Лука яҙған
12 Ул арала бер нисә мең кеше йыйылып китте. Халыҡ шул тиклем күп булғанлыҡтан, улар хатта бер-береһенең аяҡтарына баҫа ине. Ғайса шәкерттәренә боролоп, былай тине: «Фарисейҙар әсеткеһенән, йәғни ике йөҙлөлөктән һаҡланығыҙ. 2 Сөнки асылмай ҡаласаҡ йәшерен бер нәмә лә юҡ, һәм беленмәй ҡаласаҡ бер сер ҙә юҡ. 3 Шуға күрә ҡараңғыла һөйләгәнегеҙҙе яҡтыла ишетерҙәр, бүлмәлә бышылдап әйткәнегеҙҙе өй баштарынан вәғәзләрҙәр. 4 Дуҫтарым, һеҙгә тағы шуны әйтәм: һеҙҙе* үлтереп тә, башҡа бер нәмә лә эшләй алмағандарҙан ҡурҡмағыҙ. 5 Әммә һеҙгә кемдән ҡурҡырға кәрәклеген әйтәм: үлтерергә генә түгел, ә Гәһәннәгә* ташларға ла хакимлығы булған Алланан ҡурҡығыҙ. Һеҙгә әйтәм, унан ҡурҡығыҙ. 6 Биш турғайҙы ни бары ике тәңкәгә* һаталар түгелме? Шулай ҙа Алла уларҙың береһен дә онотмай*. 7 Ә һеҙҙең хатта башығыҙҙағы һәр сәс бөртөгө лә һанаулы. Ҡурҡмағыҙ, һеҙ күп турғайҙарға ҡарағанда ҡәҙерлерәк.
8 Кем мине кешеләр алдында асыҡ итеп таный, шуны Әҙәм Улы ла Алла фәрештәләре алдында таныр. 9 Ә кем кешеләр алдында минән ваз кисә, шул кешенән Әҙәм Улы ла Алла фәрештәләре алдында ваз кисер. 10 Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйткән кеше кисерелер, ә изге рухты мыҫҡыллаған кеше кисерелмәҫ. 11 Кешеләр һеҙҙе йыйындарға*, идарасылар һәм хакимдар алдына килтергәндә, үҙемде нисек яҡлармын һәм нимә әйтермен, тип борсолмағыҙ, 12 сөнки шул саҡта* изге рух һеҙҙе әйтергә кәрәк нәмәләргә өйрәтер».
13 Шунда халыҡ араһынан бер кеше Ғайсаға: «Остаз, ағайыма әйт әле, атайыбыҙ ҡалдырған мираҫты минең менән бүлешһен», — тине. 14 «Ҡара әле, һеҙҙе хөкөм итергә йәки мал-мөлкәтегеҙҙе бүлергә мине кем билдәләгән?» — тип әйтте уға Ғайса. 15 Шунан ул барыһына ла былай тине: «Ҡомһоҙлоҡтан һаҡланығыҙ, сөнки кешенең ғүмере уның күпме мал-мөлкәте булыуына бәйле түгел». 16 Бынан һуң ул бер ғибрәтле хикәйә һөйләне: «Бер бай кешенең баҫыуҙары мул уңыш биргән. 17 Шунда ул: „Ни эшләйем икән? Ашлығымды һалыр урыным юҡ бит“, — тип уйлай башлаған. 18 Ул былай тип хәл иткән: „Бына нимә эшләйем: келәттәремде һүтеп, ҙурыраҡтарын һалайым да бөтә ашлығымды һәм бөтә байлығымды шунда йыяйым. 19 Ә шунан үҙемә: „Һин күп йылдарға етерлек байлыҡ йыйҙың. Ял ит, аша, эс һәм күңел ас“, — тиермен“. 20 Ләкин Алла уға: „Аҡылһыҙ, ошо төндә һинең ғүмереңде өҙөрҙәр*, йыйған байлығың кемгә ҡалыр һуң?“ — тигән. 21 Үҙе өсөн байлыҡ йыйып, Алла алдында бай булырға ынтылмаған кеше менән шулай була».
22 Шунан Ғайса шәкерттәренә былай тине: «Шуға күрә һеҙгә әйтәм: бүтән йәшәр өсөн нимә ашарға тип, тәнегеҙгә нимә кейергә тип борсолмағыҙ. 23 Ғүмер — ризыҡтан, тән кейемдән ҡиммәтерәк бит. 24 Ҡарғаларға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, уларҙың келәттәре лә, амбарҙары ла юҡ, әммә Алла уларҙы туйындыра. Ә һеҙ ҡоштарҙан күпкә ҡиммәтерәк. 25 Һеҙҙең кемегеҙ, борсолоп, үҙ ғүмерен бер сәғәткә* булһа ла оҙонайта ала? 26 Хатта шуны ла эшләй алмайһығыҙ икән, башҡаһы тураһында ниңә борсолорға һуң? 27 Ләләләрҙең нисек үҫкәненә ҡарағыҙ: улар эшләмәй ҙә, еп тә иләмәй. Әммә һеҙгә әйтәм: хатта Сөләймән батша ла, үҙенең бөтә байлығына ҡарамаҫтан, уларҙың береһе кеүек тә кейенмәгән. 28 Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үҫемлектәрҙе шулай кейендерә икән, бигерәк тә һеҙҙе кейендермәҫме ни, аҙ иманлылар? 29 Шулай булғас, бүтән „нимә ашарбыҙ?“ йә „нимә эсербеҙ?“ тип борсолмағыҙ, бүтән хафаланмағыҙ. 30 Был донъя кешеләренең төп ҡайғыһы шул бит, әммә Атайығыҙ һеҙҙең быларға мохтаж икәнегеҙҙе белә. 31 Һәр ваҡыт Батшалыҡты тормошоғоҙҙа беренсе урынға ҡуйығыҙ, һәм быларҙың барыһы һеҙгә бирелер.
