48-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
Тоғролоғоғоҙ һыналғанда, айыҡ аҡыллы булығыҙ
«Айыҡ аҡыллы булығыҙ» (1 ПЕТ. 4:7).
123-СӨ ЙЫР Алла урынлаштырған тәртипкә буйһонабыҙ
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1. Айыҡ аҡыллы булыу нимәне аңлата? (1 Петр 4:7).
АУЫРЛЫҠТАР менән осрашҡанда, Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына тоғролоҡ һаҡлау ауыр булырға мөмкин. Беҙгә нимә ярҙам итер? Беҙ айыҡ аҡыллы, уяу булырға һәм иманда ныҡ торорға тейеш. (1 Петр 4:7-не уҡығыҙ.) Айыҡ аҡыллы булыу нимәне аңлата? Был тыныс булып ҡалыу, айыҡ фекер йөрөтөү һәм бөтә нәмәгә Йәһүә күҙлегенән ҡарауҙы аңлата. Ул саҡта хистәребеҙ аҡылыбыҙҙан өҫтөнлөк алмаҫ.
2. Ошо мәҡәләлә беҙ нимәне ҡарап сығырбыҙ?
2 Үткән мәҡәләлә беҙ тормоштағы өс ауырлыҡты ҡарап сыҡтыҡ. Ә был мәҡәләлә йыйылыш эсендә тыуа алған һәм Йәһүәгә тоғролоғобоҙҙо һынай алған өс ауырлыҡты ҡарап сығырбыҙ: 1) ҡәрҙәшебеҙ беҙгә ҡарата ғәҙелһеҙ эш итә кеүек тойолғанда, 2) беҙҙе төҙәткәндә һәм 3) ойошмалағы үҙгәрештәрҙе ҡабул итеүе ауыр булғанда. Ундай шарттарҙа айыҡ фекер йөрөтөргә, шулай уҡ Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына тоғро ҡалырға нимә ярҙам итер?
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН ҒӘҘЕЛҺЕҘ ЭШ ИТӘЛӘР КЕҮЕК ТОЙОЛҒАНДА
3. Ҡәрҙәш беҙҙең менән ғәҙелһеҙ эш итә кеүек күренһә, беҙ нимә хис итергә мөмкин?
3 Ҡәрҙәштең һеҙҙең менән ғәҙелһеҙ мөғәмәлә иткәнен тойғанығыҙ булдымы? Бәлки, ул хатта яуаплы ҡәрҙәштәрҙең береһе булғандыр. Әлбиттә, ул һеҙҙе рәнйетергә теләмәгәндер (Рим. 3:23; Яҡ. 3:2). Шулай ҙа күңелегеҙ ҡырылғандыр, һәм шул арҡала хатта йоҡоғоҙ насарайғандыр. Бәлки, һеҙгә: «Әгәр ҡәрҙәш үҙен шулай тота икән, нисек инде был Алла ойошмаһы булһын?» — тигән һорау тынғы бирмәгәндер. Беҙҙең шулай уйлауыбыҙҙы Шайтан теләй (2 Кор. 2:11). Шундай уйҙарға бирелһәк, беҙҙең Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтауыбыҙ һәм уның ойошмаһын ҡалдырыуыбыҙ бар. Шулай итеп, беҙҙең менән ғәҙелһеҙ эш итәләр кеүек тойолғанда, беҙгә айыҡ фекер йөрөтөргә һәм кире уйҙарға бирелмәҫкә нимә ярҙам итер?
4. Ғәҙелһеҙ мөғәмәлә менән осрашҡанда, Йософтоң айыҡ фекер йөрөтөүе нимәлә сағылған, һәм ул беҙҙең өсөн ниндәй өлгө ҡалдырған? (Башланмыш 50:19—21).
