11-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘһЕ
Һеҙ һыуға сумдырылырға әҙерме?
«Һыуға сумдырылыу йолаһы аша... ҡотҡарылырһығыҙ» (1 ПЕТ. 3:21).
28-СЕ ЙЫР Кем Йәһүәнең дуҫы була ала?
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1. Йорт һала башлар алдынан, кеше нимә эшләргә тейеш?
КҮҘ алдына килтерегеҙ: бер кеше йорт һалырға ҡарар итә. Ул ниндәй йорт төҙөргә теләгәнен белә. Әммә ул, кәрәкле материалдар һатып алып, шунда уҡ төҙөүгә керешерме? Юҡ. Төҙөлөш башлар алдынан, ул бер мөһим эш башҡарырға тейеш. Уға йорттоң күпмегә төшәсәген хисаплап сығарырға кәрәк. Ни өсөн? Сөнки ул йортто төҙөп бөтөрөр өсөн аҡсаһы етерме, юҡмы икәнен белергә тейеш. Әгәр алдан уҡ барыһын иҫәпләп сығарһа, ул, моғайын, төҙөлөштө уңышлы тамамлай алыр.
2. Лука 14:27—30 буйынса, һыуға сумдырылыр алдынан, һеҙ нимә тураһында ентекләп уйланырға тейеш?
2 Йәһүәне яратыу һәм уға рәхмәтле булыу һеҙҙе һыуға сумдырылырға дәртләндерәме? Улайһа, һеҙҙе йорт төҙөргә теләгән кеше менән сағыштырып була. Ни өсөн? Ғайса Мәсихтең Лука 14:27—30-ҙа (уҡығыҙ) яҙылған һүҙҙәренә иғтибар итәйек. Унда Ғайсаның шәкерте булыу үҙ эсенә нимә алғаны аңлатыла. Уның шәкерте булыр өсөн, беҙ был ҡарарҙың «күпмегә төшәсәген» иҫәпкә алырға, йәғни быға бәйле ауырлыҡтарға һәм ҡорбандарға әҙер булырға тейеш (Лука 9:23—26; 12:51—53). Шуға күрә, һыуға сумдырылыр алдынан, һеҙгә Мәсихтең шәкерте булыу «күпмегә төшәсәге» хаҡында ентекләп уйланырға кәрәк. Был һеҙгә тоғро Йәһүә шаһиты булырға ярҙам итер.
3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
3 Һыуға сумдырылыу ауырлыҡтар һәм ҡорбандар менән бәйле. Киләсәктә һеҙ был аҙымды яһағанға үкенмәҫһегеҙме? Әлбиттә, юҡ. Һыуға сумдырылыу хәҙер ҙә, киләсәктә лә иҫәпһеҙ-һанһыҙ фатихалар алырға мөмкинлек бирә. Әйҙәгеҙ, һыуға сумдырылыуға ҡағылышлы ҡайһы бер мөһим һорауҙарҙы ҡарап сығайыҡ. Был һеҙгә үҙегеҙҙең шундай аҙымға әҙерме, юҡмы икәнен аңларға ярҙам итер.
БАҒЫШЛАНЫУ ҺӘМ ҺЫУҒА СУМДЫРЫЛЫУ ТУРАҺЫНДА НИМӘ БЕЛЕҮ МӨҺИМ?
4. а) Бағышланыу нимә ул? б) Матфей 16:24-тәге «үҙ-үҙеңдән ваз кисеү» тигән һүҙҙәр нимәне аңлата?
4 Бағышланыу нимә ул? Һыуға сумдырылыр алдынан, һеҙгә үҙегеҙҙе Аллаға бағышларға кәрәк. Бағышланғанда, кеше Йәһүәгә эскерһеҙ доға ҡыла һәм уға мәңге хеҙмәт итергә теләгәне хаҡында әйтә. Ғүмерегеҙҙе Аллаға бағышлап, һеҙ үҙ-үҙегеҙҙән ваз кисәһегеҙ. (Матфей 16:24-те уҡығыҙ.) Шулай итеп һеҙ Йәһүәнеке булып китәһегеҙ, ә был — ҙур хөрмәт (Рим. 14:8). Асылда, һеҙ Йәһүәгә, хәҙерҙән алып шәхси теләктәрем түгел, ә һиңә хеҙмәт итеү тормошомда иң беренсе урында торасаҡ, тип әйтәһегеҙ. Бағышланыу анты Аллаға тантаналы рәүештә вәғәҙә биреүҙе аңлата. Йәһүә беҙҙе шундай ант бирергә мәжбүр итмәй. Әммә һеҙ уға ундай вәғәҙә бирһәгеҙ, ул һеҙҙән, уны үтәрһегеҙ, тип көтә (Зәб. 116:12, 14).
