5-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
«Беҙҙе Мәсих мөхәббәте йөрөтә»
«Бөтөн нәмәлә беҙҙе Мәсих мөхәббәте йөрөтә... Тереләр үҙҙәре өсөн түгел, ә үҙҙәре хаҡына үлгән һәм үленән терелтелгән Зат өсөн йәшәһендәр тип, Мәсих барыһы хаҡына үлде» (2 КОР. 5:14, 15).
13-СӨ ЙЫР Мәсих — беҙгә өлгө
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1, 2. а) Ғайсаның тормошо һәм хеҙмәте хаҡында уйлағанда беҙ нимә хис итәбеҙ? б) Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
ЯҠЫН кешебеҙ үлгәндә, беҙ уны бик ныҡ һағынабыҙ. Уның һуңғы көндәре тураһында уйлағанда, айырыуса ул үлер алдынан ғазап кисергән булһа, беҙ йөрәк әрнеүе тоябыҙ. Әммә ваҡыт үтеү менән ҡайғы баҫыла, һәм тормош үҙ яйына һалына. Беҙгә уның кәңәштәрен, беҙҙе нығытҡан йылы һүҙҙәрен, эштәрен һәм бергә үткәргән ваҡыттарҙы иҫкә төшөрөү инде күңелле.
2 Шуның шикелле, Ғайсаның ғазап сигеүе һәм үлеме тураһында уҡыу беҙгә ауыртыу килтерә. Кисә үткән осорҙа беҙ уның йолом ҡорбаны ни тиклем ҡиммәтле икәне тураһында тағы ла күберәк уйланырға тырышабыҙ (1 Кор. 11:24, 25). Әлбиттә, Ғайсаның ерҙә булған саҡта нимә әйткәне, нимә эшләгәне хаҡында уйланыу беҙгә шатлыҡ килтерә. Шулай уҡ Ғайсаның әле нимә эшләгәне һәм киләсәктә беҙҙең өсөн нимә эшләйәсәге тураһында белеү беҙҙе рухландыра. Был хаҡта һәм Ғайсаның беҙгә ҡарата яратыуы тураһында уйланыу рәхмәттәребеҙҙе эштәр менән күрһәтергә этәрә. Хәҙер беҙ быны ҡарап сығырбыҙ.
РӘХМӘТЛЕ БУЛЫУ БЕҘҘЕ ҒАЙСАНЫҢ ЭҘҘӘРЕНӘН БАРЫРҒА ЭТӘРӘ
3. Йолом өсөн рәхмәтле булырға беҙҙең ниндәй сәбәптәр бар?
3 Ғайсаның тормошо һәм үлеме тураһында уйлағанда беҙ рәхмәт хисен тоябыҙ, сөнки йолом беҙгә Йәһүә һәм Ғайса менән яҡын дуҫлыҡҡа юл аса. Бынан тыш, Ғайса кешеләргә Алла Батшалығы һәм ул килтерәсәк фатихалар тураһында һөйләгән. Беҙ был хәҡиҡәттәрҙе бик ҡәҙерләйбеҙ. Ғайсаға иман иткән кешеләр шулай уҡ мәңге йәшәргә һәм терелгән яҡындарын күрергә өмөтләнә (Яхъя 5:28, 29; Рим. 6:23). Беҙ үҙебеҙ был фатихаларға бер нисек тә ирешә алмаҫ инек. Аллаға һәм Мәсихкә беҙгә күрһәткән игелектәре өсөн бер ҡасан да тулыһынса ҡайтара алмайбыҙ (Рим. 5:8, 20, 21). Әммә беҙ уларға был ҡиммәтле бүләк өсөн рәхмәтле булғаныбыҙҙы күрһәтә алабыҙ. Нисек итеп?
4. Магдалалы Мәрйәм Ғайсаға рәхмәтле булыуын нисек белдергән? (Рәсемде ҡарағыҙ.)
