4-се йыр
Алла алдында яҡшы исем
(Вәғәзсе 7:1)
1. Алла алдында яҡшы исем өсөн,
Аҡыллы булып һәр көн дә йәшәрбеҙ.
Һәм дөрөҫ булғанды эшләргә тырышып,
Һөйөндөрәйек йөрәген беҙ.
2. Был донъяла дан, хуплау алыу өсөн,
Танылыу өсөн тырышып көс ҡуйһаҡ,
Барыһы буш нәмә. Донъяға дуҫ булһаҡ,
Алла алдында булмаҫбыҙ хаҡ.
3. Исемебеҙҙе Алла хәтерендә
Мәңгегә яҙып ҡуйһын тип теләйбеҙ.
Алла менән йәшәп, хәҡиҡәтте яҡлап,
Яҡшы исемде ныҡ һаҡлайбыҙ.
(Баш. 11:4; Ғиб.һүҙ. 22:1; Мал. 3:16; Ас. 20:15-те лә ҡара.)