Һеҙ Йәһүәлә һыйыныу эҙләйһегеҙме?
«Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең ғүмерен йолоп ала, уға һыйыныусыларҙың береһе лә ғәйепле тип табылмаҫ» (ЗӘБ. 34:22).
1. Алланың тоғро хеҙмәтселәре мираҫ итеп алынған гонаһ арҡаһында ниндәй хистәр кисерә?
«БӘХЕТҺЕҘ кешемен мин!» (Рим. 7:24). Был һүҙҙәрҙе үҙе тураһында илсе Павел әйткән, һәм Алланың күп кенә хеҙмәтселәре шундай уҡ хистәр кисерә. Ни өсөн? Сөнки, Йәһүәнең күңелен табырға тырышһаҡ та, беҙ барыбыҙ ҙа гонаһлы. Шуға күрә, эштәребеҙ Йәһүәне шатландырмағанда, беҙ үҙебеҙҙе булдыҡһыҙ итеп тойорға мөмкин. Етди гонаһ ҡылған ҡайһы бер мәсихселәр хатта, Алла мине бер ҡасан да кисермәйәсәк, тип уйлай.
2. а) Зәбур 34:22-ләге һүҙҙәр Алла хеҙмәтселәренә ғәйеп тойғоһонан интегергә кәрәкмәй икәнен нисек күрһәтә? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ? («Һабаҡтармы, әллә пәйғәмбәри образдармы?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)
2 Изге Яҙманан күренеүенсә, Йәһүәлә һыйыныу тапҡан кешеләргә ғәйеп тойғоһонан интегергә кәрәкмәй. (Зәбур 34:22-не уҡығыҙa.) Ләкин Йәһүәлә һыйыныу эҙләү үҙ эсенә нимәне ала? Алланың үҙебеҙгә ҡарата мәрхәмәт сағылдырыуын һәм кисереүен күрер өсөн, беҙ ниндәй аҙымдар яһарға тейеш? Был һорауҙарға яуап алыр өсөн, боронғо израилдәргә бирелгән һыйыныу ҡалалары тураһындағы ҡанунды ҡарап сығырға кәрәк. Ысынлап та, һыйыныу ҡалалары тураһындағы күрһәтмә Муса ҡанунының өлөшө булған, ә б. э. 33 йылында үткән Илленсе көн байрамында Муса ҡануны алмаштырылған. Ләкин шуны ла онотмағыҙ: Ҡанунды Йәһүә биргән. Шунлыҡтан, һыйыныу ҡалалары тураһындағы ҡанунды ҡарап сығып, беҙ Йәһүәнең гонаһҡа, гонаһ ҡылыусыларға һәм тәүбә итеүгә нисек ҡарауы хаҡында күп нәмә белә алабыҙ. Тәүҙә, әйҙәгеҙ, был ҡалаларҙың тәғәйенләнешен иҫкә төшөрәйек.
«ҮҘЕГЕҘГӘ... ҺЫЙЫНЫУ ҠАЛАЛАРЫ ҺАЙЛАҒЫҘ»
3. Берәйһе башҡа кешене аңлы рәүештә үлтергән осраҡтарҙа израилдәр нимә эшләргә тейеш булған?
3 Йәһүә боронғо Израилдә кеше үлтереүҙең бөтә осраҡтарын да бик етди енәйәт тип һанаған. Берәйһе башҡа кешене аңлы рәүештә үлтергән булһа, «ҡан өсөн үс алыусы» — үлтерелгән кешенең яҡын туғаны булған ир кеше енәйәтсене үлтерергә тейеш булған (Һан. 35:19). Үс алыусының был эше ғәйепһеҙ кешенең ҡанын йолоп алыу өсөн талап ителгән. Кеше үлтереү өсөн ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яза алыу Вәғәҙә ителгән ерҙе нәжес ителеүҙән һаҡлаған, сөнки Йәһүә бындай әмер биргән булған: «Һеҙ үҙегеҙ йәшәгән ерҙе бысратырға тейеш түгел, сөнки ҡан [кешенең түгелгән ҡаны] ерҙе бысрата» (Һан. 35:33, 34).
