бөтә кешеләрҙең Хужаһы — Ғайса Мәсих аша тыныслыҡ тураһында һөйөнөслө хәбәр ебәрҙе. 37 Яхъя һыуға сумдырылыу тураһында вәғәзләгәндән һуң, тәүҙә Ғәлиләйәлә, шунан һуң бөтә Йәһүҙиәлә нимә тураһында һүҙ таралғанын һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ. 38 Кешеләр Алланың Назаралы Ғайсаны изге рух менән майлағаны, уға көс биргәне, Ғайсаның ил буйлап изгелек ҡылып, Иблис яфалаған кешеләрҙе һауыҡтырып йөрөгәне тураһында һөйләне. Ғайса бының барыһын Алла уның менән булғанға эшләй алды. 39 Беҙ уның еврейҙар ерендә һәм Йәрүсәлимдә эшләгән бөтә эштәренә шаһит. Ләкин уны бағанаға* ҡаҙаҡлап* үлтерҙеләр. 40 Ә өсөнсө көндө Алла уны терелтте һәм кешеләргә уны күрергә мөмкинлек бирҙе. 41 Бөтә кешегә түгел, ә үҙе һайлап алған шаһиттарға ғына, йәғни беҙгә — ул үленән терелгәндән һуң уның менән ашап-эскән кешеләргә — шундай мөмкинлек бирҙе. 42 Алла Ғайсаны тереләргә һәм үлеләргә хөкөмсө итеп билдәләне. Ул беҙгә ошо хаҡта халҡыбыҙға вәғәзләргә һәм шаһитлыҡ бирергә ҡушты. 43 Бар пәйғәмбәрҙәр ҙә, Ғайсаға ышанған һәр кемдең гонаһтары уның исеме аша кисерелер тиеп, уның тураһында шаһитлыҡ биргән».
44 Пете́р әле һөйләп торғанда, һүҙҙе* тыңлағандарҙың барыһына ла изге рух төштө. 45 Пете́р менән килгән, еврей халҡынан булған шәкерттәр* изге рухтың — Алла бүләгенең — еврей булмағандарға ла бирелгәненә таң ҡалды, 46 сөнки улар шул кешеләрҙең төрлө телдәрҙә һөйләшкәнен һәм Алланы данлағанын ишетте. Шунда Пете́р: 47 «Беҙҙең кеүек үк изге рух алған кешеләрҙе һыуға сумдырылыуҙан кем тыя ала?» — тине лә 48 уларға Ғайса Мәсихте танып* һыуға сумдырылырға ҡушты. Шунан улар Петерҙән үҙҙәрендә бер нисә көнгә ҡалыуын үтенде.