4 Ҡаты күңелле булып китмәгеҙ. Йософтоң үҫмер сағында, ағалары уның менән аяуһыҙ эш иткән. Улар уны нәфрәт иткән, ә ҡайһы берҙәре хатта үлтерергә теләгән (Баш. 37:4, 18—22). Һөҙөмтәлә улар уны ҡоллоҡҡа һатҡан, һәм 13 йыл дауамында ул ҡаты һынауҙарға дусар булған. Шул саҡта Йософ, Йәһүә мине яратмай, ул мине ташлап китте, тип уйлай алған. Әммә Йософ ҡаты күңелле булып китмәгән. Ул айыҡ фекер йөрөткән. Был нимәлә сағылған? Ул тыныс булып ҡалған. Ә ағаларынан үс алырға мөмкинлек тыуғанда, ул уларҙы кисергән (Баш. 45:4, 5). Йософ айыҡ фекер йөрөткәнгә, шулай эш итә алған. Бынан тыш, ул иғтибарын үҙ проблемаларына түгел, ә Йәһүәнең ихтыярына туплаған. (Башланмыш 50:19—21-ҙе уҡығыҙ.) Беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ? Берәйһе беҙҙең менән ғәҙелһеҙ эш итһә, Йәһүәгә үпкәләмәгеҙ һәм, ул мине ташлаған, тип уйламағыҙ. Киреһенсә, был һынауҙа ул һеҙгә нисек тоғролоҡ һаҡларға ярҙам иткәне хаҡында уйланығыҙ. Бынан тыш, башҡалар һеҙҙе рәнйеткәндә, уларҙың гонаһтарын яратыу менән ҡапларға тырышығыҙ (1 Пет. 4:8).
5. Микеасҡа айыҡ фекер һаҡларға нимә ярҙам иткән?
5 Ә хәҙер беҙҙең ваҡытта булған миҫалға иғтибар итәйек. Микеасb исемле өлкән Көньяҡ Америкала йәшәй. Ҡасандыр бер нисә яуаплы ҡәрҙәш, уның уйлауынса, уның менән ҡаты мөғәмәлә иткән. Ул былай ти: «Минең бер ҡасан да ундай стресс кисергәнем булманы. Мин бик ныҡ бойоҡтом. Мин йоҡлай алманым һәм, бер нәмә эшләй алмағанға, илай инем». Шулай ҙа Микеас был хәлгә айыҡ ҡараш менән ҡарарға һәм үҙ хистәрен ҡулда тоторға тырышҡан. Ул йыш доға ҡылған һәм, барыһына ла сыҙар өсөн, Йәһүәнән изге рух һораған. Ул шулай уҡ баҫмаларыбыҙҙа үҙенә ярҙам итә алған кәңәштәр эҙләгән. Беҙ унан ниндәй өлгө ала алабыҙ? Әгәр ҡәрҙәштең һеҙҙең менән дөрөҫ мөғәмәлә итмәгәнен тойһағыҙ, тыныс булып ҡалығыҙ һәм кире уйҙарҙан арынырға тырышығыҙ. Ҡәрҙәштең ни өсөн шулай тип әйткәнен йә эшләгәнен беҙ белмәҫкә мөмкин. Шуға барыһын Йәһүәгә һөйләгеҙ һәм тыуған хәлгә шул ҡәрҙәштең күҙлегенән ҡарарға ярҙам итеүен һорағыҙ. Шулай эш итеү һеҙгә ҡәрҙәште аҡларға һәм уны кисерергә ярҙам итер (Ғиб. һүҙ. 19:11). Онотмағыҙ: Йәһүә хәлегеҙҙе күрә һәм һеҙгә ныҡ ҡалырға көс бирер (2 Йыл. 16:9; Вәғ. 5:8).
БЕҘҘЕ ТӨҘӘТКӘНДӘ
6. Йәһүә беҙҙе яратҡанға төҙәтә икәнен аңлау ни өсөн мөһим? (Еврейҙарға 12:5, 6, 11).
6 Йәһүәнең төҙәтеүе беҙҙе әрнетергә мөмкин. Әммә иғтибарыбыҙҙы тойғоларыбыҙға туплаһаҡ, был төҙәтеү миңә ҡағылмай һәм ул сиктән тыш ҡаты, тип уйлауыбыҙ ихтимал. Һөҙөмтәлә беҙҙең бик мөһим нәмәне — Йәһүә яратҡанға беҙҙе тәрбиәләй икәнен күҙҙән ысҡындырыуыбыҙ бар. (Еврейҙарға 12:5, 6, 11-ҙе уҡығыҙ.) Өҫтәүенә, тойғоларыбыҙҙы контролдә тотмаһаҡ, Шайтанға был хәлдән файҙаланырға юл ҡуйырбыҙ. Ул беҙҙең был төҙәтеүҙе кире ҡағыуыбыҙҙы, унан да бигерәк, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙән туҡтауыбыҙҙы һәм йыйылышты ҡалдырыуыбыҙҙы теләй. Берәйһе беҙҙе төҙәткәндә, айыҡ ҡараш һаҡларға нимә ярҙам итер?
