Марк яҙған
13 Ғайса ғибәҙәтхананан сығып барғанда, шәкерттәренең береһе: «Остаз, ҡара, ниндәй таштар һәм биналар!» — тине. 2 Ләкин Ғайса уға: «Һин күргән был ғәйәт ҙур биналар тулыһынса емерелер. Бында таш өҫтөндә таш ҡалмаҫ», — тип әйтте.
3 Ул Зәйтүн тауында, ғибәҙәтхана ҡаршыһында ултырған саҡта, Петер, Яҡуп, Яхъя һәм Әндрәй уның янына үҙҙәре генә килеп, былай тип һораны: 4 «Әйтсе, был ҡасан булыр? Бының барыһының ахыры яҡынлашҡанын ниндәй билдә күрһәтер?» 5 Ғайса һөйләй башланы: «Һаҡ булығыҙ, берәү ҙә һеҙҙе юлдан яҙҙырмаһын. 6 Күптәр мин булып* килер һәм, мин Мәсих тиеп, күптәрҙе юлдан яҙҙырыр. 7 Төрлө ерҙәрҙәге һуғыштар хаҡында ишеткәс, ҡурҡмағыҙ. Быларҙың һәммәһе лә булырға тейеш, әммә был әле замандың ахыры түгел.
8 Халыҡ — халыҡҡа, батшалыҡ батшалыҡҡа һөжүм итер. Төрлө урындарҙа ер тетрәүҙәр, шулай уҡ аслыҡ булыр. Былар — бәләләрҙең* башы ғына.
9 Һеҙ иһә әҙер булығыҙ. Минең арҡала һеҙҙе судҡа бирерҙәр, синагогаларҙа туҡмарҙар һәм идарасылар менән батшаларға алып барырҙар, шул саҡта уларға шаһитлыҡ бирә алырһығыҙ. 10 Шулай уҡ тәүҙә бөтә халыҡтарға һөйөнөслө хәбәр вәғәзләнергә тейеш. 11 Һеҙҙе тотоп алып хакимдарға алып барғанда, нимә һөйләргә тип алдан борсолмағыҙ. Шул сәғәттә һеҙгә нимә бирелә, шуны һөйләгеҙ, сөнки һеҙ түгел, ә изге рух һөйләр. 12 Туған — туғанын, атаһы балаһын үлемгә тапшырыр. Балалар ата-әсәләренә ҡаршы сығып, уларҙы үлемгә дусар итер. 13 Минең исемем арҡаһында бөтәһе лә һеҙҙе күрә алмаҫ, әммә ахырға тиклем сыҙаған кеше ҡотолор.
14 Һәләкәт килтереүсе ерәнгес нәмәнең тейеш булмаған урында торғанын күргәс (уҡыған кеше* аңлаһын), Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын. 15 Өй башындағы кеше нимәлер алырға тип аҫҡа төшөп, өйөнә кермәһен. 16 Баҫыуҙағы кеше өҫ кейемен алырға тип өйөнә ҡайтмаһын. 17 Ул көндәрҙә ауырлы булған һәм бала имеҙгән ҡатындарға шул тиклем ауыр булыр! 18 Был ҡыш ваҡытына тап килмәһен тип доға ҡылығыҙ, 19 сөнки ул көндәрҙә Алла донъяны яратҡандан алып бөгөнгө көнгә тиклем булмаған һәм бүтән бер ҡасан да булмаясаҡ афәт килер. 20 Әгәр Йәһүә ул ваҡытты ҡыҫҡартмаһа, бер кем дә ҡотолмаҫ, ләкин һайлап алынғандар хаҡына ул шул ваҡытты ҡыҫҡартыр.
21 Әгәр һеҙгә ул саҡта „Мәсих бында!“ йә „Ул тегендә!“ тип әйтһәләр, ышанмағыҙ. 22 Сөнки ялған мәсихтәр һәм ялған пәйғәмбәрҙәр килеп сығып, мөмкин булһа, һайлап алынғандарҙы ла юлдан яҙҙырыр өсөн, билдәләр һәм мөғжизәләр күрһәтер. 23 Шуға күрә һаҡ булығыҙ, мин һеҙҙе барыһы хаҡында алдан киҫәтеп ҡуйҙым.
24 Ул көндәрҙә, шул афәттән һуң, ҡояш ҡараңғыланыр, ай яҡтыртмаҫ, 25 күктән йондоҙҙар ҡойолор һәм күк көстәре тетрәр. 26 Шунда кешеләр болоттар өҫтөндә бөйөк ҡөҙрәт һәм дан менән килә ятҡан Әҙәм Улын күрер. 27 Ул фәрештәләрен ебәрер ҙә донъяның дүрт яғынан — ер ситенән алып күк ситенә тиклем — һайлап алынғандарын йыйыр.
28 Инжир ағасына ҡарап, һабаҡ алығыҙ. Уның йомшаҡ йәш ботаҡтарының япраҡ яра башлағанын күргәс, һеҙ йәй яҡын икәнен аңлайһығыҙ. 29 Тап шуның шикелле, быларҙың барыһы булып ятҡанын күргәс, Әҙәм Улының яҡын, ишек төбөндә генә икәнен белегеҙ. 30 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: был быуын үтеп тә өлгөрмәҫ, быларҙың барыһы тормошҡа ашыр. 31 Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә минең һүҙҙәрем юҡҡа сыҡмаҫ.
32 Ул көндөң һәм сәғәттең ҡасан килерен бер кем дә белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Быны тик Ата ғына белә. 33 Һаҡ һәм уяу булығыҙ, һеҙ бит ул ваҡыттың ҡасан килерен белмәйһегеҙ. 34 Быны бер кешенең сит илгә сығып китеүе менән сағыштырып була: ул өйөн хеҙмәтселәренә тапшырып, уларҙың һәр береһенә йөкләмә биреп ҡалдырған, ә ҡапҡа һаҡсыһына уяу торорға ҡушҡан. 35 Шуға күрә уяу булығыҙ, сөнки өй хужаһының ҡасан ҡайтырын белмәйһегеҙ: кискеһенме, төн уртаһындамы, таң атыр алдынанмы* йә иртән иртүкме. 36 Юғиһә, ул көтмәгәндә ҡайтып төшөп, һеҙҙең йоҡлап ятҡанығыҙҙы күрер. 37 Һеҙгә әйткәнде бөтәһенә лә әйтәм: уяу булығыҙ».