Марк яҙған
14 Ҡотҡарылыу байрамы менән Сөсө икмәк байрамына тиклем ике көн ҡалғайны. Өлкән руханиҙар һәм ҡанун белгестәре Ғайсаны хәйлә менән ҡулға алып үлтереү әмәлен эҙләне. 2 «Ләкин байрам ваҡытында уға теймәй торайыҡ, юғиһә халыҡ араһында ғауға ҡубыр», — тиеште улар.
3 Ғайса Бәйтәниҙә, элек махау менән ауырыған Шимундың өйөндә, киске аш ашап ултырғанда, бер ҡатын килде. Ул ҡулына хуш еҫле май — бик ҡиммәтле саф нард һалынған алебастр һауыт тотҡайны. Ҡатын һауыттың ауыҙын ватып асып, майҙы Ғайсаның башына ағыҙа башланы. 4 Әммә ҡайһы берәүҙәр, асыуланып: «Майҙы ниңә шулай әрәм итергә инде? — тиеште. — 5 Уны 300-ҙән артыҡ динарға* һатып, аҡсаһын ярлыларға таратырға була ине бит!» Уларҙың был ҡатынға ныҡ йәндәре көйҙө*. 6 Ләкин Ғайса былай тине: «Теймәгеҙ уға. Нишләп уны борсойһоғоҙ? Ул миңә яҡшылыҡ эшләне. 7 Ярлылар һәр ваҡыт һеҙҙең менән, һеҙ уларға теләгән ваҡытта изгелек эшләй алаһығыҙ. Ә мин һеҙҙең менән ваҡытлыса ғына. 8 Ул ҡулынан килгәнде эшләне: өҫтөмә май ағыҙып, мине алдан уҡ ерләүгә әҙерләне. 9 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һөйөнөслө хәбәр бөтә донъя буйлап ҡайҙа ғына вәғәзләнмәһен, был ҡатынды иҫкә алып, уның нимә эшләгәне хаҡында ла һөйләрҙәр».
10 Шунда Йәһүҙә Искариот, 12 илсенең береһе, Ғайсаны баш руханиҙар ҡулына тапшырырға ниәтләп, улар янына китте. 11 Баш руханиҙар, уның һүҙҙәрен ишеткәс, бик ҡыуанды һәм уға аҡса* бирергә вәғәҙә итте. Йәһүҙә, Ғайсаны уларҙың ҡулына тапшырыр өсөн, уңайлы мәл эҙләй башланы.
12 Сөсө икмәк байрамының беренсе көнөндә, йола буйынса Ҡотҡарылыу байрамы бәрәсе салынғанда, шәкерттәр Ғайсанан: «Һиңә Ҡотҡарылыу байрамы ашын ҡайҙа әҙерләйек?» — тип һораны. 13 Шунда ул ике шәкертен ебәреп, уларға былай тине: «Ҡалаға барығыҙ. Унда һыу һалынған оҙон муйынлы көршәк күтәреп барған бер кешене осратырһығыҙ. Уның артынан барығыҙ. 14 Ул ингән өйҙөң хужаһына: „Остазыбыҙ һинән: „Шәкерттәрем менән Ҡотҡарылыу байрамы ашын ашар өсөн әҙерләнгән ҡунаҡ бүлмәһе ҡайҙа?“ — тип һорай“, — тиегеҙ. 15 Ул һеҙгә өҫкө ҡаттағы ҙур бүлмәне күрһәтер. Унда бөтә кәрәк нәмә булыр. Беҙгә ашты шунда әҙерләгеҙ». 16 Шәкерттәре ҡалаға китте, һәм барыһы ла Ғайса уларға әйткәнсә булды. Улар Ҡотҡарылыу байрамына бөтә нәмәне әҙерләне.
17 Кискеһен Ғайса унда 12 илсеһе менән килде. 18 Табын артында ултырғанда Ғайса: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙҙең берегеҙ, минең менән ашап ултырғандарҙың береһе, миңә хыянат итәсәк», — тине. 19 Улар, көйөнөп, бер-бер артлы унан: «Мин түгелдер бит?» — тип һорай башланы. 20 Ғайса әйтте: «Ул — ун икегеҙҙең береһе. Икмәген минең менән бер һауытҡа манған кеше. 21 Эйе, Әҙәм Улы үҙе хаҡында яҙылғанса китә. Әммә Әҙәм Улына хыянат иткән кешегә ҡайғы! Тыумаған булһа, ул кеше өсөн яҡшыраҡ булыр ине».