4. Берәйһен яңылыш үлтергән кеше нимә эшләргә тейеш булған?
4 Әммә берәйһе башҡа кешене яңылыш үлтерһә, нимә эшләргә кәрәк булған? Ҡанун буйынса, ул барыбер ғәйепһеҙ кешенең ҡанын түккәне өсөн яуап тоторға тейеш булған (Баш. 9:5). Әммә Йәһүә, мәрхәмәт күрһәтеп, ундай кешегә алты һыйыныу ҡалаһының береһенә ҡасырға рөхсәт иткән. Унда ул үс алыусынан йәшеренә алған. Берәйһен яңылыш үлтергән кеше шул ҡалала баш рухани үлгәнсегә тиклем ҡалырға тейеш булған (Һан. 35:15, 28).
5. Һыйыныу ҡалалары тураһындағы ҡанун беҙгә нисек Йәһүәне яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә?
5 Һыйыныу ҡалаларын кешеләр уйлап сығармаған. Йәһүә Ешуаға былай тип ҡушҡан: «Израилдәргә әйт: „Үҙегеҙгә мин Муса аша әйткән һыйыныу ҡалалары һайлағыҙ“». Был ҡалалар «изгеләндерелгән», йәғни Йәһүәнең үҙе менән айырып ҡуйылған булған (Еш. 20:1, 2, 7, 8). Йәһүә үҙе был ҡалаларҙы махсус маҡсат менән һайлаған, тимәк, һыйыныу ҡалалары тураһындағы ҡанунды тикшереп, беҙ Йәһүәнең нисек мәрхәмәт сағылдырыуын яҡшыраҡ аңларбыҙ. Шулай уҡ бөгөн нисек Йәһүәлә һыйыныу табып булғанын белербеҙ.
«УЛ... ҮҘ ЭШЕН... ӨЛКӘНДӘРГӘ ҺӨЙЛӘП БИРЕРГӘ ТЕЙЕШ»
6, 7. а) Өлкәндәр яңылыш ҡылынған енәйәтте нисек тикшергән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.) б) Ни өсөн кеше үлтереүсе өлкәндәргә мөрәжәғәт итергә тейеш булған?
6 Берәйһен яңылыш үлтергән кеше һыйыныу ҡалаһына ҡасырға һәм, «шул ҡаланың ҡапҡаһы янына баҫып, үҙ эшен ҡала өлкәндәренә һөйләп бирергә тейеш» булған. Шунан һуң был кешегә йәшәр урын бирелгән (Еш. 20:4). Бер аҙ ваҡыт үткәндән һуң, был кешене енәйәт ҡылынған ҡаланың өлкәндәренә ебәргәндәр, һәм шул өлкәндәр уға хөкөм ҡарары сығарған. (Һандар 35:24, 25-те уҡығыҙb.) Улар, енәйәт яңылыш ҡылынған, тип ҡарар иткән осраҡта ғына кеше кире һыйыныу ҡалаһына бара алған.
7 Ни өсөн өлкәндәрҙең ҡатнашлығы кәрәк булған? Улар Израиль халҡына Алла алдында саф булып ҡалырға ярҙам иткән. Өҫтәүенә, енәйәт ҡылған кеше, өлкәндәр менән һөйләшкәндән һуң ғына, Йәһүәнең мәрхәмәттән сығып күргән сараларынан файҙалана алған. Бер Изге Яҙма белгесе яҙғанса, енәйәтсе, өлкәндәргә мөрәжәғәт итмәгәндә, «ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйған». Был белгес былай тип өҫтәгән: «Үҙенең ҡаны өсөн ул үҙе яуаплы булған, сөнки ул Алла билдәләгән һыйыныу урынында яҡлау эҙләмәгән». Яңылыш енәйәт ҡылған кеше үлемдән ҡотола алған, ләкин бының өсөн уға ярҙам һорарға һәм уны ҡабул итергә кәрәк булған. Юғиһә, үлтерелгән кешенең яҡын туғаны уны үлтерә алған.
8, 9. Ни өсөн етди гонаһ ҡылған мәсихселәргә ярҙам һорап өлкәндәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк?
