Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • Ҙур әһәмиәткә эйә булған һорау
    Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2016 | июль
    • БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ: | ИЗГЕ ЯҘМА НИСЕК һАҠЛАНЫП ҠАЛҒАН?

      Ҙур әһәмиәткә эйә булған һорау

      Ир кеше, Изге Яҙма китабын тотоп, уның дөрөҫлөгөнә шикләнеп ултыра

      Дини китаптар араһында Изге Яҙмаға тиң китап юҡ. Башҡа бер ниндәй китап та быуаттар буйы шул хәтле күп кешеләрҙең ышаныуҙарына йоғонто яһамаған. Икенсе яҡтан, бүтән бер китап та шул тиклем күп тикшереүгә һәм тәнҡитләүгә дусар ителмәгән.

      Мәҫәлән, ҡайһы бер ғалимдар хәҙерге Изге Яҙманың дөрөҫлөгөнә шикләнә. Диндәрҙе өйрәнеүсе бер профессор былай ти: «Дөрөҫөн генә әйткәндә, төп нөсхәнең тексы беҙгә үҙгәрешһеҙ килеп еткәненә ышаныс юҡ. Беҙҙең ҡулда уларҙың хаталар тулы күсермәләре генә. Ул күсермәләрҙең күбеһе төп нөсхә яҙылғандан һуң быуаттар уҙғас ҡына яһалған, шулай уҡ уларҙа, күрәһең, меңләгән айырма бар».

      Башҡалар Изге Яҙманың дөрөҫлөгөнә үҙҙәренең дини ҡараштары арҡаһында шикләнә. Мәҫәлән, Файзал исемле бер ир христиан булмаған диндә тәрбиәләнгән, һәм уны, Изге Яҙма, изге китап булһа ла, үҙгәртелгән, тип өйрәткәндәр. «Һөҙөмтәлә минең менән Изге Яҙма тураһында һөйләшергә теләгән кешеләргә шикләнеп ҡарай башланым, — тип һөйләй ул. — Уларҙа бит Изге Яҙманың төп нөсхәһе юҡ, ул үҙгәртелгән!»

      Изге Яҙманың беҙгә үҙгәрешһеҙ килеп еткәнме, юҡмы икәнлеге ысынлап та мөһимме? Уйлап ҡарағыҙ, Изге Яҙмала яҙылған яҡты киләсәк тураһындағы вәғәҙәләр төп нөсхәлә булғанмы, юҡмы икәнен белмәһәгеҙ, һеҙ уларға ышаныр инегеҙме? (Римдарға 15:4) Хәҙерге Изге Яҙма китабы кешеләр тарафынан яҙылған хаталар тулы күсермәләр генә булһа, һеҙ эш, ғаилә йәки ғибәҙәт менән бәйле мөһим ҡарарҙар ҡабул иткән саҡта ундағы принциптарҙы ҡулланыр инегеҙме?

      Бөгөн Изге Яҙманың төп нөсхәһен уҡырға мөмкинселегебеҙ булмаһа ла, беҙ уның меңләгән боронғо күсермәләренә мөрәжәғәт итә алабыҙ. Ул ҡулъяҙмалар сереүгә, ҡаршы килеүҙәргә һәм тексты үҙгәртергә маташыуҙарға ҡарамаҫтан нисек һаҡланып ҡалған? Уларҙың һаҡланып ҡалыуы нисек хәҙерге Изге Яҙмаға ышанысыбыҙҙы нығыта ала? Был һорауҙарға яуапты киләһе мәҡәләләрҙән белеп була.

  • Сереүгә ҡарамаҫтан һаҡланып ҡалған
    Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2016 | июль
    • БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ: | ИЗГЕ ЯҘМА НИСЕК һАҠЛАНЫП ҠАЛҒАН?

      Сереүгә ҡарамаҫтан һаҡланып ҡалған

      ЯНАҒАН ҠУРҠЫНЫС. Изге Яҙманың төп нөсхәһен яҙыусылар ҙа, һуңыраҡ уны күсереп яҙыусылар ҙа яҙыу материалы итеп папирус һәм пергамент ҡулланғанa (2 Тимофейға 4:13). Изге Яҙманың һаҡланып ҡалыуына был ниндәй ҡурҡыныс тыуҙырған?

