37-СЕ ЙЫР
Йәһүәгә бирелеп хеҙмәт итеү
1. Йәһүә, һине тыңлайым,
Бары тик һин Хоҙай Тәғәләм.
Тоғролоҡ һиңә һаҡлайым,
Бар йөрәктән һине яратам.
Аҡыллы кәңәш гел бирәһең,
Ҡануның күңел түремдә.
ҠУШЫМТА
Йәһүә, һин лайыҡлыһың —
Йөрәгемде бирәм мин һиңә.
2. Иҫ киткес бар эштәрең дә,
Шөһрәтеңде иғлан итәләр.
Диңгеҙҙәр, бейек тауҙар ҙа
Тантаналы ауаз һалалар.
Мин дә гел һине ололармын,
Дан йырлармын исемеңә.
ҠУШЫМТА
Йәһүә, һин лайыҡлыһың —
Йөрәгемде бирәм мин һиңә.
(Ҡан. 6:15; Зәб. 40:8; 113:1—3; Вәғ. 5:4; Яхъя 4:34-те лә ҡара.)