8 Бөгөн дә етди гонаһ ҡылған мәсихселәргә өлкәндәргә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Ни өсөн был бик мөһим? Беренсенән, Алла Һүҙендә яҙылғанса, шундай хәлдәрҙе тикшереүҙе өлкәндәргә Йәһүә тапшырған (Яҡ. 5:14—16). Икенсенән, өлкәндәр гонаһ ҡылыусыға Алла менән мөнәсәбәттәрен яңынан тергеҙергә һәм хатаһын ҡабатламаҫҡа ярҙам итә (Гал. 6:1; Евр. 12:11). Өсөнсөнән, өлкәндәр, яҡшы өйрәтелгән тәжрибәле ағай-ҡәрҙәштәр булғанға, тәүбә иткән мәсихсене нығытырға һәм уның ғәйеп тойғоһона бәйле күңел әрнеүен еңеләйтергә һәләтле. Йәһүә был ир-аттарҙы «дауыллы ямғырҙан һыйыныр урын» тип атай (Ишағ. 32:1, 2). Ысынлап та, өлкәндәр — Алла мәрхәмәтенең сағылышы!
9 Алланың күп хеҙмәтселәре ярҙам һорап өлкәндәргә мөрәжәғәт иткәндән һуң йән тыныслығы тоя. Дэниел исемле ағай-ҡәрҙәш етди гонаһ ҡылған, әммә бер нисә ай буйына өлкәндәргә бер нәмә лә әйтмәй йөрөгән. «Шул тиклем күп ваҡыт үткәнгә, өлкәндәр миңә бер нисек тә ярҙам итә алмаҫ инде, тип уйланым, — ти Дэниел. — Шул уҡ ваҡытта мин тыныс йәшәй алманым һәм хаталы эшемдең эҙемтәләрен көтөп йөрөнөм. Йәһүәгә доға ҡылған һайын, доғаны етди гонаһым өсөн ғәфү үтенеүҙән башлай торғайным». Ахыр сиктә, Дэниел өлкәндәргә барыһын һөйләп биргән. «Әлбиттә, быны эшләүе һис тә еңел булманы, — тип бүлешә ул. — Әммә бынан һуң үҙемде өҫтөмдән оло йөк төшкәндәй тойҙом! Хәҙер мин Йәһүәгә иркен мөрәжәғәт итә алам». Бөгөн Дэниел саф выждандан кинәнә, һәм күптән түгел ул хеҙмәт ярҙамсыһы итеп билдәләнде.
«УЛ БЫЛ ҠАЛАЛАРҘЫҢ БЕРЕҺЕНӘ ҠАСЫРҒА... ТЕЙЕШ»
10. Берәйһен яңылыш үлтергән кеше, үҙенә мәрхәмәт күрһәтелеүен теләһә, кисектермәйенсә нимә эшләргә тейеш булған?
10 Берәйһен яңылыш үлтергән кешегә тәүәккәл эш итергә кәрәк булған. Ул яҡында урынлашҡан һыйыныу ҡалаһына ҡасырға тейеш булған. Шул саҡта ғына ул үҙенә мәрхәмәт күрһәтелеүенә өмөтләнә алған. (Ешуа 20:4-те уҡығыҙc.) Шундай хәлгә эләккән кешенең битараф ҡына йөрөүен күҙ алдына килтереү мөмкин түгел. Уның ғүмере ҡыл өҫтөндә торған! Уға мөмкин тиклем тиҙерәк һыйыныу ҡалаһына барып етергә һәм шунда ҡалырға кәрәк булған. Үҙен ҡотҡарыр өсөн, уға күп нәмәне ҡорбан итергә тура килгән. Ул йортон һәм эшен ҡалдырырға, иркен рәүештә сәйәхәт итеүҙән баш тартырға тейеш булған, һәм быларҙың барыһы баш рухани үлгәнсегә тиклем дауам иткән (Һан. 35:25)d. Ләкин ундай уңайһыҙлыҡтар кисереү юҡҡа булмаған. Һыйыныу ҡалаһынан сығып китһә, енәйәтсе үҙе түккән ғәйепһеҙ кешенең ҡанына бөтөнләй битараф булыуын күрһәтер ине һәм үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыр ине.
