Лука яҙған
22 Ҡотҡарылыу байрамы тип аталған Сөсө икмәк байрамы яҡынлашып килә ине. 2 Өлкән руханиҙар һәм ҡанун белгестәре, халыҡтан ҡурҡҡанға, Ғайсанан ҡотолорға ҡулай әмәл эҙләне. 3 Шунда Шайтан 12 шәкерттең береһе булған Йәһүҙә Искариотҡа инде. 4 Йәһүҙә өлкән руханиҙар менән ғибәҙәтхана башлыҡтарына барып, Ғайсаны уларҙың ҡулына нисек тапшырып булғаны тураһында һөйләште. 5 Улар шатланып уға аҡса* бирергә вәғәҙә итте. 6 Йәһүҙә ризалашты һәм уны уларға яҡын тирәлә халыҡ булмағанда тапшырыр өсөн уңайлы мәл эҙләй башланы.
7 Сөсө икмәк байрамы килеп етте. Ул көндө Ҡотҡарылыу байрамы ҡорбаны салынырға тейеш ине. 8 Ғайса Петер менән Яхъяға: «Барып, беҙҙең өсөн Ҡотҡарылыу байрамы ашын әҙерләгеҙ», — тине. 9 Улар: «Беҙгә уны ҡайҙа әҙерләргә?» — тип һораны. 10 Ул былай тине: «Ҡалаға ингәс, һыу һалынған оҙон муйынлы көршәк күтәреп барған кешене осратырһығыҙ. Уның артынан барып, ул ингән өйгә инегеҙ ҙә 11 өйҙөң хужаһына: „Остазыбыҙ һинән: „Шәкерттәрем менән Ҡотҡарылыу байрамы ашын ашар өсөн әҙерләнгән ҡунаҡ бүлмәһе ҡайҙа?“ — тип һорай“, — тиегеҙ. 12 Ул һеҙгә өҫкө ҡаттағы ҙур бүлмәне күрһәтер, унда кәрәкле бөтә нәмә булыр. Ашты шунда әҙерләгеҙ». 13 Шәкерттәр китте, һәм барыһы ла Ғайса уларға әйткәнсә булды. Улар Ҡотҡарылыу байрамына бөтә нәмәне әҙерләне.
14 Кис еткәс, Ғайса илселәре менән табын артына ултырҙы 15 һәм былай тине: «Мин һеҙҙең менән ошо Ҡотҡарылыу байрамы ашын ғазап сиккәнемә тиклем ашарға бик теләгәйнем, 16 сөнки һеҙгә әйтәм: Ҡотҡарылыу байрамы ашын Алла Батшалығында уға бәйле бөтә нәмә үтәлмәйенсә инде ашамаҫмын». 17 Ғайса шарап һалынған касаны алып, Аллаға рәхмәт әйтте лә: «Уны алығыҙ һәм бер-беребеҙгә бирегеҙ, — тине. — 18 Һеҙгә әйтәм: Алла Батшалығы килгәнсе, мин инде шарап эсмәҫмен».
19 Шунан ул икмәк алды ла Аллаға рәхмәт әйтте һәм, уны һындырғандан һуң, шәкерттәренә биреп: «Был икмәк һеҙҙең өсөн биреләсәк тәнемде аңлата. Минең иҫтәлегемә шулай эшләгеҙ», — тине. 20 Шулай уҡ киске аштан һуң уларға касаны биреп, былай тине: «Был каса һеҙҙең хаҡҡа түгеләсәк ҡаныма нигеҙләнгән яңы килешеүҙе аңлата.
21 Әммә минең менән өҫтәл артында хыянатсы ултыра. 22 Әҙәм Улы үҙенә алдан билдәләнгән юл менән бара. Шулай ҙа уға хыянат иткән кешегә ҡайғы!» 23 Шунда улар, ундай яуызлыҡты кемебеҙ ҡыла алыр икән, тип фекер алыша башланы.