5. Бағышланыу һыуға сумдырылыу менән нисек бәйле?
5 Бағышланыу һыуға сумдырылыу менән нисек бәйле? Бағышланыу һеҙҙең Йәһүә менән шәхси мөнәсәбәттәрегеҙгә ҡағыла. Һеҙ Аллаға бағышланғанда, башҡалар быны күрмәй. Ә һыуға сумдырылыу кешеләр алдында, мәҫәлән, конгрестарҙа үтә. Һыуға сумдырылып, һеҙ башҡаларға Йәһүәгә бағышланғанығыҙҙы күрһәтәһегеҙb. Шулай итеп, һыуға сумдырылыуығыҙ менән һеҙ Йәһүәне бөтә йөрәгегеҙ, йәнегеҙ, аҡылығыҙ һәм бөтә көсөгөҙ менән яратҡанығыҙҙы күрһәтәһегеҙ һәм уға мәңге хеҙмәт итергә теләгәнегеҙҙе белдерәһегеҙ (Марк 12:30).
6, 7. 1 Петр 3:18, 21, 22 буйынса, һыуға сумдырылыр өсөн ниндәй ике сәбәп бар?
6 Һыуға сумдырылыу мотлаҡмы? Әйҙәгеҙ, 1 Петр 3:18, 21, 22-лә (уҡығыҙ) яҙылған һүҙҙәрҙе ҡарап сығайыҡ. Кәмә башҡаларға Нухтың иманлы кеше булғанын күрһәткән һымаҡ, һыуға сумдырылыу кешенең Йәһүәгә бағышланғанына билдә булып тора. Әммә һыуға сумдырылыу ысынлап та мотлаҡмы? Эйе, һәм илсе Петр был аҙымдың мөһимлеген аңлатҡан. Беренсенән, һыуға сумдырылыу беҙҙе ҡотҡара ала. Әммә бының өсөн беҙгә Ғайса Мәсихкә иман итеүебеҙҙе күрһәтергә кәрәк, шул иҫәптән уның үҙебеҙ өсөн үлгәненә, күктәге тормошҡа терелтелгәненә һәм «Алланың уң яғына» ултырғанына ышаныу мөһим.
7 Икенсенән, һыуға сумдырылыу беҙгә саф выжданға эйә булырға ярҙам итә. Аллаға бағышланып һыуға сумдырылғандан һуң, беҙ уның менән махсус мөнәсәбәттәргә эйә булабыҙ. Беҙ эскерһеҙ тәүбә иткәнгә һәм йолом ҡорбанына иман иткәнгә, Йәһүә гонаһтарыбыҙҙы кисерә. Шулай итеп выжданыбыҙ саф булып китә.
8. Һыуға сумдырылырға нимә дәртләндерергә тейеш?
8 Һыуға сумдырылырға нимә дәртләндерергә тейеш? Изге Яҙманы ентекләп өйрәнеп, һеҙ Йәһүә тураһында, уның сифаттары һәм эштәре хаҡында күп белдегеҙ. Был белемдәр күңелегеҙҙе йылытты һәм һеҙҙә Йәһүәгә ҡарата яратыу тойғоһо уятты. Тап Йәһүәне яратыу һеҙҙе һыуға сумдырылырға дәртләндерергә тейеш тә.
9. Матфей 28:19, 20-лә әйтелгәнсә, Ата, Улы һәм изге рух исеме менән һыуға сумдырылыу нимәне аңлата?
9 Бынан тыш, Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе аңлау һәм уларҙы ҡабул итеү ҙә кешене һыуға сумдырылырға дәртләндерә ала. Ғайсаның, шәкерттәр әҙерләргә ҡушҡанда, нимә әйткәненә иғтибар итәйек. (Матфей 28:19, 20-не уҡығыҙ.) Уның һүҙҙәре буйынса, һыуға сумдырылған кеше быны Ата, Улы һәм изге рух исеме менән эшләргә тейеш. Был нимәне аңлата? Һеҙ Изге Яҙмала Йәһүә, Ғайса Мәсих һәм изге рух тураһында әйтелгәндәргә ысын күңелдән ышанырға тейеш. Был хәҡиҡәттәр ҙур көскә эйә, улар һеҙҙең йөрәгегеҙгә үтеп инә ала (Евр. 4:12). Әйҙәгеҙ, уларҙың ҡайһы берҙәрен ҡарап сығайыҡ.
