32-се йыр
Ныҡ тороғоҙ һәм ҡаҡшамаҫ булығыҙ!
(1 Көринттәргә 15:58)
1. Тынысһыҙланалар күп халыҡтар.
Улар киләсәктән бик ҡурҡалар.
Беҙ тейеш ҡаҡшамаҫ, ныҡ булырға,
Аллаға хеҙмәт итеп.
(ҠУШЫМТА)
Әйҙәгеҙ, ныҡ торайыҡ,
Был донъянан булмайыҡ.
Хәҡиҡәт юлында
сафлыҡты һаҡлайыҡ.
2. Донъяла күп вәсүәсә, тоҙаҡтар.
Айыҡ аҡыллылыҡ беҙҙе һаҡлар.
Йәһәвә әйткәнгә ныҡ тотонһаҡ,
Ул беҙҙе ҡайғыртасаҡ.
(ҠУШЫМТА)
Әйҙәгеҙ, ныҡ торайыҡ,
Был донъянан булмайыҡ.
Хәҡиҡәт юлында
сафлыҡты һаҡлайыҡ.
3. Йәһәвәгә хеҙмәт ит эскерһеҙ.
Алланы данлайбыҙ вәғәзләп беҙ.
Ашҡыныусан булырға бик кәрәк.
Һуңғы көндәр үтәсәк.
(ҠУШЫМТА)
Әйҙәгеҙ, ныҡ торайыҡ,
Был донъянан булмайыҡ.
Хәҡиҡәт юлында
сафлыҡты һаҡлайыҡ.
(Лука 21:9; 1 Пет. 4:7-не лә ҡара.)