11. Тәүбә иткән мәсихсе Йәһүәнең мәрхәмәтен ҡәҙерләүен ниндәй эштәр аша күрһәтә ала?
11 Шуның шикелле, бөгөн дә тәүбә иткән мәсихсе, Йәһүәнең үҙенә мәрхәмәт күрһәтеүен теләһә, кисектермәйенсә эш итергә тейеш. Ул гонаһ юлын ҡалдырырға, йәғни етди гонаһтарҙан ғына түгел, ә хатта уларға килтерә алған бөтә нәмәнән дә «ҡасырға» тейеш. Илсе Павел Коринфтағы мәсихселәрҙең үҙ гонаһтарына үкенгәндәрен күрһәтер өсөн ниндәй эштәр эшләгәндәре хаҡында яҙған. Ул былай тигән: «Һеҙ кисергән көйөнөстөң ниндәй тойғолар уятыуын ҡарағыҙ: хаталарҙы төҙәтергә ынтылыш, аҡланыу теләге, булып уҙғандарға ҡарата асыу, ҡурҡыу эҙемтәләре, мине һағыныу, тәүәккәллек һәм ғәйеплегә яза биреү теләге» (2 Кор. 7:10, 11). Хаталарыбыҙҙы ҡабатламаҫ өсөн тәүәккәл эш итһәк, Йәһүәгә ысын күңелдән тәүбә итеүебеҙҙе һәм уның мәрхәмәтен ҡәҙерләүебеҙҙе күрһәтербеҙ.
12. Артабан да Алланың мәрхәмәтен тойор өсөн, мәсихсегә нимәне ҡорбан итергә тура килергә мөмкин?
12 Артабан да Алланың мәрхәмәтен тойор өсөн, мәсихсегә нимәне ҡорбан итергә тура килергә мөмкин? Уға гонаһ ҡылыуға этәргән бөтә нәмәнән, хатта үҙе өсөн бик ҡәҙерле булған нәмәнән дә баш тартырға әҙер булырға кәрәк (Матф. 18:8, 9). Мәҫәлән, әгәр берәй дуҫығыҙ һеҙҙе Йәһүәгә оҡшамаған эш ҡылырға этәрһә, һеҙ уның менән аралашыуҙан туҡтарһығыҙмы? Әгәр иҫерткес эсемлектәрҙе саманан тыш эсмәү өсөн көрәш алып барһағыҙ, артығын эсеүгә килтерә алған ситуацияларға эләкмәҫкә тырышырһығыҙмы? Йәки әхлаҡһыҙ теләктәр менән көрәшһәгеҙ, дөрөҫ булмаған уйҙар тыуҙыра алған фильмдар, сайттар һәм башҡа нәмәләрҙән баш тартырһығыҙмы? Онотмағыҙ: Йәһүә алдында саф ҡалыр өсөн һалған тырышлыҡтарығыҙ бушҡа түгел. Йәһүәнең хуплауын юғалтыуҙан да ҡурҡынысыраҡ нәмә юҡ. Шул уҡ ваҡытта уның «мәңгелек тоғро мөхәббәтен» тойоуҙан да шатлыҡлыраҡ нәмә юҡ (Ишағ. 54:7, 8).
«БЫЛ ҠАЛАЛАР ҺЕҘГӘ... ҺЫЙЫНЫУ УРЫНЫ БУЛЫР»
13. Ни өсөн һыйыныу ҡалаһында ҡасҡын, үҙен хәүефһеҙлектә тойоп, бәхетле йәшәй алған?
13 Һыйыныу ҡалаһында ҡасҡын үҙен хәүефһеҙлектә тоя алған, сөнки Йәһүә: «Был ҡалалар һеҙгә ҡан өсөн үс алыусынан һыйыныу урыны булыр», — тип әйткән (Еш. 20:2, 3). Йәһүә кеше үлтереүсенең шул уҡ енәйәт өсөн ҡабат язаға тарттырылыуын теләмәгән. Йәһүә шулай уҡ ҡан өсөн үс алыусыға шул ҡалаға инергә һәм енәйәтсенең ғүмерен алырға рөхсәт итмәгән. Шуға күрә яңылыш енәйәт ҡылған кеше шул ҡалала Йәһүәнең яҡлауы аҫтында йәшәгән. Һыйыныу ҡалаһы төрмә булмаған, унда кешенең эшләргә, башҡаларға ярҙам итергә һәм Йәһүәгә хеҙмәт итергә мөмкинлеге булған. Һыйыныу ҡалаһында кеше бәхетле һәм тулы тормош алып бара алған.
