Фекер йөрөтөүегеҙҙе кем формалаштыра?
«Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ» (РИМ. 12:2).
1, 2. а) Ғайса Петрға нимә тип яуап биргән? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.) б) Ни өсөн Ғайса ундай яуап ҡайтарған?
ҒАЙСА МӘСИХТЕҢ шәкерттәре шаҡ ҡатҡан! Улар, Ғайса Израиль батшалығын торғоҙор, тип уйлаған, ләкин Ғайса үҙенең тиҙҙән ғазап сигәсәге һәм үләсәге хаҡында әйтә. Илсе Петр Ғайсаға: «Үҙеңде Алла һаҡлаһын, Хужам! Һинең менән ундай хәл була күрмәһен!» — ти. Әммә Ғайса былай тип яуаплай: «Кит янымдан, Иблис! Һин Мине дөрөҫ юлдан яҙҙырырға маташаһың, һиндә Алла уйҙары түгел, ә кешенеке» (Матф. 16:21—23; Ғәм. 1:6).
2 Был һүҙҙәр менән Ғайса Йәһүәнең фекерҙәре һәм Иблис етәкселегендәге донъяның идеялары араһында ҙур айырма барлығын күрһәткән (1 Яхъя 5:19). Петр Ғайсаны был донъяға хас булған эгоистик рух сағылдырырға дәртләндергән. Әммә Ғайса Атаһының башҡаса фекер йөрөтөүен белгән. Алла Ғайсаның киләсәктәге ваҡиғаларға — ғазаптарға һәм үлемгә әҙерләнеүен теләгән. Яуабынан күренеүенсә, Ғайса Йәһүә кеүек фекер йөрөтөргә теләгән һәм был донъялағы ҡараштарҙы бөтөнләй кире ҡаҡҡан.
3. Ни өсөн был донъя кешеләренә хас булған фекерҙәрҙе кире ҡағыуы ауыр?
3 Ә беҙҙең турала нимә әйтеп була? Беҙ Йәһүә кеүек йә был донъя кешеләре кеүек фекер йөрөтәбеҙме? Мәсихселәр булараҡ, беҙ Алла талап иткәнсә эш итергә тырышабыҙ, әммә фекер йөрөтөүебеҙ хаҡында нимә әйтеп була? Бөтә нәмәгә Йәһүә кеүек ҡарарға тырышабыҙмы? Бының өсөн күп көс һалырға кәрәк. Был донъя кешеләре кеүек фекер йөрөтөүе бик еңел, сөнки бөтә ерҙә донъя рухы хөкөм һөрә (Ефес. 2:2). Өҫтәүенә, был донъя йыш ҡына беҙҙе үҙебеҙ хаҡында ғына уйларға дәртләндерә.
4. а) Был донъяның йоғонтоһона бирелеү нимәгә килтерә? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?
4 Был донъяның йоғонтоһона бирелһәк, беҙ, моғайын, үҙебеҙ хаҡында ғына уйлай башларбыҙ һәм үҙебеҙ өсөн нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен билдәләргә теләрбеҙ (Марк 7:21, 22). Шунлыҡтан кешеләрҙекен түгел, ә «Алла уйҙары[н]» үҙләштереү үтә мөһим. Был мәҡәлә беҙгә был йәһәттән ярҙам итер. Беҙ бындай һорауҙарҙы ҡарап сығырбыҙ: бөтә нәмәгә Йәһүә кеүек ҡарар өсөн ниндәй сәбәптәр бар? Ни өсөн был беҙҙе артыҡ сикләмәй, ә, киреһенсә, беҙгә файҙа килтерә? Был донъяның йоғонтоһонан нисек һаҡланып була? Ә киләһе мәҡәләлә беҙ ҡайһы бер һорауҙарға Йәһүәнең фекерен нисек белергә һәм уның фекер йөрөтөү рәүешен нисек үҙләштерергә икәнен ҡарап сығырбыҙ.
НИ ӨСӨН ЙӘҺҮӘНЕҢ ФЕКЕР ЙӨРӨТӨҮ РӘҮЕШЕН ҮҘЛӘШТЕРЕҮ ФАЙҘАЛЫ?
5. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр башҡаларҙың үҙҙәренә тәьҫир итеүен теләмәй?