22 Ашаған саҡта Ғайса икмәк алып, доға ҡылды* һәм уны һындырып, шәкерттәренә бирҙе лә: «Алығыҙ, был икмәк минең тәнемде аңлата», — тине. 23 Шунан ул касаны алды ла Аллаға рәхмәт әйтеп, уларға бирҙе, бөтәһе лә унан эсте. 24 Ул былай тине: «Был шарап күптәр өсөн түгеләсәк „килешеү ҡанымды“ аңлата. 25 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығында яңы шарап эсер көнөм етмәйенсә, мин инде шарап эсмәҫмен». 26 Ахырҙа улар маҡтау йырҙары* йырланылар ҙа Зәйтүн тауына киттеләр.
27 Ғайса уларға әйтте: «Һеҙ бөтәгеҙ ҙә мине ташлап китерһегеҙ*. „Көтөүсене һәләк итермен, һәм һарыҡтар таралыр“ тип яҙылған бит. 28 Әммә терелеп торғас, мин Ғәлиләйәгә барып, һеҙҙе шунда көтөрмөн». 29 Шунда Петер: «Хатта бөтәһе лә һине ташлап китһә лә, мин һине ташламам», — тип ҡаршы төштө. 30 Ғайса уға: «Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөн ошо уҡ төндә, әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин минән өс тапҡыр ваз кисерһең», — тип яуап бирҙе. 31 «Хатта һинең менән үлергә тура килһә лә, мин һис ҡасан һинән ваз кисмәм», — тип ныҡышты Петер. Шәкерттәрҙең бөтәһе лә шулай тине.
32 Шунан улар Гитсиман тип аталған урынға килде, һәм Ғайса шәкерттәренә: «Мин доға ҡылғансы, ошонда ултырып тороғоҙ», — тине. 33 Ул үҙе менән Петер, Яҡуп һәм Яхъяны алды. Ғайсаның күңелен ҡайғы һәм тәрән борсолоу солғап алды. 34 «Йәнем шул тиклем әрней, үлтереп әрней, — тине ул уларға. — Ошонда тороп тороғоҙ һәм уяу булығыҙ». 35 Ғайса саҡ ҡына алғараҡ китеп, тубыҡланды ла ергә йөҙ түбән ҡапланып, был сәғәттең, мөмкин булһа, үҙен урап үтеүе тураһында доға ҡыла башланы. 36 Ул былай тине: «А́бба*, Атай, ҡулыңдан килмәгән бер нәмә лә юҡ. Был касаны минән алып ҡуйһаңсы. Шулай ҙа мин теләгәнсә түгел, ә һин теләгәнсә булһын». 37 Ғайса шәкерттәренә әйләнеп килгәндә, улар йоҡлай ине. Шунда ул Петергә: «Шимун, әллә йоҡлап ятаһыңмы? Бер генә сәғәт тә уяу тора алманыңмы ни? 38 Уяу булығыҙ һәм, ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, өҙлөкһөҙ доға ҡылығыҙ. Рух ашҡынып тора*, ә тән хәлһеҙ», — тине. 39 Шунан ул йәнә ситкәрәк китеп, шул уҡ нәмә тураһында доға ҡыла башланы. 40 Ул әйләнеп килгәндә, шәкерттәренең күҙҙәре йоҡонан йомолоп барғанға, улар тағы йоҡлап киткәйне. Улар Ғайсаға ни тиергә лә белмәне. 41 Өсөнсө тапҡыр әйләнеп килгәс, Ғайса былай тине: «Ошондай мөһим ваҡытта һеҙ йоҡлайһығыҙ һәм ял итәһегеҙме?! Етте! Әҙәм Улына гонаһлылар ҡулына тапшырылыр ваҡыт килде. 42 Тороғоҙ, киттек. Миңә хыянат итеүсе етеп килә».
43 Ғайса һөйләп тә бөтөрмәне, 12 шәкерттең береһе — Йәһүҙә килеп етте. Уның менән бергә, ҡылыстар һәм суҡмарҙар тотоп, бер төркөм кеше килде. Уларҙы өлкән руханиҙар, ҡанун белгестәре һәм халыҡ аҡһаҡалдары ебәргән ине. 44 Хыянатсы: «Мин кемде үбәм, шуны ҡулға алығыҙ һәм һаҡ аҫтында алып китегеҙ», — тиеп, улар менән алдан уҡ билдә тураһында һөйләшеп ҡуйғайны. 45 Ул шунда уҡ Ғайса янына килде лә: «Остаз*!» — тиеп, уны үбеп алды. 46 Шул саҡ Ғайсаны һаҡ аҫтына алдылар. 47 Ләкин шунда торғандарҙың береһе ҡылысын сығарҙы ла баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә һелтәнеп, уның ҡолағын сабып өҙҙө. 48 Ғайса иһә үҙен ҡулға алырға килгән кешеләргә: «Мин енәйәтсеме ни? Нишләп ҡылыстар һәм суҡмарҙар тотоп килдегеҙ? 49 Мин көн һайын ғибәҙәтханала һеҙҙең менән булдым, өйрәттем, һәм һеҙ миңә теймәнегеҙ. Ләкин бының барыһы Яҙмаларҙа яҙылғандар үтәлһен өсөн булды».
