139-СЫ ЙЫР
Ожмахты күҙ алдына килтер
(Асылыш 21:1—5)
1. Күҙ алдына килтер әле:
Ерҙә — ожмах, һәр кеше бәхетле;
Шундай рәхәт һәм ниһайәт
Юҡ ғазаптар, юҡ ҡайғы-хәсрәт;
Сикһеҙ тынлыҡ хөкөм һөрә,
Алла үҙе идара итә.
Йәмгә күмелеп, ер йөҙө яңырҙы!
Йырлайбыҙ шуға шатлыҡтан ошо йырҙы:
ҠУШЫМТА
«Рәхмәт, Аллабыҙ, яҡты нур һиптең —
Улың аша ожмахты тергеҙҙең.
Күңел илһамланып йырларға ашҡына,
Данға, маҡтауға һин лайыҡһың, Йәһүә».
2. Килтер әле күҙ алдына:
Ҡоштар һайрай, шишмәләр сылтырай;
Беҙ ожмахта татыулыҡта
Ғүмер итәбеҙ, рәхәт бында!
Күҙ йәштәрен Алла һөрттө,
Өҫтөбөҙҙән сатырын ҡорҙо.
Яҡындарыбыҙ терелеп торасаҡ,
Беҙгә ҡушылып, шатланып йырлаясаҡ:
ҠУШЫМТА
«Рәхмәт, Аллабыҙ, яҡты нур һиптең —
Улың аша ожмахты тергеҙҙең.
Күңел илһамланып йырларға ашҡына,
Данға, маҡтауға һин лайыҡһың, Йәһүә».
(Зәб. 37:10, 11; Ишағ. 65:17; Яхъя 5:28; 2 Пет. 3:13-тө лә ҡара.)