Уҡыусыларҙың һорауҙары
Ни өсөн 2 Самуил 21:7—9-ҙа яҙылған өҙөктә, тәүҙә Дауыт батша «Мәфибәшиткә мәрхәмәт күрһәтте», ә артабан ул Мәфибәшитте язаға тарттырған, тип әйтелә?
Әгәр иғтибар биреп уҡымаһаҡ, был аяттарҙа ҡапма-ҡаршылыҡ бар һымаҡ күренә. Ысынында, был өҙөктә Мәфибәшит исемле ике кеше тураһында һүҙ бара. Шулай ҙа был осраҡты ҡарап сығыу файҙалы булыр, сөнки унда күп яҡшы һабаҡтар бар.
Израиль батшаһы Шаулдың кәм тигәндә ете улы һәм ике ҡыҙы булған. Йонафан уның беренсе балаһы булған. Һуңыраҡ Шаулдың Риспа исемле йәриәһе уға Мәфибәшитте тапҡан. Шуныһы ҡыҙыҡ: Йонафан да улына шундай уҡ исем биргән. Тимәк, Шаулдың улы ла, ейәне лә Мәфибәшит исемле булған.
Идара итеүенең бер осоронда Шаул батша Израиль ерҙәрендә йәшәгән гаваондарға ҡарата геноцид ойошторған. Күрәһең, күп кеше үлгән. Быны ысын енәйәтселек тип атап була! Сөнки Ешуа көндәрендә Израиль башлыҡтары гаваондарҙың ата-бабалары менән тыныслыҡ килешеүе төҙөгән (Еш. 9:3—27).
Шаул батша идара иткән ваҡытта был килешеү әле лә үҙ көсөндә булған. Әммә ул был килешеүҙе боҙған һәм гаваондарҙың бөтәһен дә үлтерергә ниәтләгән. Йәһүә үҙ ҡарашын былай тип белдергән: «Шаул... һәм уның йорто ҡан ҡойоуҙа ғәйепле» (2 Сам. 21:1). Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, Израилдә батша булып Дауыт идара итә башлаған. Дауыт Йәһүәнең шул геноцид арҡаһында үҙ халҡын кире ҡаҡҡанын белгәс, тере ҡалған гаваондарҙы саҡырып, ғәйепте юйыр өсөн нимә эшләргә кәрәк, тип һораған. Улар бының өсөн алтын да, көмөш тә һорамаған, ләкин былай тигән: «Беҙҙе үлтереп, бөтөн Израиль еренән ҡырып бөтөрмәксе булған кешенең ете улын беҙҙең ҡулыбыҙға тапшырһындар. Беҙ уларҙың үле кәүҙәләрен ...аҫып ҡуйырбыҙ». Дауыт уларҙың үтенесен үтәгән (2 Сам. 21:2—6; Һан. 35:30, 31).
Ул ваҡытҡа Шаул да, Йонафан да һуғышта үлгән булған. Ә бына Йонафандың бала саҡта зәғифләнгән улы Мәфибәшит тере булған. Олатаһының енәйәтендә уның ҡатнашы булмаған. Дауыт ҡасандыр Йонафан менән дуҫлыҡ килешеүе төҙөгән, һәм ул килешеү Йонафандың нәҫеленә, шул иҫәптән уның улы Мәфибәшиткә лә ҡағылған (1 Сам. 18:1; 20:42). Шуға күрә 2 Самуил 21:7-лә: «Йәһүә алдында бер-береһенә ант биргәнгә, Дауыт батша Шаулдың улы Йонафан улы Мәфибәшиткә мәрхәмәт күрһәтте», — тип әйтелә.
Шулай ҙа Дауыт гаваондарҙың үтенесен үтәгән. Ул гаваондарға Шаулдың ике улын һәм биш ейәнен үлтерергә рөхсәт биргән. Шаулдың ике улының береһе Мәфибәшит исемле булған (2 Сам. 21:8, 9). Шулай итеп Дауыт израилдәрҙе ҡан ҡойоуҙа ғәйепле булыуҙан азат иткән.
Беҙ әле ҡарап сыҡҡан фекерҙәр ҡоро факттар ғына түгел. Алла ҡанундарының береһендә: «Балалар аталарының гонаһы өсөн үлтерелмәһен», — тип әйтелә (Ҡан. 24:16). Шаулдың улдары һәм ейәндәре ғәйепле булмаған булһа, Йәһүә уларҙың үлтерелеүен хупламаҫ ине. Шул уҡ ҡанунда «кеше үҙ гонаһы өсөн генә үлтерелергә тейеш» тиелә. Шуға күрә, ул ете ир кеше гаваондарҙың үлеүендә ғәйепле булған, тип әйтергә нигеҙ бар. Тимәк, улар үҙҙәре ҡылған енәйәттәре өсөн үлгән.
Изге Яҙмалағы был тарихи ваҡиғанан күренеүенсә, кеше «мин бит башҡаларҙың бойороғон үтәнем» тип үҙенең яуыз эштәрен аҡлай алмай. Беҙ башҡарған эштәребеҙ өсөн яуаплы. Әйҙәгеҙ, ошондай аҡыллы һүҙҙәрҙе иҫебеҙҙә тотайыҡ: «Аяғың баҫаһы һуҡмаҡты таҡыр ит, шунда йөрөгән юлдарың тура булыр. Уңға ла, һулға ла тайпылма. Аяғыңды яман нәмәнән ситкә бор» (Ғиб. һүҙ. 4:24—27; Ефес. 5:15).