20-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Асылыш китабы һәм Алланың дошмандары
«Шаҡшы рухтар батшаларҙы йәһүд телендә „Армагеддон“ тип аталған урынға йыйҙы» (АСЫЛ. 16:16).
150-СЕ ЙЫР Ҡотолор өсөн, Хоҙайҙы эҙлә
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1. Асылыш китабынан күренеүенсә, Алланың халҡына нимә менән осрашырға тура килә?
АСЫЛЫШ китабынан беҙ Алла Батшалығының инде идара итә башлағанын һәм Шайтандың ергә бәреп төшөрөлгәнен белдек (Асыл. 12:1—9). Күктәр өсөн был бик шатлыҡлы ваҡиға. Ә бына Йәһүәнең ерҙәге тоғро хеҙмәтселәре өсөн тағы ла ауырыраҡ ваҡыттар етте, сөнки ҡоторонған Шайтан үҙенең бөтөн ярһыуын уларға яуҙыра (Асыл. 12:12, 15, 17).
2. Шайтандың һөжүмдәренә ҡаршы торорға беҙгә нимә ярҙам итер?
2 Шайтандың һөжүмдәренә ҡаршы торорға беҙгә нимә ярҙам итер? (Асыл. 13:10). Киләсәктә нимә булырын белеү беҙгә көс өҫтәр. Мәҫәлән, илсе Яхъя Асылыш китабында киләсәктәге фатихалар тураһында яҙған. Бынан тыш, Йәһүә үҙенең бөтә дошмандарын юҡ итәсәк. Әйҙәгеҙ, Асылыш китабында был дошмандар ниндәй символдар менән һүрәтләнгәнен беләйек һәм Йәһүәнең уларҙы нисек хөкөм итәсәген ҡарап сығайыҡ.
АЛЛАНЫҢ ДОШМАНДАРЫ СИМВОЛДАР МЕНӘН ҺҮРӘТЛӘНӘ
3. Асылыш китабындағы ҡайһы бер символдарҙы әйтеп китегеҙ.
3 Асылыш китабындағы ваҡиғалар символдар менән һүрәтләнгән тип, был китаптың беренсе аятында уҡ яҙылған (Асыл. 1:1, ЯДТ). Унда Алланың дошмандары ла образлы тел менән һүрәтләнә. Тәүҙә беҙ «диңгеҙҙән сығып килеүсе януарҙы» күрәбеҙ. «Уның ете башы һәм ун мөгөҙө» бар (Асыл. 13:1). Уның артынан тағы бер януар килә. Уның тураһында Яхъя былай тигән: «Ерҙән сығыусы икенсе януар... аждаһа кеүек һөйләй ине». Был януар «хатта... күктән ергә ут яуҙырҙы» (Асыл. 13:11—13). Һәм бына «ҡып-ҡыҙыл януар» килә. Уның өҫтөндә фәхишә ултыра. Был өс януар Алланың һәм уның Батшалығының боронғо дошмандарын символлаштыра. Ниндәйҙәрен? Әйҙәгеҙ, ҡарап сығайыҡ (Асыл. 17:1, 3).
4, 5. Данил 7:15—17-ләге һүҙҙәр Асылыш китабының символдарын аңларға нисек ярҙам итә?
4 Бының өсөн беҙгә Асылыш китабының образлы телен яҡшыраҡ аңларға кәрәк. Бәхеткә ҡаршы, уны аңларға беҙгә Изге Яҙма үҙе ярҙам итә. Сөнки символдарҙың күбеһе Изге Яҙманың башҡа китаптарында ла осрай. Мәҫәлән, пәйғәмбәри төштәренең береһендә Данил «диңгеҙҙән... дүрт ғәйәт ҙур януар» сығып килгәнен күргән (Дан. 7:1—3). Данил был януарҙар дүрт батшаны йә дүрт хөкүмәтте символлаштыра тип аңлатҡан. (Данил 7:15—17-неb уҡығыҙ.) Тимәк, Асылыш китабындағы януарҙар ҙа сәйәси системаларҙы символлаштыра.
