Лука яҙған
4 Ғайса, изге рух менән һуғарылып, Иордан йылғаһы тирәһенән киткәндән һуң, рух уны сүл буйлап йөрөттө. 2 Унда 40 көн буйы йөрөгән саҡта Ғайса бер нәмә лә ашаманы һәм ахырҙа бик ныҡ асыҡты. Шунда Иблис, ҡотҡо һалып, уны һынай башланы. 3 Ул Ғайсаға: «Әгәр һин Алла улы икән, бынау ташҡа икмәккә әйләнергә ҡуш», — тине. 4 Әммә Ғайса: «Яҙылған бит: „Кеше ғүмере икмәккә генә бәйле түгел“»,— тип яуапланы.
5 Шунан Иблис уны тауға алып менеп, күҙ асып йомған арала бөтә донъя батшалыҡтарын күрһәтте лә 6 былай тине: «Мин һиңә бөтә был батшалыҡтар өҫтөнән хакимлыҡты һәм уларҙың данын бирәм, сөнки был хакимлыҡ миңә бирелгән. Мин уны кемгә теләйем, шуға бирәм. 7 Әгәр миңә бер табынһаң, быларҙың барыһы ла һинеке булыр». 8 Ғайса: «„Йәһүә Аллаңа табын, тик уға ғына хеҙмәт ит*,“ — тип яҙылған», — тип яуапланы.
9 Шунан Иблис Ғайсаны Йәрүсәлимгә килтерҙе лә ғибәҙәтхананың иң бейек урынына баҫтырып, былай тине: «Әгәр һин Алла улы икән, ошо урындан аҫҡа ташлан, 10 сөнки яҙылған бит: „Ул үҙенең фәрештәләренә һине һаҡларға ҡушыр“ 11 һәм „аяҡтарың ташҡа бәрелмәһен өсөн, улар һине ҡулдарында йөрөтөр“». 12 Ғайса иһә: «„Йәһүә Аллаңды һынама“, — тиелгән», — тине. 13 Шунда Иблис ҡотҡо һалыуҙан туҡтап, уны башҡа берәй уңайлы мәлгә тиклем ҡалдырып китте.
14 Шунан һуң Ғайса, рух менән һуғарылып, Ғәлиләйәгә ҡайтты. Уның яҡшы эштәре тураһындағы хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралды. 15 Унда ул синагогаларҙа* өйрәтте. Бөтә кешеләр ҙә уны маҡтап телгә ала ине.
16 Ғайса үҙенең үҫкән ҡалаһы Назараға килде. Шәмбе көнө ул, ғәҙәттәгесә, синагогаға инде. Яҙмаларҙан уҡырға тип урынынан торғас, 17 уға Ишағыя пәйғәмбәр төргәген бирҙеләр. Уны тағатып, ул былай тип яҙылған урынды тапты: 18 «Йәһүә миңә үҙ рухын бирҙе. Ул мине ярлыларға һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү өсөн майланы. Ул мине әсирҙәргә азатлыҡ иғлан итергә, һуҡырҙарға күҙҙәре күрә башлаясағы тураһында һөйләргә, йәберләнгәндәрҙе иреккә сығарырға, 19 Йәһүәнең хуплауына эйә булыу ваҡыты еткәнен иғлан итергә ебәрҙе». 20 Шунан ул төргәкте төрҙө лә уны хеҙмәтсегә биреп, урынына ултырҙы. Синагогала һәммәһенең ҡарашы уға төбәлгәйне. 21 Шунда ул: «Бөгөн һеҙ әле генә ишеткән ошо һүҙҙәр ғәмәлгә ашты», — тине.
