15-СЕ ДӘРЕС
Йәһүә Йософто онотмай
Йосо́ф төрмәлә ултырғанда, фирғәүе́н — Мысы́р батшаһы — бер кем дә аңлата алмаҫлыҡ төштәр күрә. Фирғәүенде́ң бер хеҙмәтсеһе, төштәрҙе Йосо́ф аңлата ала, тип әйтә. Фирғәүе́н шунда уҡ уны саҡыртып ала.
Батша уға: «Төштәремде аңлатып бир», — ти. Йосо́ф уға былай тип яуап бирә: «Мысырҙа́ ете йыл муллыҡ буласаҡ, ләкин унан һуң ете йыл аслыҡ буласаҡ. Халыҡ аслыҡтан интекмәһен өсөн, уңышты йыйырға берәй аҡыллы кеше тап». Фирғәүе́н: «Мин һине һайлайым! Һин минең менән бергә Мысырҙа́ идара итәсәкһең», — ти. Йосо́ф фирғәүе́н күргән төштәрҙең мәғәнәһен ҡайҙан белгән? Уға Йәһүә ярҙам иткән.
Киләһе ете йыл дауамында Йосо́ф келәттәргә иген йыя. Шунан һуң, Йосо́ф әйткәнсә, бөтә ерҙә аслыҡ башлана. Кешеләр, ашлыҡ һатып алыр өсөн, төрлө яҡтарҙан Йосо́ф янына килә башлай. Уның атаһы Яҡу́п, Мысырҙа́ иген бар икән, тип ишетә һәм ашлыҡ һатып алыр өсөн, ун улын ебәрә.
Йосо́ф ағаларын күргәс тә таный, улар иһә Йософто́ танымай. Улар, тап Йосо́ф ҡасандыр төшөндә күргәнсә, йөҙ түбән йығылып, уға баш эйә. Йосо́ф уларҙың йөрәгендә нәфрәт хисе ҡалғанмы, юҡмы икәнен тикшерергә була. Шуға күрә ул ағаларына: «Һеҙ шымсылар. Һеҙ илебеҙгә зыян итергә килгәнһегеҙ», — ти. Улар: «Юҡ, беҙ 12 ағай-эне. Беҙ Ҡынаанда́н килдек. Бер ҡустыбыҙ юҡ инде, ә иң кесеһе атайыбыҙ менән ҡалды», — тиҙәр. Быға Йосо́ф: «Иң кесе туғанығыҙҙы алып килегеҙ, шунда һеҙгә ышанырмын», — ти. Шуға күрә ағалары аталары янына ҡайтып китә.
Ғаиләһендә ҡабат ризыҡ бөткәс, Яҡу́п үҙенең улдарын яңынан Мысырға́ ебәрә. Был юлы улар үҙҙәре менән Бинйәминде́ ала. Йосо́ф уларҙы тикшерергә була: ул көмөш кәсәһен Бинйәминде́ң иген тоғона һала, ә һуңынан уларҙы урлашыуҙа ғәйепләй. Йософто́ң хеҙмәтселәре кәсәне Бинйәми́н тоғонан тапҡас, ағалары ҡурҡыуға төшә. Улар Йософта́н Бинйәми́н урынына үҙҙәрен язаға тартыуын үтенә.
Хәҙер инде Йосо́ф ағаларының үҙгәргәнен күрә. Ул бүтән үҙ хистәрен йәшерә алмайынса, илап ебәрә һәм: «Мин һеҙҙең ҡустығыҙ Йосо́ф. Атайым нисек, иҫәнме әле?» — тип һорай. Ағалары шаҡ ҡата. Йосо́ф уларға былай ти: «Мине һатҡанығыҙға үҙегеҙҙе ғәйепләмәгеҙ, һеҙҙең ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалыр өсөн Алла мине бында үҙе ебәргән. Тиҙерәк ҡайтығыҙ һәм атайымды алып килегеҙ».
Йософто́ң ағалары өйгә ҡайта һәм аталарына был ҡыуаныслы хәбәрҙе һөйләп, уны Мысырға́ алып килә. Шулай итеп, күп йылдар үткәс, Йосо́ф атаһы менән осраша!
«Кешеләрҙең насар ғәмәлдәрен кисермәһәгеҙ инде, Күктәге Атағыҙ һеҙҙекен дә кисермәҫ» (Матфей 6:15)