5 Әйҙәгеҙ, Асылыш китабындағы символдарҙы ентекләп тикшереп сығайыҡ һәм Изге Яҙма уларҙың мәғәнәһен нисек асыҡлай икәнен күрәйек. Өс януарға иғтибар итеп, беҙ шуны белербеҙ: 1) кемде йә нимәне улар символлаштыра, 2) улар менән нимә булыр һәм 3) ни өсөн беҙгә быны белеү мөһим.
ЯНУАРҘАР НИМӘНЕ СИМВОЛЛАШТЫРА?
6. Ете башлы януар нимәне символлаштыра? (Асылыш 13:1—4).
6 Ете башлы януар нимәне символлаштыра? (Асылыш 13:1—4-те уҡығыҙ.) Иғтибар итегеҙ: был ун мөгөҙлө януар ҡапланға оҡшаған, «уның аяҡтары — айыуҙыҡы», ә «ауыҙы арыҫландыҡы кеүек». Шуныһы ҡыҙыҡ: бөтә был үҙенсәлектәр Данил китабының 7-се бүлегендә дүрт януар һүрәтләнгәндә иҫкә алына. Әммә Асылыш китабында был үҙенсәлектәр дүрт төрлө януарҙа түгел, ә бер генә януарҙа күрһәтелгән. Тимәк, ете башлы януар берәй хөкүмәтте йә донъя державаһын символлаштырмай. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, «уға һәр нәҫел һәм халыҡ, һәр тел һәм милләт өҫтөнән хакимлыҡ» бирелгән (Асыл. 13:7). Берәй хөкүмәт менән сағыштырғанда, уның хакимлығы күпкә киңерәк. Шуға күрә был януар тарих дауамында кешеләр өҫтөнән идара иткән бөтә сәйәси системаларҙы символлаштыраc (Вәғ. 8:9).
7. Януарҙың ете башының һәр береһе нимәне аңлата?
7 Януарҙың ете башының һәр береһе нимәне символлаштыра? Бының тураһында Асылыш китабының 17-се бүлегендә яҡшы аңлатыла. Унда 13-сө бүлектә инде телгә алынған януарҙың һыны тураһында күберәк әйтелә. Илсе Яхъя былай тип яҙған: «Ете баш — ...ете батша ул. Ул батшаларҙың бишәүһе һәләк булды, береһе бар, етенсеһе әле килмәгән. Килгәс тә ул оҙаҡ булмаясаҡ» (Асыл. 17:9, 10). Шайтан ҡулланған бөтә сәйәси системаларҙың етеһе айырым тора һәм «баштар» тип атала. Улар донъя державаларын аңлата. Уларҙың идараһы аҫтында күп Алла хеҙмәтселәре йәшәгән йә был державалар уларҙы эҙәрләгән. Илсе Яхъя көндәренә уларҙың бишеһе үҙ идара итеүен инде тамамлаған. Был державалар: Мысыр, Ассирия, Вавилон, Мидия һәм Фарсы, Греция. Алтынсы держава, Рим, Яхъя көндәрендә әле идара иткән. Ә һуңғы, етенсе баш, ниндәй державаны символлаштырыр? Быны аңларға беҙгә Данил китабы ярҙам итер.
8. Януарҙың етенсе башы нимәне символлаштыра?
8 Ниндәй донъя державаһы «Хужабыҙ көнөндә», йәғни был донъяның һуңғы көндәрендә идара итә? (Асыл. 1:10, ЯДТ). Был Великобритания менән Ҡушма Штаттар. Шуға күрә был ике дәүләттең берләшмәһе Асылыш 13:1—4-тә һүрәтләнгән януарҙың етенсе башын аңлата.
9. «Бәрәстеке һымаҡ ике мөгөҙө» булған януар нимәне символлаштыра?