14. Тәүбә иткән мәсихселәр нимәгә тулыһынса ышана ала?
14 Ҡайһы саҡта етди гонаһ ҡылған, әммә һуңыраҡ тәүбә иткән мәсихселәр ғәйеп тойғоһонан интегә. Улар хатта, Йәһүә бер ҡасан да мине кисермәйәсәк, тип уйларға мөмкин. Һеҙ ҙә шулай уйлаһағыҙ, зинһар өсөн, шуны иҫтә тотоғоҙ: Йәһүә, мәрхәмәттән сығып, һеҙҙе ғәфү итте, шуға күрә һеҙ үҙегеҙҙе, һис шикләнмәйенсә, хәүефһеҙлектә тоя алаһығыҙ. Өҫтә иҫкә алынған Дэниел быға инанған. Өлкәндәр, Дэниелды төҙәтеп, уға Алла алдында саф выжданға эйә булырға ярҙам иткәндән һуң, ул былай тигән: «Ниһайәт, мин еңел һулай алдым. Алла ҡушҡанса эш иткәс, мин ғәйеп тойғоһонан арындым. Гонаһым кисерелде, тулыһынса кисерелде. Йәһүә, үҙе вәғәҙә иткәнсә, йөктәребеҙҙе үҙ өҫтөнә ала ла бик йыраҡҡа алып китә. Беҙ уларҙы бүтән бер ҡасан да күрмәйәсәкбеҙ». Һыйыныу ҡалаһында ҡасҡын, ҡан өсөн үс алыусынан ҡурҡмайынса, тыныс йәшәй алған. Беҙҙең хаҡта шуны уҡ әйтеп була: Йәһүә, гонаһыбыҙҙы кисергәндән һуң, уны иҫебеҙгә төшөрөр йә уның өсөн беҙҙе яуапҡа тарттырыр, тип ҡурҡырға кәрәкмәй. (Зәбур 103:8—12-не уҡығыҙe.)
15, 16. Ғайсаның Йолоп алыусы һәм Баш рухани булараҡ башҡарған хеҙмәте нисек Йәһүәнең мәрхәмәтенә ышаныуыбыҙҙы нығыта?
15 Боронғо израилдәр менән сағыштырғанда, беҙҙең Йәһүәнең мәрхәмәтенә шикләнмәҫ өсөн тағы ла етдиерәк сәбәп бар. Йәһүәгә тулыһынса буйһона алмағанына көйөнөүен белдергәндән һуң, илсе Павел былай тигән: «Раббыбыҙ Ғайса Мәсих аша Аллаға рәхмәтлемен» (Рим. 7:25). Ул нимәне күҙ уңында тотҡан? Павел гонаһлы теләктәр менән көрәшкән, шулай уҡ элек ул гонаһтар ҡылған булған. Әммә ул тәүбә иткән һәм шуға күрә Алланың үҙен «Ғайса Мәсих аша» кисергәненә ышанған. Йолоп алыусыбыҙ булараҡ, Ғайса беҙҙең выжданыбыҙҙы сафландыра һәм беҙгә күңел тыныслығы бирә (Евр. 9:13, 14). Баш руханийыбыҙ булараҡ, «Ул Үҙе аша Аллаға килеүселәрҙе тулыһынса ҡотҡара ала, сөнки улар тураһында ялбарыу өсөн мәңге йәшәй» (Евр. 7:24, 25). Баш руханиҙың хеҙмәте израилдәрҙе гонаһтарының кисерелеүенә ышандырған икән, тимәк, Баш руханийыбыҙ Ғайса Мәсихтең хеҙмәте беҙҙе «ярҙам кәрәк булғанда рәхимлелек һәм мәрхәмәт» таба алыуыбыҙға тағы ла нығыраҡ ышандырырға тейеш (Евр. 4:15, 16).
