Туғыҙынсы бүлек
Беҙ «һуңғы көндәрҙә» йәшәүебеҙҙе ҡайҙан беләбеҙ?
1, 2. Беҙ һуңғы көндәрҙә йәшәүебеҙҙе ҡайҙан белә алабыҙ?
НИ ӨСӨН беҙ Алла Батшалығының тиҙҙән кешеләрҙең идара итеүенә ҡаршы саралар күрәсәгенә ышана алабыҙ? Алланың бөтә яуызлыҡ менән ғазаптарҙы юҡ итеү ваҡыты бик яҡын икәнен ҡайҙан белеп була?
2 Ғайса Мәсихтең шәкерттәре лә был һорауҙарға яуап алырға теләгән. Улар Ғайсанан: «Һинең [Батша булып] килеү осороңдо һәм был донъя төҙөлөшөнөң үҙ ахырына яҡынлашыуын ниндәй билдә аша күрәсәкбеҙ?» — тип һораған (Маттай 24:3). Яуап итеп Ғайса бөтә донъяны тетрәтәсәк ваҡиғаларҙы һәм шарттарҙы һүрәтләп биргән. Был ваҡиғалар «ахырғы ваҡыттар», йәғни был яуыз донъяның «һуңғы көндәре» башланыуын күрһәтәсәк (Данил 11:40; 2 Тимутегә 3:1). Беҙ үҙ күҙҙәребеҙ менән был йыйылма билдәне күрәбеҙме? Һис шикһеҙ!
Бөтә донъя һуғыштары
3, 4. ХХ быуаттағы һуғыштар Ғайса әйткән пәйғәмбәрлектең үтәлеүен нисек күрһәтә?
3 Ғайса: «Халыҡ халыҡҡа, батшалыҡ батшалыҡҡа ҡаршы күтәрелер», — тип алдан әйткән булған (Маттай 24:7). 1914 йылда бөтә донъя һуғышы башлана. Уға тиклем булған һуғыштарҙан айырмалы рәүештә, был һуғышта күп халыҡтар һәм батшалыҡтар ҡатнаша. Быны танып, тарихсылар бер ваҡыт уны «Бөйөк һуғыш» тип атап йөрөткән. Тарихта ул беренсе бөтә донъя һуғышы булған. Был һуғышта 20 000 000-ға яҡын һалдат һәм башҡа кеше үлгән. Ундай һуғыштың булғаны юҡ ине әле.
4 Беренсе бөтә донъя һуғышы һуңғы көндәрҙең башланғанын күрһәтте. Ғайса әйткәнсә, был һәм башҡа ваҡиғалар «ғазаптарҙың башы» булған (Маттай 24:8). Был һүҙҙәр дөрөҫ булып сыҡҡан, сөнки Икенсе бөтә донъя һуғышы тағы ла һәләкәтлерәк булған: яҡынса 50 000 000 һалдат һәм башҡа кеше үлгән. ХХ быуаттағы һуғыштарҙа, тулайым алғанда, 100 000 000-ға яҡын кеше үлтерелгән булған. Был һан үткән дүрт быуат дауамында һәләк булған кеше һанынан дүрт тапҡырға күберәк! Кеше идараһы ни тиклем ғәйепле!
Башҡа дәлилдәр
5—7. Беҙҙең һуңғы көндәрҙә йәшәүебеҙҙе иҫбатлаған тағы ниндәй дәлилдәр бар?
5 Ғайса һуңғы көндәрҙә буласаҡ башҡа ваҡиғаларҙы ла әйтеп биргән: «Көслө ер тетрәүҙәр, урыны-урыны менән киҙеүҙәр, аслыҡ булыр» (Лука 21:11). 1914 йылда башланған ваҡиғалар был һүҙҙәргә тулыһынса тап килә, сөнки улар ғазаптарҙың бик тиҙ артыуына килтергән.
6 Көслө ер тетрәүҙәр һәр ваҡыт булып тора. Улар бик күп кешенең ғүмерен алып китә. Беренсе бөтә донъя һуғышынан һуң булған испанка грипы ғына 20 000 000, ә ҡайһы бер иҫәпләүҙәр буйынса 30 000 000 йәки артығыраҡ та, кешенең ғүмерен өҙгән. СПИД арҡаһында йөҙәрләгән мең кеше үлә, ә яҡын киләсәктә был сирҙән тағы миллионлаған кеше үлергә мөмкин. Йыл һайын миллионлаған кеше йөрәк ауырыуы, рак һәм башҡа ауырыуҙар арҡаһында һәләк була. Шулай уҡ миллионлаған кеше аслыҡтан вафат була. Изге Яҙмаларҙың Асыш китабында үҙҙәре менән һуғыш, аслыҡ һәм киҙеүҙәр алып килеүсе образлы һыбайлылар тураһында әйтелә. Эйе, 1914 йылдан башлап улар бик күп кешеләрҙе һәләк итә (Асыш 6:3—8).