      Папирус йыртыла, ҡарая һәм ыуалып бара. «Ахыр сиктә папирус, сереп, сүстәрҙән торған һөлдәгә һәм бер ус туҙанға әйләнә ала, — тиҙәр египтологтар Ричард Паркинсон һәм Стивен Куирки. — Ваҡыт уҙыу менән папирус төргәге еүешлектән күгәрә һәм серей башларға мөмкин. Уға шулай уҡ кимереүселәр һәм бөжәктәр, бигерәк тә аҡ ҡырмыҫҡалар янауы ихтимал». Ҡайһы бер папирустар, табып алынғас, сағыу ут яҡтыһына һәм юғары дымлылыҡ тәьҫиренә эләккән, был иһә уларҙың тарҡалыуын тиҙләткән.

      Пергамент — папирустан шаҡтай нығыраҡ материал, ләкин ул да һаҡһыҙ ҡулланыу сәбәпле, температураның ҡапыл үҙгәреүе арҡаһында йәки дымлылыҡ һәм яҡтылыҡ тәьҫире аҫтында боҙолаb. Шулай уҡ уға бөжәктәр ҙә ҡурҡыныс тыуҙыра. Бер китапта боронғо ҡулъяҙмалар хаҡында бына ниндәй һығымта яһала: «Уларҙың һаҡланып ҡалыуы — ҡағиҙә түгел, ә башлыса ҡағиҙәнән тайпылыш» («Everyday Writing in the Graeco-Roman East»). Әгәр ҙә Изге Яҙма ҡулъяҙмалары ваҡыт уҙыу менән сереп бөткән булһа, ундағы хәбәр ҙә улар менән бергә юҡҡа сығыр ине.

      ИЗГЕ ЯҘМА НИСЕК ҺАҠЛАНҒАН? Йәһүд ҡануны буйынса, һәр бер батша «төргәккә үҙе өсөн... Ҡанундың [Изге Яҙманың беренсе биш китабының] күсермәһен яҙып алырға» тейеш булған (Ҡанун 17:18). Бынан тыш, оҫта күсереп яҙыусылар шул тиклем күп күсермә яһаған, хатта б. э. I быуатында уларҙы Израиль синагогаларында ғына түгел, ә алыҫта ятҡан Македонияла ла табып булған! (Лука 4:16, 17; Ғәмәлдәр 17:11) Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмалар нисек беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған?

      1. Балсыҡ һауыт. 2. Үле диңгеҙ төргәгенән өҙөк

      Үле диңгеҙ төргәктәре ҡоро ерҙәрҙәге мәмерйәләрҙә йәшерелгән балсыҡ һауыттарҙа ятҡанға һаҡланып ҡалған. Үле диңгеҙ төргәгенән өҙөк

      Изге Яҙманың ҡайһы бер ҡулъяҙмалары табылған мәмерйә

      «Мәғлүм булғанса, йәһүдтәр, Изге Яҙма ҡулъяҙмаларын һаҡлап ҡалыр өсөн, уларҙы көршәктәргә һәм башҡа һауыттарға һалған», — ти Яңы Ғәһед буйынса белгес Филипп Камфорт. Мәсихселәр, күрәһең, был йоланы дауам иткән. Бына ни өсөн Изге Яҙманың иртәрәк яһалған ҡайһы бер ҡулъяҙмалары балсыҡ һауыттарҙа, ҡараңғы келәттәрҙә һәм мәмерйәләрҙә, шулай уҡ бик ҡоро климатлы ерҙәрҙә табылған.

      ҺӨҘӨМТӘ. Изге Яҙма ҡулъяҙмаларының меңләгән өлөштәре — ә уларҙың ҡайһы берҙәренә 2 000-дән ашыу йыл — беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған. Бүтән бер ниндәй боронғо документ та быуаттар төпкөлөнән килгән шул хәтле күп ҡулъяҙмалар менән раҫланмаған.

      a Папирус — шундай уҡ исемле һыу үҫемлегенән эшләнгән яҙыу материалы. Ә пергаментты хайуан тиреһенән яһағандар.

      b Мәҫәлән, АҠШ-тың ҡултамғалар менән раҫланған Бойондороҡһоҙлоҡ декларацияһы пергаментҡа яҙылған булған. Хәҙерге ваҡытта, 250 тиерлек йыл уҙыуға, уның төҫө шул хәтле уңған, хатта хәрефтәрен көскә-көскә айырып була.