7. а) Петр, баҫалҡылыҡ сағылдырып, төҙәтеүҙе ҡабул иткәс, Йәһүә уға ниндәй яуаплы вазифалар тапшырған? (Рәсемде ҡарағыҙ.) б) Петрҙың үрнәге беҙҙе нимәгә өйрәтә?
7 Төҙәтеүҙе ҡабул итегеҙ һәм кәрәкле үҙгәрештәр яһағыҙ. Ғайса Петрҙы башҡа илселәр алдында бер нисә тапҡыр төҙәткән (Марк 8:33; Лука 22:31—34). Моғайын, Петрға уңайһыҙ булғандыр. Әммә ул Ғайсаға тоғро булып ҡалған. Ул шелтәләүҙе ҡабул иткән һәм үҙ хаталарынан һабаҡтар алған. Шуға Йәһүә уның тоғролоғон фатихалаған һәм йыйылышта яуаплы вазифалар тапшырған (Яхъя 21:15—17; Ғәм. 10:24—33; 1 Пет. 1:1). Беҙ Петрҙан нимәгә өйрәнә алабыҙ? Төҙәтеү алғанда хистәребеҙгә сиктән тыш ҙур әһәмиәт бирмәһәк һәм төҙәтеүҙе ҡабул итеп үҙгәрештәр яһаһаҡ, беҙгә лә, башҡаларға ла яҡшы булыр. Шул саҡта беҙ Йәһүәгә һәм ҡәрҙәштәребеҙгә тағы ла күберәк файҙа килтерербеҙ.
8, 9. Бернарду кәңәш алғандан һуң нимә хис иткән һәм уға үҙ ҡарашын үҙгәртергә нимә ярҙам иткән?
8 Ә бына Мозамбикта йәшәгән Бернарду исемле ағай-ҡәрҙәштең миҫалы. Уны өлкән вазифаһынан бушатҡандар. Тәүҙә ул нимә хис иткән? Бернарду былай тип иҫенә төшөрә: «Өлкәндәрҙең ҡарары менән ризалашмағанға, мин үпкәләнем». Ул ҡәрҙәштәрҙең уның хаҡында нимә уйлағаны тураһында борсолған. Бернарду: «Тыуған хәлгә дөрөҫ ҡарар өсөн, шулай уҡ Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына яңынан ышаныс үҫтерер өсөн, бер нисә ай кәрәк булды», — тигән. Ҡәрҙәшебеҙгә үҙенең ҡарашын үҙгәртергә нимә ярҙам иткән?
9 Бернарду былай тип аңлата: «Өлкән булып хеҙмәт иткәндә, башҡаларға Йәһүәнең төҙәтеүенә дөрөҫ ҡарарға ярҙам итер өсөн, мин Еврейҙарға 12:7-ләге һүҙҙәрҙе күрһәтә торғайным. Ә бына хәҙер үҙемдән: „Был аят кемгә ҡағыла?“ — тип һораным. Йәһүәнең бөтә хеҙмәтселәренә лә, шул иҫәптән миңә лә, тип уйлап ҡуйҙым мин». Бернарду Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына яңынан ышана башлар өсөн башҡа үҙгәрештәр ҙә яһаған. Ул Изге Яҙманы күберәк уҡый башлаған һәм уның өҫтөндә тәрәнерәк уйланған. Ҡәрҙәштәрҙең уға нисек ҡарағаны тураһында һаман да борсолһа ла, ул улар менән вәғәзгә йөрөгән һәм йыйылыш осрашыуҙарында ҡатнашҡан. Ваҡыт үтеү менән Бернардуны яңынан өлкән итеп билдәләгәндәр. Һеҙгә лә төҙәтеү саралары ҡулланылһа, оятҡа ҡалдым, тип борсолмағыҙ, бирелгән кәңәшкә ҡолаҡ һалығыҙ һәм кәрәкле үҙгәрештәр яһағыҙ (Ғиб. һүҙ. 8:33; 22:4)c. Шулай эшләһәгеҙ, шикләнмәгеҙ: Йәһүә һеҙҙе уға һәм уның ойошмаһына тоғро ҡалғанығыҙ өсөн фатихалаясаҡ.