10, 11. Һеҙ күктәге Атабыҙ тураһында ниндәй хәҡиҡәттәр белдегеҙ һәм ҡабул иттегеҙ?
10 Күктәге Атабыҙ тураһындағы хәҡиҡәттәрҙе иҫкә төшөрөгөҙ: уның исеме Йәһүә, ул «бөтә ер өҫтөнән берҙән-бер Аллаһы Тәғәлә» һәм ул ғына «хаҡ Алла» (Зәб. 83:18; Ишағ. 37:16). Ул Барлыҡҡа килтереүсе һәм «Ҡотҡарыусы» (Зәб. 3:8; 36:9). Йәһүә беҙҙе гонаһ менән үлемдән ҡотҡарыр өсөн саралар күргән һәм беҙгә мәңге йәшәү өмөтө биргән (Яхъя 17:3). Бағышланып һәм һыуға сумдырылып, һеҙ Йәһүәнең шаһиты булып китәһегеҙ (Ишағ. 43:10—12). Шулай уҡ Йәһүәнең исемен ғорурлыҡ менән йөрөткән һәм башҡаларға был исемде асҡан халыҡ-ара ғаиләгә ҡушылаһығыҙ (Зәб. 86:12).
11 Күктәге Атабыҙ тураһындағы хәҡиҡәттәрҙе белеү — ҙур хөрмәт! Был хәҡиҡәттәрҙе ҡабул иткән кеше Йәһүәгә бағышланып һыуға сумдырылырға теләй.
12, 13. Һеҙ Ғайса Мәсих тураһында ниндәй хәҡиҡәттәр белдегеҙ һәм ҡабул иттегеҙ?
12 Ә Ғайса Мәсих тураһындағы хәҡиҡәттәр һеҙҙә ниндәй хистәр тыуҙырҙы? Ғайса — Ғаләмдәге иң бөйөк шәхестәрҙең икенсеһе. Ул беҙҙең өсөн үҙ ғүмерен йолом итеп биргән. Йолом ҡорбанына иман иткәнегеҙҙе эштәр менән күрһәтһәгеҙ, гонаһтарығыҙ кисерелер, һеҙ Алла менән дуҫлашырһығыҙ һәм мәңге йәшәү өмөтөнә эйә булырһығыҙ (Яхъя 3:16). Бынан тыш, Ғайса — Баш руханийыбыҙ. Ул беҙгә йолом ҡорбанынан файҙа алырға һәм Алла менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерергә ярҙам итергә теләй (Евр. 4:15; 7:24, 25). Ул Алла Батшалығының Батшаһы, һәм тап уның аша Йәһүә үҙенең исемен изгеләндерәсәк, яуызлыҡты бөтөрәсәк, ерҙә ожмах урынлаштырасаҡ һәм кешеләргә мәңгелек тормош бүләк итәсәк (Матф. 6:9, 10; Асыл. 11:15). Ғайса Мәсих беҙҙең өсөн өлгө булып тора (1 Пет. 2:21). Ул, үҙ ғүмерен Алла ихтыярын үтәүгә бағышлап, беҙгә яҡшы үрнәк ҡалдырған (Яхъя 4:34).
13 Ғайса Мәсих тураһындағы хәҡиҡәттәрҙе ҡабул иткән кеше Алланың ҡәҙерле Улын ярата башлай. Был уны, Ғайса һымаҡ, ғүмерен Алла ихтыярын үтәүгә бағышларға дәртләндерә. Һөҙөмтәлә уның Йәһүәгә бағышланырға һәм һыуға сумдырылырға теләк тыуа.
14, 15. Һеҙ изге рух тураһында ниндәй хәҡиҡәттәр белдегеҙ һәм ҡабул иттегеҙ?
14 Ә изге рух тураһындағы хәҡиҡәттәр һеҙгә нисек тәьҫир итте? Мәҫәлән, изге рух шәхес түгел, ә Алланың эш итеүсе көсө. Йәһүә, уны ҡулланып, Изге Яҙманы яҙҙыртҡан. Изге рух шулай уҡ беҙгә Алла Һүҙендә яҙылғандарҙы аңларға һәм тормошта ҡулланырға ярҙам итә (Яхъя 14:26; 2 Пет. 1:21). Был рух ярҙамында Йәһүә беҙгә «саманан тыш ҙур ҡөҙрәт» бирә (2 Кор. 4:7). Изге рух беҙгә вәғәз эшен башҡарырға, һынауҙарҙы кисереп сығырға, ҡотҡоларға бирешмәҫкә һәм төшөнкөлөккә бирелмәҫкә көс бирә. Бынан тыш, ул беҙгә рух емешен тәшкил иткән матур сифаттарҙы сағылдырырға ярҙам итә (Гал. 5:22). Алла үҙенә таянған һәм изге рухты ихлас һораған кешеләргә уны теләп бирә (Лука 11:13).