22 Бөтәһе лә уның яғымлы һүҙҙәренә таң ҡалып, уны хуплап һөйләй башланы. «Был Йософтоң улы түгелме һуң?» — тиеште улар. 23 Быға Ғайса былай тине: «Һеҙ, әлбиттә, миңә ҡарата: „Табип, тәүҙә үҙ-үҙеңде һауыҡтыр“, — тигән әйтемде ҡулланырһығыҙ һәм: „Беҙ һинең Кәпернағумда эшләгән эштәрең тураһында ишеттек. Шуны уҡ бында ла, үҙ ҡалаңда эшлә“, — тиерһегеҙ». 24 Шунан ул һүҙен дауам итте: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бер пәйғәмбәр ҙә үҙ ерендә ҡабул ителмәй. 25 Мәҫәлән, Ильяс көндәрендә өс йыл ярым буйы ямғыр яумайынса, бөтә ерҙә көслө аслыҡ булғанда, Исраилда тол ҡатындар күп булған, 26 ләкин Ильяс уларҙың береһенә лә ебәрелмәгән. Ул тик Сидон ерендәге Сарифат ҡалаһында йәшәгән тол ҡатын янына ғына ебәрелгән. 27 Шулай уҡ Илиша пәйғәмбәр көндәрендә лә Исраилда махау сирлеләр күп булған, ләкин Сүриә кешеһе Нағамандан башҡа уларҙың береһе лә һауыҡтырылмаған». 28 Быны ишеткәс, синагогалағы кешеләрҙең барыһы ла бик ныҡ ярһыны. 29 Улар урындарынан һикереп тороп, Ғайсаны ҡаланан алып сыҡтылар ҙа, төртөп төшөрөргә тип, ҡалалары һалынған тауҙың башына алып килделәр. 30 Ләкин ул халыҡ араһынан үтеп, үҙ юлы менән китте.
31 Шунан Ғайса Ғәлиләйәләге Кәпернағум ҡалаһына килде. Унда ул шәмбе көндәре кешеләрҙе өйрәтте. 32 Улар уның өйрәтеүенә таң ҡала ине, сөнки ул хакимлыҡҡа эйә булған кеше кеүек һөйләне. 33 Синагогала шаҡшы рух эйәләшкән бер кеше бар ине. Ул былай тип ҡысҡырып ебәрҙе: 34 «Назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнеңде беләм. Һин — Алланың Изгеһе!» 35 Әммә Ғайса уға ҡаты итеп: «Шым! Сыҡ унан», — тип бойорҙо. Шунда ен барыһы алдында шул кешене ҡолатып, зыян килтермәйенсә унан сыҡты. 36 Бөтәһе лә таң ҡалып: «Уның һүҙҙәрендә күпме көс! Ул шаҡшы рухтарға хакимлыҡ һәм ҡөҙрәт менән бойора, һәм улар сыға», — тиеште. 37 Уның тураһында хәбәр бөтә тирә-яҡҡа таралды.
38 Синагоганан сығып, Ғайса Шимундың өйөнә китте. Шимундың ҡәйнәһе тәне янып ауырый ине, шунлыҡтан Ғайсанан уға ярҙам итеүен үтенделәр. 39 Ғайса ҡатындың янына килде лә уны һауыҡтырҙы. Ҡатындың тән яныуы бөттө, ул шунда уҡ торҙо ла ҡунаҡтарға ашарға әҙерләй башланы.
40 Ҡояш байып барғанда, Ғайсаға төрлө-төрлө ауырыуҙарҙан интеккән кешеләрҙе килтерҙеләр. Ул, уларҙың һәр береһенә ҡулдарын ҡуйып, барыһын да һауыҡтырҙы. 41 Ул шулай уҡ күп кешеләрҙән ендәрҙе ҡыуып сығарҙы. Сыҡҡанда улар: «Һин — Алла Улы!» — тип ҡысҡыра ине. Ләкин Ғайса уларға үҙе хаҡында һөйләргә рөхсәт итмәне, сөнки улар уның Мәсих икәнен белә ине.
42 Таң атҡанда Ғайса унан китеп, аулаҡ урынға йүнәлде. Әммә кешеләр уны эҙләй башланы һәм, тапҡас, үҙҙәре менән ҡалыуын үтенде. 43 Шунда Ғайса уларға: «Мин Алла Батшалығы тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе башҡа ҡалаларҙа ла вәғәзләргә тейеш. Мин шуның өсөн ебәрелдем бит», — тине. 44 Шунан ул Йәһүҙиә синагогаларында вәғәзләргә китте.