УН БЕРЕНСЕ БҮЛЕК
Ни өсөн донъяла яуызлыҡ шул тиклем күп?
1, 2. Күп кешеләрҙе ниндәй һорау борсой?
БЕҘГӘ көн һайын донъяның төрлө мөйөштәрендә булып торған бәлә-ҡазалар хаҡында ишетергә тура килә: бер урында цунами ҡаланы тотош йыуып алып киткән, икенсе урында террорист метрола шартлау ойошторған, ә ҡайҙалыр рак менән ауырыған ҡатын, биш балаһын әсәйһеҙ ҡалдырып, үлеп киткән.
2 Ундай бәлә-ҡазалар тураһында ишеткәндә, күптәр: «Нишләп шулай икән?» — тип һорай. Уларҙы, ни өсөн был донъяла ғәҙелһеҙлек һәм ғазаптар шул тиклем күп, тигән һорау борсой. Ә һеҙ был хаҡта уйлағанығыҙ бармы?
3, 4. а) Абаҡумды ниндәй һорауҙар борсоған? б) Йәһүә уға ниндәй яуап биргән?
3 Изге Яҙманан күренеүенсә, хатта Алланың тоғро хеҙмәтселәрен дә шундай һорауҙар борсоған. Мәҫәлән, Абаҡум пәйғәмбәр Йәһүәнән былай тип һораған: «Ниңә һин миңә яуызлыҡты күрергә бирәһең? Ниңә һин йәбер-золомдо күреп тә, түҙеп тораһың? Ниңә минең алдымда һәләкәт һәм мәрхәмәтһеҙлек? Ни өсөн бөтә ерҙә ыҙғыш-талаш һәм һуғыш-ҡаршылыҡ?» (Абаҡум 1:3).
4 Абаҡум китабының 2-се бүлегендә 2-се һәм 3-сө аятта Алланың Абаҡумға биргән яуабы яҙылған. Алла донъялағы хәлде төҙәтергә вәғәҙә биргән. Йәһүә кешеләрҙе бик ярата. Инжилдә: «Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта», — тиелә (1 Петр 5:7). Ысынбарлыҡта, Алла яуызлыҡты һәм ғазаптарҙы беҙгә ҡарағанда ла нығыраҡ нәфрәт итә (Ишағыя 55:8, 9). Улайһа, ни өсөн донъяла яуызлыҡ шул тиклем күп һуң? Әйҙәгеҙ, яуапты Изге Яҙманан беләйек.
НИ ӨСӨН ДОНЪЯЛА ЯУЫЗЛЫҠ ШУЛ ТИКЛЕМ КҮП?
5. Бәлә-ҡаза тыуғанда, дин әһелдәренең күбеһе нимә ти? Изге Яҙма нимәгә өйрәтә?
5 Кешеләр ғазап кисергәндә, дин әһелдәре йыш ҡына, Алла шулай яҙған, тип аңлата. Ҡайһы берәүҙәр, кешеләр менән булған һәр ваҡиға, шул иҫәптән, бәлә-ҡазалар, Алла тарафынан алдан уҡ билдәләп ҡуйылған, һәм үҙе менән был йәки теге хәлдең ни өсөн килеп сыҡҡанын кеше бер ҡасан да аңлай алмай, тип һанай. Икенселәре иһә, кеше йә хатта сабый үлгәндә, Хоҙай уны үҙенә күккә ала, тип иҫәпләй. Әммә был ялған. Йәһүә бер ҡасан да яуыз эштәр ҡылмай. Изге Яҙмала: «Алла өсөн яуызлыҡ ҡылыу, Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһе өсөн яманлыҡ эшләү аҡылға һыймаҫлыҡ хәл!» — тиелә (Әйүп 34:10).
6. Ни өсөн күп кешеләр ерҙәге бөтә бәлә-ҡазаларҙа Алланы ғәйепләй?