15 Йәһүәнең халҡы хеҙмәттә изге рух ярҙамына таяна ала. Быны белеү бик йыуата! Изге рух тураһындағы хәҡиҡәттәрҙе ҡабул иткән кешенең Аллаға бағышланырға һәм һыуға сумдырылырға теләге тыуа.
16. Был мәҡәләлә ниндәй фекерҙәр ҡаралды?
16 Аллаға бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу — бик мөһим аҙым. Өҫтә әйтелгәнсә, һеҙгә был аҙымға бәйле сығымдарға, йәғни ауырлыҡтарға һәм ҡорбандарға әҙер булырға кәрәк. Әммә фатихалар ҡорбандарға ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ булыр. Һыуға сумдырылыу һеҙҙе ҡотҡара ала, шулай уҡ һеҙгә Алла алдында саф выжданға эйә булырға ярҙам итә. Һыуға сумдырылырға һеҙҙе, беренсе сиратта, Алланы яратыу дәртләндерергә тейеш. Һеҙгә шулай уҡ Алла, Ғайса Мәсих һәм изге рух тураһындағы хәҡиҡәттәргә ысын күңелдән ышанырға кәрәк. Был мәҡәләлә ҡаралған фекерҙәрҙән һуң, үҙегеҙҙең һыуға сумдырылырға әҙерме, юҡмы икәнен билдәләй алдығыҙмы?
ҺЫУҒА СУМДЫРЫЛЫР АЛДЫНАН, НИМӘ ЭШЛӘРГӘ КӘРӘК?
17. Һыуға сумдырылыр алдынан, ниндәй аҙымдар яһарға кәрәк?
17 Үҙегеҙҙе һыуға сумдырылырға әҙер тип һанаһағыҙ, тимәк, һеҙ Йәһүәгә яҡынлашыр өсөн инде күп кенә аҙымдар яһағанһығыҙc. Изге Яҙманы даими өйрәнеп, һеҙ Йәһүә һәм Ғайса Мәсих тураһында күпте белдегеҙ һәм иман үҫтерҙегеҙ (Евр. 11:6). Һеҙ Йәһүәнең вәғәҙәләренә тулыһынса ышандығыҙ һәм йолом ҡорбаны гонаһ менән үлемдән ҡотҡара алғанына инандығыҙ. Һеҙ үҙ гонаһтарығыҙҙан тәүбә иттегеҙ һәм, элек ҡылған насар эштәрегеҙгә үкенеп, Йәһүәнән ғәфү итеүен һоранығыҙ. Һеҙ, элекке насар йәшәү рәүешен ҡалдырып, Алланы ҡыуандырырлыҡ итеп йәшәй башланығыҙ (Ғәм. 3:19). Һеҙҙең үҙ иманығыҙ тураһында башҡаларға һөйләргә теләк тыуҙы. Шуға һеҙ, һыуға сумдырылмаған вәғәзсе булып китеп, йыйылыш менән бергә вәғәздә ҡатнаша башланығыҙ (Матф. 24:14). Бөтә был аҙымдарығыҙҙы күреп, Йәһүә һеҙҙең менән бик ғорурлана. Һеҙ уға ҙур шатлыҡ килтерәһегеҙ (Ғиб. һүҙ. 27:11).
18. Һыуға сумдырылыр алдынан, һеҙгә тағы нимә эшләргә кәрәк?
18 Һыуға сумдырылыр алдынан, һеҙгә тағы бер нисә аҙым яһарға кәрәк булыр. Юғарыла әйтелгәнсә, һеҙгә ғүмерегеҙҙе Аллаға бағышларға кәрәк. Йәһүәгә эскерһеҙ доғала мөрәжәғәт итеп, уның ихтыярын тормошоғоҙҙа беренсе урынға ҡуйырға вәғәҙә бирегеҙ (1 Пет. 4:2). Шунан өлкәндәр кәңәшмәһенең координаторына һыуға сумдырылырға теләгәнегеҙ хаҡында әйтегеҙ. Унан һуң бер нисә өлкән һеҙҙең менән һөйләшеп алыр. Зинһар, улар менән осрашырға ҡурҡмағыҙ. Был игелекле ҡәрҙәштәр, моғайын, һеҙҙе инде белә һәм ярата. Улар һеҙҙең менән Изге Яҙманың төп тәғлимәттәре тураһында фекер алышыр, шулай уҡ бағышланыу һәм һыуға сумдырылыуҙың мөһимлеген аңлағанығыҙға инаныр. Һеҙҙе әҙер тип һанаһалар, улар киләһе конгреста һыуға сумдырыла алыуығыҙ хаҡында хәбәр итер.