5 Ҡайһы бер кешеләр бер кемдең дә үҙенең фекер йөрөтөүенә тәьҫир итеүен теләмәй. Улар: «Нисек фекер йөрөтөргә үҙем беләм», — ти. Бының менән улар, үҙем ҡарарҙар ҡабул итәм, тип әйтергә теләйҙер, һәм уларҙың быға хаҡы бар. Улар башҡалар әйткәнсә йәшәргә теләмәй һәм үҙҙәренең шәхси булмышын юғалтырға ҡурҡаa.
6. а) Йәһүә беҙгә ниндәй иреклек биргән? б) Был иреклектең сиктәре бармы?
6 Йәһүәнең фекерҙәрен үҙләштерһәк, үҙ фекеребеҙҙе юғалтырбыҙ, тип ҡурҡырға кәрәкмәй. 2 Коринфтарға 3:17-лә былай тиелгән: «Раббы Рухы булған ерҙә — азатлыҡ». Йәһүә беҙгә ниндәй кеше булырға икәнен үҙебеҙгә ҡарар итергә ирек биргән. Беҙ үҙ теләктәребеҙ буйынса эш итергә, шулай уҡ үҙебеҙгә оҡшаған һәм ҡыҙыҡ булған нәмәләрҙе һайларға иреклебеҙ. Йәһүә үҙе беҙҙе шулай итеп барлыҡҡа килтергән. Әммә беҙгә бирелгән иреклек сикләнгән. (1 Петр 2:16-ны уҡығыҙ.) Нимә яҡшы, ә нимә насар икәнен билдәләү хаҡында әйткәндә, Йәһүә беҙҙең Изге Яҙмаға нигеҙләнеп һығымта яһауыбыҙҙы теләй. Был беҙҙе артыҡ сикләйме, әллә беҙгә файҙа килтерәме?
7, 8. Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүешен үҙләштереү беҙҙе артыҡ сикләйме? Миҫал килтерегеҙ.
7 Бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Ата-әсә балаһына әхлаҡи нормаларҙы аңлатырға тырыша. Улар балаһын намыҫлы һәм эшсән булырға, башҡалар хаҡында ҡайғыртырға өйрәтә. Был баланы артыҡ сикләмәй, ә, киреһенсә, уны бәхетле тормош алып барыуға әҙерләй. Үҫеп еткәс һәм ата-әсәһенең йортон ҡалдырғас, бала үҙе ҡарарҙар ҡабул итергә ирекле. Ата-әсәһенең өйрәткәндәре буйынса йәшәһә, ул, моғайын, аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итер, үкенерлек эштәр ҡылмаҫ һәм күп ауырлыҡтар менән борсолоуҙарҙан интекмәҫ.
8 Ҡайғыртыусан Атай булараҡ, Йәһүә үҙ балаларының бәхетле һәм мәғәнәле тормош алып барыуын теләй (Ишағ. 48:17, 18). Бына ни өсөн ул беҙҙе әхлаҡи нормаларға бәйле принциптарға өйрәтә һәм башҡалар менән нисек мөғәмәлә итергә кәрәклеген аңлата. Ул беҙҙе үҙе кеүек фекер йөрөтөргә өйрәнергә һәм уның нормалары буйынса йәшәргә өндәй. Был беҙҙе артыҡ сикләмәй, ә, киреһенсә, аҡыллыраҡ булырға һәм дөрөҫ фекер йөрөтөргә ярҙам итә (Зәб. 92:5; Ғиб. һүҙ. 2:1—5; Ишағ. 55:9). Шулай эшләһәк, беҙ бәхет килтергән ҡарарҙар ҡабул итербеҙ, шул уҡ ваҡытта шәхси булмышыбыҙҙы юғалтмаҫбыҙ (Зәб. 1:2, 3). Йәһүә кеүек фекер йөрөтөү күп фатихалар килтерә!
ЙӘҺҮӘНЕҢ ФЕКЕРҘӘРЕ ДОНЪЯНЫҠЫНА ҠАРАҒАНДА ӨҪТӨНӨРӘК
9, 10. Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүеше донъяныҡынан өҫтөнөрәк икәне нимәнән күренә?