6 Күптәр ерҙәге бөтә бәлә-ҡазаларҙа Алланы ғәйепләй, сөнки, донъя менән Алла идара итә, тип уйлай. Әммә 3-сө бүлектән белеүебеҙсә, ысынбарлыҡта донъя менән Шайтан Иблис идара итә.
7, 8. Ни өсөн донъяла яуызлыҡ шул тиклем күп?
7 Инжилдә: «Бөтөн донъяның иһә Иблис хакимлығы аҫтында булыуын беләбеҙ», — тип яҙылған (1 Яхъя 5:19). Был донъяның хакимы — Иблис — бик ҡанһыҙ, рәхимһеҙ зат. Ул — «бөтөн донъяны алдаусы» (Асылыш 12:9). Күптәр уға оҡшап аяуһыҙ булып китә. Бына ни өсөн донъяла ялған, нәфрәт һәм яуызлыҡ шул тиклем күп. Ләкин был сәбәптәрҙең береһе генә.
8 Башҡа сәбәптәр ҙә бар. Әҙәм менән Һауа фетнә күтәреп, камиллығын юғалтҡан һәм балаларына мираҫ итеп гонаһ тапшырған. Гонаһлы булыуы арҡаһында кешеләр башҡаларға ғазаптар килтерә. Улар йыш ҡына үҙ-ара ярыша, һуғыша, башҡаларға янай (Вәғәзсе 4:1; 8:9). Ә ҡайһы бер саҡта кешеләр «көтөлмәгән ваҡытта осраҡлы хәлгә» эләгеү арҡаһында ғазап сигә (Вәғәзсе 9:11). Тимәк, кеше көтөлмәгән ваҡытта бер ҙә уйламаған ерҙән бәләгә эләгергә мөмкин.
9. Алланың ғазаптарыбыҙға юл ҡуйыуына етди сәбәбе бар икәнен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
9 Йәһүә бер ҡасан да кешеләргә яуызлыҡ эшләмәй. Ул кешеләрҙең бер-береһе менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә итеүендә, ҡылған енәйәттәрендә, ҡуптарған һуғыштарында ғәйепле түгел. Ер тетрәүҙәр, һәләкәтле дауылдар һәм һыу баҫыуҙар ҙа Алла ебәргән бәлә-ҡаза түгел. Шулай ҙа һеҙҙең бындай һорау тыуалыр: «Йәһүә Ғаләмдә иң ҡеүәтле шәхес булғас, быларҙың барыһын да ни өсөн туҡтатмай һуң?» Беҙ беләбеҙ, Алла беҙҙең хаҡта ҡайғырта, тимәк, ғазаптарыбыҙға юл ҡуйыуына уның етди сәбәбе бар (1 Яхъя 4:8).
НИ ӨСӨН АЛЛА ҒАЗАПТАРЫБЫҘҒА ЮЛ ҠУЯ?
10. Иблис Йәһүә хаҡында нимә тигән?
10 Эден баҡсаһында Иблис Әҙәм менән Һауаны алдаған. Ул, асылда, Алла — насар Хаким, тип әйткән. Иблистең һүҙҙәре буйынса, имеш, Алла уларҙан ниндәйҙер бер яҡшы нәмә йәшерә. Иблис кешеләрҙе үҙенең Йәһүәнән яҡшыраҡ идара итеүенә һәм уларҙың Аллаға мохтаж булмауына ышандырырға теләгән. (Башланмыш 3:2—5; 27-се ҡушымтаны ҡарағыҙ.)
11. Беҙгә ниндәй һорауға яуап белергә кәрәк?
11 Әҙәм менән Һауа Алланы тыңламаған, шулай итеп, уға ҡаршы сыҡҡан. Улар, нимә яҡшы, нимә насар икәнен беҙ үҙебеҙ һайлай алабыҙ, тип уйлаған. Әммә улар хаҡ булмаған. Тик Йәһүә генә кешеләр өсөн нимә иң яҡшыһы икәнен белә. Ул быны нисек иҫбатлай алған?