9 Шулай уҡ Асылыш китабының 13-сө бүлегендә Великобритания менән Ҡушма Штаттар «бәрәстеке һымаҡ ике мөгөҙө» булған януар итеп һүрәтләнә. Был януар «аждаһа кеүек һөйләй», «бөйөк мөғжизәләр» башҡара һәм «кешеләр алдында күктән ергә ут» яуҙыра (Асыл. 13:11—15). Асылыш китабының 16-сы һәм 19-сы бүлектәрендә был ике мөгөҙлө януар «ялған пәйғәмбәр» тип атала (Асыл. 16:13; 19:20). Данилдың пәйғәмбәрлегендә, Великобритания менән Ҡушма Штаттар берләшмәһе «ғәләмәт рәүештә» һәләкәт килтерер, тип әйтелгән (Дан. 8:19, 23, 24). Был пәйғәмбәрлек Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында үтәлгән. Британия һәм Америка ғалимдары уйлап сығарған ике атом бомбаһы Тымыҡ океан төбәгендә барған һуғышты туҡтатҡан. Великобритания менән Ҡушма Штаттар, был бомбаларҙы ташлап, образлы әйткәндә, «күктән ергә ут» яуҙырған.
10. «Януарҙың һыны» нимәне символлаштыра? (Асылыш 13:14, 15; 17:3, 8, 11).
10 Шунан беҙ тағы бер януарҙы күрәбеҙ. Ул ете башлы януарға оҡшаған, тик «ҡып-ҡыҙыл» төҫтә. Ул «[ете башлы] януарҙың һыны» һәм «һигеҙенсе батша» тип аталаd. (Асылыш 13:14, 15; 17:3, 8, 11-ҙе уҡығыҙ.) Изге Яҙмала был батша «бар ине, хәҙер юҡ һәм йәнә буласаҡ» тип әйтелә. Шундай һүрәтләү Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына тура килә. Ул халыҡ-ара сәйәси системаның мәнфәғәттәрен яҡлай. Тәүҙә ул Милләттәр Лигаһы тип аталған. Ә Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында ул юҡҡа сыҡҡан, ә һуңынан яңы формала эш итә башлаған.
11. Символик януарҙар нимә эшләйәсәк һәм ни өсөн беҙгә уларҙан ҡурҡырға кәрәкмәй?
11 Пропаганданы оҫта ҡулланып, был януарҙар, йәғни сәйәси системалар кешеләрҙе Йәһүәгә һәм уның халҡына ҡаршы ҡотортор. Образлы әйткәндә, «улар бөтөн донъя батшаларын сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алланың бөйөк көнөндә һуғышҡа [Армагеддонға]» йыйыр (Асыл. 16:13, 14, 16). Әммә беҙгә ҡурҡырға кәрәкмәй. Беҙҙең бөйөк Аллабыҙ Йәһүә күҙ асып йомған арала уның хакимлығы яғында торғандарҙы ҡотҡарыр (Йәз. 38:21—23).
12. Символик януарҙарҙы нимә көтә?
12 Символик януарҙарҙы нимә көтә? Асылыш 19:20-лә былай тип әйтелә: «Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды». Тимәк, был сәйәси системалар әле идара иткәндә, Йәһүә уларҙы юҡ итәсәк.
13. Хөкүмәттәр мәсихселәргә ниндәй баҫым яһай?
13 Был беҙгә нисек тәьҫир итә? Мәсихселәр Йәһүәгә һәм уның Батшалығына тоғро булырға тейеш (Яхъя 18:36). Шуға күрә беҙ бер нисек тә сәйәси эштәрҙә ҡатнашмайбыҙ. Ҡайһы ваҡыт шундай нейтралитет һаҡлау бик ауыр, сөнки хөкүмәттәр һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ менән тулыһынса улар яғында тороуыбыҙҙы талап итә. Хөкүмәттәрҙең баҫымына бирешкәндәргә януарҙың тамғаһы ҡуйыла (Асыл. 13:16, 17). Ундай кешеләр Йәһүәнең хуплауын һәм мәңгелек тормош алмаясаҡ (Асыл. 14:9, 10; 20:4). Шуға күрә баҫым ни тиклем көслө булһа ла, һәр беребеҙгә сәйәси нейтралитет һаҡлау үтә мөһим.