ОЙОШМАЛАҒЫ ҮҘГӘРЕШТӘРҘЕ ҠАБУЛ ИТЕҮЕ АУЫР БУЛҒАНДА
10. Ниндәй үҙгәреш ҡайһы бер израилдәрҙең Йәһүәгә ҡарата тоғролоғон һынай алған?
10 Ойошмала булған үҙгәрештәр Йәһүәгә ҡарата тоғролоғобоҙҙо һынарға мөмкин. Уяу булмаһаҡ, беҙҙең Йәһүәнән йыраҡлашыуыбыҙ бар. Мәҫәлән, Муса ҡануны менән бәйле үҙгәрештәр ҡайһы бер израилдәргә нисек тәьҫир иткәнен ҡарап сығайыҡ. Муса ҡануны ғәмәлгә индерелгәнгә тиклем рухани вазифаларын ғаилә башлыҡтары үтәгән. Улар ҡорбан килтереү урындарын төҙөгән һәм унда ғаиләләре өсөн ҡорбандар килтергән (Баш. 8:20, 21; 12:7; 26:25; 35:1, 6, 7; Әйүп 1:5). Әммә Ҡанун ғәмәлгә индерелгәс, ғаилә башлыҡтары бүтән был хөрмәтле вазифаларҙы үтәмәгән. Хәҙер Йәһүә Һарун ҡәбиләләренән булған ирҙәргә рухани вазифаларын тапшырған. Улар ғына ҡорбан килтерергә тейеш булған. Шул ваҡыттан башлап, Һарун ҡәбиләһенән булмаған ир рухани вазифаларын үтәһә, уны үлемгә хөкөм итә алғандар (Лев. 17:3—6, 8, 9)d. Бәлки, тап шул үҙгәреш арҡаһында Корах, Датан, Абирам һәм 250 йәмғиәт башлыҡтары Муса менән Һарунға ҡаршы фетнә күтәргәндер ҙә (Һан. 16:1—3). Беҙ быны белмәйбеҙ. Нисек кенә булмаһын, Корах һәм уның менән бергә булған башҡа ирҙәр Йәһүәгә тоғролоҡ һаҡламаған. Ойошмалағы үҙгәрештәр Йәһүәгә тоғро булыуҙы һынағанда, нимә эшләп була?
11. Ҡоһат улдарынан ниндәй өлгө алып була?
11 Ойошмалағы үҙгәрештәр буйынса эш итегеҙ. Израилдәр сүлдә булғанда, Ҡоһат ғаиләһенән булған левиттар бик яуаплы вазифа башҡарған. Халыҡ юлға сыҡҡан һайын Ҡоһат улдарының ҡайһы берҙәре Йәһүәнең килешеү һандығын бөтәһенән дә алда алып барған (Һан. 3:29, 31; 10:33; Еш. 3:2—4). Был улар өсөн ифрат ҙур хөрмәт булған! Әммә израилдәр Вәғәҙә ителгән ерҙә урынлашҡас, килешеү һандығын бер урындан икенсе урынға инде күсереп йөрөтөргә кәрәк булмаған. Шуға күрә Ҡоһат улдарына башҡа вазифалар бирелгән. Сөләймән идара иткән ваҡытта уларҙың ҡайһы берҙәре — йырсы, икенселәре ҡапҡа һаҡсыһы булып хеҙмәт иткән, ә кемдер келәттәр хаҡында ҡайғыртҡан (1 Йыл. 6:31—33; 26:1, 24). Улар зарланған йә үҙҙәренә хөрмәтлерәк хеҙмәт һораған, тип бер ерҙә лә әйтелмәй. Уларҙан нимәгә өйрәнеп була? Йәһүәнең ойошмаһындағы үҙгәрештәр һеҙгә шәхсән ҡағылһа ла, уларға теләп буйһоноғоҙ. Һәр ҡайһы йөкләмәне шатланып башҡарығыҙ. Онотмағыҙ: Йәһүә өсөн һеҙҙең вазифағыҙ түгел, ә тыңлаусан булыуығыҙ мөһим (1 Сам. 15:22).