7 Ғайса шулай уҡ енәйәттәрҙең артасағы тураһында алдан әйткән. Уның һүҙҙәре бөтә донъя буйынса үтәлә. «Ҡанунһыҙлыҡтың артыуы арҡаһында күптәрҙең яратыуы һыуыныр», — тигән Ғайса (Маттай 24:12).
8. 2 Тимутегә 3:1—13-тәге пәйғәмбәрлек беҙҙең көндәрҙә үтәләме?
8 Изге Яҙмаларҙың пәйғәмбәрлегендә әхлаҡ нормаларының түбәнәйеүе тураһында ла әйтелгән. Донъяның бөгөнгө хәле был һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн раҫлай. «Һуңғы көндәрҙә айырыуса ауыр ваҡыттар киләсәк. Сөнки кешеләр үҙҙәрен генә һөйөүсән, аҡса яратыусан, маҡтансыҡ, тәкәббер, көфөр һүҙҙәр һөйләүсе булырҙар; ата-әсәләренә буйһонмаҫтар, яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәҫтәр, яҡындарын яратмаҫтар. Улар тоғролоҡһоҙ, килешмәүсән, яла яғыусан, тотанаҡһыҙ, рәхимһеҙ, яҡшылыҡты яратмаусы, хыянатсы, үҙ һүҙле, маһайыусан булыр һәм Алланы яратыуға ҡарағанда, ләззәтте күберәк яратырҙар. Тышҡы яҡтан Аллаға бирелгән булып күренерҙәр, ә ғәмәлдә ундай булмаҫтар [...] Ә яуыздар һәм алдаҡсылар... насарайғандан-насарая барасаҡтар» (2 Тимутегә 3:1—13). Был һүҙҙәрҙең үтәлешен беҙ үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ.
Тағы бер сәбәп
9. Һуңғы көндәр башланыу менән, күктә ниндәй ваҡиға булған?
9 ХХ быуатта бәлә-ҡазалар һаны йәнә бер сәбәп арҡаһында арта. 1914 йылда, һуңғы көндәр башланыу менән, кешелекте тағы ла ҡурҡынысыраҡ хәлгә ҡуйған бер ваҡиға булған. Инжилдең һуңғы китабында былай тип әйтелә: «Күктә һуғыш башланды: Микаил үҙ фәрештәләре менән аждаһаға ҡаршы, ә аждаһа үҙ фәрештәләре менән уларға ҡаршы һуғышты. Әммә аждаһа еңә алманы, һәм күктә улар өсөн урын инде табылманы. Шулай итеп был ҙур аждаһа — бөтә донъяны юлдан яҙҙырыусы Иблис һәм Шайтан тип аталған боронғо йылан — ергә ырғытылды; уның менән бергә уның фәрештәләре лә ырғытылды» (Асыш 12:7—9).
10, 11. Шайтан менән ендәрҙе ергә бәреп төшөрөү кешелеккә ниндәй зыян килтергән?
10 Кешелеккә был нимә килтергән? «Ергә һәм диңгеҙгә ҡайғы, сөнки Иблис, ваҡыты аҙ ҡалғанын белеп, көслө ярһыу менән һеҙгә төштө», — тип әйтелә пәйғәмбәрлектә. Эйе, Шайтан шуны белә: уның донъяһы тиҙҙән юҡ ителәсәк. Шуға күрә ул кешеләрҙе Алланан ситкә алып китер өсөн бар тырышлығын һала (Асыш 12:12; 20:1—3). Был рухи заттар, һайлау иркен дөрөҫ ҡулланмағанға, ни хәтле ныҡ боҙолған! Улар арҡаһында донъя, айырыуса 1914 йылдан, ҡот осҡос хәлгә төшкән.
11 Шуға күрә Ғайсаның беҙҙең көндәр тураһында: «Ерҙәге халыҡтар нимә эшләргә белмәйенсә яфаланыр... Йыһанға яҡынлашып килгән нәмәләрҙе көтөп, кешеләр ҡурҡыуҙан аңдарын юғалтыр», — тип әйткәне бер ҙә ғәжәпләндермәй (Лука 21:25, 26).
Кешеләр менән ендәр идараһы тиҙҙән юҡ ителәсәк
12. Был донъя төҙөлөшө юҡ ителер алдынан ниндәй пәйғәмбәрлек үтәләсәк?
12 Алла был донъя төҙөлөшөн юҡ иткәнсе, тағы нисә пәйғәмбәрлек үтәлергә тейеш? Бик аҙ! Уларҙың береһе 1 Тессалуникиҙарға 5:3-тә яҙылған: «Кешеләр: „Тыныслыҡ һәм именлек!“ — тип әйткәндә, һис уйламаған саҡта һәләк ителәсәктәр». Тимәк, был донъя төҙөлөшөнөң ахыры был һүҙҙәр әйтелгәндә киләсәк. Һәләк ителеү һис уйламағанда, кешелек тыныслыҡ һәм именлек көткәндә киләсәк.
