Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • 2 Кәринттәргә 6
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

2 Кәринттәргә. Йөкмәтке

      • Алланың игелегенән урынһыҙ файҙаланырға ярамай (1, 2)

      • Пауыл үҙенең хеҙмәтен тасуирлай (3—13)

      • «Иманһыҙҙар менән бер тәртәгә егелмәгеҙ» (14—18)

2 Кәринттәргә 6:1

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    1/2016, 28—32 бб.

2 Кәринттәргә 6:3

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 40 дәрес

2 Кәринттәргә 6:4

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 40 дәрес

    «Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы)»,

    9/2016, 18—19 бб.

2 Кәринттәргә 6:7

Төшөрмәләр

  • *

    Бәлки, уң ҡулға — һөжүм итеү өсөн, ә һул ҡулға — үҙебеҙҙе яҡлау өсөн.

2 Кәринттәргә 6:9

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «беҙҙе үлемгә лайыҡ тип һанаһалар ҙа».

2 Кәринттәргә 6:11

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 56 дәрес

2 Кәринттәргә 6:12

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «һеҙгә беҙҙә ҡыҫынҡы түгел».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 56 дәрес

2 Кәринттәргә 6:13

Төшөрмәләр

  • *

    Йәки «киңәйегеҙ».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 56 дәрес

2 Кәринттәргә 6:14

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «тиң булмаған тәртәгә».

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Һин мәңге йәшәй алаһың!», 42 дәрес

    «Алла һөйөүе», 134—135 бб.

    «Алла мөхәббәтендә», 113—115 бб.

2 Кәринттәргә 6:15

Төшөрмәләр

  • *

    Һүҙмә-һүҙ «Белиар». Был һүҙ «йүнһеҙ» тигәнде аңлатҡан еврей һүҙенән алынған.

  • *

    Йәки «тоғро».

2 Кәринттәргә 6:17

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Алла һөйөүе», 111 б.

2 Кәринттәргә 6:18

Индекстар

  • Баҫмалар буйынса белешмә

    «Алла һөйөүе», 111 б.

Башҡа тәржемәләр

Изге Яҙманан параллель аяттарҙы күрер өсөн кәрәкле аяттың һанына баҫығыҙ.
  • Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
  • 1
  • 2
  • 3
  • 4
  • 5
  • 6
  • 7
  • 8
  • 9
  • 10
  • 11
  • 12
  • 13
  • 14
  • 15
  • 16
  • 17
  • 18
Изге Яҙма. «Яңы донъя» тәржемәһе
2 Кәринттәргә 6:1—18

Кәринттәргә икенсе хат

6 Алланың хеҙмәттәштәре булараҡ, беҙ шулай уҡ һеҙҙе, Алланың һеҙгә ни өсөн сикһеҙ игелек күрһәткәнен онотмағыҙ, тип өндәйбеҙ. 2 Ул бит былай тип әйтә: «Илтифат күрһәтеү ваҡытында мин һине ишеттем һәм ҡотолоу көнөндә һиңә ярҙам иттем». Алланың беҙгә илтифат күрһәтеү ваҡыты — хәҙер. Бына хәҙер — ҡотолоу көнө!

3 Хеҙмәтебеҙҙе яманламаһындар өсөн, беҙ башҡаларға кәртә булырлыҡ бер нәмә лә эшләмәйбеҙ, 4 ләкин бөтә нәмәлә үҙебеҙҙең Алла хеҙмәтселәре икәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ: күп һынауҙарҙа күрһәтелгән сыҙамлыҡта, бәләләрҙә, мохтажлыҡта, ауырлыҡтарҙа, 5 туҡмалыуҙарҙа, төрмәләрҙә, сыуалыштарҙа, ауыр эштә, йоҡоһоҙ төндәрҙә, ас булғанда, 6 сафлыҡта, белемдә, сабырлыҡта, игелектә, изге рухта, эскерһеҙ яратыуҙа, 7 хаҡ һүҙҙәрҙә, Алла ҡөҙрәтендә, уң һәм һул ҡулыбыҙға* тәҡүәлек ҡоралы тотҡанда, 8 данда һәм хурлыҡта, яман һәм яҡшы хәбәрҙәр таралғанда. Беҙҙе алдаҡсылар тип иҫәпләһәләр ҙә, беҙ дөрөҫөн һөйләйбеҙ; 9 билдәһеҙ тип һанаһалар ҙа, беҙҙе таныйҙар; үлеп барғандай күренһәк тә*, беҙ теребеҙ; яза алғандар кеүек күренһәк тә, үлемгә тапшырылмағанбыҙ; 10 беҙҙе бойоҡ тип һанаһалар ҙа, беҙ һәр ваҡыт шатланабыҙ; ярлы тип һанаһалар ҙа, күптәрҙе байытабыҙ; бер нәмәбеҙ ҙә булмағандай күренһәк тә, бөтә нәмәгә эйәбеҙ.

11 Кәринттәр, беҙ һеҙҙең менән асыҡтан-асыҡ һөйләштек, йөрәктәребеҙҙе һеҙҙең өсөн шар астыҡ. 12 Беҙ һеҙгә ҡарата яратыуыбыҙҙы тыймайбыҙ*, ләкин һеҙҙең беҙгә ҡарата наҙлы хистәрегеҙ ҡайҙа? 13 Шуға күрә балаларыма әйткәндәй әйтәм: һеҙ ҙә йөрәктәрегеҙҙе шар асығыҙ*.

14 Иманһыҙҙар менән бер тәртәгә* егелмәгеҙ. Тәҡүәлек менән ҡанунһыҙлыҡ араһында ниндәй бәйләнеш бар? Йә яҡтылыҡ менән ҡараңғылыҡтың ниндәй уртаҡлығы бар? 15 Мәсих менән Шайтан* араһында ниндәй берҙәмлек була алһын? Йә иманлы* менән иманһыҙҙың ниндәй уртаҡлығы бар? 16 Алла ғибәҙәтханаһы менән боттарҙың ниндәй уртаҡ яғы була алһын? Беҙ — тере Алланың ғибәҙәтханаһы. Был турала Алла былай тигән: «Араларында йәшәрмен һәм йөрөрмөн, уларҙың Аллаһы булырмын, ә улар минең халҡым булыр». 17 «„Шуға күрә уларҙан китегеҙ һәм айырылығыҙ, — тип әйтә Йәһүә, — бүтән нәжес нәмәгә ҡағылмағыҙ“», һәм «мин һеҙҙе ҡабул итермен». 18 «„Мин һеҙгә атай булырмын, ә һеҙ миңә улдар һәм ҡыҙҙар булырһығыҙ“, — тип әйтә Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе Йәһүә».

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2026)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2026 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу