Хәтерләйһегеҙме?
Һуңғы брошюраларҙы иғтибар менән уҡынығыҙмы? Аҫта килтерелгән һорауҙарға яуап бирә алаһығыҙмы?
Ни өсөн Йәһүә боронғо Израиль халҡы алып барған һуғыштарҙы хуплаған?
Йәһүә — мөхәббәт ул. Шулай ҙа, ҡайһы ваҡыт Алла, халҡына яуызлыҡ һәм йәбер янағанда, һуғыштар алып барырға рөхсәт иткән. Һуғышта кем ҡатнашасағын һәм һуғыштың ҡасан буласағын Алла үҙе билдәләгән (w15-TAT 1.11., 4—5 бб.).
Ата-әсәләр, үҫмер балаларын Йәһүәгә хеҙмәт итергә өйрәтер өсөн, нимә эшләй ала?
Ата-әсәләр үҫмер балаларын яратырға һәм баҫалҡылыҡ өлгөһө күрһәтергә тейеш. Уларға шулай уҡ үтә күреүсән булырға һәм үҫмер балаларын аңларға тырышырға кәрәк (w15-TAT 15.11., 9—11 бб.).
Ни өсөн Рим папаһын илсе Петрҙың алмашсыһы тип һанарға ярамай?
Матфей 16:17, 18-ҙә, Петр мәсихселәр йыйылышының башы булыр, тип әйтелмәй. Изге Яҙманан күренгәнсә, йыйылыштың «мөйөш ташы» Петр түгел, ә Ғайса булырға тейеш булған (1 Пет. 2:4—8) (w15-TAT 1.12., 12—14 бб.).
Берәй нәмә әйтер алдынан нимәне иҫәпкә алырға кәрәк?
Һүҙҙәребеҙ башҡаларға файҙа килтерһен өсөн, бындай өс яҡты күҙҙә тоторға кәрәк: 1) ҡасан һөйләргә (Вәғ. 3:7), 2) нимә әйтергә (Ғиб. һүҙ. 12:18) һәм 3) нисек итеп әйтергә (Ғиб. һүҙ. 25:15) (w15-TAT 15.12., 19—22 бб.).
Мәсихселәр ниндәй намыҫһыҙлыҡтарҙан һаҡлана?
Ысын мәсихселәр ялған һөйләмәй һәм яла яҡмай. Улар башҡаларҙың абруйын төшөргән мәғлүмәт таратмай, мутлашмай һәм урлашмай (wp16.01-TAT, 5 б.).
Изге Яҙмала иҫкә алынған «баш руханиҙар» кемдәр улар?
«Баш руханиҙар» тигән һүҙбәйләнеш, күрәһең, бик яуаплы руханиҙарға, шул иҫәптән элекке баш руханиҙарға ҡарай (wp16.01-TAT, 10 б.).
Беҙ Хужа кисәһендә символдарҙан ауыҙ иткән мәсихселәргә нисек ҡарарға тейеш?
Мәсихселәр символдарҙан ауыҙ итеүселәрҙе ҙурламай. Изге рух менән ысындан да майланған мәсихсе башҡаларҙың үҙенә саманан тыш иғтибар күрһәтеүен теләмәй һәм Алла менән махсус мөнәсәбәттәрҙә булыуын барыһына ла һөйләп йөрөмәй (Матф. 23:8—12) (w16.01 23—24 бб.).
Ибраһимдың Алла дуҫы булып китеүенән нимәгә өйрәнеп була?
Ибраһим Йәһүә хаҡында, күрәһең, Шемдан белгән. Ул, Алланың үҙе һәм ғаиләһе менән нисек мөғәмәлә итеүен күреп, тәжрибә туплаған. Был йәһәттән беҙ Ибраһимдан өлгө алырға теләйбеҙ (w16.02 9—10 бб.).
Изге Яҙма нисек бүлектәргә һәм шиғырҙарға бүленгән булған?
XIII быуатта Стефан Ленгтон исемле рухани Изге Яҙманы бүлектәргә бүлгән. Беренселәрҙән булып йәһүд күсереп яҙыусылары Еврей Яҙмаларын шиғырҙарға бүлгән, ә XVI быуатта Роберт Эстьен исемле ғалим шуны уҡ Мәсихсе Грек Яҙмалары менән эшләгән (wp16.02-TAT, 14—15 бб.).
Шайтан, Ғайсаны һынағанда, ысынлап та уны ғибәҙәтхананың бейек урынына баҫтырғанмы?
Беҙ быны теүәл әйтә алмайбыҙ. Матфей 4:5 һәм Лука 4:9-ҙағы һүҙҙәр Ғайсаның илаһи күренештә ғибәҙәтханаға күсерелеүен йәки ысынлап та ғибәҙәтхананың иң бейек урынында баҫып тороуын аңлатырға мөмкин (w16.03-TAT, 31—32 бб.).
Мәсихселәрҙең хеҙмәте ҡайһы яҡтарҙан ысыҡҡа оҡшаш?
Ысыҡ аҙ-аҙлап ҡына йыйыла һәм еләҫләндереп көс өҫтәп ебәрә. Ул йәшәү өсөн кәрәк. Ысындан да, ысыҡ — Алланың фатихаһы (Ҡан. 33:13). Алла халҡының хеҙмәттә бергәләп һалған тырышлыҡтары ысыҡҡа оҡшаш (w16.04 4 б.).