4 Магдалалы Мәрйәмдең миҫалына иғтибар итәйек. Был меҫкен ҡатынды ете ен яфалаған. Ул, моғайын, мине уларҙан бер кем дә ҡотҡара алмаҫ, тип уйлағандыр. Ғайса уны шул ендәр тәьҫиренән азат иткәс, Мәрйәм ни тиклем рәхмәтле булғандыр. Рәхмәтле булыу уны Ғайсаның шәкерте булып китергә һәм ваҡытын, көсөн, мөлкәтен уға хеҙмәттә ҡулланырға дәртләндергән (Лука 8:1—3). Мәрйәм Ғайсаның шәхсән уның өсөн ҡылған эштәрен бик ҡәҙерләһә лә, киләсәктә уның өсөн күберәкте эшләйәсәген күҙ алдына ла килтермәгәндер. Ғайса үҙенә «инанған бер кем дә һәләк булмаһын, ә мәңгелек тормошҡа эйә булһын өсөн» кешелек өсөн үҙ ғүмерен биргән (Яхъя 3:16). Мәрйәм тоғро булып Ғайсаға үҙ рәхмәтен күрһәткән. Ғайса яфаланыу бағанаһында ғазапланғанда, Мәрйәм, уның янында булып, уны һәм башҡаларҙы нығытҡан (Яхъя 19:25). Ә Ғайса үлгәс, Мәрйәм һәм башҡа ике ҡатын уның «кәүҙәһен майлау өсөн хуш еҫле майҙар» алып килгән (Марк 16:1, 2). Мәрйәмдең тоғролоғо мул итеп бүләкләнгән. Ул терелтелгән Ғайсаны күргән һәм уның менән аралашҡан. Шәкерттәрҙең бер нисәһе генә ундай хөрмәткә эйә булған (Яхъя 20:11—18).
5. Беҙ Йәһүә менән Ғайсаға рәхмәтле булыуыбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?
5 Беҙ Батшалыҡ эштәре өсөн үҙ ваҡытыбыҙҙы, көсөбөҙҙө һәм аҡсабыҙҙы йәлләмәһәк, Йәһүә менән Ғайсаға беҙҙең хаҡҡа башҡарған бөтә эштәре өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы күрһәтербеҙ. Мәҫәлән, ғибәҙәт ҡылыу биналарын төҙөүҙә һәм хеҙмәтләндереүҙә ярҙам итә алабыҙ.
ЙӘҺҮӘНЕ ҺӘМ ҒАЙСАНЫ ЯРАТЫУ БАШҠАЛАРҘЫ ЯРАТЫРҒА ДӘРТЛӘНДЕРӘ
6. Ни өсөн йолом — һәр беребеҙ өсөн шәхсән бүләк тип әйтеп була?
6 Йәһүәнең һәм Ғайсаның беҙҙе ни тиклем ныҡ яратҡаны тураһында уйлағанда, беҙ ҙә уларҙы яратырға ынтылабыҙ (1 Яхъя 4:10, 19). Ғайсаның һәр беребеҙ өсөн үлгәнен аңлағас, уларға ҡарата яратыуыбыҙ тағы ла көсәйә бара. Илсе Павел быны яҡшы аңлаған. Галаттарға яҙған хатында ул үҙ рәхмәтен бына нисек белдергән: «Мине яратҡан һәм минең өсөн Үҙен ҡорбан иткән Алла Улына иманым арҡаһында йәшәйем» (Гал. 2:20). Йолом нигеҙендә Йәһүә беҙҙе үҙенә йәлеп иткән һәм үҙенең дуҫы булырға тәҡдим иткән (Яхъя 6:44). Йәһүә һәр беребеҙҙә яҡшы сифаттар күргән һәм беҙ уның дуҫы булып китһен өсөн иң юғары хаҡ түләгән. Быны белеү йөрәгебеҙҙе йылытмаймы ни? Был беҙҙең Йәһүәгә һәм Ғайсаға ҡарата яратыуыбыҙҙы көсәйтмәйме ни? Үҙегеҙҙән: «Был яратыу мине нимәгә дәртләндерә?» — тип һорағыҙ.
7. Фотоһүрәтте ҡарағыҙ. Йәһүәне һәм Ғайсаны яратҡаныбыҙҙы нисек күрһәтеп була? (2 Коринфтарға 5:14, 15; 6:1, 2).
7 Аллаға һәм Мәсихкә ҡарата яратыу беҙҙе башҡаларҙы яратырға этәрә. (2 Коринфтарға 5:14, 15; 6:1, 2-не уҡығыҙ.) Мөхәббәт сағылдырыуыбыҙҙың бер ысулы — вәғәз эшендә ашҡынып ҡатнашыу. Беҙ вәғәздә төрлө кешеләргә Батшалыҡ тураһындағы һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләйбеҙ. Кешеләрҙең ниндәй расанан, милләттән булыуына, уның дәрәжәһенә һәм сығышына ҡарамайбыҙ. Шулай эшләп, Йәһүәнең ихтыярын үтәйбеҙ, «ул бөтөн кешеләрҙең дә ҡотолоуын һәм хәҡиҡәтте таныуын теләй бит» (1 Тим. 2:4).
