Илселәрҙең эштәре
17 Амфипул менән Апалуния аша үтеп, улар Тисалу́никаға килделәр. Унда еврейҙарҙың синагогаһы бар ине. 2 Пауыл, ғәҙәте буйынса, синагогаға барҙы. Унда ул өс шәмбе рәттән кешеләр менән Яҙмалар нигеҙендә фекер алышты. 3 Ул Мәсихтең ғазап сигергә һәм үленән терелергә тейешлеген аңлатты һәм иҫбат итте. «Мин һеҙгә Ғайса хаҡында вәғәзләйем, һәм шул Ғайса — Мәсих», — тип әйтә ине Пауыл. 4 Һөҙөмтәлә уларҙың ҡайһы берҙәре Ғайсаның шәкерте булып китеп, Пауыл менән Силасҡа ҡушылды. Шулай уҡ Аллаға табынған бик күп гректар һәм күп кенә күренекле ҡатындар ҙа ышанды.
5 Ләкин еврейҙар быға көнләшеп, ҡала майҙанында эшһеҙ йөрөгән йүнһеҙ кешеләрҙе йыйҙы ла ҡалала бола ҡуптарҙы. Улар Ясундың өйөнә бәреп кереп, унда Пауыл менән Силасты эҙләй башланы, сөнки уларҙы халыҡ алдына сығарырға теләне. 6 Пауыл менән Силасты тапмайынса, улар Ясунды һәм тағы бер нисә ҡәрҙәште ҡала түрәләренә һөйрәп алып китте. Улар былай тип ҡысҡыра ине: «Бөтөн донъяның аҫтын-өҫкә килтергән* был кешеләр хәҙер бында ла килгәндәр, 7 ә Ясун уларҙы үҙендә ҡунаҡ итеп ята. Уларҙың барыһы ла, бүтән батша — Ғайса бар тиеп, ҡайсар* закондарына ҡаршы сыға». 8 Был һүҙҙәр халыҡты һәм ҡала түрәләрен хафаға һалды. 9 Улар Ясунды һәм башҡа ҡәрҙәштәрҙе залог түләттергәс кенә ебәрҙеләр.
10 Шул уҡ төндө ҡәрҙәштәр Пауыл менән Силасты Бируяға оҙатты. Унда барып етеү менән, Пауыл менән Силас еврейҙарҙың синагогаһына китте. 11 Бындағы кешеләр тисалуникаларға ҡарағанда киңерәк ҡарашлы ине. Улар Алла һүҙен теләп ҡабул итте һәм, ишеткәндәренең дөрөҫмө икәнен белер өсөн, көн һайын Яҙмаларҙы ентекләп тикшерҙе. 12 Шуға күрә уларҙың күбеһе Ғайсаның шәкерте булып китте. Шулай уҡ күп кенә хөрмәтле грек ҡатындары һәм ҡайһы бер грек ирҙәре иманға килде. 13 Әммә Тисалу́никалағы еврейҙар, Пауылдың Алла һүҙен Бируяла ла вәғәзләгәнен белеп ҡалғас, кешеләрҙе шәкерттәргә ҡаршы ҡотортор өсөн, Бируяға килделәр. 14 Шуға күрә ҡәрҙәштәр шунда уҡ Пауылды диңгеҙ буйына ебәрҙе, ә Силас менән Тимәти ҡалдылар. 15 Ҡәрҙәштәр Пауылды Афи́наға тиклем оҙатты ла кире ҡайтты. Пауыл улар аша Силас менән Тимәтигә, яныма мөмкин тиклем тиҙерәк килеп етегеҙ, тигән хәбәр тапшырҙы.