«БӨЙӨК ФӘХИШӘНЕҢ» ХУРЛЫҠЛЫ ЮҠ ИТЕЛЕҮЕ
14. Яхъя нимәгә ғәжәпләнгән? (Асылыш 17:3—5).
14 Асылыш 17:3—5-те уҡығыҙ. Шунан Яхъя «ҡып-ҡыҙыл януар өҫтөндә ултырған ҡатынды» күргән. Был фәхишәнең исеме «Бөйөк Вавилон». «Уның менән ерҙәге батшалар фәхешлек» иткән. Яхъя: «Был күренешкә мин ныҡ ғәжәпләндем», — тигән (Асыл. 17:1, 2, 6).
15, 16. «Бөйөк Вавилон» нимә ул һәм беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ?
15 «Бөйөк Вавилон» нимә ул? Был фәхишә дәүләт етәкселәре менән фәхешлек ҡылған (Асыл. 18:9). Образлы әйткәндә, ул «ерҙәге батшаларҙы» эйәрләгән, йәғни ул уларҙы контроль аҫтында тоторға тырыша. Тимәк, был ҡатын сәйәси системаларҙы символлаштырмай. Шулай уҡ ул Шайтан донъяһының коммерция структураларын да символлаштыра алмай, сөнки улар Асылыш китабында «ерҙәге сауҙагәрҙәр» тип атала (Асыл. 18:11, 15, 16).
16 Изге Яҙмала йыш ҡына «фәхишәлек» һәм «хыянатсыллыҡ» тигән һүҙҙәр күсмә мәғәнәлә ҡулланыла. Был һүҙҙәр Аллаға табынабыҙ тип әйткән, әммә ысынында боттарға табынған йә был донъяны яратҡан кешеләргә ҡағылырға мөмкин (1 Йыл. 5:25, төшөрмә; Яҡ. 4:4). Ә бына Алланың тоғро хеҙмәтселәре тураһында «сафлыҡтарын һаҡлап ҡалған кешеләр» тип әйтелә (Асыл. 14:4; 2 Кор. 11:2). Боронғо Вавилон бөтә ялған тәғлимәттәрҙең үҙәге булған, шуға күрә «Бөйөк Вавилон» да ялған табыныуҙың бөтә төрҙәрен символлаштыра. Был фәхишәне ялған диндең бөтә донъя империяһы тип атап була (Асыл. 17:5, 18; jw.org сайтында «Бөйөк Вавилон нимә ул?» тигән мәҡәләне (тат.) уҡығыҙ).
17. «Бөйөк Вавилонды» нимә көтә?
17 «Бөйөк Вавилонды» нимә көтә? Асылыш 17:16, 17-лә был һорауға яуап бар: «Һин күргән ун мөгөҙ һәм януар фәхишәгә нәфрәт менән ҡараясаҡ һәм уны бөлгөнлөккә төшөрәсәк, яланғас ҡалдырасаҡ, уның тәнен ашаясаҡ һәм утта яндырасаҡ. Сөнки Алла был ун мөгөҙгә Үҙенең ихтыярын үтәү теләген күңеленә һеңдергән». Йәһүәнең ихтыяры буйынса, халыҡтар «ҡып-ҡыҙыл януарҙы», йәғни Берләшкән Милләттәр Ойошмаһын ялған диндең бөтә донъя империяһына һөжүм итергә һәм уны юҡ итергә этәрер (Асыл. 18:21—24).
18. «Бөйөк Вавилон» менән бәйле булырға теләмәгәнебеҙҙе нисек күрһәтә алабыҙ?
18 Был беҙгә нисек тәьҫир итә? Алла алдында беҙҙең табыныуыбыҙ «саф, тапланмаған» булырға тейеш (Яҡ. 1:27). Шуға күрә беҙ «Бөйөк Вавилондың» ялған тәғлимәттәре, сихырсылыҡ менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре, түбән әхлаҡи нормалары һәм мәжүси байрамдары менән бәйле булырға теләмәйбеҙ. Беҙ кешеләрҙе Алланың бәлә-ҡазаларына дусар булмаһындар өсөн «Бөйөк Вавилонды» ҡалдырырға артабан да дәртләндерәбеҙ (Асыл. 18:4).