24 Улар араһында, кемебеҙ иң бөйөгө, тигән бәхәс тә ҡупты. 25 Ғайса иһә уларға былай тине: «Батшалар халыҡтарҙы буйһондороп тота, һәм хакимлыҡҡа эйә булғандар яҡшылыҡ ҡылыусылар тип атала. 26 Ә һеҙ ундай булырға тейеш түгел, әммә арағыҙҙа иң бөйөгө — кесе кеүек, етәкселек итеүсе хеҙмәтсе* кеүек булһын. 27 Кем бөйөгөрәк: ашаған кешеме йә уға хеҙмәт күрһәтеүсеме? Ашаған кеше түгелме ни? Ә мин һеҙҙең арағыҙҙа хеҙмәтсе кеүек.
28 Мин һынауҙар менән осрашҡанда, һеҙ минең менән ҡалдығыҙ. 29 Атайым минең менән килешеү төҙөгән кеүек, мин дә һеҙҙең менән Батшалыҡ тураһында килешеү төҙөйөм. 30 Быны һеҙ Батшалығымда табынымдан ашап-эсһен һәм Исраилдың 12 ҡәбиләһен хөкөм итер өсөн тәхеттәргә ултырһын тип эшләйем.
31 Шимун, Шимун, Шайтан һеҙҙе бойҙай иләгән кеүек иләүҙе талап итте. 32 Әммә мин, иманың көсһөҙләнмәһен тип, һинең хаҡта ҡайнар доға ҡылдым. Һин иһә, тәүбә иткәс, ҡәрҙәштәреңде нығыт». 33 Петер: «Хужам, мин һинең менән төрмәгә лә, үлемгә лә барырға әҙермен», — тип яуап бирҙе. 34 Ләкин Ғайса уға: «Һиңә әйтәм, Петер, бөгөн әтәс ҡысҡырып та өлгөрмәҫ, һин мине белеүеңдән өс тапҡыр баш тартырһың», — тине.
35 Шунан Ғайса уларҙан: «Мин һеҙҙе янсыҡһыҙ, ризыҡ һалынған тоҡсайһыҙ һәм сандалыйһыҙ ебәргәндә, һеҙ берәй нәмәгә мохтаж булдығыҙмы?» — тип һораны. «Юҡ», — тип яуапланы улар. 36 Шунан ул уларға былай тине: «Әммә хәҙер янсығы булған кеше янсығын да, ризыҡ һалынған тоҡсайын да алһын. Ә ҡылысы булмаған кеше өҫ кейемен һатһын да ҡылыс һатып алһын. 37 Һеҙгә әйтәм: миндә „ул енәйәтселәр рәтенә индерелде“ тигән һүҙҙәр үтәлергә тейеш, сөнки минең турала яҙылғандар тормошҡа аша». 38 Шунда улар: «Хужабыҙ, бында ике ҡылыс бар», — тине. «Шул еткән», — тип яуапланы ул.
39 Унан сыҡҡас, Ғайса, ғәҙәте буйынса, Зәйтүн тауына юлланды, ә шәкерттәре уға эйәрҙе. 40 Унда барып еткәс, Ғайса уларға: «Ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, доға ҡылығыҙ», — тине. 41 Ә үҙе уларҙан таш бәреме алыҫлығына китеп, тубыҡланды ла былай тип доға ҡыла башланы: 42 «Атай, әгәр теләһәң, был касаны минән алып ҡуйсы. Шулай ҙа минең ихтыярымса түгел, ә һинең ихтыярыңса булһын». 43 Шунда күктән бер фәрештә килеп, уны нығытты. 44 Ләкин ул, бик көслө күңел ғазабы кисергәнгә, тағы ла нығыраҡ доға ҡыла башланы, һәм уның тире ергә тамған ҡан тамсылары кеүек булды. 45 Доға ҡылып бөткәс, ул шәкерттәре янына барып, уларҙың ҡайғынан йонсоп йоҡлап киткәнен күрҙе. 46 Ғайса уларға: «Нишләп йоҡлап ятаһығыҙ? Тороп, ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, доға ҡылығыҙ», — тине.