9 Йәһүәнең ҡараштарын үҙләштерер өсөн тағы бер сәбәп — уның фекер йөрөтөү рәүеше донъяныҡынан күпкә өҫтөнөрәк. Был донъя кешеләре әхлаҡи нормалар, ғаилә бәхете, уңышлы карьера һәм башҡа һорауҙар буйынса төрлө кәңәштәр бирә. Әммә был кәңәштәрҙең күбеһе Йәһүәнең нормаларына ҡаршы килә. Мәҫәлән, был донъя йыш ҡына кешеләрҙе үҙ мәнфәғәттәрен генә ҡайғыртырға өндәй, шулай уҡ енси әхлаҡһыҙлыҡҡа бер ни насарлығы булмаған нәмәгә ҡарағандай ҡарарға дәртләндерә. Ҡайһы ваҡыт никахтан ҡәнәғәт булмаған парҙарға, етди сәбәп булмай тороп, айырым йәшәргә йә айырылышырға тәҡдим итәләр. Был кәңәштәр Изге Яҙмаға ҡапма-ҡаршы килә. Әммә, был донъяның кәңәштәре әлеге ваҡыт өсөн ҡулайлыраҡ, тип әйтеп буламы?
10 Ғайса: «Зирәкле[ктең] хаҡлығы ҡылған эштәренән күренә», — тигән (Матф. 11:19). Технологиялар өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшһә лә, был донъя һуғыштар, расизм һәм енәйәтселек кеүек төп проблемаларҙы хәл итә алмай. Ә донъя кешеләренең енси әхлаҡһыҙлыҡҡа еңел ҡарауы тураһында нимә әйтеп була? Күптәр әхлаҡһыҙлыҡтың ғаиләләрҙе тарҡатыуын, төрлө ауырыуҙарға дусар итеүен һәм бүтән насар эҙемтәләргә килтереүен таный. Йәһүәнең ҡараштарын үҙләштергән мәсихселәр иһә бәхетлерәк никахтар ҡора, бөтә донъя буйынса йәшәгән ҡәрҙәштәре менән татыу мөнәсәбәттәргә кинәнә, һәм уларҙың һаулығы яҡшыраҡ (Ишағ. 2:4; Ғәм. 10:34, 35; 1 Кор. 6:9—11). Ысындан да, Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүеше донъяныҡынан өҫтөнөрәк.
11. Мусаның фекер йөрөтөүен кем формалаштырған, һәм был ниндәй емештәр килтергән?
11 Боронғо ваҡытта йәшәгән тоғро хеҙмәтселәр Йәһүәнең фекер йөрөтөү рәүеше сағыштырғыһыҙ бөйөк икәнен таныған. Мәҫәлән, Муса, «Мысыр иленең бөтә ғилемдәренә» өйрәтелгән булһа ла, ысын зирәклектең Йәһүәнән килгәнен белгән (Ғәм. 7:22; Зәб. 90:12). Шуға күрә ул Йәһүәнән: «Миңә үҙ юлдарыңды асып бирсе», — тип һораған (Сығ. 33:13). Муса, Йәһүәгә үҙенең фекер йөрөтөүен формалаштырырға юл ҡуйғанға, Йәһүә ниәтенең үтәлеүендә мөһим роль уйнаған, өҫтәүенә, көслө иманлы кешеләр рәтенә ҡуйылыу хөрмәтенә эйә булған (Евр. 11:24—27).
12. Павел нимәгә нигеҙләнеп ҡарарҙар ҡабул иткән?
12 Илсе Павел бик аҡыллы һәм уҡымышлы кеше булған, шулай уҡ еврей һәм грек телдәрендә һөйләшкән (Ғәм. 5:34; 21:37, 39; 22:2, 3). Әммә, ҡарарҙар ҡабул иткәндә, ул донъяның зирәклеген кире ҡаҡҡан һәм Алла Һүҙенә нигеҙләнеп эш иткән. (Ғәмәлдәр 17:2; 1 Коринфтарға 2:6, 7, 13-тө уҡығыҙ.) Һөҙөмтәлә Павел хеҙмәттә ҙур уңыштарға өлгәшкән һәм мәңге йәшәү өмөтөнә эйә булған (2 Тим. 4:8).
13. Фекер йөрөтөүебеҙҙе Йәһүәнекенә тура килтереү өсөн кем яуаплы?