12. Рәхимә, Вефиль хеҙмәтен ҡалдырғас, үҙен нисек хис иткән?
12 Яҡын Көнсығыштан булған Рәхимә исемле апай-ҡәрҙәштең миҫалына иғтибар итәйек. Ул Вефиль хеҙмәтен бик яратҡан. Әммә Вефилдә 23 йыл хеҙмәт иткәндән һуң уны махсус пионер итеп билдәләгәндәр. Рәхимә былай тип һөйләй: «Мин аптырашта ҡалдым. Мин үҙемде файҙаһыҙ итеп тойҙом һәм миңә: „Нимәне дөрөҫ эшләмәгәнмен икән?“ — тигән һорау тынғы бирмәне». Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йыйылыштағы ҡайһы бер ҡәрҙәштәр: «Һине Вефилдән ҡайтарып ебәргәс, үҙ эшеңде насар башҡарғанһыңдыр», — тигән һүҙҙәр менән әрнеү килтергән. Күпмелер ваҡыт Рәхимә төшөнкөлөккә бирелеп йөрөгән һәм һәр кис илаған. Әммә ул: «Мин үҙемә Йәһүәнең яратыуына һәм ойошмаға шикләнергә рөхсәт итмәнем», — тип әйтә. Апай-ҡәрҙәшебеҙгә айыҡ фекер һаҡлап ҡалырға нимә ярҙам иткән?
13. Рәхимәгә тиҫкәре хистәр менән көрәшергә нимә ярҙам иткән?
13 Рәхимә үҙ хистәрен еңә алған. Ул әҙәбиәттәребеҙҙән үҙенең хәленә ҡағылышлы мәҡәләләрҙе уҡыған. Айырыуса уға «Күҙәтеү манараһы» 2001 йылдың 1 февраль сығарылышында «Төшөнкөлөк менән көрәш!» тигән мәҡәлә бик ярҙам иткән. Унда Изге Яҙманы яҙыусы Марк тураһында яҙылған. Вазифалары үҙгәргәндә, Марк та шундайыраҡ хистәр кисергәндер. Рәхимә былай тип иҫенә төшөрә: «Марктың миҫалы мине төшөнкөлөктән һаҡланы». Шулай уҡ ул дуҫтарынан йыраҡлашмаған һәм үҙен йәлләп ултырмаған. Рәхимә ниндәй һөҙөмтәгә килгән? Ул Йәһүәнең ойошмаһына изге рух тәьҫир иткәнен һәм яуаплы ҡәрҙәштәр уны бик ныҡ яратҡанын белгән. Шулай уҡ Алла ихтыярын үтәү уның ойошмаһы өсөн иң мөһим икәнен аңлаған.
14. Владо ҡәрҙәшкә ниндәй үҙгәрештәргә буйһонорға еңел булмаған, әммә уға нимә ярҙам иткән?
14 Словениянан булған һәм өлкән булып хеҙмәт иткән 73 йәшлек Владо ҡәрҙәштең миҫалын ҡарап сығайыҡ. Ике йыйылышты берләштергәс, ул йөрөгән Батшалыҡ залды япҡандар. Ул былай тип һөйләй: «Ни өсөн шундай матур залды япҡандарын мин аңламай инем. Беҙ унда күптән түгел генә ремонт яһаныҡ, мин үҙем балта оҫтаһы һәм үҙем был зал өсөн мебель яһаным. Шуға күрә минең йөрәгем бигерәк тә әрнене. Йыйылыштарҙың берләшеүе күп үҙгәрештәр килтерә һәм беҙгә, оло йәштәге вәғәзселәргә, еңел түгел». Владо ҡәрҙәшкә өлкәндәрҙең күрһәтмәләренә буйһонорға нимә ярҙам иткән? Ул былай ти: «Йәһүә ойошмаһында булған үҙгәрештәргә өйрәнеп барыу һәр ваҡыт фатихалар килтерә. Был беҙҙе киләсәктә буласаҡ ҙурыраҡ үҙгәрештәргә әҙерләй». Әгәр һеҙгә йыйылыштарҙың берләшеүе йә вазифаларҙың үҙгәреүе менән бәйле үҙгәрештәрҙе ҡабул итеүе еңел булмаһа, шикләнмәгеҙ, Йәһүә хистәрегеҙҙе аңлай. Һеҙ шундай үҙгәрештәргә буйһонһағыҙ, Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына тоғролоҡ һаҡлаһағыҙ, алда һеҙҙе фатихалар көтә (Зәб. 18:25).
