41-СЕ ДӘРЕС
Изге Яҙмала енси мөнәсәбәттәр тураһында нимә әйтелә?
Күптәр енси мөнәсәбәттәр хаҡында һөйләшергә уңайһыҙлана. Изге Яҙмала иһә енси мөнәсәбәттәр тураһында асыҡтан-асыҡ һәм шул уҡ ваҡытта хөрмәт менән әйтелә. Унда яҙылғандар беҙгә яҡлау булып тора. Башҡаса булыуы мөмкин дә түгел, сөнки Йәһүә, Барлыҡҡа килтереүсебеҙ булараҡ, беҙҙең өсөн нимә иң яҡшыһы икәнен белә. Уны һөйөндөрөп мәңге йәшәр өсөн, беҙгә нисек эш итергә кәрәклеген ул асыҡ итеп әйтә.
1. Йәһүә енси мөнәсәбәттәргә нисек ҡарай?
Енси мөнәсәбәттәр — Йәһүәнең бүләге. Ул ошо бүләкте законлы никахта торған ир менән ҡатын бер-береһенә рәхәтлек килтереп йәшәһен өсөн биргән. Енси мөнәсәбәттәр ир менән ҡатынға бала табырға ғына түгел, ә бер-береһенә наҙлы хистәр һәм яратыу күрһәтергә мөмкинлек бирә. Бына шуның өсөн дә Изге Яҙмала: «Йәшлектәге ҡатының менән күңел ас», — тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 5:18, 19). Йәһүә, никахта торған мәсихселәр тормош иптәшенә һәр ваҡыт тоғро булыр һәм бер ҡасан да бер-береһенә хыянат итмәҫ, тип көтә. (Еврейҙарға 13:4-те уҡы.)
2. Енси әхлаҡһыҙлыҡ нимә ул?
Изге Яҙмала «аҙғындар... Алла батшалығына эйә була алмаясаҡ» тип әйтелә (1 Коринфтарға 6:9, 10). Изге Яҙманы грек телендә яҙған кешеләр, енси аҙғынлыҡты һүрәтләр өсөн, порне́йа тигән һүҙҙе ҡулланған. Был һүҙ 1) никахта тормаған кешеләр араһындағы енси мөнәсәбәттәрҙеa, 2) гомосексуализмды һәм 3) кешенең хайуандар менән яҡынлыҡ ҡылыуын үҙ эсенә ала. Йәһүәнең әхлаҡи нормалары буйынса йәшәһәк, уның йөрәген һөйөндөрөрбөҙ һәм үҙебеҙ ҙә бынан файҙа күрербеҙ (1 Фессалоникаларға 4:3).
КҮБЕРӘК БЕЛ
Енси әхлаҡһыҙлыҡтан ҡасырға нимә ярҙам иткәнен һәм әхлаҡи яҡтан саф булыу ниндәй файҙа килтергәнен бел.
3. Енси әхлаҡһыҙлыҡтан ҡас
Аллаға тоғро булған Йософ исемле бер егет үҙе менән яҡынлыҡ ҡылырға ныҡышҡан ҡатынға ҡаршы тора алған. Башланмыш 39:1—12-не уҡы һәм һорауҙарға яуап бир:
Ни өсөн Йософ сығып ҡасҡан? (9-сы аятты ҡара.)
Һинеңсә, Йософ дөрөҫ эш иткәнме? Аңлат.
Бөгөнгө йәштәр, Йософтан өлгө алып, нисек енси әхлаҡһыҙлыҡтан ҡаса ала? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.
Йәһүә һәр беребеҙҙең енси әхлаҡһыҙлыҡҡа ҡаршы тороуыбыҙҙы теләй. 1 Коринфтарға 6:18-ҙе уҡы һәм яуап бир:
Ниндәй шарттар кешене енси әхлаҡһыҙлыҡҡа этәрергә мөмкин?
Енси әхлаҡһыҙлыҡҡа ҡаршы торорға нимә ярҙам итер?
4. Һин ҡотҡоға ҡаршы тора алаһың!
Ни өсөн ҡай саҡ енси әхлаҡһыҙлыҡҡа ҡаршы тороу ауыр булырға мөмкин? ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауҙарға яуап бир.
Был ир кеше, ҡайһы бер уйҙары һәм эштәре хыянатҡа этәрергә мөмкин икәнен аңлағас, нисек эш итергә булды?