12, 13. а) Ни өсөн Йәһүә фетнәселәрҙе шунда уҡ юҡ итмәгән? б) Ни өсөн Йәһүә Иблискә донъя менән идара итергә, ә кешеләргә үҙ хөкүмәттәрен булдырырға рөхсәт иткән?
12 Йәһүә Әҙәм менән Һауаны шунда уҡ юҡ итмәгән, ә уларға балалар тыуҙырырға рөхсәт иткән. Шулай итеп, Әҙәм менән Һауаның балаларына ла кемгә буйһонорға икәнен үҙҙәренә һайларға мөмкинлек бирелгән. Йәһүә ниәте буйынса, камил кешеләр бөтә ер йөҙөн тултырырға тейеш булған. Был ниәттең үтәлеүенә Иблистең тырышлыҡтары бер нисек тә ҡамасаулай алмаған (Башланмыш 1:28; Ишағыя 55:10, 11).
13 Иблис миллионлаған фәрештә алдында Йәһүәгә ғәйеп ташлаған (Әйүп 38:7; Данил 7:10). Иблис үҙ хаҡлығын иҫбатлап ҡараһын өсөн, Йәһүә уға ваҡыт биргән. Ул шулай уҡ кешеләргә лә, Иблистең хакимлығы аҫтында үҙ хөкүмәттәрен булдырып, Аллаһыҙ ҙа уңышлы була алыуҙарын дәлилләп ҡараһын өсөн, ваҡыт биргән.
14. Ваҡыт нимәне күрһәткән?
14 Меңләгән йылдар дауамында кешеләр үҙ-үҙҙәре менән хакимлыҡ итергә маташҡан, әммә уларҙың бер нәмә лә килеп сыҡмаған. Иблистең ялғансы булыуы ап-асыҡ күренгән. Кешеләр Алланың ярҙамына мохтаж. Был хаҡта Иремия пәйғәмбәр бына нимә тигән: «Эй Йәһүә, мин яҡшы беләм: кеше үҙ юлы менән идара итә алмай. Барыусы хатта үҙ аҙымдарына ла йүнәлеш бирә алмай» (Иремия 10:23).
НИ ӨСӨН ЙӘҺҮӘ ШУЛ ТИКЛЕМ ОҘАҠ КӨТӘ?
15, 16. а) Ни өсөн Йәһүә кешеләрҙең шул тиклем оҙаҡ ғазап сигеүенә юл ҡуйған? б) Ни өсөн Йәһүә Иблистең идара итеүе арҡаһында тыуған проблемаларҙы хәл итмәй?
15 Ни өсөн Йәһүә кешеләрҙең шул тиклем оҙаҡ ғазап сигеүенә юл ҡуйған? Ни өсөн ул һаман да яуызлыҡты бөтөрмәгән? Иблистең идара итеүе уңышһыҙ икәнен асыҡлар өсөн ваҡыт кәрәк булған. Кешеләр идара итеүҙең төрлө формаларын ҡулланып ҡараған, ләкин уңышҡа ирешә алмаған. Эйе, фән һәм технологиялар үҫешә. Әммә ғәҙелһеҙлек, ярлылыҡ, енәйәтселек һәм һуғыштар кәмемәй, ә күбәйгәндән-күбәйә генә. Кешеләр Аллаһыҙ үҙ-үҙҙәре менән етәкселек итә алмай.
16 Улайһа, ни өсөн Йәһүә Иблистең идара итеүе арҡаһында тыуған проблемаларҙы хәл итмәй? Быны эшләһә, Алла уның идаралығына булышлыҡ күрһәткән булыр ине. Ул саҡта кешеләр, Иблис әйтмешләй, беҙ үҙебеҙ ҙә уңышлы идара итә алабыҙ, тип уйлар ине. Ләкин был ялған, ә Йәһүә ялғанды хупламай. Ул үҙе бер ҡасан да алдамай (Еврейҙарға 6:18).