8. Ҡәрҙәштәребеҙгә яратыуыбыҙҙы нисек күрһәтеп була?
8 Аллаға һәм Мәсихкә яратыу беҙҙе шулай уҡ ҡәрҙәштәрҙе яратырға дәртләндерә (1 Яхъя 4:21). Беҙ уларҙың хәлен белешәбеҙ, әгәр инде улар бәләгә эләкһә, ярҙамға киләбеҙ. Яҡындарын юғалтҡанда беҙ уларҙы йыуатабыҙ, ауырығанда — яндарына киләбеҙ, бойоҡҡанда — нығытабыҙ (2 Кор. 1:3—7; 1 Фес. 5:11, 14). «Тәҡүә кешенең доғаһы көслө, ул күпте эшләргә һәләтле» икәнен белеп, беҙ улар өсөн гел доға ҡылабыҙ (Яҡ. 5:16).
9. Тағы нисек итеп ҡәрҙәштәргә яратыуыбыҙҙы күрһәтә алабыҙ?
9 Шулай уҡ, ҡәрҙәштәребеҙ менән татыулыҡ һаҡлап, уларҙы яратҡаныбыҙҙы күрһәтәбеҙ. Ғәфү итеүҙә беҙ Йәһүәнән өлгө алабыҙ. Йәһүә гонаһтарыбыҙ өсөн Улының үлеүенә юл ҡуйырға әҙер булған икән, беҙ үҙебеҙгә ҡаршы гонаһ ҡылған ҡәрҙәштәребеҙҙе ғәфү итергә тейеш түгелме ни? Беҙ Ғайсаның ҡиссаһындағы яуыз ҡол кеүек булырға теләмәҫ инек. Хужаһы уның ғәйәт ҙур бурысын ғәфү иткәндән һуң, был ҡол хеҙмәттәшенең бәләкәй генә бурысын ғәфү итергә теләмәгән (Матф. 18:23—35). Әгәр йыйылышта кем менәндер ҡаршылыҡтар тыуһа, Кисәгә тиклем был хәлде яйға һалыр өсөн аҙымдар яһай алыр инегеҙме? (Матф. 5:23, 24). Шулай эшләп, Йәһүәгә һәм Ғайсаға яратыуығыҙҙы сағылдырырһығыҙ.
10, 11. Өлкәндәр Йәһүәгә һәм Ғайсаға яратыуҙарын нисек сағылдыра? (1 Петр 5:1, 2).
10 Өлкәндәр Йәһүә менән Ғайсаға үҙ яратыуын нисек күрһәтә ала? Мөһим ысулдарҙың береһе — Ғайсаның һарыҡтары хаҡында ҡайғыртыу. (1 Петр 5:1, 2-не уҡығыҙ.) Ғайса Петр менән аралашҡанда быны асыҡ итеп аңлатҡан. Петр Ғайсанан өс тапҡыр ваз кискән һәм һуңынан уны яратҡанын иҫбатларға бик теләгән. Терелтелгән Ғайса Петрҙан: «Яхъя улы Симон! Һин Мине яратаһыңмы?» — тип һораған. Шик тә юҡ, Петр үҙенең Хужаһын яратҡанын иҫбатлар өсөн барыһын эшләргә әҙер булған. Ғайса уға: «Һарыҡтарымды көт», — тигән (Яхъя 21:15—17). Петр ғүмер буйы Хужаһының һарыҡтары хаҡында наҙлы итеп ҡайғыртҡан һәм, шулай эшләп, Ғайсаны яратҡанын иҫбатлаған.
11 Ҡәҙерле өлкәндәр, һеҙ Ғайсаның Петрға әйткән һүҙҙәренең мөһимлеген аңлағанығыҙҙы Кисә үткән осорҙа нисек күрһәтә алаһығыҙ? Ҡәрҙәштәрҙе даими рухландырһағыҙ һәм актив булмағандарға Йәһүәгә ҡайтырға ярҙам итеүҙә өҫтәмә тырышлыҡтар һалһағыҙ, Йәһүәне һәм Ғайсаны ныҡ яратҡанығыҙҙы күрһәтерһегеҙ (Йәз. 34:11, 12). Шулай уҡ Изге Яҙманы өйрәнеүселәр һәм Кисәгә беренсе тапҡыр килгән кешеләр үҙҙәрен яҡшы хис итһен өсөн уларға иғтибар бүлә алаһығыҙ. Беҙ бит уларҙың Ғайсаның шәкерттәре булып китеүҙәрен теләйбеҙ.