16 Пауыл уларҙы Афи́нала көттө. Был ҡалалағы боттарҙың күплеген күреп, уның йәне көйҙө. 17 Ул синагогала еврейҙар һәм Аллаға табынған башҡа кешеләр менән фекер алышты, шулай уҡ көн һайын ҡала майҙанында осраған кешеләр менән әңгәмәләште. 18 Әммә ҡайһы бер фәлсәфәселәр — эпикурсылар һәм сто́иктар — уның менән бәхәсләшә башланы. Ул уларға Ғайса хаҡындағы һәм үленән терелеү тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләгәнгә күрә, берәүҙәре: «Был лығырлаҡ ни әйтергә теләй?» — ә икенселәре: «Ул сит илаһтар тураһында вәғәзләй, шикелле», — тиеште. 19 Шунда уны Ареопагҡа* килтерҙеләр ҙә: «Һин ниндәй яңы тәғлимәткә өйрәтәһең ул? 20 Әллә ниндәй сәйер һүҙҙәр һөйләйһең, уларҙың мәғәнәһенә төшөнгөбөҙ килә», — тинеләр. 21 (Бар Афи́на халҡы һәм унда йәшәгән* сит ил кешеләре бөтә буш ваҡыттарын ниндәй ҙә булһа яңы нәмәләр тураһында һөйләп йәки тыңлап үткәрергә ярата ине.) 22 Пауыл Ареопаг уртаһына торҙо ла былай тине: «Афи́на халҡы! Күренеп тора, башҡаларға ҡарағанда һеҙ илаһтарҙан нығыраҡ ҡурҡаһығыҙ*. 23 Ҡалағыҙ буйлап изге урындарығыҙҙы ҡарап йөрөгәндә, „Билдәһеҙ Аллаға“ тип яҙылған ҡорбан усағын күрҙем. Һеҙ үҙегеҙ ҙә белмәйенсә табынған шул Зат тураһында мин һеҙгә вәғәзләйем дә. 24 Донъяны һәм унда булған бөтә нәмәне барлыҡҡа килтергән Алла, күктең һәм ерҙең Хужаһы булараҡ, кеше төҙөгән ғибәҙәтханаларҙа йәшәмәй. 25 Ул кеше бирә алған бер нәмәгә лә мохтаж түгел, сөнки ул үҙе барыһына ла йәшәү, һулыш һәм башҡа бөтә нәмәне бирә. 26 Бөтөн ер йөҙөндә йәшәһендәр тип, ул бер кешенән бөтә халыҡтарҙы бар иткән, улар өсөн ваҡиғалар ваҡытын һәм улар йәшәгән урындарҙың сиктәрен билдәләгән. 27 Ул быны кешеләр уны тырышып эҙләһендәр һәм тапһындар өсөн эшләгән, сөнки ул беҙҙең беребеҙҙән дә йыраҡ түгел. 28 Уның арҡаһында беҙ йәшәйбеҙ, хәрәкәт итәбеҙ һәм көн күрәбеҙ. Һеҙҙең ҡайһы бер шағирҙарығыҙ ҙа: „Беҙ бөтәбеҙ ҙә — уның балалары“, — тип әйткән бит.
29 Ә Алла балалары булғас, беҙ, Алла алтындан, көмөштән йә таштан яһалған нәмәгә — кешеләр уйлап сығарып яһаған нәмәгә оҡшаш, тип уйларға тейеш түгелбеҙ. 30 Элек Алла ундай наҙанлыҡҡа күҙ йомған булһа ла, хәҙер ул бөтә кешеләрҙе, ҡайҙа ғына йәшәмәһендәр, тәүбә итергә саҡыра. 31 Сөнки ул үҙе билдәләгән кеше аша бөтә донъяны ғәҙел хөкөм итергә ниәтләгән һәм көнөн билдәләп ҡуйған. Алла, ул кешене үленән терелтеп, был көндөң килерен һәр кемгә иҫбат иткән».
32 Үлеләрҙең терелеүе тураһында ишеткәс, берәүҙәр көлә башланы, ә башҡалары: «Был хаҡта һине тағы тыңлап алырбыҙ әле», — тинеләр. 33 Пауыл уларҙың янынан китте, 34 әммә ҡайһы берәүҙәр уға ҡушылды һәм шәкерттәр булып китте. Улар араһында Ареопаг хөкөмсөһө Дианис, Дамар исемле ҡатын һәм башҡалар бар ине.