17, 18. Иблис килтергән зыянды Йәһүә нисек бөтөрәсәк?
17 Иблис һәм кешеләр идаралығы килтергән бөтә зыянды Йәһүә бөтөрә алырмы? Эйе. Алла булдыра алмаған бер нәмә лә юҡ. Иблистең ялғансы икәне иҫбатланғас, Йәһүә бөтә был проблемаларҙы хәл итәсәк. Ер, Алланың ниәте буйынса, ожмахҡа әйләнер. «Ҡәберҙәгеләрҙең һәммәһе» тереләсәк (Яхъя 5:28, 29). Кешеләр бер ҡасан да ауырымаҫ һәм үлмәҫ. Ғайса «Иблис эштәрен емерергә» киләсәк. Иблис килтергән бөтә зыянды Йәһүә Ғайса аша бөтөрәсәк (1 Яхъя 3:8). Йәһүәнең сабырлыҡ күрһәтеп беҙгә ваҡыт биргәне өсөн беҙ бик рәхмәтле. Был беҙгә уның хаҡында белем алырға һәм уны үҙ Хакимыбыҙ итеп һайларға мөмкинлек бирә. (2 Петр 3:9, 10-ды уҡығыҙ.) Ә ғазап сиккәндә, Йәһүә беҙгә сыҙарға көс бирә. (1 Коринфтарға 10:13-тө уҡығыҙ.)
18 Йәһүә беҙҙе үҙенә буйһонорға мәжбүр итмәй. Ул кешеләргә иҫ киткес бүләк — ихтыяр ирке биргән. Был нимәне аңлата? Әйҙәгеҙ, беләйек.
ҺЕҘ ИХТЫЯР ИРКЕГЕҘҘЕ НИСЕК ҠУЛЛАНЫРҺЫҒЫҘ?
19. Беҙҙең ниндәй иҫ киткес бүләгебеҙ бар? Ни өсөн беҙ был бүләктең ҡәҙерен белергә тейеш?
19 Инстинкт буйынса йәшәгән хайуандарҙан айырмалы булараҡ, беҙҙең һайлау ирке бар. Нисек йәшәргә икәнен, Йәһүәне тыңларғамы, юҡмы икәнен үҙебеҙ һайлай алабыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 30:24). Өҫтәүенә, беҙ билдәле берәй эш эшләр өсөн яһалған роботтар ҙа түгел. Ниндәй кеше булырға, кем менән дуҫлашырға, нимә менән шөғөлләнергә икәнен үҙебеҙ һайлай алабыҙ. Йәһүә беҙҙең бәхетле булыуыбыҙҙы теләй.
20, 21. Һайлау иркен ҡулланыуҙа иң яҡшы юл ниндәй?
20 Йәһүә үҙен яратыуыбыҙҙы теләй (Матфей 22:37, 38). Ул, үҙ улының, мәжбүри рәүештә түгел, ә ысын күңелдән: «Мин һине яратам», — тип әйтеүенә бәхетле булған атайға оҡшаш. Йәһүә беҙгә үҙенә хеҙмәт итергәме, юҡмы икәнен һайларға мөмкинлек бирә. Иблис, Әҙәм һәм Һауа Алланы тыңламаҫҡа ҡарар иткән. Ә һеҙ ихтыяр иркен нисек ҡулланырһығыҙ?
21 Үҙ һайлау иркегеҙҙе Йәһүәгә хеҙмәт итер өсөн ҡулланығыҙ! Миллионлаған кеше Иблискә түгел, ә Йәһүәгә яраҡлы булырға ҡарар иткән (Ғибрәтле һүҙҙәр 27:11). Һеҙ Алланың ғазаптарҙан азат ителгән яңы донъяһында йәшәр өсөн нимә эшләй алаһығыҙ? Быны киләһе бүлектән белербеҙ.