МӘСИХКӘ ҠАРАТА ЯРАТЫУ БЕҘҘЕ ҠЫЙЫУ БУЛЫРҒА РУХЛАНДЫРА
12. Ғайсаның үлер алдынан әйткән һүҙҙәре беҙгә ҡыйыу булырға нисек ярҙам итә? (Яхъя 16:32, 33).
12 Тормошоноң һуңғы кисендә Ғайса шәкерттәренә: «Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!» — тигән. (Яхъя 16:32, 33-тө уҡығыҙ.) Ғайсаға дошмандары алдында ҡыйыу булырға һәм үлеменә тиклем Йәһүәгә тоғро ҡалырға нимә ярҙам иткән? Ул Йәһүәгә таянған. Шәкерттәренең дә шундай һынауҙар менән осрашасағын белеп, ул Йәһүәнән уларҙы һаҡлауын һораған (Яхъя 17:11). Беҙгә нимә ҡыйыулыҡ өҫтәй? Йәһүә дошмандарҙың бөтәһенән дә көслөрәк икәнен белеү (1 Яхъя 4:4). Ул бөтә нәмәне күрә. Йәһүәгә таянһаҡ, беҙ, ҡурҡыуҙы еңеп, ҡыйыу була алабыҙ.
13. Аримафейҙан булған Йософ нисек ҡыйыулыҡ күрһәткән?
13 Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Аримафейҙан булған Йософ йәһүдтәрҙең Юғары кәңәшмәһенең ағзаһы булған, һәм кешеләр уны хөрмәт иткән. Башта уны бер нисек тә ҡыйыу тип атап булмаҫ ине. Яхъя уның тураһында былай тип яҙған: «Йософ Ғайсаның шәкерте ине, әммә, йәһүд башлыҡтарынан ҡурҡыуы арҡаһында, ул быны йәшереп йөрөнө» (Яхъя 19:38). Йософ Батшалыҡ хаҡындағы хәбәр менән ҡыҙыҡһынһа ла, Ғайсаға ышаныуын башҡаларҙан йәшергән. Әлбиттә, ул йәмғиәттә булған абруйын юғалтырға ҡурҡҡан. Нисек кенә булһа ла, Ғайса үлгәс, Йософ «Пилат алдына инергә баҙнат итеп, Ғайсаның кәүҙәһен алырға рөхсәт» һораған (Марк 15:42, 43). Йософ Ғайсаның артынан барыуын бүтән йәшермәгән.
14. Ҡурҡыу менән көрәшһәгеҙ, нимә эшләргә?
14 Һеҙҙең, Йософ кеүек, ҡасан да булһа кешеләрҙән ҡурҡҡанығыҙ булдымы? Һеҙ Йәһүә шаһиты булыуығыҙҙы мәктәптә йә эштә әйтергә ҡурҡаһығыҙмы? Ә, бәлки, башҡаларҙың һеҙҙең турала нимә уйлауы тураһында борсолоп, вәғәзсе булып китергә йә һыуға сумдырылырға баҙнат итмәйһегеҙҙер. Шундай хистәр һеҙгә дөрөҫ эш итергә ҡамасауламаһын. Йәһүәгә эскерһеҙ доға ҡылығыҙ. Уның ихтыярын үтәр өсөн һеҙгә ҡыйыулыҡ биреүен һорағыҙ. Йәһүәнең доғаларығыҙға нисек яуап биреүен күреү һеҙгә көс һәм ҡыйыулыҡ өҫтәр (Ишағ. 41:10, 13).
ШАТЛЫҠ ЙӘҺҮӘГӘ ӨҘЛӨКҺӨҘ ХЕҘМӘТ ИТЕРГӘ ЯРҘАМ ИТӘ
15. Ғайса менән осрашыуҙан килгән шатлыҡ шәкерттәрҙе нимәгә дәртләндергән? (Лука 24:52, 53).
15 Ғайса үлгәс, уның шәкерттәре бик ныҡ ҡайғырған. Үҙегеҙҙе уларҙың хәленә ҡуйып ҡарағыҙ. Улар һөйөклө дуҫын юғалтҡан. Улай ғына ла түгел, өмөттәре лә юҡҡа сыҡҡандай булған (Лука 24:17—21). Әммә терелгәндән һуң Ғайса уларға Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлешендә үҙенең ниндәй роль уйнағанын аңларға ярҙам иткән. Ул шулай уҡ уларға мөһим йөкләмә тапшырған (Лука 24:26, 27, 45—48). Ғайса күккә күтәрелгән ваҡытҡа шәкерттәренең ҡайғыһы инде шатлыҡҡа әйләнгән. Сөнки улар хәҙер Хужаларының тере икәнен һәм уларға яңы йөкләмәне үтәргә ярҙам итәсәген белгән. Был шатлыҡ уларҙы Йәһүәне өҙлөкһөҙ маҡтарға дәртләндергән (Лука 24:52, 53-тө уҡығыҙ; Ғәм. 5:42).
16. Ғайсаның шәкерттәренән нисек өлгө алып була?
16 Ғайсаның шәкерттәренән нисек өлгө алып була? Беҙ Йәһүәгә Кисә үткән осорҙа ғына түгел, ә йыл буйы шатланып хеҙмәт итә алабыҙ. Бының өсөн Йәһүәгә ғибәҙәт ҡылыуҙы беренсе урынға ҡуйырға кәрәк. Мәҫәлән, күп кенә ҡәрҙәштәр даими вәғәзләр өсөн, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөр өсөн һәм ғаилә өйрәнеүендә ҡатнашыр өсөн уңайлы эш графигын һайлаған. Үҙ йыйылышында йә вәғәзселәргә ихтыяж булған ерҙә күберәк хеҙмәт итер өсөн ҡайһы бер ҡәрҙәштәр күптәргә кәрәк булып күренгән әйберҙәрҙе һатып алмаҫҡа булған. Ысынлап та, Йәһүәгә даими хеҙмәт итер өсөн һәм Батшалыҡты беренсе урынға ҡуйыр өсөн сыҙамлыҡ кәрәк. Шулай эш итһәк, Йәһүә беҙҙе мул итеп фатихаларға вәғәҙә итә (Ғиб. һүҙ. 10:22; Матф. 6:32, 33).
17. Кисә үткән осорҙа һеҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә теләйһегеҙ? (Фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)
17 Шишәмбе көнө, 4 апрелдә, беҙ Кисәне үткәрер өсөн бергә йыйыласаҡбыҙ. Беҙ был көндө түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ! Әммә Ғайсаның тормошо һәм үлеме, шулай уҡ уның һәм Йәһүәнең беҙгә ҡарата яратыуы тураһында бер көн генә түгел, ә Кисә алдынан һәм унан һуң да уйланыу бик мөһим. Мәҫәлән, «Ғайсаның ерҙә йәшәгән һуңғы аҙнаһы» тигән таблицала килтерелгән ваҡиғалар тураһында уҡырға һәм уйланырға ваҡыт бүлегеҙ («Алла Һүҙен тикшереү өсөн ҡорал» тигән брошюраның 16-А, 16-Б таблицаларын ҡарағыҙ). Ғайсаның тормошо тураһында уҡығанда, һеҙҙең рәхмәтле булыуығыҙҙы, яратыуығыҙҙы, ҡыйыулығығыҙҙы һәм шатлығығыҙҙы нығытҡан Изге Яҙмалағы өҙөктәргә айырыуса иғтибар итегеҙ. Ә шунан һуң рәхмәтле булыуығыҙҙы эштәр менән нисек күрһәтеп булғаны тураһында уйланығыҙ. Ғайса һеҙҙең Кисә үткән аҙналарҙа уны иҫкә алыр өсөн һалған тырышлыҡтарығыҙҙы ҡәҙерләй, быға бер ҙә шикләнмәгеҙ (Асыл. 2:19).
17-СЕ ЙЫР «Теләйем!»
a Кисә алдынан беҙгә Ғайсаның тормошо һәм үлеме тураһында, шулай уҡ уның һәм Йәһүәнең беҙгә ҡарата мөхәббәттәре тураһында уйланыу мөһим. Шулай фекер йөрөтөү беҙҙе эштәргә дәртләндерер. Был мәҡәләлә беҙ Йәһүәгә һәм Ғайсаға йолом өсөн рәхмәтле булыуыбыҙҙы һәм уларҙы яратҡаныбыҙҙы нисек күрһәтеп булғанын ҡарап сығырбыҙ. Бынан тыш, ҡәрҙәштәрҙе тағы ла нығыраҡ яратырға, ҡыйыу булырға һәм хеҙмәттә шатлыҡ юғалтмаҫҡа нимә ярҙам иткәнен белербеҙ.