47 Ул һөйләп тә бөтөрмәне, халыҡ төркөмө күренде. Иң алда 12 шәкерттең береһе, Йәһүҙә исемлеһе, килә ине. Ул, Ғайсаны үбер өсөн, уға яҡынлашты. 48 Ғайса: «Йәһүҙә, һин үбеп Әҙәм Улына хыянат итәһеңме?» — тип һораны. 49 Ғайса янындағылар, нимә булырын аңлап ҡалғас: «Хужабыҙ, ҡылыстарҙы эшкә ҡушайыҡмы әллә?» — тинеләр. 50 Уларҙың береһе баш руханиҙың хеҙмәтсеһенә ҡылыс менән һуғып, уның уң ҡолағын сабып өҙҙө. 51 Әммә Ғайса: «Етәр!» — тине һәм, хеҙмәтсенең ҡолағына ҡағылып, уны һауыҡтырҙы. 52 Шунан ул үҙен ҡулға алырға килгән өлкән руханиҙарға, ғибәҙәтхана башлыҡтары һәм халыҡ аҡһаҡалдарына былай тине: «Мин енәйәтсеме ни? Нишләп ҡылыстар һәм суҡмарҙар тотоп килдегеҙ? 53 Мин көн һайын ғибәҙәтханала һеҙҙең менән булдым, һәм һеҙ миңә теймәнегеҙ. Ләкин хәҙер — һеҙҙең ваҡыт һәм ҡараңғылыҡта булғандарҙың хакимлығы».
54 Ғайсаны тотоп алып, баш руханиҙың өйөнә алып киттеләр, ә Петер, йыраҡтараҡ ҡалып, уларҙың артынан китте. 55 Кешеләр ишек алдында ут яғып, уның тирәләй ултырышҡас, Петер ҙә улар менән ултырҙы. 56 Ә бер хеҙмәтсе ҡыҙ, Петерҙең усаҡ яҡтыһында ултырғанын күреп, уға текләп ҡараны ла: «Был кеше лә уның менән булды», — тине. 57 Әммә Петер быны кире ҡағып: «Мин уны белмәйем», — тине. 58 Һуңғараҡ уны башҡа бер кеше күреп ҡалып: «Һин дә уларҙың береһе», — тине. Ләкин Петер: «Юҡ», — тип ҡаршы төштө. 59 Бер сәғәт тирәһе үткәс, тағы берәү: «Шик тә юҡ, был кеше уның менән бергә ине. Ул бит Ғәлиләйәнән», — тип ныҡышты. 60 Әммә Петер: «Нимә һөйләгәнеңде белмәйем», — тип яуапланы. Шул уҡ мәлдә, ул әле һөйләп торғанда, әтәс ҡысҡырҙы. 61 Хужабыҙ боролоп, Петергә ҡараны. Шунда Петер уның: «Бөгөн әтәс ҡысҡырғансы, һин минән өс тапҡыр ваз кисерһең», — тигән һүҙҙәрен иҫенә төшөрҙө. 62 Ул сыҡты ла әрнеп илап ебәрҙе.
63 Ғайсаны һаҡ аҫтында тотҡан кешеләр унан мыҫҡыллап көлә башланы, уны туҡманы. 64 Улар уның йөҙөн ҡаплап: «Эй, пәйғәмбәр, әйт, һиңә кем һуҡты?» — тип һорайҙар ине. 65 Улар, уға башҡа күп мыҫҡыллы һүҙҙәр ҙә әйтеп, Алланы хурланы.
66 Көн тыуғас, халыҡ аҡһаҡалдары, атап әйткәндә, өлкән руханиҙар менән ҡанун белгестәре йыйылды. Ғайсаны улар алдына Юғары кәңәшмә залына килтерҙеләр. Улар: 67 «Мәсих булһаң, әйт беҙгә», — тине. Ләкин ул былай тип яуап бирҙе: «Хатта һеҙгә әйтһәм дә, ышанмаҫһығыҙ. 68 Һораһам да, яуап бирмәҫһегеҙ. 69 Әммә бынан ары Әҙәм Улы Ҡөҙрәтле Алланың уң яғында ултырыр». 70 Шунда улар: «Тимәк, һин — Алла Улы?» — тип һораны. Ул: «Һеҙ үҙегеҙ быны әйтәһегеҙ», — тип яуапланы. 71 Улар: «Беҙгә тағы ниндәй дәлил кәрәк? Беҙ быны уның үҙ ауыҙынан ишеттек», — тине.