ҺЫУҒА СУМДЫРЫЛҒАНДАН ҺУҢ, НИМӘ ЭШЛӘРГӘ КӘРӘК?
19, 20. Һыуға сумдырылғандан һуң, нимә эшләргә кәрәк, һәм был үҙ эсенә нимәне ала?
19 Һыуға сумдырылғас, нимә эшләү мөһим?d Инде әйтеп кителгәнсә, бағышланыу — ул ант, һәм Йәһүә, антығыҙҙы үтәрһегеҙ, тип көтә. Шуға күрә, һыуға сумдырылғандан һуң, һеҙгә бағышланыуығыҙ буйынса йәшәргә кәрәк. Был үҙ эсенә нимәне ала?
20 Йыйылыштағы ҡәрҙәштәр менән йылы мөнәсәбәттәр һаҡлағыҙ. Һыуға сумдырылып, һеҙ халыҡ-ара ҡәрҙәшлектең өлөшө булып китәһегеҙ (1 Пет. 2:17). Йыйылыш — һеҙҙең рухи ғаиләгеҙ. Осрашыуҙарға даими йөрөп, һеҙ ҡәрҙәштәр менән дуҫлығығыҙҙы нығытаһығыҙ. Көн һайын Алла Һүҙен уҡығыҙ һәм уҡығандарығыҙ хаҡында уйланығыҙ (Зәб. 1:1, 2). Изге Яҙманан берәй өҙөк уҡығандан һуң, уның өҫтөндә тәрән уйланыр өсөн ваҡыт бүлегеҙ. Шул саҡта өҙөктәге һүҙҙәр йөрәгегеҙгә үтеп инер. Һәр ваҡыт «доға ҡылығыҙ» (Матф. 26:41). Эскерһеҙ доғалар һеҙҙе Йәһүәгә яҡынлаштырыр. «Иң тәүҙә Алла Батшалығын... эҙләгеҙ» (Матф. 6:33). Бының өсөн вәғәз эше тормошоғоҙҙоң мөһим өлөшө булырға тейеш. Хеҙмәттә даими ҡатнашып, һеҙ иманығыҙҙы көслө килеш һаҡларһығыҙ һәм башҡаларға мәңгелек тормошҡа алып барған юлға баҫырға ярҙам итерһегеҙ (1 Тим. 4:16).
21. Һыуға сумдырылыу ниндәй мөмкинлектәр аса?
21 Йәһүәгә бағышланыу һәм һыуға сумдырылыу — тормошоғоҙҙағы иң мөһим ҡарар. Эйе, ул ҡорбандар менән бәйле. Әммә был ҡарар үкенескә килтермәҫ. Донъялағы теләһә ниндәй ауырлыҡтар «ҡыҫҡа ғына ваҡытлы» һәм еңел (2 Кор. 4:17). Ә һыуға сумдырылыу инде хәҙер ҡәнәғәтлек килтергән тормош алып барырға һәм киләсәктә «ысын тормошҡа» өлгәшергә ярҙам итә (1 Тим. 6:19). Шуға күрә, тәрән уйланып һәм доға ҡылып, бындай һорауға яуап бирегеҙ: «Ә мин һыуға сумдырылырға әҙерме?»
50-СЕ ЙЫР Бағышланыу доғаһы
a Һеҙ һыуға сумдырылыу тураһында уйланаһығыҙмы? Улайһа, был мәҡәлә һеҙҙең өсөн. Беҙ һыуға сумдырылыуға ҡағылышлы мөһим һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ. Был һеҙгә үҙегеҙҙең шундай аҙымға әҙерме, юҡмы икәнен билдәләргә ярҙам итер.
b «Һыуға сумдырылыу көнөндә бирелгән ике һорау» тигән рамканы ҡарағыҙ.
d Әгәр «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» һәм «Алла һөйөүендә ҡалығыҙ» тигән китаптар буйынса өйрәнеүегеҙҙе тамамламаған булһағыҙ, үҙегеҙ менән өйрәнеү үткәргән Йәһүә шаһиты менән был китаптарҙың икеһен дә өйрәнеп бөтөгөҙ.