      Shrine of the Book Photo © The Israel Museum Jerusalem

  • Ҡаршы килеүҙәргә ҡарамаҫтан һаҡланып ҡалған
    Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2016 | июль
    • БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ: | ИЗГЕ ЯҘМА НИСЕК һАҠЛАНЫП ҠАЛҒАН?

      Ҡаршы килеүҙәргә ҡарамаҫтан һаҡланып ҡалған

      ЯНАҒАН ҠУРҠЫНЫС. Күп сәйәси һәм дини етәкселәр, бар көстәрен һалып, Изге Яҙмалағы хәбәрҙе таратыуҙы туҡтатырға тырышҡан. Йыш ҡына улар, үҙ хакимлығын ҡулланып, Изге Яҙманы өйҙә һаҡлауҙы, тәржемә итеүҙе, баҫтырып сығарыуҙы һәм уның күсермәләрен яһауҙы тыйған. Ике миҫал ҡарап сығайыҡ.

      • Б. э. т. 167 йылдар тирәһе. Селевкид династияһынан булған Антиох Эпифан батша, грек динен йәһүдтәргә көсләп тағыр өсөн, Еврей Яҙмаларының (Иҫке Ғәһед) бөтә күсермәләрен юҡ итергә бойорған. Батша кешеләренең нисек эш иткәндәрен тасуирлап, тарихсы Генрих Грец былай тип яҙған: «Берәйһендә Тәүрат төргәге табылһа, улар уны йыртып яндырған һәм йыуаныс эҙләп изге яҙмаларҙы уҡып ултырған кешеләрҙе үлтергән».

      • Урта быуаттар. Католик диненең ҡайһы бер руханиҙары, мәхәллә кешеләренең католик догмаларҙы түгел, ә Изге Яҙмалағы тәғлимәттәрҙе вәғәзләүенә бик ныҡ асыуланып, Изге Яҙманың латин телендәге Зәбурҙан тыш китаптарын һаҡлаған һәр кешене еретик тип иғлан иткән. Бер сиркәүҙең кәңәшмәһе сығарған бойороҡ буйынса, «тырышлыҡ һәм тоғролоҡ менән, арымай-талмай еретиктарҙы эҙләргә... шик тыуҙырған бөтә өйҙәр һәм баҙҙарҙы ентекләп тикшереп сығырға... бер генә булһа ла еретик табылған өйҙө яндырырға» кәрәк булған.

      Изге Яҙманың дошмандары уны юҡ иткән булһа, беҙ бер ҡасан да унда яҙылған хәбәрҙе ишетмәҫ инек.

      Уильям Тиндал инглиз теленә тәржемә иткән Изге Яҙманың бер бите

      Уильям Тиндал инглиз теленә тәржемә иткән Изге Яҙма тыйыуға, юҡ итергә тырышыуҙарға һәм 1536 йылда Тиндалдың үҙен үлем язаһына тарттырыуға ҡарамаҫтан һаҡланып ҡалған

      ИЗГЕ ЯҘМА НИСЕК ҺАҠЛАНҒАН? Антиох батша эҙәрләүҙәрен Израилдә йәшәгән йәһүдтәргә йүнәлткән, әммә йәһүд общиналары башҡа күп ерҙә лә булған. Ғалимдарҙың иҫәпләүенсә, б. э. I быуаты етеүгә йәһүд халҡының 60 проценттан ашыуы Израилдән ситтә йәшәгән. Йәһүдтәр Изге Яҙманың күсермәләрен синагогаларҙа һаҡлаған. Аҙаҡтан был күсермәләрҙе икенсе быуын кешеләре, шул иҫәптән мәсихселәр ҙә ҡулланған (Ғәмәлдәр 15:21).

      Урта быуаттарҙа Изге Яҙманы яратҡан кешеләр, ҡурҡмайынса эҙәрләүҙәр кисереп, уны артабан да тәржемә иткән һәм таратҡан. XV быуат уртаһында, китап баҫыу станогы уйлап сығарылғансы уҡ, Изге Яҙманың ҡайһы бер өлөштәрен сама менән 33 телдә уҡып булған. Һуңыраҡ Изге Яҙманы ҙур тиҙлек менән тағы ла күберәк телгә тәржемә иткәндәр һәм баҫтырып сығарғандар.

      ҺӨҘӨМТӘ. Ҡеүәтле батшалар һәм дин әһелдәренең эҙәрләүенә ҡарамаҫтан, Изге Яҙма кешелек тарихындағы иң киң таралған һәм иң күп тәржемә ителгән китапҡа әйләнгән. Ул ҡайһы бер илдәрҙең законына, мәҙәниәтенә һәм теленә, шулай уҡ миллионлаған кешенең тормошона көслө йоғонто яһаған.

  • Үҙгәртергә маташыуҙарға ҡарамаҫтан һаҡланып ҡалған
    Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2016 | июль
    • Изге Яҙманы күсереп яҙыусы эшләп ултыра

      Масореттар Изге Яҙма тексын ҙур иғтибар менән күсереп яҙған

      БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ: | ИЗГЕ ЯҘМА НИСЕК һАҠЛАНЫП ҠАЛҒАН?

      Үҙгәртергә маташыуҙарға ҡарамаҫтан һаҡланып ҡалған

      ЯНАҒАН ҠУРҠЫНЫС. Сереү һәм ҡаршы килеүҙәр кеүек тышҡы сәбәптәргә ҡарамаҫтан, Изге Яҙма юҡҡа сыҡмаған. Әммә ҡайһы бер күсереп яҙыусылар һәм тәржемәселәр уның тексын үҙгәртергә маташҡан. Ҡайһы саҡта улар үҙ тәғлимәтен Изге Яҙмаға түгел, ә Изге Яҙманы үҙ тәғлимәтенә тура килтерергә тырышҡан. Бер нисә миҫал ҡарап сығайыҡ.

      • Ғибәҙәт ҡылыу урыны. Б. э. т. IV—II быуаттар араһында «Самарияндарҙың биш китабы»н яҙыусылар Сығыш 20:17-ләге шиғырға «Гаризимда. Һеҙ унда ҡорбан килтереү урыны төҙөргә тейеш» тигән һүҙҙәр өҫтәгән. Шулай итеп самарияндар Гаризим тауында ғибәҙәтхана төҙөүҙәрен аҡларға тырышҡан.

      • Троица тураһындағы тәғлимәт. Изге Яҙма яҙылып бөтөүгә 300 йыл да үтмәҫтән 1 Яхъя 5:7-ләге шиғырға бындай һүҙҙәр өҫтәлгән булған: «Күктә Ата, Һүҙ һәм Изге Рух; уларҙың өсөһө лә бер». Был һүҙҙәр төп нөсхәлә осрамай. Брюс Мецгер исемле ғалим әйтеүенсә, был һүҙҙәр «VI быуаттан башлап иҫке латин телендәге Изге Яҙмала һәм [латин телендәге] Вульгатала йышыраҡ осрай башлаған».

      • Алла исеме. Йәһүдтәр ышанған хөрәфәткә һылтанып, күп тәржемәселәр Алла исемен Изге Яҙманан алып ташларға булған. Улар уны «Алла» йә «Хужа» тигән титулдарға алмаштырған. Изге Яҙмала был титулдар Барлыҡҡа килтереүсегә генә түгел, ә шулай уҡ кешеләргә, ялған табыныуҙа тотонолған әйберҙәргә һәм хатта Иблискә ҡарата ла ҡулланыла (Яхъя 10:34, 35; 1 Коринфтарға 8:5, 6; 2 Коринфтарға 4:4)a.

      ИЗГЕ ЯҘМА НИСЕК ҺАҠЛАНҒАН? Беренсенән, Изге Яҙманы күсереп яҙыусылар араһында иғтибарһыҙ һәм хатта намыҫһыҙ кешеләр осраһа ла, уларҙың күбеһе үҙ эшен бик ентекле һәм оҫта башҡарған. Масореттар б. э. VI—X быуаттарында Еврей Яҙмаларын күсереп яҙған, бөгөн улар яһаған күсермәләр масорет тексы булараҡ билдәле. Хаталар китмәһен өсөн, улар текстағы бөтә һүҙҙәрҙе һәм хәрефтәрҙе һанаған. Төп текста хата бар кеүек тойолһа, масореттар текстың ситенә билдә ҡуйған. Улар Изге Яҙма тексын бер нисек тә үҙгәртергә баҙнат итмәгән. Семит лингвистикаһы һәм Изге Яҙма филологияһы профессоры Моше Гошен-Готтштайн былай тип яҙған: «Аңлы рәүештә уны [был боронғо ҡағиҙәне] тотоуҙан баш тартыу улар өсөн иң ауыр енәйәт булған».

      Икенсенән, беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған бик күп ҡулъяҙмалар Изге Яҙма белгестәренә тексҡа ингән хаталарҙы асыҡларға ярҙам итә. Мәҫәлән, дин әһелдәре быуаттар буйы үҙҙәрендәге латин телендәге тәржемәләрҙе Изге Яҙманың төп нөсхәһенә тура килә тип өйрәткән. Шул уҡ ваҡытта улар, был мәҡәләнең башында әйтелгәнсә, 1 Яхъя 5:7-ләге шиғырға төп нөсхәлә булмаған һүҙҙәрҙе өҫтәгән. Өҫтәлгән өҙөк хатта Изге Яҙманың инглиз телендәге бик абруйлы «Яков батша тәржемәһе»нә лә ингән. Ләкин табылған башҡа ҡулъяҙмалар нимә асыҡлаған? Брюс Мецгер былай тип яҙған: «Был өҙөк [1 Яхъя 5:7-гә өҫтәлгән һүҙҙәр], латин телендәге тәржемәнән тыш, боронғо заманда яһалған (сүриә, копт, әрмән, эфиоп, ғәрәп, славян телендәге) тәржемәләрҙең береһендә лә осрамай». Һөҙөмтәлә был өҙөк яңынан ҡарап сығылған «Яков батша тәржемәһе»нән һәм Изге Яҙманың башҡа тәржемәләренән алып ташланған.

      Честер Биттиҙың яҡынса б. э. 200 йылына ҡараған Р46 папирусы

      Честер Биттиҙың яҡынса б. э. 200 йылына ҡараған Р46 папирусы

      Боронғо ҡулъяҙмалар Изге Яҙмалағы хәбәрҙең үҙгәрешһеҙ һаҡланыуын иҫбатлағанмы? 1947 йылда Үле диңгеҙ төргәктәре табылғас, ғалимдар, ниһайәт, еврей телендәге масорет тексын 1 000-дән ашыу йыл алдараҡ яҙылған Изге Яҙма төргәктәре менән сағыштыра алған. Үле диңгеҙ төргәктәрен редакциялау төркөмөнөң бер ағзаһы йомғаҡлауынса, хатта бер генә төргәк тә «йәһүд күсереп яҙыусыларының 1 000-дән ашыу йыл буйына Изге Яҙма тексын бик теүәл һәм дөрөҫ итеп тапшырыуына бәхәсһеҙ дәлил булып тора».

      Дублин ҡалаһындағы (Ирландия) Честер Битти китапханаһында Мәсихсе Грек Яҙмаларының (Яңы Ғәһед) бөтә китаптарын тиерлек туплаған папирустар коллекцияһы һаҡлана. Был коллекцияла б. э. II быуатына ҡараған — тимәк, Изге Яҙма яҙылып бөткәндән һуң ни бары 100 генә йыл үткәс яҙылған — ҡулъяҙмалар бар. «Был папирустар күбеһенсә текст үҙенсәлектәрен асыҡлаһа ла, — тип әйтелә бер белешмәлә, — улар шулай уҡ Изге Яҙма тексының тарих дауамында ғәжәп теүәллек менән тапшырылыуын да дәлилләй» («The Anchor Bible Dictionary»).

      «Һис шикләнмәйенсә әйтеп була: боронғо замандың бер ниндәй әҫәре лә шул тиклем дөрөҫ итеп тапшырылмаған»

      ҺӨҘӨМТӘ. Быуаттар буйына күп тапҡырҙар күсереп яҙылыуы Изге Яҙманың тексын үҙгәртмәгән, киреһенсә, уға ышаныс менән ҡарарға сәбәптәрҙе күбәйткән генә. «Башҡа бер ниндәй боронғо китаптың да тексының дөрөҫлөгөн раҫлаған шул хәтле боронғо һәм күп һанлы дәлилдәре юҡ, һәм объектив ҡарашлы бер ғалим да бөгөнгө текстың дөйөм алғанда үҙгәрешһеҙ һаҡланып ҡалыуын кире ҡаҡмаҫ», — тип яҙған Мәсихсе Грек Яҙмалары хаҡында Британия ғалимы Фредерик Кеньон. Шулай уҡ Еврей Яҙмалары хаҡында ғалим Уильям Хенри Грин былай тигән: «Һис шикләнмәйенсә әйтеп була: боронғо замандың бер ниндәй әҫәре лә шул тиклем дөрөҫ итеп тапшырылмаған».

      a Күберәк белер өсөн «Алла Һүҙен тикшереү өсөн ҡорал» тигән брошюраның 1—13-сө биттәрен ҡарағыҙ. Был баҫманы шулай уҡ рәсми сайтыбыҙҙа ла табып була.

  • Ни өсөн Изге Яҙма һаҡланып ҡалған?
    Күҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2016 | июль
    • Ир кеше Изге Яҙманы уҡый

      БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ: | ИЗГЕ ЯҘМА НИСЕК һАҠЛАНЫП ҠАЛҒАН?

      Ни өсөн Изге Яҙма һаҡланып ҡалған?

      Шулай итеп, бер нигә ҡарамаҫтан, Изге Яҙма һаҡланып ҡалған. Бөгөн һәр кеше уны һатып алып уҡый ала. Изге Яҙманың яҡшы тәржемәһен һайлаһағыҙ, уның төп нөсхәгә тура килеүенә һис шикләнмәйенсә уҡый алаһығыҙa. Күреүебеҙсә, Изге Яҙма сереүгә, ҡаршы килеүҙәргә һәм унда яҙылған хәбәрҙе үҙгәртергә маташыуҙарға ҡарамаҫтан һаҡланып ҡалған. Был нимә ярҙамында мөмкин булған? Изге Яҙма нимәһе менән шул тиклем үҙенсәлекле?

      «Хәҙер мин үҙемдә булған Изге Яҙма — Алланан бүләк икәненә инанам»

      Изге Яҙманы уҡыған күп кенә кешеләр илсе Павел яһаған бындай һығымта менән риза: «Изге Яҙма тотош Алла тарафынан рухландырылған» (2 Тимофейға 3:16). Улар Изге Яҙманың үҙгәрешһеҙ һаҡланып ҡалғанына ышана, сөнки ул Алла Һүҙе һәм Алла үҙе уны беҙҙең көндәргә тиклем һаҡлаған. Беренсе мәҡәләлә иҫкә алынған Файзал, Изге Яҙманы өйрәнеп, факттарҙы үҙе тикшерергә ҡарар иткән. Белгәндәре уны ғәжәпкә ҡалдырған. Оҙаҡ та үтмәй ул христиан динендә киң таралған күп тәғлимәттәрҙең Изге Яҙмаға нигеҙләнмәгәнен белеп ҡалған. Улай ғына ла түгел, Алланың ергә ҡарата ниәте, уны тәьҫирләндереп, күңеленә көслө йоғонто яһаған.

      «Хәҙер мин үҙемдә булған Изге Яҙма — Алланан бүләк икәненә инанам, — ти Файзал. — Алла Ғаләмде барлыҡҡа килтерә алған икән, нисек инде ул, кешеләргә үҙенең Һүҙен еткереп, уны һаҡлап ҡала алмаһын? Бындай фекер белдереү Алланың ҡеүәтен — Сикһеҙ ҡөҙрәт эйәһенең көсөн шик аҫтына алыу булыр ине! Алланың көсөн сикләргә мин кем инде?» (Ишағыя 40:8).

      a 2008 йылдың 1 майында сығарылған «Күҙәтеү манараһы»ның (урыҫ) 18—22 биттәрендәге «Изге Яҙманың яҡшы тәржемәһен нисек һайларға?» тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

      Ни өсөн Изге Яҙманың дөрөҫлөгөнә шикләнмәҫкә була?

      Был мәҡәләләрҙә һүҙ Изге Яҙманың һаҡланып ҡалғаны хаҡында бара. Ләкин ни өсөн Изге Яҙма мифтар һәм риүәйәттәр йыйынтығы түгел, ә «Алла һүҙе» икәненә ышанып була? (1 Фессалоникаларға 2:13) Был турала беҙҙең рәсми сайтта «Изге Яҙманың дөрөҫ булыуын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?» тигән ҡыҫҡа видеояҙма (тат.) ҡарағыҙ.

Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2026)
Сығыу
Инеү
  • башҡорт
  • Уртаҡлашыу
  • Көйләүҙәр
  • Copyright © 2026 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
  • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
  • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
  • Конфиденциаллек көйләүҙәре
  • JW.ORG
  • Инеү
Уртаҡлашыу