«Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ»
«Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы... һыуға сумдырығыҙ, һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ» (МАТФ. 28:19, 20).
1, 2. Ғайсаның Матфей 24:14-тә яҙылған һүҙҙәре менән бәйле ниндәй һорауҙар тыуа?
ҠАЙҺЫ берәүҙәр ҡараштарыбыҙ менән риза, башҡалар беҙгә ярһып ҡаршы килә, әммә күпселек кеше Йәһүә шаһиттарының бөтә ерҙә вәғәз эше менән яҡшы билдәле булыуын таный. Бәлки, вәғәздә ҡараштарыбыҙ менән риза булмаған, ләкин алып барған эшмәкәрлегебеҙ өсөн беҙҙе хөрмәт иткән кешеләрҙе осратҡанығыҙ булғандыр. Белеүебеҙсә, Ғайса, Алла Батшалығы хаҡындағы һөйөнөслө хәбәр бөтә донъяла иғлан ителер, тип алдан әйткән булған (Матф. 24:14). Әммә ни өсөн беҙ башҡарған эш — Ғайса әйткән пәйғәмбәрлектең үтәлеше икәненә тулыһынса ышанып була? Был эште беҙ башҡарабыҙ тип уйлау үҙ-үҙебеҙгә саманан тыш ышаныу түгелме?
2 Күп дини ойошмалар үҙҙәрен Инжилде, йәғни һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләй тип уйлай. Әммә йыш ҡына уларҙың тырышлыҡтары иманға нисек килгәндәре хаҡында һөйләү, сиркәүҙә хеҙмәт итеү, телевидение йә интернет аша тапшырыуҙар алып барыу менән генә сикләнә. Кемдер хәйриә эше менән шөғөлләнә йә медицина һәм мәғариф өлкәләрендә ярҙам итә. Шулай эшләп улар Ғайсаның әмерен үтәй тип әйтеп буламы?
3. Матфей 28:19, 20 буйынса, Ғайсаның шәкерттәренән ниндәй дүрт аҙым көтөлә?
3 Ғайсаның шәкерттәре кешеләрҙең килеүен көтөп тик кенә ултырырға тейеш булғанмы? Һис тә юҡ! Терелтелгәндән һуң, Ғайса, йөҙләгән шәкертенә мөрәжәғәт итеп, былай тигән: «Барса халыҡтарға барығыҙ һәм уларҙы Минең шәкерттәрем итегеҙ, уларҙы... һыуға сумдырығыҙ, Һеҙгә ҡушҡандарымдың барыһын да үтәргә өйрәтегеҙ» (Матф. 28:19, 20). Бында дүрт аҙым килтерелә. Беҙ шәкерттәр әҙерләргә, уларҙы һыуға сумдырырға һәм өйрәтергә тейеш. Әммә беренсе сиратта нимә эшләргә кәрәк? Ғайса: «Барығыҙ», — тигән. Был әмер хаҡында Изге Яҙма буйынса бер белгес былай тип әйткән: «„Барығыҙ“ тигән әмер Аллаға ышанған һәр кеше өсөн йөкләмә булып тора, һәм уны үтәр өсөн ул үҙе йәшәгән урамдағы кешеләргә барырмы йә океан аша сәйәхәт итерме, уныһы мөһим түгел» (Матф. 10:7; Лука 10:3).
4. «Кеше аулаусылар» булыу нимәне аңлата?
4 Ғайса айырым һәр бер шәкертенең тырышлыҡтары йәки ойошторолған вәғәз эше тураһында әйткәнме? Бер кеше «барса халыҡтарға» бара алмағанға, был эш күп кешенең ойошторолған тырышлыҡтарын талап итә. Ғайса, шәкерттәрен «кеше аулаусылар» булырға саҡырғанда, тап шуны күҙ уңында тотҡан да. (Матфей 4:18—22-не уҡығыҙ.) Ул бер үҙе генә ҡармағын тотоп балыҡ ҡапҡанын көтөп ултырған балыҡсы тураһында әйтмәгән. Киреһенсә, ул ау менән балыҡ тотоуҙы, йәғни физик яҡтан ауыр, ҡайһы саҡта күптәрҙең ҡатнашыуын талап иткән эште күҙ уңында тотҡан (Лука 5:1—11).
5. Ниндәй дүрт һорауға яуап табырға кәрәк һәм ни өсөн?
5 Бөгөн Ғайсаның пәйғәмбәрлеген үтәп һөйөнөслө хәбәрҙе кем вәғәзләүен белер өсөн, ошо дүрт һорауға яуап алырға кәрәк:
Ниндәй хәбәрҙе вәғәзләргә кәрәк?
Был эште башҡарырға нимә дәртләндерергә тейеш?
Ниндәй ысулдар ҡулланылырға тейеш?
Вәғәз эше ни тиклем оҙаҡ һәм ниндәй күләмдә алып барылырға тейеш?
Был һорауҙарға яуап алыу ғүмерҙе ҡотҡара алған эште кем алып барғанын белергә ярҙам итер һәм шулай уҡ уны артабан да тоғролоҡ менән башҡарырға көс өҫтәп ебәрер (1 Тим. 4:16).
НИНДӘЙ ХӘБӘРҘЕ ВӘҒӘЗЛӘРГӘ КӘРӘК?
6. Ни өсөн Йәһүә шаһиттарының Ғайса ҡушҡан хәбәрҙе вәғәзләгәненә бер ҙә шикләнмәҫкә була?
6 Лука 4:43-тө уҡығыҙ. Ғайса «Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе» вәғәзләгән һәм шәкерттәренән дә шуны уҡ көтә. Был хәбәрҙе «барса халыҡтарға» кем вәғәзләй? Яуап асыҡ: Йәһүә шаһиттары ғына. Хатта беҙгә ҡаршы килгән ҡайһы бер кешеләр ҙә быны таный. Мәҫәлән, бер рухани-миссионер ағай-ҡәрҙәшебеҙгә үҙенең төрлө илдәрҙә йәшәгәнен һәм һәр илдә Йәһүә шаһиттарынан ниндәй хәбәрҙе вәғәзләүҙәре хаҡында һорағанын һөйләгән. Ул ниндәй яуап алған? Рухани былай тигән: «Шул хәтлем ахмаҡ булырға кәрәк бит! Улар бөтөнөһө лә: „Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе“, — тип бер үк яуап ҡайтара ине». Әлбиттә, улар ахмаҡ булмаған. Киреһенсә, уларҙың яуаптары мәсихселәргә хас булырға тейеш берҙәмлекте сағылдырған (1 Кор. 1:10). Шул уҡ хәбәр «Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә» тигән журнал аша ла еткерелә. Был журнал 254 телгә тәржемә ителә, һәм һәр сығарылыштың уртаса тиражы яҡынса 59 миллион экземпляр тәшкил итә. Ул — донъяла иң киң таралған журнал.
7. Христиан дине әһелдәренең Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе вәғәзләмәүен беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
7 Христиан дине әһелдәре Алла Батшалығы тураһында вәғәзләмәй. Батшалыҡ хаҡында һөйләһәләр ҙә, уларҙың күбеһе уны, ни бары хис йә йөрәк торошо ғына, тип аңлата (Лука 17:21). Улар кешеләргә Алла Батшалығының Ғайса Мәсих етәкселек иткән күктәге хөкүмәт икәнен аңларға ярҙам итмәй, шулай уҡ, был Батшалыҡ кешелектең бөтә проблемаларын хәл итәсәк һәм тиҙҙән ер йөҙөндәге бөтә яуызлыҡты бөтөрәсәк, тип өйрәтмәй (Асыл. 19:11—21). Бының урынына улар Ғайса Мәсихте Раштыуа һәм Пасха байрамдары ваҡытында ғына иҫкә ала. Күренеүенсә, улар Ғайсаның идараһы ергә нимә килтерәсәге хаҡында бер нәмә лә белмәй. Ниндәй хәбәрҙе вәғәзләргә кәрәклеген күҙҙән ысҡындырғас, уларҙың был эште башҡарырға нимә дәртләндерергә тейешлеген дә күҙҙән ысҡындырыуҙары һис тә ғәжәп түгел.
БЫЛ ЭШТЕ БАШҠАРЫРҒА НИМӘ ДӘРТЛӘНДЕРЕРГӘ ТЕЙЕШ?
8. Вәғәз эшендә ниндәй ниәттән сығып ҡатнашыу дөрөҫ түгел?
8 Вәғәзләргә нимә дәртләндерергә тейеш? Әлбиттә, аҡса йыйыу һәм зиннәтле биналар төҙөү теләге түгел. Ғайса үҙенең шәкерттәренә: «Бушлай алдығыҙ — бушлай бирегеҙ», — тигән (Матф. 10:8). Алла Һүҙе иҫәбенә байығыу дөрөҫ түгел (2 Кор. 2:17). Был хәбәрҙе таратыусылар вәғәз эшенән табыш эҙләргә тейеш түгел. (Ғәмәлдәр 20:33—35-те уҡығыҙ.) Ошо аныҡ күрһәтмәләргә ҡарамаҫтан, күпселек сиркәүҙәр, иғтибарҙарын ситкә йүнәлтеп, аҡса йыйыу менән мауыҡҡан һәм аҡса эҙләүгә бирелгән. Улар руханиҙарға һәм башҡа күп эшселәренә аҡса түләргә мәжбүр. Күп кенә осраҡтарҙа христиан дине әһелдәре үҙҙәренә ҙур байлыҡ туплай (Асыл. 17:4, 5).
9. Йәһүә шаһиттарының вәғәз эшен дөрөҫ ниәттәрҙән башҡарыуы нимәнән күренә?
9 Аҡса йыйыуға килгәндә, Йәһүә шаһиттары тураһында нимә әйтеп була? Уларҙың эшмәкәрлеге ирекле иғәнәләр ярҙамында башҡарыла (2 Кор. 9:7). Батшалыҡ залдарында һәм конгрестар ваҡытында аҡса йыймайҙар. Шуға ҡарамаҫтан, ни бары үткән йылда ғына Йәһүә шаһиттары һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүгә 2 миллиард самаһы сәғәт сарыф иткән һәм ай һайын бушлай 9 миллиондан ашыу Изге Яҙма өйрәнеүе үткәргән. Шуныһы ҡыҙыҡ: улар эштәре өсөн аҡса алмай, улай ғына ла түгел, хатта үҙ сығымдарын да ҙур теләк менән үҙҙәре ҡаплай. Йәһүә шаһиттарының эшмәкәрлеге тураһында бер тикшеренеүсе былай тигән: «Уларҙың төп маҡсаты — вәғәзләү һәм өйрәтеү... Улар араһында руханиҙар юҡ, шунлыҡтан уларҙың сығымдары ныҡ кәмей». Улайһа, был эште башҡарырға беҙҙе нимә этәрә? Ҡыҫҡа ғына әйткәндә, беҙ был эште үҙ иркебеҙ менән башҡарабыҙ, сөнки Йәһүәне һәм яҡындарыбыҙҙы яратабыҙ. Был эште башҡарырға әҙер тороуыбыҙ Зәбур 110:3-тә (уҡығыҙa) яҙылған пәйғәмбәрлеккә тура килә.
НИНДӘЙ ЫСУЛДАР ҠУЛЛАНЫЛЫРҒА ТЕЙЕШ?
10. Ғайса һәм уның шәкерттәре ниндәй ысулдар менән вәғәзләгән?
10 Ғайса һәм уның шәкерттәре һөйөнөслө хәбәрҙе ниндәй ысулдар менән вәғәзләгән? Улар кешеләр булған бөтә ергә — йәмәғәт урындарына һәм кешеләрҙең өйҙәренә барған. Вәғәз эше өйҙән-өйгә йөрөп лайыҡлы кешеләрҙе эҙләүҙе үҙ эсенә алған (Матф. 10:11; Лука 8:1; Ғәм. 5:42; 20:20). Тәртипкә һалынған бындай ысул кешегә бер тигеҙ ҡарауҙы күрһәткән.
11, 12. Һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләр өсөн христиан диндәре һәм Йәһүә шаһиттары нимә эшләгәнен сағыштырығыҙ.
11 Ә христиан дине сиркәүҙәре тураһында был йәһәттән нимә әйтеп була? Дөйөм алғанда, сиркәүгә йөрөүселәр вәғәз эше менән бының өсөн аҡса алған руханиҙар шөғөлләнеүенә бик шат. Әммә христиан дине әһелдәрен «кеше аулаусылар» тип атап була микән, ай-һай... Уларҙы булған «балыҡтарын» һаҡлап алып ҡалыу күберәк борсой. Эйе, ҡайһы бер руханиҙар ваҡыт-ваҡыт мәхәллә кешеләрен вәғәзләргә өндәргә маташа. Мәҫәлән, 2001 йылдың башында Рим папаһы Иоанн Павел II үҙенең хатында былай тигән: «Йылдар буйы мин ҡат-ҡат яңынан вәғәзләй башларға өндәнем. Мин тағы ла быны эшләйем... Беҙ үҙебеҙҙә Паулда булған инанғанлыҡ утын яндырып ебәрергә тейеш. Ул: „Әгәр вәғәзләүҙән туҡтаһам, ҡайғы миңә!“ — тигән». Шунан һуң Рим папаһы, был миссия «„белгестәр“ төркөмөнә генә тапшырылырға тейеш түгел, был яуаплылыҡ Алла Халҡының һәр ағзаһында ята», тип өҫтәгән. Әммә күпме кеше был өндәү буйынса эш иткән?
12 Ә Йәһүә шаһиттары тураһында нимә әйтеп була? Улар ғына Ғайсаның 1914 йылдан алып Батша булып идара итеүе хаҡында вәғәзләй. Ғайса ҡушҡанса, улар вәғәз эшен тормоштарында мөһим урынға ҡуя (Марк 13:10). Бер китапта былай тиелә: «Йәһүә шаһиттары өсөн миссионер эшмәкәрлеге бөтә башҡа нәмәләрҙән мөһимерәк». Бер Йәһүә шаһитының һүҙҙәренә һылтанып, автор былай тип дауам итә: «Аслыҡ, яңғыҙлыҡ һәм насар һаулыҡ менән осрашҡан кешеләргә тап булғанда, улар ярҙам итергә тырыша... әммә улар бер ҡасан да үҙҙәренең төп йөкләмәһе — донъяның яҡынлашып килгән ахыры һәм ҡотолоуҙың кәрәклеге тураһындағы рухи хәбәрҙе таратыу икәнлеген онотмай» («Pillars of Faith—American Congregations and Their Partners»). Йәһүә шаһиттары, Ғайса һәм уның шәкерттәре ҡулланған ысулдарҙы ҡулланып, ошо хәбәрҙе таратыуын дауам итә.
ВӘҒӘЗ ЭШЕ НИ ТИКЛЕМ ОҘАҠ ҺӘМ НИНДӘЙ КҮЛӘМДӘ АЛЫП БАРЫЛЫРҒА ТЕЙЕШ?
13. Вәғәз эше ниндәй күләмдә алып барылырға тейеш?
13 Ғайса, һөйөнөслө хәбәр «бөтә донъяла иғлан ителер» тип әйтеп, вәғәз эшенең күләмен һүрәтләгән (Матф. 24:14). Шәкерттәрҙе «барса халыҡтар» араһында әҙерләргә кәрәк (Матф. 28:19, 20). Быларҙың барыһы вәғәз эше бөтөн донъяла алып барылырға тейешлеген күрһәтә.
14, 15. Йәһүә шаһиттарының Ғайса үҙенең пәйғәмбәрлегендә әйткән күләмдә вәғәзләүенә ниндәй дәлилдәр бар? (Мәҡәлә башындағы рәсемдәрҙе ҡарағыҙ.)
14 Йәһүә шаһиттары Ғайса үҙенең пәйғәмбәрлегендә әйткән күләмдә вәғәзләйҙәрме? Әйҙәгеҙ, бер нисә факт ҡарап сығайыҡ. Ҡушма Штаттарҙа төрлө дини конфессияларҙа 600 000 самаһы дин әһеле иҫәпләнә, ә Йәһүә шаһиттарының һаны — 1 200 000 тирәһе. Бөтә донъя буйынса Рим католик сиркәүендә 400 000-дән әҙ генә артығыраҡ рухани булыуы билдәле. Ә нисә Йәһүә шаһиты Батшалыҡ тураһында вәғәзләй? Бөтә донъя буйынса 240 илдә һәм территорияла һигеҙ миллион тирәһе ирекле хеҙмәтсе вәғәзләй. Ниндәй хайран ҡалырлыҡ эш башҡарыла! Был Йәһүәгә маҡтау һәм дан килтерә (Зәб. 34:1; 51:15).
15 Йәһүә шаһиттары булараҡ, беҙ, был яуыз донъяның ахыры килеп етмәҫ борон, мөмкин тиклем күберәк кешегә һөйөнөслө хәбәрҙе еткерергә теләйбеҙ. Бына ни өсөн беҙ Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәтте тәржемә итеү һәм баҫтырыу йәһәтенән тиңе булмаған эш башҡарабыҙ. Беҙ бушлай миллионланған китап, журнал, буклет, шулай уҡ Иҫкә алыу кисәһенә һәм конгрестарға саҡырыу таратабыҙ. Беҙҙең баҫмалар 700-ҙән күберәк телдә сыға. Изге Яҙманың «Яңы донъя тәржемәһе» 130-ҙан ашыу телдә 200 миллион дананан ашыу тираж менән сығарылды. Үткән йылда ғына яҡынса 4,5 миллиард дана Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәт сығарылды. Рәсми сайтыбыҙҙағы мәғлүмәтте 750-нән ашыуыраҡ телдә уҡып була. Тағы кем дә булһа шундай эш башҡарамы?
16. Йәһүә шаһиттарында Алла рухы барлығын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?
16 Алдан әйтелгән вәғәз эше ни тиклем оҙаҡ дауам итәсәк? Ғайса әйткәнсә, был бөтә донъя эше һуңғы көндәр дауамында алып барыласаҡ, һәм шунан һуң ахыр киләсәк. Тағы ниндәй дини төркөм был әһәмиәтле һуңғы көндәрҙә һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүен дауам итә? Беҙ вәғәздә осратҡан ҡайһы бер кешеләр, беҙҙә изге рух, ә һеҙ бөтөн эште эшләйһегеҙ, тип әйтергә мөмкин. Был эште сыҙамлыҡ менән башҡарыуыбыҙ Алланың изге рухы беҙҙә икәнен күрһәтмәйме ни? (Ғәм. 1:8; 1 Пет. 4:14) Ваҡыт-ваҡыт ҡайһы бер дини төркөмдәр Йәһүә шаһиттары башҡарған эште башҡарырға тырыша, әммә ғәҙәттә уларҙың бер нәмә лә килеп сыҡмай. Башҡалар, күпмелер ваҡыт үҙҙәренсә миссионер эшмәкәрлегендә ҡатнашҡан булып, шунан һуң ғәҙәти тормош рәүешенә ҡайталар. Хатта өйҙән-өйгә йөрөп вәғәзләргә тырышҡандары ла бар, әммә улар нимә тураһында вәғәзләй? Был һорауға яуаптан уларҙың Ғайса Мәсих башлаған эште башҡармауы асыҡ күренә.
БӨГӨН ҺӨЙӨНӨСЛӨ ХӘБӘРҘЕ КЕМ ВӘҒӘЗЛӘЙ?
17, 18. а) Ни өсөн Йәһүә шаһиттарының ғына Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүенә тамсы ла шигебеҙ юҡ? б) Беҙ нимә ярҙамында артабан да был эштә ҡатнаша алабыҙ?
17 Шулай итеп, бөгөн Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе ысынбарлыҡта кем вәғәзләй? Беҙ һис тә шикләнмәйенсә Йәһүә шаһиттары тип әйтә алабыҙ. Ни өсөн беҙҙең быға тамсы ла шигебеҙ юҡ? Сөнки беҙ дөрөҫ хәбәрҙе — Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләйбеҙ. Кешеләр янына үҙебеҙ барыуыбыҙ дөрөҫ ысулдар ҡулланыуыбыҙҙы күрһәтә. Вәғәз эшен дөрөҫ ниәттәрҙән сығып башҡарабыҙ: беҙҙе матди табыш артынан ҡыуыу теләге түгел, ә яратыу дәртләндерә. Төрлө телдәрҙә бөтә халыҡ кешеләренә вәғәзләп, беҙ был эште ифрат ҙур күләмдә башҡарабыҙ. Беҙ вәғәз эшен артабан да йылдан-йыл туҡтамайынса ахыр килгәнгә тиклем дауам итәсәкбеҙ.
18 Хәҙерге тулҡынландырғыс ваҡытта Алла халҡының ниндәй эш башҡарыуы хайран ҡалдыра. Бының барыһы ла нимә ярҙамында мөмкин һуң? Илсе Паул был һорауға филиптарға яҙған хатында яуап бирә: «Алла үҙе бит һеҙҙә эш итә һәм, ул хуп күргәнсә эш итһен өсөн, һеҙҙә теләк уята һәм көс бирә» (Флп. 2:13, ЯДТ). Ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләп, хеҙмәтебеҙҙе тулы рәүештә башҡарған арала ҡайғыртыусан Атабыҙға һәр беребеҙҙә эш итеүен дауам итергә юл ҡуяйыҡ (2 Тим. 4:5).
a Зәбур 110:3: «Һин үҙ ғәскәреңде һуғышҡа алып барған көндө халҡың әҙер торор. Һинең таң тыуҙырған ысыҡ бөртөктәрендәй ғәйәт күп йәштәрең бар. Улар аша мөһабәт изгелек сағыла».