52-се йыр
«Йөрәгеңде һаҡла»
(Ғибрәтле һүҙҙәр 4:23)
1. Гөнаһ һуҡмағына баҫма,
Һаҡла йөрәгеңде.
Йәһәвә йөрәктән күрә
Ниндәй икәнеңде.
Хаҡ юлдан яҙҙыра беҙҙе
Йөрәк бит мәкерле.
Өйрәтер өсөн йөрәкте
Бул дөрөҫ фекерле.
2. Йөрәгеңде һин әҙерлә,
Уға доға ҡылып.
Маҡтау, рәхмәттәреңде һин
Әйт уға ышанып.
Йәһәвә Алла өйрәтә
Тоғро йөрәк үҫтер.
Һин уға тыңлаусан булып,
Һәр көн шатлыҡ килтер.
3. Йөрәкте боҙоҡтан һаҡла,
Дөрөҫлөктө уйла.
Алла Һүҙе йөрәгеңде
Көс биреп, яңырта.
Хоҙай тоғроно ярата,
Шикләнмә һин быға.
Ысын күңелдән хеҙмәт ит,
Дуҫ бул мәңге Уға.
(Мәҙ. 33:2; Фил. 4:8; 1 Пет. 3:4-те лә ҡара.)