АЛЛАНЫҢ ИҢ ЯУЫЗ ДОШМАНЫ
19. «Ҡыҙыл төҫтәге ҙур аждаһа» кемде символлаштыра?
19 Асылыш китабында Ғайсаға һәм уның фәрештәләренә ҡаршы һуғышҡан «ҡыҙыл төҫтәге ҙур аждаһа» тураһында ла әйтелә (Асыл. 12:3, 7—9). Ул Алла халҡына һөжүм итә һәм сәйәси системаларҙы символлаштырған януарҙарға хакимлыҡ бирә (Асыл. 12:17; 13:4). «Был ҙур аждаһа» — бөтөн донъяны алдаусы Иблис һәм Шайтан тип аталған боронғо йылан (Асыл. 12:9; 20:2). Йәһүәнең дошмандары тап уның ҡотортоуы буйынса эш итә.
20. Аждаһаны нимә көтә?
20 Аждаһа менән нимә буласаҡ? Асылыш 20:1—3-тә әйтелгәнсә, Шайтан 1 000 йылға упҡынға ташланасаҡ. Ул упҡында төрмәлә һымаҡ буласаҡ, шуға күрә халыҡтарҙы алдай алмаясаҡ. Унан һуң Шайтан һәм уның ендәре «утлы һәм көкөртлө күлгә» ырғытыла. Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, улар бөтөнләй юҡҡа сыға (Асыл. 20:10). Шайтан һәм уның ендәре булмаған донъяны күҙ алдына килтерә алаһығыҙмы? Тормош ул ваҡытта ни тиклем матур булыр!
21. Асылыш китабының пәйғәмбәрлектәрен ентекләп өйрәнеү һеҙҙә ниндәй хистәр тыуҙыра?
21 Асылыш китабының символдарын аңлау беҙҙе таң ҡалдыра! Беҙ Йәһүәнең дошмандарын билдәләнек һәм уларҙы киләсәктә нимә көткәнен белдек. Ысынлап та, «был пәйғәмбәрлек һүҙҙәрен уҡыған һәм уларҙы тыңлап, унда яҙылғандарҙы үтәгән кешеләр бәхетле»! (Асыл. 1:3). Алланың дошмандары юҡ ителгәс, тоғро хеҙмәтселәрҙе нимә көтә? Был һорауға яуап киләһе мәҡәләлә бирелер.
23-СӨ ЙЫР Йәһүә идара итә башлай
a Асылыш китабы Алланың дошмандарын символдар аша күрһәтә. Был символдарҙы аңларға Данил китабы ярҙам итә. Әйҙәгеҙ, был ике китапта килтерелгән бер нисә пәйғәмбәрлекте сағыштырайыҡ һәм Алланың дошмандары тураһында беләйек, ә һуңынан уларҙы нимә көткәнен ҡарап сығайыҡ.
b Данил 7:15—17: «Шунда мин, Данил, төндә күргән күренештәр арҡаһында ҡурҡыуға төшөп, күңелем тамам хафаланды. 16 Мин унда баҫып торған фәрештәләрҙең береһе янына килеп, бының ысын мәғәнәһен һораным. Һәм яуап итеп, ул миңә барыһын да аңлатып бирҙе: 17 „Ошо дүрт ғәйәт ҙур януар — ерҙән күтәреләсәк дүрт батша“».
c Ете башлы януар бөтә сәйәси системаларҙы символлаштыра икәненә тағы ниндәй дәлил бар? Был януарҙың ун мөгөҙө бар, ә Изге Яҙмала ун һаны тулылыҡты символлаштыра.
d Беренсе януарҙан айырмалы булараҡ, был януар һынының мөгөҙҙәрендә таждары юҡ (Асыл. 13:1). Сөнки ул башҡа ете батшанан хакимлыҡ ала һәм улар ярҙамында ғына тора. (Jw.org сайтында «Асылыш китабының 17-се бүлегендәге ҡып-ҡыҙыл төҫтәге януар нимәне символлаштыра?» тигән мәҡәләне (тат.) уҡығыҙ.)