32 Ҡурҡма, бәләкәй көтөү, сөнки Атағыҙ һеҙгә Батшалыҡты бирергә теләй. 33 Мөлкәтегеҙҙе һатығыҙ ҙа ярлыларға ярҙам итегеҙ*. Үҙегеҙгә туҙмай торған аҡса янсыҡтары яһағыҙ, йәғни күктә һис бөтмәҫ байлыҡ йыйығыҙ. Унда ҡараҡтар ҙа яҡын килмәҫ, көйә лә төшмәҫ. 34 Сөнки байлығығыҙ ҡайҙа булһа, күңелегеҙ ҙә шунда булыр.
35 Әҙер булығыҙ*, яҡтыртҡыстарығыҙ янып торһон. 36 Хужаларының туйҙан ҡайтҡанын көтөп йөрөгән хеҙмәтселәр кеүек булығыҙ. Улар, хужалары ҡайтып туҡылдатыу менән, уға ишек асырға әҙер тора. 37 Хужалары ҡайтҡан саҡта уяу торған хеҙмәтселәр бәхетле! Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужа кейемен алыштырыр* ҙа уларҙы табынға саҡырып, хеҙмәт күрһәтер. 38 Ул кискеһен бик һуң* йә хатта төнөн* ҡайтып, уларҙың көткәнен күрһә, улар бәхетле! 39 Шуны белегеҙ: йорттоң хужаһы, ҡараҡтың ҡасан* килерен белһә, уға үҙенең йортона төшөргә ирек бирмәҫ ине. 40 Шуның һымаҡ, һеҙ ҙә әҙер булығыҙ, сөнки Әҙәм Улы һеҙ көтмәгәндә* килер».
41 Шунда Петер: «Хужам, һин был миҫалды беҙҙең өсөн генә һөйләнеңме, әллә бөтәһе өсөн дәме?» — тип һораны. 42 Ғайса* былай тине: «Хужа хеҙмәтселәренә үҙ ваҡытында етерлек аҙыҡ өләшер өсөн улар өҫтөнән ҡуясаҡ тоғро һәм аҡыллы йорт идарасыһы* кем һуң? 43 Хужаһы ҡайтып, уның шулай эшләүен күрһә, ул хеҙмәтсе бәхетле! 44 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: хужа уны бөтә мөлкәте өҫтөнән ҡуйыр. 45 Әммә ул хеҙмәтсе: „Хужам тиҙ генә ҡайтмаҫ әле“, — тип уйлап, башҡа хеҙмәтсе ирҙәр менән ҡатындарҙы туҡмай башлаһа һәм ашап-эсеп, иҫереп йөрөһә, 46 хужаһы ул көтмәгән көндә һәм уйламаған сәғәттә ҡайтып төшөр ҙә уны ҡаты язаға тарттырыр һәм тоғро булмағандар янына ырғытыр. 47 Шул саҡта хужаһының нимә теләгәнен белеп тә, уның ҡайтыуына әҙер тормаған һәм ул ҡушҡанды үтәмәгән хеҙмәтсе күп тапҡыр һуҡтырылыр. 48 Ә хужаһының нимә теләгәнен белмәйенсә, язаға лайыҡ эштәр ҡылған хеҙмәтсе әҙ һуҡтырылыр. Кемгә күп бирелгән, шунан күп талап ителер, кемгә күп ышанып тапшырылған, шунан ғәҙәттәгенән күберәк талап ителер.
49 Мин ергә ут тоҡандырырға килдем, һәм әгәр ул инде янып киткән икән, миңә тағы нимә теләргә ҡала? 50 Мин үтергә тейешле бүтән төрлө сумдырылыу бар. Уның тамамланыуын көтөп, шул тиклем ғазапланам! 51 Мине ергә тыныслыҡ килтерергә килгән тип уйлайһығыҙмы? Һис тә юҡ, мин айырырға килдем. 52 Сөнки хәҙерҙән башлап бер өйҙә йәшәгән биш кеше бүленер: өсөһө — икәүһенә, икәүһе өсөһөнә ҡаршы булыр. 53 Атаһы — улына, улы — атаһына ҡаршы; әсәһе — ҡыҙына, ҡыҙы — әсәһенә ҡаршы; ҡәйнәһе — килененә, килене ҡәйнәһенә ҡаршы булыр».
54 Шунан һуң Ғайса халыҡҡа былай тине: «Көнбайышта болот күренгәс, һеҙ шунда уҡ: „Дауыл булыр“, — тип әйтәһегеҙ, һәм шулай була ла. 55 Көньяҡтан ел иҫкәндә, һеҙ: „Эҫе булыр“, — тиһегеҙ, һәм шулай була ла. 56 Ике йөҙлөләр, ергә һәм күккә ҡарап, һауа торошон билдәләй беләһегеҙ. Ни өсөн һуң, улайһа, булып ятҡан ваҡиғаларҙың мәғәнәһен аңламайһығыҙ? 57 Ни эшләп нимәнең дөрөҫ икәнен асыҡларға тырышмайһығыҙ? 58 Әйтәйек, дәғүәсең менән идарасыға китеп бараһың, ти. Бәхәсеңде уның менән юлда уҡ яйға һалырға тырыш. Юғиһә, ул һине — хөкөмсөгә*, ә хөкөмсө һаҡсыға тапшырыр, һәм һаҡсы һине төрмәгә ташлар. 59 Һиңә әйтәм: бурысыңды һуңғы тиненә тиклем* түләп бөтмәйенсә, унан сыҡмаҫһың».