Яҡуп хаты
3 Ҡәрҙәштәрем, бөтәгеҙ ҙә уҡытыусы булмаһын, сөнки, белеүебеҙсә, беҙ башҡаларға ҡарағанда ҡатыраҡ хөкөм ителәсәкбеҙ. 2 Барыбыҙ ҙа йыш яңылышабыҙ*. Кемдер һүҙҙә яңылышмай икән, ул бөтөн тәнен йүгәнләй алған камил кеше. 3 Атты буйһондорор өсөн ауыҙлыҡлаһаҡ, беҙ уның тотош кәүҙәһе менән идара итәбеҙ. 4 Караптарҙы ла, ни тиклем ҙур булмаһындар һәм ниндәй генә көслө елдәр менән ҡыуып йөрөтөлмәһендәр, кеше бәләкәс кенә руль ярҙамында үҙе теләгән яҡҡа бора.
5 Тел дә, тәндең кескенә ағзаһы булһа ла, самаһыҙ маҡтана. Уйлап ҡарағыҙ: ғәйәт ҙур урманды яндырып ебәрер өсөн, саҡ ҡына ут та етә бит! 6 Тел утҡа оҡшаш. Башҡа тән ағзалары араһында ул — яманлыҡ сығанағы, сөнки бөтөн тәнде нәжесләй һәм кешенең тормошон харап итә*. Ә уның үҙен Гәһәннә* тоҡандырып ебәрә. 7 Йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы, һөйрәлеүселәрҙе һәм диңгеҙ хайуандарын буйһондороп була, һәм кеше уларҙы буйһондора. 8 Ләкин телде бер кеше лә буйһондора алмай. Ул тыйылғыһыҙ, зарарлы һәм үлемесле ағыу менән тулы. 9 Уның менән беҙ Атабыҙ Йәһүәне данлайбыҙ һәм шул уҡ тел менән «Аллаға оҡшаш итеп яратылған» кешеләрҙе ҡарғайбыҙ. 10 Бер үк ауыҙҙан фатиха ла, ҡарғыш та сыға.
Ҡәрҙәштәрем, улай булырға тейеш түгел. 11 Бер үк шишмәнән сөсө һыу ҙа, тоҙло һыу ҙа ағамы ни? 12 Ҡәрҙәштәрем, инжир ағасы — зәйтүн емеше йәки йөҙөм һабағы инжир емеше бирә аламы ни? Тоҙло шишмә лә сөсө һыу бирә алмай.
13 Арағыҙҙа кемегеҙ аҡыллы һәм төшөнөүсән? Ундай кеше үҙенең лайыҡлы тәртибе менән бөтә нәмәне аҡыллылыҡтан килгән йыуашлыҡ менән эшләгәнен күрһәтһен. 14 Ләкин йөрәктәрегеҙҙә әсе көнсөллөк һәм бәхәсләшеүгә әүәҫлек* булһа, маҡтанмағыҙ, сөнки ул саҡта һеҙ ялғанлар инегеҙ. 15 Был юғарынан килгән аҡыллылыҡ түгел, ул донъяныҡы, хайуани һәм ендәргә хас. 16 Сөнки ҡайҙа көнсөллөк һәм бәхәсләшеүгә әүәҫлек*, шунда тәртипһеҙлек һәм һәр төрлө яуызлыҡ.
17 Әммә юғарынан килгән аҡыллылыҡ иң тәүҙә саф, шунан татыу, юл биреүсән, тыңлаусан, мәрхәмәт менән тулы, күп яҡшы емештәр килтерә, кешеләргә бер тигеҙ ҡарай һәм ике йөҙлө түгел. 18 Әгәр тәҡүәлек орлоғо татыулыҡ булған ерҙә сәселһә, ул үҙ емешен татыулыҡ булдырыусыларға килтерә*.