Уҡыусыларҙың һорауҙары
Ни өсөн Ғайсаның дошмандары ҡул йыуыу хаҡында һорау күтәргән?
Ғайсаның дошмандары, уның үҙен һәм шәкерттәрен ғәйепләргә тырышып, төрлө һорауҙар күтәргән. Юғарыла килтерелгән һорау иһә шундай һорауҙарҙың береһе генә. Муса ҡануны церемониаль таҙалыҡ менән бәйле бер нисә әмерҙе үҙ эсенә алған. Был әмерҙәр енси ағзаларҙан бүленеп сыҡҡан матдәләр, махау ауырыуы, мәйет һәм үләкһәләр менән эш итеүгә ҡағылған. Ҡанунда шулай уҡ нәжеслектән нисек арынып булғаны хаҡында күрһәтмәләр бирелгән. Быны ҡорбан килтереү, йыуыныу йә һыу менән һирпеү ярҙамында эшләп булған (Лев. 11—15-се бүлектәр; Һан. 19-сы бүлек).
Йәһүд раввиндары был ҡанундарҙың һәр нескәлеген аңлатҡан. Бер сығанаҡта әйтелгәнсә, кеше нәжесләнергә мөмкин булған һәр сәбәп «ентекләп тикшерелгән: был хәл ниндәй шарттарҙа булырға мөмкин, нисек һәм ниндәй дәрәжәлә был нәжес башҡаларға күсә ала, ниндәй һауыттар һәм әйберҙәр нәжесләнергә мөмкин, ә ниндәйҙәре юҡ, шулай уҡ ниндәй ысулдар һәм йолалар ярҙамында таҙарынып була».
Ғайсаның дошмандары унан: «Ниңә Һинең шәкерттәрең ата-бабаларҙан күсә килгән йолаларҙы үтәмәй, ризыҡты бысраҡ ҡул менән тотоп ашай?» — тип һораған (Марк 7:5). Бында дин әһелдәре санитар нормаларын үтәү тураһында әйтмәгән. Улар ашар алдынан йола буйынса ҡулдар өҫтөнә һыу ҡойоуҙы талап иткән. Юғарыла телгә алынған сығанаҡта тағы былай тип әйтелә: «Шулай уҡ ниндәй һыу ҡулланырға кәрәк, уны кем, ниндәй һауыттан һәм ҡулдың ҡайһы өлөшөнә ҡойорға тейеш икәнлеге хаҡында бәхәстәр барған».
Ғайса кешеләр уйлап сығарған был закондарға нисек ҡараған? Ул беренсе быуаттағы дин әһелдәренә былай тигән: «Ишағыя пәйғәмбәрлек иткән ваҡытында һеҙ ике йөҙлөләр хаҡында ҡайһылай дөрөҫ әйткән... Изге Яҙмала яҙылғанса: „Был халыҡ Мине теле менән хөрмәт итә, әммә күңелдәре Минән [Йәһүәнән] йыраҡ. Миңә бушҡа табыналар, кеше уйлап сығарған ҡағиҙәләргә өйрәтәләр“. Алла әмерен ситтә ҡалдырып, һеҙ кеше урынлаштырған йоланы үтәйһегеҙ» (Марк 7:6—8).