-
Ни өсөн Изге Яҙманы уҡырға кәрәк?Күҙәтеү манараһы (таратыу баҫмаһы) 2017 | № 1
-
-
БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ИЗГЕ ЯҘМАНЫ УҠЫУҘЫ НИСЕК ҠЫҘЫҠЛЫ ИТЕРГӘ?
Ни өсөн Изге Яҙманы уҡырға кәрәк?
«Мин Изге Яҙманы аңлауы бик ауыр тип уйлағайным» (Юви)
«Мин уны уҡыу ҡыҙыҡлы түгелдер тип уйлай инем» (Квини)
«Изге Яҙманың ҡалынлығын күргәс, уны уҡыу теләге шунда уҡ юғалды» (Йәзәкил)
Бәлки, һеҙҙең дә ҡасан да булһа Изге Яҙманы уҡырға теләгегеҙ булғандыр, әммә ошо кешеләрҙекенә оҡшаш хистәр арҡаһында һеҙ ҙә уны уҡырға баҙнат итмәгәнһегеҙҙер. Эйе, күп кешеләрҙе Изге Яҙманы уҡыу ҡурҡыта. Изге Яҙманың һеҙгә бәхетлерәк булырға һәм тормоштан ҡәнәғәтлек табып йәшәргә ярҙам итәсәген белеп ҡалһағыҙ, һеҙ нимә эшләр инегеҙ? Ә Изге Яҙманы уҡыуҙы ҡыҙыҡлыраҡ иткән ысулдар барлығын белһәгеҙ? Шул саҡта Изге Яҙманың һеҙгә ниндәй файҙа килтерә алғанын белергә теләмәҫ инегеҙме?
Әйҙәгеҙ, Изге Яҙманы уҡыуҙан күп файҙа тапҡан бер нисә генә кешенең һүҙен ҡарап сығайыҡ.
«Элек мин машинаға ултырып ҡайҙа бараһын да белмәй йөрөгән кешегә оҡшаш инем. Әммә Изге Яҙманы уҡыу миңә мәғәнәле тормош алып барырға ярҙам итте. Изге Яҙмала һәр көн ҡулланырлыҡ ғәмәли кәңәштәр бар», — тип әйтә 20 йәшлек Йәзәкил.
«Элек мин тиҙ ҡыҙып китеүсән инем. Әммә Изге Яҙманы уҡып, мин үҙемде ҡулда тоторға өйрәндем. Хәҙер башҡаларға минең менән аралашыу еңелерәк һәм дуҫтарым да күберәк», — ти 20 йәшлек Фрида.
«Изге Яҙма миңә холҡомдо үҙгәртергә һәм насар ғәҙәттәрҙән арынырға ярҙам итте», — тип уртаҡлаша 50 йәшлек Евника.
Изге Яҙманы уҡыу ошо кешеләргә һәм миллионлаған башҡа кешегә ярҙам иткән кеүек, һеҙгә лә тормоштан кинәнес табып йәшәргә ярҙам итер (Ишағыя 48:17, 18). Бынан тыш, Изге Яҙма һеҙгә 1) аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә, 2) ысын дуҫтар табырға, 3) стресс менән көрәшергә һәм, иң мөһиме, 4) Алла тураһында хәҡиҡәт менән танышырға ярҙам итер. Изге Яҙмала Алланан бирелгән кәңәштәр яҙылған, шуға күрә улар буйынса йәшәү бер ҡасан да зыян килтермәйәсәк. Алла һис ҡасан насар кәңәштәр бирмәй.
Иң мөһиме — уҡый башлау. Изге Яҙманы уҡый башлау еңелерәк һәм ҡыҙығыраҡ булһын өсөн, һеҙгә ниндәй кәңәштәр ярҙам итер?
-
-
Нимәнән башларға?Күҙәтеү манараһы (таратыу баҫмаһы) 2017 | № 1
-
-
БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ИЗГЕ ЯҘМАНЫ УҠЫУҘЫ НИСЕК ҠЫҘЫҠЛЫ ИТЕРГӘ?
Нимәнән башларға?
Изге Яҙманы уҡыуҙан рәхәтлек һәм файҙа табыр өсөн, уны нисек уҡырға кәрәк? Күп кешегә ярҙам иткән кәңәштәргә иғтибар итәйек.
Яҡшы шарттар булдырығыҙ. Тыныс урын табырға тырышығыҙ, шул саҡта иғтибарығыҙҙы тулыһынса уҡығанығыҙға туплай алырһығыҙ. Уҡыған урынығыҙҙа яҡты һәм саф һауа булһа, файҙа күберәк булыр.
Дөрөҫ ҡараш һаҡлағыҙ. Изге Яҙма күктәге Атабыҙҙан бирелгән китап, шуға күрә уҡыуҙан күберәк файҙа алыр өсөн, беҙ ҡайғыртыусан атаһынан өйрәнергә әҙер булған бала һымаҡ булырға тейеш. Ә Изге Яҙмаға ҡарашығыҙ тиҫкәре булһа? Алла һеҙҙе өйрәтә алһын өсөн, ундай ҡараштан арынырға тырышығыҙ (Зәбур 25:4).
Уҡыр алдынан доға ҡылығыҙ. Изге Яҙмала Алланың фекерҙәре яҙылған, шуға күрә, уны аңлар өсөн, Алланың ярҙамы кәрәк икәне бер ҙә ғәжәп түгел. Алла «Үҙенән һораусыларға... Изге Рух» бирергә вәғәҙә итә (Лука 11:13). Изге рух һеҙгә Алланың ҡарашын аңларға ярҙам итер. Ваҡыт уҙыу менән изге рух һеҙгә «хатта Алла тәрәнлектәрен дә» асып бирер (1 Коринфтарға 2:10).
Уҡығанығыҙҙы аңларға тырышығыҙ. Өҫтән-мөҫтән генә уҡымағыҙ. Уҡығандарығыҙ тураһында тырышып уйланығыҙ. Үҙегеҙгә бындай һорауҙар бирегеҙ: «Ошо өҙөктә тасуирланған кеше ниндәй сифаттар сағылдыра? Уҡып белгәндәремде мин нисек тормошомда ҡуллана алам?»
Маҡсаттар ҡуйығыҙ. Изге Яҙманы уҡыу файҙа килтерһен өсөн, тормошоғоҙҙо байыта алған нәмәләр тураһында белергә тырышығыҙ. Һеҙ, Алла тураһында күберәк белергә, һәйбәт яҡҡа үҙгәрергә, яҡшы ир йә яҡшы ҡатын булырға, тигән маҡсаттар ҡуя алаһығыҙ. Шунан һуң Изге Яҙманан маҡсаттарығыҙға ирешергә ярҙам иткән өҙөктәр һайлағыҙa.
Ошо биш кәңәш һеҙгә Изге Яҙманы уҡый башларға ярҙам итер. Әммә уҡыуҙы нимә тағы ла ҡыҙығыраҡ итә ала? Икенсе мәҡәләлә ошо йәһәттән ҡайһы бер кәңәштәр бирелә.
a Изге Яҙманың ҡайһы өҙөктәре һеҙҙең өсөн айырыуса файҙалы булыр икәнен белмәһәгеҙ, Йәһүә шаһиттары һеҙгә шатланып ярҙам итер.
-
-
Изге Яҙманы уҡыу ҡыҙыҡлы булһын өсөн нимә эшләргә?Күҙәтеү манараһы (таратыу баҫмаһы) 2017 | № 1
-
-
БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ИЗГЕ ЯҘМАНЫ УҠЫУҘЫ НИСЕК ҠЫҘЫҠЛЫ ИТЕРГӘ?
Изге Яҙманы уҡыу ҡыҙыҡлы булһын өсөн нимә эшләргә?
Изге Яҙманы уҡыу һеҙҙә ниндәй хистәр уятыр? Күңелһеҙ йә дәртләндергес хистәрме? Күп нәмә һеҙ ҡулланған ысулдарға бәйле. Изге Яҙманы уҡыу ҡыҙыҡлыраҡ булһын һәм күберәк шатлыҡ килтерһен өсөн нимә эшләргә? Әйҙәгеҙ, быны ҡарап сығайыҡ.
Заманса тел менән яҙылған һәм ышанысҡа лайыҡ тәржемәне һайлағыҙ. Аңлауы ауыр булған йә боронғо һүҙҙәр менән яҙылған тәржемәне уҡыу шатлыҡ килтермәй. Шуға күрә Изге Яҙманың аңлайышлы һәм йөрәккә тәьҫир итерлек тәржемәһен һайлағыҙ. Әммә шул уҡ ваҡытта ул теүәл булырға тейешa.
Яңы технологиялар ҡулланығыҙ. Бөгөн Изге Яҙма баҫма китап рәүешендә генә түгел, ә электрон форматта ла бар. Ҡайһы бер Изге Яҙма китаптарын онлайн уҡырға йә үҙ компьютерығыҙға, планшет йә кеҫә телефонына күсереп алырға була. Ундай Изге Яҙма китаптарының ҡайһы берҙәрендә өҫтәмә функциялар ҙа бар. Ул функциялар ярҙамында кәрәкле бер тема буйынса төрлө шиғырҙарҙы тиҙ генә ҡарап була һәм хатта бер нисә тәржемәне бер-береһе менән сағыштырып була. Ә инде уҡыуға ҡарағанда тыңларға нығыраҡ яратаһығыҙ икән, ул саҡта аудио форматтағы Изге Яҙманы ҡулланып була. Күп кешеләр шундай аудиояҙмаларҙы эшкә йәмәғәт транспортында барғанда, кер йыуғанда йә тыңларға мөмкинселек биргән башҡа эш менән булышҡанда тыңларға ярата. Бәлки, һеҙгә лә үҙегеҙ өсөн уңайлы тип тапҡан ысулдарҙың береһен ҡулланып ҡарарғалыр?
Изге Яҙманы тикшерер өсөн ҡоралдар ҡулланығыҙ. Изге Яҙманы тикшереү өсөн тәғәйенләнгән ҡоралдарҙы ҡулланыу уҡыуҙан күберәк файҙа алырға ярҙам итә. Мәҫәлән, Изге Яҙмала тасуирланған ерҙәрҙең карталары бар. Улар һеҙгә уҡыған ваҡиғаларҙың ҡайһы ерҙә булғанын белергә һәм шул ваҡиғаларҙы күҙ алдына килтерергә ярҙам итер. Төрлө мәҡәләләр ярҙамында Изге Яҙманың күп кенә өлөштәрен тикшереп була. Шундай мәҡәләләрҙе һеҙ ошо брошюрала һәм сайтыбыҙҙағы «Изге Яҙма тәғлимәттәре» тигән һалынмала (тат.) таба алаһығыҙ.
Төрлө ысулдар ҡулланығыҙ. Изге Яҙманы башынан аҙағына тиклем уҡып сығыу һеҙҙе ҡурҡытһа, уны үҙегеҙгә оҡшаған өҙөктән уҡый башлағыҙ. Изге Яҙмала тасуирланған билдәле шәхестәр тураһында күберәк белергә теләһәгеҙ, уларға ҡағылышлы өҙөктәрҙе уҡығыҙ. («Изге Яҙмала тасуирланған кешеләр тураһында күберәк белегеҙ» тигән рамканы ҡарағыҙ.) Ә, бәлки, һеҙ Изге Яҙманы темалар буйынса йә хронологик тәртиптә уҡырға теләрһегеҙ. Шул ысулдарҙың береһен ҡулланып ҡарағыҙ.
a Күптәргә «Изге Яҙма. Яңы донъя тәржемәһе» оҡшай, сөнки ул теүәл, ышаныслы һәм еңел уҡылған тәржемә. Йәһүә шаһиттары тарафынан сығарылған Изге Яҙманың был тәржемәһен 130-ҙан ашыу телдә уҡып була. Уны Йәһүә шаһиттарының интернет-ресурстарынан күсереп алып була.
-
-
Изге Яҙма тормошомдо нисек яҡшырта ала?Күҙәтеү манараһы (таратыу баҫмаһы) 2017 | № 1
-
-
БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ИЗГЕ ЯҘМАНЫ УҠЫУҘЫ НИСЕК ҠЫҘЫҠЛЫ ИТЕРГӘ?
Изге Яҙма тормошомдо нисек яҡшырта ала?
Изге Яҙма ябай ғына китап түгел. Унда Барлыҡҡа килтереүсенең кәңәштәре яҙылған (2 Тимофейға 3:16). Ундағы хәбәр беҙгә бик ныҡ тәьҫир итә ала. Изге Яҙмала: «Алла һүҙе тере һәм ҡеүәтле», — тип әйтелә (Еврейҙарға 4:12). Эйе, Алла Һүҙе беҙҙең тормошто үҙгәртә алырҙай көскә эйә. Ул беҙгә көндәлек тормошобоҙ өсөн кәңәштәр бирә, шулай уҡ Алла һәм уның вәғәҙәләре менән таныштыра (1 Тимофейға 4:8; Яҡуб 4:8).
Бөгөн үк тормошобоҙҙо яҡшырта. Изге Яҙма беҙгә төрлө яҡтан ярҙам итә ала. Унда бындай өлкәләргә ҡағылышлы ғәмәли кәңәштәр бар:
ғаилә ағзалары һәм башҡа кешеләр менән мөнәсәбәттәр (Ефестарға 4:31, 32; 5:22, 25, 28, 33);
эмоциональ һәм физик һаулыҡ (Зәбур 37:8; Ғибрәтле һүҙҙәр 17:22);
әхлаҡи ҡиммәттәр (1 Коринфтарға 6:9, 10);
үҙеңде һәм ғаиләңде тәьмин итеү (Ғибрәтле һүҙҙәр 10:4; 28:19; Ефестарға 4:28).
Азиялағы бер йәш ғаилә Изге Яҙмалағы кәңәштәрҙең ни тиклем ҡиммәтле булыуына үҙ тәжрибәһендә инанған. Яңы өйләнешкән күп кенә парҙарға кеүек, уларға ла башта бер-береһенә эйәләшергә һәм асыҡ аралашырға өйрәнергә ауыр булған. Әммә улар Изге Яҙманан уҡығандарын ҡуллана башлаған. Һөҙөмтәһе ниндәй булған? Ғаилә башы Висент былай ти: «Изге Яҙманан белгәндәрем миңә никахтағы ауырлыҡтарҙы яратыу менән еңергә ярҙам итте. Изге Яҙмалағы принциптар буйынса йәшәү ғаиләбеҙҙе нығытты». Ҡатыны Анналу ире менән ризалаша: «Беҙгә шулай уҡ Изге Яҙманан Алла хеҙмәтселәре тураһында уҡыу бик ярҙам итте. Хәҙер мин никахта үҙемде бәхетле тоям һәм маҡсаттарыбыҙ менән ҡәнәғәтмен».
Алла менән танышырға ярҙам итә. Висент былай тип өҫтәй: «Изге Яҙманы уҡып, мин үҙемде Йәһүәгәa элеккегә ҡарағанда яҡыныраҡ хис итәм». Висенттың һүҙҙәре бер мөһим яҡҡа иғтибар итә: Изге Яҙма һеҙгә Алла менән танышырға ярҙам итә ала. Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ундағы файҙалы кәңәштәрҙе тормошоғоҙҙа ҡулланыуҙан тыш, уның Авторы менән дә дуҫлаша алырһығыҙ. Һеҙ шулай уҡ Алланың беҙгә иҫ киткес киләсәк — «ысын тормош» вәғәҙә иткәнен белерһегеҙ (1 Тимофейға 6:19). Ул мәңгелек тормош буласаҡ. Бүтән бер китапта ла ундай хәбәр юҡ.
Изге Яҙманы даими рәүештә уҡыһағыҙ, һеҙ ҙә шундай уҡ фатихалар урырһығыҙ: тормошоғоҙҙо яҡшыртырһығыҙ һәм Алла менән танышырһығыҙ. Әммә Изге Яҙманы уҡығанда, һеҙҙең һорауҙар тыуыуы ихтимал. Шул саҡта 2000 йыл элек йәшәгән хәбәш кешеһен иҫкә төшөрөгөҙ. Уның Изге Яҙманан уҡығандары буйынса байтаҡ ҡына һорауҙары булған. Бер ваҡыт унан, уҡығаныңды аңлайһыңмы, тип һорағандар, һәм ул: «Берәй кеше төшөндөрөп бирмәһә, нисек аңлайым инде», — тип яуап биргәнb. Шунан һуң ул Изге Яҙманы аңлата алған Ғайсаның Филипп исемле бер шәкертенең ярҙамын теләп ҡабул иткән (Ғәмәлдәр 8:30, 31, 34). Һеҙ ҙә Изге Яҙма тураһында күберәк белергә теләһәгеҙ, ошо брошюрала килтерелгән адрестарҙың береһенә яҙығыҙ. Һеҙ шулай уҡ Йәһүә шаһиттарына мөрәжәғәт итә йәиһә яҡындағы Батшалыҡ залына килә алаһығыҙ. Һеҙ бөгөн үк Изге Яҙманы уҡый башлап, уға тормошоғоҙҙо яҡшыртырға юл ҡуя алаһығыҙ.
«Изге Яҙма ысынлап та Алланан бирелгән китапмы?» тигән ҡыҫҡа видеояҙманы ҡарап, һеҙ ни өсөн Изге Яҙмаға тулыһынса ышанып була икәненә үҙегеҙ инана алаһығыҙ.
a Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Йәһүә — Алланың исеме.
b Ошо брошюралағы «Дөрөҫ аңламауҙың ҡурҡынысы ниндәй?» тигән мәҡәләне лә ҡарағыҙ.
-