Яхъя. Йөкмәтке
10 Ғайса былай тине: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һарыҡтар ябылған ялан кәртәгә ҡапҡанан түгел, ә башҡа юл менән кереүсе — бур һәм талаусы ул. 2 Ә ҡапҡанан кереүсе — һарыҡтарға көтөүсе. 3 Һаҡсы уға ҡапҡа аса, һәм һарыҡтар уның тауышына буйһона. Көтөүсе үҙенең һарыҡтарын исемдәре менән саҡырып, уларҙы ялан кәртәнән сығара. 4 Һарыҡтарҙың барыһын сығарғас, көтөүсе уларҙың алдынан бара, ә һарыҡтар уның артынан эйәрә, сөнки уның тауышын белә. 5 Сит кешегә улар бер ҡасан да эйәрмәҫ, улар унан ҡасып китер, сөнки уның тауышын белмәй». 6 Ғайса уларға ошо миҫалды килтерҙе, әммә улар уның нимә тураһында һөйләгәнен аңламаны.
7 Шуға Ғайса дауам итте: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: мин — һарыҡтар өсөн ҡапҡа. 8 Үҙҙәрен ысын көтөүсе тип атап килгәндәрҙең барыһы ла — бурҙар һәм талаусылар. Ләкин һарыҡтар уларҙы тыңламаны. 9 Мин — ҡапҡа. Кем минең аша инә, шул ҡотолор, ул инер, сығыр һәм көтөүлек табыр. 10 Бур урлау, үлтереү һәм һәләк итеү өсөн генә килә. Мин иһә һарыҡтар тормошҡа эйә булып, мәңге йәшәһен өсөн килдем. 11 Мин — яҡшы көтөүсе. Яҡшы көтөүсе һарыҡтар өсөн үҙ ғүмерен бирә. 12 Ә ялланған кеше, бүрене күреү менән, һарыҡтарҙы ҡалдырып ҡасып китә, сөнки ул көтөүсе түгел һәм һарыҡтар ҙа уныҡы түгел. Бүре һарыҡтарға ташлана, һәм көтөү төрлө яҡҡа тарала. 13 Ул һарыҡтарҙы ҡайғыртмай, сөнки ялланған эшсе генә. 14 Мин — яҡшы көтөүсе. Атам — мине, ә мин Атамды белгән кеүек, 15 мин — һарыҡтарымды, ә һарыҡтарым мине белә. Мин һарыҡтар өсөн үҙ ғүмеремде* бирәм.
16 Минең был ялан кәртәнән булмаған башҡа һарыҡтарым да бар. Мин уларҙы ла килтерергә тейешмен. Улар тауышымды тыңлар, һәм бер көтөү, бер көтөүсе булыр. 17 Мин үҙ ғүмеремде уны ҡабат алыр өсөн бирәм, шуға күрә лә Атам мине ярата. 18 Бер кем дә ғүмеремде тартып алмай, мин уны үҙем бирәм. Уны бирергә лә, ҡабат алырға ла хакимлығым бар. Был бойороҡто миңә Атам бирҙе».
19 Был һүҙҙәр арҡаһында йәһүдтәр араһында тағы бүленеш тыуҙы. 20 Уларҙың күбеһе: «Ул енле, аҡылдан яҙған. Нимә уны тыңлап тораһығыҙ?» — тиә ине. 21 Башҡалар иһә: «Был ен эйәләшкән кешенең һүҙҙәре түгел. Ен һуҡырҙы һауыҡтыра аламы ни?» — тип әйтә ине.
22 Ул ваҡытта Йәрүсәлимдә Ғибәҙәтхананы бағышлау байрамы* бара ине. Ҡыш ине. 23 Ғайса ғибәҙәтханала Сөләймәндең колонналар теҙмәһе буйлап йөрөп ята ине. 24 Йәһүдтәр уны уратып алып: «Күпме тағы беҙҙе билдәһеҙлектә тоторһоң? Мәсих булһаң, беҙгә туранан-тура әйт», — тиә башланылар. 25 Ғайса былай тип яуап бирҙе: «Мин һеҙгә әйттем, ләкин һеҙ ышанмайһығыҙ. Мин Атам исеменән ҡылған эштәр минең кем икәнлегемде күрһәтә. 26 Әммә һеҙ ышанмайһығыҙ, сөнки һеҙ минең һарыҡтарым түгел. 27 Минең һарыҡтарым тауышыма буйһона. Мин уларҙы беләм, һәм улар минең артымдан бара. 28 Мин уларға мәңгелек тормош бирәм. Улар бер ҡасан да һәләк булмаҫ, бер кем дә уларҙы минән* тартып алмаҫ. 29 Атам тарафынан миңә бирелгәндәр бөтә нәмәнән дә ҡиммәтерәк, бер кем дә уларҙы Атамдан тартып ала алмаҫ. 30 Мин һәм Ата — бер*».
31 Йәһүдтәр, уны бәргесләр өсөн, тағы ҡулдарына таш алдылар. 32 Шунда Ғайса уларға: «Мин һеҙгә Атам башҡарырға ҡушҡан күп яҡшы эштәр күрһәттем. Шуларҙың ҡайһыныһы өсөн мине таш менән бәргесләргә йыйынаһығыҙ?» — тине. 33 «Беҙ һине яҡшы эш өсөн түгел, ә, кеше була тороп, үҙеңде алла итеп күрһәтеп, Аллаға ҡаршы һөйләгәнең өсөн таш менән бәргесләргә йыйынабыҙ», — тип яуап бирҙе йәһүдтәр. 34 Ғайса уларға былай тине: «Ҡанунығыҙҙа Алланың „Һеҙ — аллалар*“ тигән һүҙҙәре яҙылмағанмы ни? 35 Алла үҙ һүҙе аша ғәйепләгән кешеләрҙе „аллалар“ тип атаған (ә Яҙмаларҙы ғәмәлдән сығарып булмай). 36 Мин иһә үҙемде Алла Улы тинем. Ни өсөн һуң һеҙ миңә — Алла изгеләндереп, донъяға ебәргән затҡа: „Һин Аллаға ҡаршы һөйләйһең“, — тип әйтәһегеҙ? 37 Әгәр Атамдың эштәрен ҡылмайым икән, миңә ышанмағыҙ. 38 Ә ҡылам икән, миңә ышанмаһағыҙ ҙа, эштәремә булһа ла ышанығыҙ. Шунда һеҙ Атамдың — минең менән, ә минең Атам менән берҙәмлектә икәнебеҙҙе белерһегеҙ һәм быны яҡшыраҡ аңларһығыҙ». 39 Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, улар йәнә уны тотоп алырға маташты, ләкин ул, үҙен тоттормай, китеп барҙы.
40 Шунан Ғайса ҡабат Иордандың икенсе ярына, элек Яхъя кешеләрҙе һыуға сумдырған ергә юлланды һәм шунда ҡалды. 41 Уның янына күп кеше килә ине. Улар: «Яхъя һис бер мөғжизә ҡылмаһа ла, уның был кеше тураһында һөйләгәндәренең бөтәһе лә дөрөҫ», — тип әйтә ине. 42 Унда күптәр Ғайсаға инанды.