50 Шунда бөтә шәкерттәр ҙә уны ташлап ҡасып китте. 51 Әммә бер егет уның артынан китте. Ул яланғас тәненә етен кейем* генә кейгәйне. Егетте тотоп алырға теләнеләр. 52 Ләкин ул кейемен ҡалдырып, ярым яланғас* ҡасып китте.
53 Ғайсаны баш руханиға алып киттеләр. Унда бөтә өлкән руханиҙар, аҡһаҡалдар һәм ҡанун белгестәре йыйылғайны. 54 Петер иһә, шаҡтай артта ҡалып, баш руханиҙың өйөнә тиклем Ғайсаға эйәреп барҙы. Ишек алдына ингәс, ул хеҙмәтселәр янына барып ултырҙы ла усаҡ янында йылына башланы. 55 Өлкән руханиҙар һәм бөтә Юғары кәңәшмә, Ғайсаны үлемгә хөкөм итер өсөн, уға ҡаршы шаһитлыҡ бирә алған кешеләрҙе эҙләне, ләкин уны ғәйепләрлек бер нәмә лә таба алманы. 56 Күптәр уға ҡаршы ялған шаһитлыҡ бирҙе, әммә уларҙың әйткәндәре бер-береһенә тура килмәне. 57 Шулай уҡ ҡайһы берәүҙәр тороп, уға ҡаршы былай тип ялған шаһитлыҡ бирә инеләр: 58 «Беҙ уның: „Мин кеше ҡулы менән төҙөлгән ошо ғибәҙәтхананы емереп, өс көн эсендә кеше ҡулы менән һалынмаған башҡаһын төҙөрмөн“, — тип әйткәнен ишеттек». 59 Әммә уларҙың был һүҙҙәре лә үҙ-ара тап килмәне.
60 Шунан баш рухани тороп, Ғайсанан: «Нимә, әйтер һүҙең юҡмы? Ишетәһеңме, һине нимәлә ғәйепләйҙәр?» — тип һораны. 61 Ләкин Ғайса өндәшмәне, бер ни тип тә яуап ҡайтарманы. Баш рухани унан ҡабат: «Һин Изге Алланың Улы Мәсихме?» — тип һораны. 62 «Эйе, мин. Һеҙ Әҙәм Улының ҡөҙрәтле Алланың уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар менән килгәнен күрерһегеҙ», — тип яуап бирҙе Ғайса. 63 Шунда баш рухани үҙенең кейемен йыртып ебәрҙе лә: «Нимәгә беҙгә тағы шаһиттар? 64 Һеҙ уның Аллаға ҡаршы һөйләгәнен үҙегеҙ ишеттегеҙ. Ниндәй ҡарар сығарырһығыҙ?*» — тине. Бөтәһе лә, ул үлергә тейеш, тигән фекер менән килеште. 65 Шул саҡта ҡайһы берәүҙәр уға төкөрә башланы, уның битен ҡаплап: «Әйҙә, пәйғәмбәрлек ит», — тип, уны йоҙроҡлап туҡманы. Шунан һаҡсылар уның битенә һуҡты-һуҡты ла алып китте.
66 Ул ваҡытта Петер аҫта, ишек алдында ине. Шунда баш руханиҙың хеҙмәтсе ҡыҙҙарының береһе килде. 67 Усаҡ янында йылынып торған Петерҙе күргәс, ул уға текләп ҡараны ла: «Һин дә Назаралы Ғайса менән булдың!» — тине. 68 Ләкин ул быны кире ҡағып: «Мин уны белмәйем, нимә һөйләгәнеңде аңламайым», — тине лә ҡапҡаға табан китте. 69 Хеҙмәтсе ҡыҙ уны шунда күреп, янында торғандарға ҡабат: «Был кеше — уларҙың береһе», — тип әйтә башланы. 70 Петер быны тағы кире ҡағырға тотондо. Күпмелер ваҡыт үткәс, унда торған кешеләр уға йәнә: «Һин ысынлап та уларҙың береһе. Һин бит Ғәлиләйәнән», — тип әйтте. 71 Әммә ул ҡабат быны кире ҡағып*: «Мин һеҙ әйткән был кешене белмәйем», — тип ант итә башланы. 72 Тап шул мәлдә әтәс икенсе тапҡыр ҡысҡырҙы. Шунда Петер Ғайсаның: «Әтәс ике тапҡыр ҡысҡырғансы, һин минән өс тапҡыр ваз кисерһең», — тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө лә түҙмәйенсә илап ебәрҙе.