13 Шик тә юҡ, Алланың фекерҙәре был донъяныҡынан өҫтөнөрәк. Алланың нормалары буйынса йәшәһәк, беҙ ысын мәғәнәлә бәхетле һәм уңышлы кешеләр булырбыҙ. Әммә Йәһүә бер кемде лә үҙе кеүек фекер йөрөтөргә мәжбүр итмәй. «Ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе» лә, өлкәндәр ҙә беҙҙең фекер йөрөтөүебеҙҙе контроль аҫтында тотмай (Матф. 24:45; 2 Кор. 1:24). Һәр мәсихсе үҙенең фекер йөрөтөүен Йәһүәнекенә тура килтереү өсөн үҙе яуаплы. Быны нисек эшләп була?
БЫЛ ДОНЪЯНЫҢ ЙОҒОНТОҺОНАН ҺАҠЛАНЫҒЫҘ
14, 15. а) Йәһүә кеүек фекер йөрөтөр өсөн нимә тураһында уйланырға кәрәк? б) Ни өсөн беҙ донъялағы идеяларҙан һаҡланырға тейеш? Миҫал килтерегеҙ.
14 Римдарға 12:2-лә былай тиелә: «Был донъяның йәшәү рәүешенә яраҡлашмағыҙ, ә зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп һеҙ Алланың ихтыярын — нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡлай алырһығыҙ». Был һүҙҙәрҙән күренеүенсә, хәҡиҡәтте белгәнгә тиклем фекер йөрөтөүебеҙ нисек кенә формалашһа ла, беҙ, ҡараштарыбыҙҙы үҙгәртеп, Алла кеүек фекер йөрөтөргә өйрәнә алабыҙ. Гендар һәм тормош тәжрибәбеҙ ниндәйҙер дәрәжәлә фекер йөрөтөү рәүешебеҙгә тәьҫир итһә лә, аҡылыбыҙ артабан да үҙгәрә ала. Уның нисек үҙгәрәсәге күбеһенсә уйҙарыбыҙҙан тора. Йәһүәнең нисек фекер йөрөткәне тураһында уйланһаҡ, уның фекерҙәре һәр ваҡыт дөрөҫ икәненә инанырбыҙ. Шул саҡта беҙҙең бөтә нәмәгә Йәһүә һымаҡ ҡарарға теләгебеҙ булыр.
15 Фекер йөрөтөүен Йәһүәнекенә тура килтерергә теләгән кеше бүтән «был донъяның йәшәү рәүешенә» яраҡлашмай. Шуға күрә беҙ Алланың ҡараштарына ҡаршы килгән нәмәләрҙе ҡарарға, уҡырға йә тыңларға тейеш түгел. Бының мөһимлеген аңлар өсөн, әйҙәгеҙ, бер миҫал ҡарап сығайыҡ. Әйтәйек, һаулығын яҡшыртырға теләгән кеше файҙалы ризыҡ ашарға ҡарар итә, ти. Әммә ул, шул уҡ ваҡытта серегән ризыҡ ашаһа, маҡсатына өлгәшерме? Әлбиттә, юҡ! Шуның шикелле, был донъяның идеяларына аҡылыбыҙға тәьҫир итергә рөхсәт итһәк, Йәһүәнең фекерҙәрен үҙләштереү өсөн һалған бөтә тырышлыҡтарыбыҙ бушҡа ғына булыр.
16. Беҙ нимәнән һаҡланырға тейеш?
16 Был донъяның йоғонтоһонан тулыһынса һаҡланып буламы? Юҡ, донъяла таралған ҡайһы бер идеялар барыбер аҡылыбыҙға үтеп инер, сөнки беҙ был донъянан бөтөнләй сыға алмайбыҙ (1 Кор. 5:9, 10). Хатта вәғәзләгәндә лә, беҙ кешеләрҙән дөрөҫ булмаған идеялар һәм хаталы фекерҙәр ишетәбеҙ. Шулай ҙа ундай идеялар тураһында артабан уйланыу йә уларҙы ҡабул итеү аҡыллы булмаҫ ине. Беҙ, Ғайса кеүек, Иблис таратҡан фекерҙәрҙе шунда уҡ кире ҡағырға һәм мөмкин булғанса был донъяның йоғонтоһонан һаҡланырға тейеш. (Ғибрәтле һүҙҙәр 4:23-тө уҡығыҙb.)
17. Ниндәй осраҡтарҙа беