«Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел»
«Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн... килдем» (ЯХЪЯ 18:37).
1, 2. а) Был донъя нисек тарҡала бара? б) Был мәҡәләлә беҙ ниндәй һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ?
КӨНЬЯҠ ЕВРОПАЛА йәшәгән бер апай-ҡәрҙәш, үткән тормошон иҫенә төшөрөп, былай ти: «Бала сағымдан бирле ғәҙелһеҙлек кенә күргәнгә, мин илемдәге сәйәси системанан баш тарттым һәм күп кеше радикаль тип һанаған идеялар яҡлы инем. Күп йылдар дауамында мин бер террористың йөрөгән ҡыҙы булдым». Көньяҡ Африканан бер ағай-ҡәрҙәш элек ни өсөн көс ҡулланғанын былай тип аңлата: «Мин үҙемдең ҡәбиләмде башҡа ҡәбиләләрҙән яҡшыраҡ тип һананым һәм бер сәйәси партияға ҡушылдым. Унда беҙҙе партиябыҙға ҡаршы сығыусыларҙы, улар хатта үҙебеҙҙең ҡәбилә кешеләре булһа ла, һөңгө менән үлтерергә өндәйҙәр ине». Ә Үҙәк Европала йәшәгән бер апай-ҡәрҙәш былай тип таный: «Мин башҡа милләттән булған йә минекенән айырылып торған динде тотҡан һәр кешене нәфрәт иттем».
2 Бөгөн шундай ҡарашлы кешеләрҙең һаны артҡандан-арта бара. Күп сәйәси төркөмдәр, бер кемгә лә буйһонмаҫ өсөн, көс ҡуллана. Кешеләрҙең сәйәсәткә бәйле көрәштәре көсәйгәндән-көсәйә. Күп ерҙәрҙә сит ил кешеләренә дошмандарға ҡараған кеүек ҡарайҙар. Изге Яҙмала алдан әйтелгәнсә, был һуңғы көндәрҙә кешеләр бер-береһе менән «һыйыша алма[й]» (2 Тим. 3:1, 3). Мәсихселәр был тарҡала барған донъяла нисек берҙәм булып ҡала ала? Беҙ Ғайса Мәсихтең миҫалынан күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ. Ул йәшәгән көндәрҙә лә кешеләр төрлө сәйәси ҡараштарҙы яҡлаған. Был мәҡәләлә беҙ бындай өс һорауға яуап алырбыҙ: ни өсөн Ғайса сәйәси төркөмдәргә ҡушылмаған? Ул Алла хеҙмәтселәренең сәйәси һорауҙарҙа бер кемдең яғына ла торорға тейеш түгеллеген нисек күрһәткән? Ғайса беҙҙең бер ҡасан да көс ҡулланырға тейеш түгеллегебеҙҙе нисек аңлатҡан?
ҒАЙСА БОЙОНДОРОҠҺОҘ БУЛЫРҒА ТЕЛӘГӘНДӘРГӘ НИСЕК ҠАРАҒАН?
3, 4. а) Ғайса көндәрендә күп йәһүдтәр нимәгә өмөтләнгән? б) Ундай өмөттәр Ғайсаның шәкерттәренә нисек тәьҫир иткән?
3 Ғайса йәһүдтәргә вәғәзләгән, ә уларҙың күбеһе римдарҙың хакимлығынан азат булырға теләгән. Йәһүд зилоттарынан торған фанатик сәйәси төркөм, йәһүдтәрҙең был теләген тағы ла көсәйтер өсөн, күп тырышлыҡ һалған. Күп зилоттар Ғайса көндәрендә йәшәгән һәм Галилеянан булған Йәһүҙә исемле кешегә эйәргән. Йәһүҙә күптәрҙе юлдан яҙҙырған ялған мәсих булған. Йәһүд тарихсыһы Иосиф Флавий, Йәһүҙә римдарға һалым түләргә ризалашҡан кешеләрҙе «ҡурҡаҡтар» тип атаған һәм йәһүдтәрҙе Римға ҡаршы һуғышырға өндәгән, тип яҙған. Ахыр сиктә, римдар Йәһүҙәне үлтергән (Ғәм. 5:37). Ҡайһы бер зилоттар, маҡсаттарына өлгәшер өсөн, хатта көс ҡулланған.
4 Күпселек йәһүдтәр Мәсихтең килеүен зарығып көткән. Улар, Мәсих беҙҙе римдарҙан азат итер һәм Израиль халҡын ҡабат бөйөк итер, тип өмөтләнгән (Лука 2:38; 3:15). Күптәр Мәсихтең Израиль ерендә батшалыҡ урынлаштырасағына ышанған. Шул саҡта төрлө илдәр буйлап таралған бөтә йәһүдтәр кире Израилгә ҡайтыр ине. Хатта Сумдырыусы Яхъя ла бер тапҡыр Ғайсанан: «Килергә тейеш булған Ҡотҡарыусы Һинме, әллә башҡа берәүҙе көтәйекме?» — тип һораған (Матф. 11:2, 3). Бәлки, Яхъя йәһүдтәрҙең өмөттәрен тормошҡа ашырасаҡ тағы берәү килерме, юҡмы икәнен белергә теләгәндер. Һуңыраҡ ике шәкерт, Эммаусҡа китеп барғанда, терелтелгән Ғайсаны осратҡан. Улар Ғайсаның Израилде азат итергә тейешле зат икәненә өмөтләнгәндәре хаҡында әйткән. (Лука 24:21-ҙе уҡығыҙ.) Бынан һуң күп тә үтмәҫтән, илселәр Ғайсанан: «Раббыбыҙ! Һин Израиль батшалығын хәҙер яңынан тергеҙәсәкһеңме?» — тип һораған (Ғәм. 1:6).
5. а) Ни өсөн Галилея халҡы Ғайсаны үҙҙәренең батшаһы итергә теләгән? б) Ғайса уларҙың фекерен нисек төҙәткән?
5 Йәһүдтәр, Мәсих бөтә проблемаларыбыҙҙы хәл итәсәк, тип өмөтләнгән. Күрәһең, шуның арҡаһында Галилея халҡы Ғайсаны үҙҙәренең батшаһы итергә теләгән дә. Улар, моғайын, Ғайса иң яҡшы етәксе булыр, тип уйлағандыр. Ул оҫта телмәрсе булған, ауырыуҙарҙан һауыҡтырған һәм хатта ас кешеләрҙе туйындыра алған. Бер тапҡыр ул 5 000 ирҙе туйындырғас, халыҡ таң ҡалған. Ғайса уларҙың нимә эшләргә теләгәнен аңлаған. Изге Яҙмала былай тиелә: «Ғайса иһә, уларҙың Уны көслөк менән батша итеп ҡуйырға теләүҙәрен белеп, ҡабаттан яңғыҙы ғына тауға менеп китте» (Яхъя 6:10—15). Киләһе көндө халыҡ, күрәһең, тынысланған. Шунда Ғайса уларға, мин матди ихтыяждарығыҙҙы ҡәнәғәтләндерер өсөн түгел, ә һеҙгә Алла Батшалығы хаҡында һөйләр өсөн килдем, тип аңлатҡан. Ул уларға былай тигән: «Фани ризыҡты түгел, мәңгелек тормош бирә торған фани булмаған ризыҡты табырға тырышығыҙ» (Яхъя 6:25—27).
6. Ғайса ерҙә хакимлыҡҡа эйә булырға теләмәүен нисек күрһәткән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)
6 Үлеменә тиклем әҙ генә ваҡыт ҡалғанда, Ғайса шуны аңлаған: ҡайһы бер шәкерттәре уның Иерусалимда батша булып идара итә башларына өмөтләнгән. Ул, шәкерттәренә өмөттәре аҡланмаҫын белгертер өсөн, көмөш тәңкәләр тураһында ҡисса һөйләгән. Был ҡиссалағы «затлы нәҫелдән булған бер кеше» оҙаҡ ваҡытҡа китергә тейеш булған Ғайсаны символлаштыра (Лука 19:11—13, 15). Бынан тыш, Ғайса Рим хөкүмәте вәкиле Понтий Пилатҡа донъялағы бер сәйәси көс яғында ла тормауы хаҡында асыҡтан-асыҡ әйткән. Пилат унан: «Һин йәһүдтәр Батшаһымы?» — тип һораған (Яхъя 18:33). Бәлки, Пилат, Ғайса кешеләрҙе римдарға ҡаршы баш күтәрергә ҡотортор, тип ҡурҡҡандыр. Ләкин Ғайса уға: «Минең Батшалығым был донъяныҡы түгел», — тип яуаплаған (Яхъя 18:36). Мәсихтең Батшалығы күктә булырға тейеш булған, шунлыҡтан ул сәйәсәттә ҡатнашыуҙан баш тартҡан. Ғайса әйткәнсә, ул ергә «хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн» килгән. (Яхъя 18:37-не уҡығыҙ.)
7. Ни өсөн берәй сәйәси төркөм яғына баҫыуҙан һәм хатта уны эстән генә яҡлауҙан һаҡланыу ауыр булырға мөмкин?
7 Ғайса үҙенең ниндәй эшкә билдәләнеүен аңлаған. Беҙ ҙә, ниндәй эшкә билдәләнгәнебеҙҙе аңлаһаҡ, берәй сәйәси төркөм яғына баҫыуҙан һәм хатта уны эстән генә яҡлауҙан да һаҡланырбыҙ. Ҡайһы саҡта был еңел булмаҫҡа мөмкин. Бер күсеп йөрөүсе күҙәтеүсе әйтеүенсә, уның территорияһында кешеләр көндән-көн радикаль идеяларға нығыраҡ бирелә бара. Улар үҙҙәренең милләте менән бик ғорурлана һәм, үҙҙәре араһынан булған кешеләр идара итһә, тормош яҡшыраҡ буласаҡ, тип уйлай. Ул былай тип өҫтәй: «Бәхеткә күрә, ҡәрҙәштәребеҙ, иғтибарҙарын Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләүгә туплап, мәсихселәргә хас берҙәмлек һаҡлай. Улар ғәҙелһеҙлекте һәм башҡа проблемаларҙы Алла юҡ итәсәгенә өмөтләнә».
ҒАЙСА НИСЕК СӘЙӘСИ ҺОРАУҘАРҘА НЕЙТРАЛЬ БУЛЫП ҠАЛҒАН?
8. Ғайса көндәрендә күп йәһүдтәр ниндәй ғәҙелһеҙлектән ғазап сиккән?
8 Тирә-яҡтағы ғәҙелһеҙлекте күреп, кешеләр йыш ҡына сәйәси һорауҙарға битараф ҡала алмай. Ғайса көндәрендә һалым түләү мәсьәләһе күп бәхәстәр тыуҙырған. Рим хөкүмәте, үҙенең идараһы аҫтында йәшәүселәр һалым түләйме, юҡмы икәнен тикшерер өсөн, халыҡ иҫәбен алған. Шунлыҡтан Галилеянан булған Йәһүҙә Римға ҡаршы баш күтәргән. Түләйһе һалымдар бик күп булған: мөлкәткә, ер биләмәһенә, йортҡа һәм башҡалар. Өҫтәүенә, һалым йыйыусыларҙың намыҫһыҙлығы арҡаһында хәл тағы ла нығыраҡ киҫкенләшкән. Ҡайһы саҡ улар хакимлыҡҡа эйә булыр өсөн хөкүмәт вәкилдәренә аҡса биргән, ә шунан, хакимлыҡтарынан файҙаланып, кешеләрҙән күп аҡса йыйған. Мәҫәлән, Иерихонда һалым йыйыусыларҙың башлығы Закхей кешеләрҙе талап байыған (Лука 19:2, 8).
9, 10. а) Дошмандары Ғайсаны нисек сәйәсәткә бәйле бәхәстәрҙә ҡатнаштырырға тырышҡан? б) Ғайсаның яуабынан нимәгә өйрәнеп була? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)
9 Дошмандары Ғайсаны һалым түләүгә бәйле бәхәстәргә ҡатнаштырырға тырышҡан. Улар Ғайсаға һәр йәһүд түләргә тейеш бер динарлыҡ һалымға ҡағылышлы һорау биргән. (Матфей 22:16—18-ҙе уҡығыҙ.) Йәһүдтәр һалымдың был төрөн айырыуса күрә алмаған, сөнки ул уларға Рим хөкүмәтенә буйһонорға кәрәклеген иҫтәренә төшөрөп торған. «Ирод батша яҡлылар» бындай хәйлә ҡорған: Ғайса, һалым түләргә кәрәкмәй, тип әйтһә, уны Рим империяһының дошманы тип ғәйепләп була; ә әгәр кәрәк тиһә, кешеләр уға бүтән эйәрмәҫ. Ғайса Мәсих нимә эшләгән?
10 Ғайса, был һорауҙа нейтраль булып ҡалыр өсөн, төптән уйлап яуап биргән. Ул: «Ҡайсарҙыҡын — ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ», — тигән (Матф. 22:21). Ғайса, күпселек һалым йыйыусыларҙың намыҫһыҙ булғанын белһә лә, иғтибарын быға тупламаған. Бының урынына, ул бөтә иғтибарын кешелектең проблемаларын хәл итәсәк Алла Батшалығына йүнәлткән. Шуның менән Ғайса беҙгә өлгө ҡалдырған. Беҙ бер ниндәй сәйәси һорауҙа ла берәй яҡты яҡларға тейеш түгел. Хатта бер яҡ — дөрөҫ һәм ғәҙел, ә икенсеһе насар һәм ғәҙелһеҙ булып күренгәндә лә, беҙ нейтраль булып ҡалабыҙ. Мәсихселәр үҙ иғтибарын Алланың Батшалығына һәм ул дөрөҫ тип һанаған нәмәләргә туплай. Шуның өсөн беҙ, сәйәси ғәҙелһеҙлекте күрһәк тә, быға бәйле ҡәтғи ҡараштар үҫтермәйбеҙ һәм ризаһыҙлыҡ белдермәйбеҙ (Матф. 6:33).
11. Ғәҙеллеккә ынтылыуыбыҙҙы дөрөҫ яҡҡа йүнәлтер өсөн нимә эшләргә?
11 Күп Йәһүә шаһиттары, элек сәйәси ҡараштарында ныҡ торһа ла, уларҙан арына алған. Мәҫәлән, Бөйөк Британиянан бер апай-ҡәрҙәш, хәҡиҡәтте белгәнгә тиклем, университетта ижтимағи фәндәр дәрестәренә йөрөгән һәм радикаль сәйәси ҡараштар үҫтергән. Ул былай ти: «Мин ҡара тәнле кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡларға теләнем, сөнки беҙ ғәҙелһеҙлектән ныҡ интегә инек. Бәхәстәрҙә еңһәм дә, барыбер ҡәнәғәтһеҙ ҡала торғайным. Мин, башҡа расаларға ҡарата күрһәтелгән ғәҙелһеҙлекте бөтөрөр өсөн, кешеләрҙең йөрәктәрен үҙгәртергә кәрәк икәнен аңламай инем. Әммә Изге Яҙманы өйрәнә башлағас, үҙемдең йөрәгемдән башларға кәрәклеген аңланым». Һәм уға йөрәген үҙгәртергә аҡ тәнле апай-ҡәрҙәш ярҙам иткән. Ул былай тип өҫтәй: «Хәҙер мин ишаралар телен ҡулланған йыйылышта пионер булып хеҙмәт итәм һәм төрлө раса кешеләренә вәғәзләйем».
«ҠЫЛЫСЫҢДЫ ҠЫНЫНА ТЫҒЫП ҠУЙ»
12. Ғайса үҙенең шәкерттәрен ниндәй «әсеткенән» һаҡланырға өндәгән?
12 Ғайса йәшәгән ваҡытта дин етәкселәре төрлө сәйәси төркөмдәр яҡлы булған. Мәҫәлән, бер китапта әйтелгәнсә, йәһүдтәрҙең дини төркөмдәре бөгөнгө сәйәси партияларға оҡшаш булған («Daily Life in Palestine at the Time of Christ»). Бына ни өсөн Ғайса, үҙенең шәкерттәрен киҫәтеп, былай тигән: «Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар әсеткеһенән дә, Ирод әсеткеһенән дә һаҡ булығыҙ!» (Марк 8:15). Иродты телгә алғанда, Ғайса, күрәһең, Ирод яҡлыларҙың партияһын күҙ уңында тотҡан. Башҡа төркөм — фарисейҙар йәһүдтәрҙең Рим империяһына буйһонмауын теләгән. Матфей яҙғанса, Ғайса үҙенең шәкерттәрен шулай уҡ саддукейҙарҙан һаҡланырға өндәгән. Саддукейҙар Рим идараһы аҫтында ҡалырға теләгән, сөнки был хөкүмәт уларға юғары дәрәжә биләргә рөхсәт иткән. Ғайса үҙенең шәкерттәренә был өс төркөмдөң «әсеткеһенән», йәғни тәғлимәттәренән һаҡланырға ҡушҡан (Матф. 16:6, 12). Шуныһы ҡыҙыҡ: Ғайса был киҫәтеү һүҙҙәрен халыҡ уны батша итеп ҡуйырға маташҡандан һуң әйткән.
13, 14. а) Диндәр сәйәси һорауҙарға ҡыҫылғанда, был нисек көс ҡулланыуға һәм ғәҙелһеҙлеккә килтерә? б) Ни өсөн, хатта ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда ла, көс ҡулланыу дөрөҫ түгел? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)
13 Диндәр сәйәси һорауҙарға ҡыҫылғанда, был йыш ҡына көс ҡулланыуға килтерә. Ғайса үҙенең шәкерттәрен тулыһынса нейтраль булырға өйрәткән. Шуға күрә баш руханиҙар менән фарисейҙарҙың Ғайсаны ни өсөн үлтерергә теләгәне аңлашыла. Улар, халыҡ Ғайсаны тыңлап бүтән беҙҙең арттан эйәрмәҫ, тип ҡурҡҡан. Ысынлап та шулай булһа, улар үҙҙәренең дини һәм сәйәси хакимлығын юғалтыр ине. Улар былай тип фекер йөрөткән: «Әгәр ҙә шулай дауам итергә юл ҡуйһаҡ, һәммәһе Уға инанасаҡ. Аҙаҡ иһә римлылар килеп, Изге урыныбыҙҙы ла, халыҡты ла юҡ итәсәк» (Яхъя 11:48). Шуға күрә иң баш рухани Каиафа Ғайсаны үлтерергә план ҡорған (Яхъя 11:49—53; 18:14).
14 Төн еткәс, Каиафа Ғайсаны ҡулға алырға ғәскәриҙәр ебәргән. Ләкин Ғайса Каиафаның планы хаҡында белгән. Шунлыҡтан, илселәре менән һуңғы тапҡыр ашағанда, ул уларға бер нисә ҡылыс алырға ҡушҡан. Илселәргә мөһим һабаҡ бирер өсөн, ике ҡылыс етерлек булған (Лука 22:36—38, ЯДТ). Шул уҡ төндө әҙ генә һуңғараҡ, халыҡ төркөмө Ғайсаны ҡулға алырға килгәс, Петр был ғәҙелһеҙлеккә шул тиклем асыуланған, хатта ҡылыс алып бер иргә һөжүм иткән (Яхъя 18:10). Әммә Ғайса Петрға былай тигән: «Ҡылысыңды ҡынына тығып ҡуй! Ҡылыс алған һәр кем ҡылыстан һәләк булыр!» (Матф. 26:52, 53). Бының менән Ғайса үҙенең шәкерттәренә бик мөһим һабаҡ биргән: улар был донъяның өлөшө булырға тейеш түгел. Тап шуның хаҡында Ғайса бынан саҡ ҡына алдараҡ доға ҡылған да. (Яхъя 17:16-ны уҡығыҙ.) Алла ғына ғәҙелһеҙлек менән көрәшергә хоҡуҡлы.
15, 16. а) Алла Һүҙе мәсихселәргә нисек конфликттарҙан һаҡланырға ярҙам итә? б) Йәһүә был донъя менән үҙенең халҡы араһында ниндәй ҙур айырма күрә?
15 Юғарыла иҫкә алынған Көньяҡ Европанан апай-ҡәрҙәш Ғайса биргән һабаҡтың асылына төшөнгән. Ул былай ти: «Мин көс ҡулланыу ғәҙеллеккә килтермәй икәнен аңланым. Көс ҡулланған кешеләр йыш ҡына үҙҙәре һәләк була. Башҡаларының иһә күңеле ҡатып бөтә. Мин, Изге Яҙманы уҡып, Алла ғына ерҙә ысын ғәҙеллек урынлаштыра ала икәнен белдем. Быны белгәнемә шул тиклем шатмын! Һуңғы 25 йыл мин ошо хәбәрҙе вәғәзләйем». Көньяҡ Африканан ағай-ҡәрҙәш һөңгөһөн «Рух ҡылысын[а]» — Алла Һүҙенә алмаштырған (Ефес. 6:17). Хәҙер ул төрлө ҡәбилә кешеләренә тыныслыҡ хәбәрен вәғәзләй. Ә Үҙәк Европанан апай-ҡәрҙәш, Йәһүә шаһиты булып киткәс, элек үҙе күрә алмаған расанан булған ағай-ҡәрҙәшкә кейеүгә сыҡҡан. Был өс ҡәрҙәш, Мәсих кеүек булырға теләгәнгә, шундай үҙгәрештәр яһаған.
16 Беҙгә лә шундай үҙгәрештәр яһау бик мөһим! Изге Яҙмала әйтелгәнсә, кешелек тыныслана алмаған дауыллы диңгеҙгә оҡшаш (Ишағ. 17:12; 57:20, 21; Асыл. 13:1). Сәйәси мәсьәләләр кешеләр араһында бүленештәр тыуҙыра һәм уларҙы көс ҡулланыуға ҡоторта, әммә беҙ татыу һәм берҙәм булып ҡалабыҙ. Йәһүә, донъялағы бүленештәрҙе күреп, халҡының берҙәм булыуына бик шатлана. (Сафуния 3:17-не уҡығыҙa.)
17. а) Ниндәй өс ысул ярҙамында беҙ берҙәмлеккә өлөш индерәбеҙ? б) Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?
17 Был мәҡәләнән беҙ берҙәмлеккә өлөш индерергә ярҙам иткән бындай өс ысул хаҡында белдек: 1) Алла Батшалығының бөтә ғәҙелһеҙлекте юҡ итәсәгенә өмөтләнеү, 2) сәйәси һорауҙарҙа бер кемдең дә яғына тормау һәм 3) көс ҡулланыуҙан баш тартыу. Әммә берҙәмлегебеҙҙе ҡаҡшата алған тағы бер нәмә бар — башҡа раса йә милләт кешеләренә ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәт. Киләһе мәҡәләнән беҙ нисек, беренсе быуаттағы мәсихселәрҙән өлгө алып, башҡаларға ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәттән арына алыуыбыҙ хаҡында белербеҙ.
a Сафуния 3:17: «Аллаң Йәһүә һинең араңда. Ул ҡеүәтле, ул ҡотҡарыр. Ул һиңә ҡарап ҙур шатлыҡ менән һөйөнөр. Һиңә мөхәббәт күрһәткәндә, ул тыныслыҡ кисерер. Һиңә ҡарап шатлыҡтан ҡысҡырыр һәм ҡыуаныр».