13, 14. Ғайса ниндәй афәт тураһында алдан әйткән, һәм ул нисек тамамланасаҡ?
13 Шайтан идара иткән донъяның ваҡыты бөтөп бара. Оҙаҡламай ул юҡ ителәсәк. Был бик ауыр ваҡыт тураһында Ғайса былай тип әйткән: «Ул ваҡытта бөйөк афәт буласаҡ. Ундай афәттең донъя яратылғандан бирле булғаны юҡ ине әле һәм бүтән инде булмаясаҡ» (Маттай 24:21).
14 «Бөйөк афәттең» иң юғары нөктәһе Алланың һуғышы — Армагеддон буласаҡ. Данил пәйғәмбәрҙең һүҙҙәре буйынса, ул ваҡытта Алла «барлыҡ... батшалыҡтарҙы емереп, уларҙы юҡҡа сығарасаҡ». Кешеләрҙең Алланан бойондороҡһоҙ идаралары юҡ ителәсәк! Алланың күктәге Батшалығы бөтә кешелек өҫтөнән идара итәсәк. Данил пәйғәмбәрлек иткәнсә, идара итеү хоҡуғы бынан ары бер ҡасан да «башҡа халыҡҡа бирелмәйәсәк» (Данил 2:44; Асыш 16:14—16).
15. Шайтан һәм ендәр менән нимә буласаҡ?
15 Ул ваҡытта Шайтан менән ендәрҙең йоғонтоһо ла юҡ ителәсәк. Был фетнәсел рухи заттар «халыҡтарҙы... юлдан яҙҙыра алмаһын өсөн», уларҙы упҡынға ташлаясаҡтар (Асыш 12:9; 20:1—3). Шайтан менән уның ендәре үлемгә хөкөм ителгән, һәм уларҙы юҡ итеү көтә. Был һүҙҙәр үтәлгәс, кешеләр еңел һулап ҡуясаҡ.
Кем иҫән ҡаласаҡ, ә кем юҡ ителәсәк?
16—18. Был донъя төҙөлөшө юҡ ителгәндә, кем иҫән ҡаласаҡ, ә кем юҡ ителәсәк?
16 Алланың был донъяға сығарған хөкөмдәре үтәлгәндә, кем иҫән ҡаласаҡ, ә кем юҡ ителәсәк? Изге Яҙмаларҙа әйтелгәнсә, Алла идараһы аҫтында йәшәргә теләүселәр иҫән ҡаласаҡ, ә теләмәгән кешеләр Шайтан донъяһы менән бергә юҡ ителәсәк.
17 Ғибрәтле һүҙҙәр 2:21, 22-лә былай тип әйтелә: «Ерҙә намыҫлылар [Алла идараһына буйһоноусылар] ғына йәшәйәсәк, ер йөҙөндә саф кешеләр генә ҡаласаҡ. Ә яуыздар [Алла идараһына буйһонмаусылар] ерҙән юҡ ителәсәк, хыянатсылар унан ҡырып бөтөрөләсәк».
18 «Тағы бер аҙҙан яуыздар инде юҡ буласаҡ... Ә йыуаштар ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек табасаҡ. Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк», — тип әйтелгән Зәбурҙа (Мәҙхиә 37:10, 11, 29).
19. Ниндәй кәңәште ысын күңелдән ҡабул итергә кәрәк?
19 Беҙгә Зәбурҙағы бындай кәңәште ысын күңелдән ҡабул итергә кәрәк: «Йәһүәгә өмөтлән һәм уның юлынан йөрө, ул һине юғары күтәрер, һәм һин ерҙе мираҫ итеп алырһың. Яуыздар юҡ ителгән саҡта, һин быны күрерһең». Унда шулай уҡ былай тип әйтелә: «Саф кешегә күҙ һал, намыҫлы кешене күҙҙән юғалтма. Сөнки ундай кешенең киләсәге тыныс, имен буласаҡ. Ә бөтә енәйәтселәр иһә юҡ ителәсәк, яуыз кешеләрҙең киләсәге булмаясаҡ» (Мәҙхиә 37:34, 37, 38).
20. Беҙ тулҡынландырғыс осорҙа йәшәүебеҙҙе ҡайҙан беләбеҙ?
20 Алланың беҙҙе ысынлап та яратыуын һәм оҙаҡламай бөтә яуызлыҡ менән ғазаптарҙы юҡ итәсәген белеү ни тиклем йыуата һәм рухландыра! Был ғәжәп пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеше бик яҡын икәнлеген аңлау ысындан да тулҡынландырғыс!
[20-се биттәге иллюстрация]
Изге Яҙмаларҙа һуңғы көндәрҙең башланғанын күрһәткән ваҡиғалар тураһында алдан әйтелгән
[22-се биттәге иллюстрация]
Тиҙҙән Алла идараһына буйһонмаусылар Армагеддон һуғышында юҡ ителәсәк, ә буйһоноусылар иҫән ҡалып, ғәҙел яңы донъяла йәшәйәсәк