Хатта тәжрибәле мәсихселәргә лә ҡай саҡ үҙ уйҙарын йүгәнләү еңел булмаҫҡа мөмкин. Әхлаҡһыҙ уйҙарҙы кире ҡағырға нимә ярҙам итә ала? Филиптарға 4:8-ҙе уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:
Беҙ нимә хаҡында уйланырға тейеш?
Изге Яҙманы уҡыу һәм Йәһүә эшендә әүҙем ҡатнашыу беҙгә нисек гонаһ ҡылыу ҡотҡоһона ҡаршы торорға ярҙам итер?
5. Йәһүәнең нормалары беҙҙе яҡлай
Йәһүә беҙҙең өсөн нимә яҡшыраҡ икәнен белә. Ул беҙгә нисек әхлаҡи яҡтан саф булып ҡалырға икәнен һәм ундай тормош рәүешенең ниндәй файҙа килтергәнен аңлата. Ғибрәтле һүҙҙәр 7:7—27-не уҡы йә ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауҙарға яуап бир.
Был йәш егет насар теләктәргә ҡаршы тороуы ауыр булған хәлгә нисек эләккән? (Ғибрәтле һүҙҙәр 7:8, 9-ҙы ҡара.)
Ғибрәтле һүҙҙәр 7:23, 26-ла әйтелгәнсә, енси әхлаҡһыҙлыҡ аяныс эҙемтәләргә килтерә. Алланың әхлаҡи нормалары буйынса йәшәһәк, ниндәй бәләләрҙән һаҡлана алырбыҙ?
Әхлаҡи яҡтан саф булып ҡалыу беҙгә шатланып мәңге йәшәргә нисек ярҙам итә алыр?
Изге Яҙманың гомосексуализмды хөкөм итеүе ҡайһы берәүҙәргә бигерәк ҡаты булып күренә. Әммә Йәһүә — мөхәббәт Аллаһы һәм ул һәр кешенең мәңге йәшәүен теләй. Ә бының өсөн уның нормаларын үтәп йәшәргә кәрәк. 1 Коринфтарға 6:9—11-ҙе уҡы һәм ошо һорауҙарға яуап бир:
Алла тик гомосексуаль теләктәрҙе генә насар тип һанаймы?
Аллаға яраҡлы булыр өсөн һәр беребеҙгә ниндәйҙер үҙгәрештәр яһарға кәрәк. Ни өсөн был бар көскә тырышыуыбыҙҙы талап итә? Зәбур 19:8, 11-ҙе уҡы һәм яуап бир:
Һинеңсә, Йәһүәнең әхлаҡи нормалары аҡыллымы? Аңлат.
ҠАЙҺЫ БЕРӘҮҘӘР БЫЛАЙ ТИ: «Ике кеше бер-береһен ярата икән, уларҙың яҡынлыҡ ҡылыуҙарының бер насарлығы ла юҡ».
Ә һин нимә тиер инең?
ТӨП ФЕКЕР
Енси мөнәсәбәттәр — Йәһүәнең бүләге. Ул законлы никахта торған ир менән ҡатын өсөн генә тәғәйенләнгән.
Ҡабатлау
Енси әхлаҡһыҙлыҡ нимә ул?
Енси әхлаҡһыҙлыҡтан нисек һаҡланырға?
Йәһүәнең әхлаҡи нормалары буйынса йәшәү ниндәй файҙа килтерә?
ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
Ни өсөн ир менән ҡатындың законлы никахта тороу-тормауы Аллаға барыбер түгел?
«Изге Яҙмала никахҡа тиклем бергә йәшәү тураһында нимә әйтелә?» (интернет-мәҡәлә)
Изге Яҙма гомосексуализмды тыя. Әммә был беҙ гомосексуалистарҙы нәфрәт итергә тейеш тигәнде аңлатмай.
Алланың енси мөнәсәбәттәргә ҡағылышлы ҡанундары беҙҙе нисек һаҡлай икәнен бел.
«Улар миңә хөрмәт күрһәтте» тигән мәҡәләне уҡып, элек гомосексуалист булған бер ирҙе Алла ҡанундары буйынса йәшәй башларға нимә дәртләндергәнен бел.
«Изге Яҙма тормошто үҙгәртә» («Күҙәтеү манараһы», 2011 йыл, 1 апрель)
a Был енси мөнәсәбәттәр ораль һәм аналь секс, башҡа кешенең енси ағзаларын иркәләүҙе лә аңлата.