16 Йәһүәлә һыйыныу табыр өсөн, беҙгә Ғайсаның йолом ҡорбанына иман итергә кәрәк. Бының өсөн йоломдоң күп кеше файҙаһына килтерелгәнен белеү генә әҙ. Ғайсаның үҙегеҙ өсөн үлгәненә ышанығыҙ (Гал. 2:20, 21). Йолом ҡорбаны нигеҙендә Алла һеҙҙең гонаһтарығыҙҙы ла кисерә икәненә иман итегеҙ. Йоломдоң һеҙгә мәңге йәшәү өмөтө биргәненә ышанығыҙ. Ғайсаның ҡорбаны — Йәһүәнең һеҙгә яһаған бүләге.
17. Ни өсөн һеҙ Йәһүәлә һыйыныу эҙләргә теләйһегеҙ?
17 Һыйыныу ҡалалары тураһындағы ҡанун — Алла мәрхәмәтенең сағылышы. Йәһүәнең был ҡануны кеше ғүмеренең изгелегенә иғтибар итә. Өҫтәүенә, ул өлкәндәрҙең беҙгә нисек ярҙам итә алыуын һәм ысын күңелдән тәүбә итеүҙең үҙ эсенә нимәне алыуын күрһәтә, шулай уҡ ни өсөн Алланың беҙҙе кисереүенә тулыһынса ышанып булғанын аңлата. Һеҙ Йәһүәлә һыйыныу эҙләйһегеҙме? Уның яҡлауы аҫтындағы урындан да хәүефһеҙерәк урын юҡ! (Зәб. 91:1, 2) Һыйыныу ҡалалары тураһындағы ҡанун нисек беҙгә Йәһүәнең ғәҙеллек һәм мәрхәмәт кеүек иҫ киткес сифаттарынан өлгө алырға ярҙам итә? Был һорау киләһе мәҡәләлә ҡараласаҡ.
a Зәбур 34:22: «Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең ғүмерен йолоп ала, уға һыйыныусыларҙың береһе лә ғәйепле тип табылмаҫ».
b Һандар 35:24, 25: «Йәмғиәт, был күрһәтмәләр буйынса, уға һуҡҡан кеше һәм ҡан өсөн үс алыусы араһында тыуған хәлде ҡарап сыҡһын. Һәм йәмғиәт кеше үлтереүсене ҡан өсөн үс алыусынан ҡотҡарһын һәм уны ул ҡасып киткән һыйыныу ҡалаһына ҡайтарһын. Ул унда изге май менән майланған баш рухани үлгәнсе йәшәргә тейеш».
c Ешуа 20:4: «Ул был ҡалаларҙың береһенә ҡасырға һәм, шул ҡаланың ҡапҡаһы янына баҫып, үҙ эшен ҡала өлкәндәренә һөйләп бирергә тейеш. Шунан һуң улар уны ҡалаға индерергә һәм уға йәшәү урыны бирергә тейеш, һәм ул унда йәшәһен».
d Иудаизм тураһындағы белешмәләрҙә яҙылғанса, берәйһен яңылыш үлтергән кешенең ғаиләһе лә, моғайын, уның янына һыйыныу ҡалаһына күскәндер.
e Зәбур 103:8—12: «Йәһүә шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан, ярһырға ашыҡмай һәм тоғро мөхәббәткә бай. Ул бер ҡасан да ғәйеп эҙләп тормаҫ, асыу ҙа мәңге һаҡламаҫ. Ул ҡылған гонаһтарыбыҙға ҡарап яза бирмәй, хаталарыбыҙға ҡарап ҡайтармай. Сөнки күктәр ерҙән ни тиклем бейек булһа, үҙен тәрән хөрмәт итеүселәргә уның тоғро мөхәббәте шул тиклем бөйөк. Көнсығыш көнбайыштан ни хәтле йыраҡ булһа, ул енәйәттәребеҙҙе беҙҙән шул хәтле йыраҡ итә».