БӨТӘ НӘМӘЛӘ ЛӘ АЙЫҠ АҠЫЛ ҺАҠЛАҒЫҘ
15. Йыйылышта ауырлыҡтар менән осрашҡанда, нисек айыҡ аҡыл һаҡларға?
15 Был донъяның ахырына яҡынлашҡан һайын, йыйылыштарҙа ауырлыҡтар менән осрашыуыбыҙ ихтимал. Улар беҙҙең Йәһүәгә тоғролоғобоҙҙо һынарға мөмкин, шуға күрә айыҡ аҡыллы булырға кәрәк. Ҡәрҙәштәрҙең берәйһе үҙен һеҙҙең менән ғәҙелһеҙ тота кеүек күренһә, үпкә тотмағыҙ. Һеҙгә төҙәтеү саралары ҡулланылһа, үҙегеҙҙең хистәрегеҙ тураһында сиктән тыш уйламағыҙ, ә кәңәште тыңлағыҙ һәм үҙгәрегеҙ. Ә Йәһүәнең ойошмаһындағы үҙгәрештәр һеҙгә шәхсән ҡағылһа, уларға ихлас буйһоноғоҙ һәм күрһәтмәләр буйынса эш итегеҙ.
16. Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына ышанырға нимә ярҙам итер?
16 Йәһүәгә тоғро булыуығыҙ һыналғанда, һеҙ уға һәм уның ойошмаһына ышанысығыҙҙы һаҡлап ҡала алаһығыҙ. Бының өсөн айыҡ аҡыл һаҡларға, йәғни тыныс ҡалырға, аныҡ фекер йөрөтөргә һәм бөтә нәмәгә Йәһүә ҡарағандай ҡарарға кәрәк. Боронғо ваҡытта йәшәгән һәм һеҙҙекенә оҡшаш ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан Алланың хеҙмәтселәре тураһында күберәк белергә тырышығыҙ һәм уларҙан үрнәк алығыҙ. Йәһүәгә ярҙам һорап доға ҡылығыҙ. Бер ҡасан да ҡәрҙәштәрҙән йыраҡлашмағыҙ. Шул саҡта ниндәй генә хәл булмаһын, Шайтан һеҙҙе Йәһүәнән һәм уның ойошмаһынан айыра алмаясаҡ (Яҡ. 4:7).
126-СЫ ЙЫР Уяу, ҡыйыу, сыҙам бул!
a Ауырлыҡтар тыуғанда, Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына тоғролоҡ һаҡлау еңел булмаҫҡа мөмкин. Был мәҡәләлә беҙ йыйылышта тыуа алған ауырлыҡтарҙың өсөһөн генә ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ Йәһүәгә һәм уның ойошмаһына тоғролоҡ һаҡларға беҙгә нимә ярҙам иткәнен белербеҙ.
b Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.
c Башҡа файҙалы кәңәштәрҙе «Күҙәтеү манараһының» (тат.) 2009 йылдың 15 август сығарылышында «Һин башта яуаплы вазифа үтәгән инеңме? Яңынан хеҙмәт итергә ынтыл» тигән мәҡәләлә табып була.
d Берәй ғаилә башлығы эре йә ваҡ малды һуйырға теләгәндә, Муса ҡануны буйынса, ул уны изге сатырға килтерергә тейеш булған. Әгәр инде ул изге сатырҙан бик йыраҡ йәшәгән булһа, хайуанды үҙе ҡорбанға килтерә алған (Ҡан. 12:21).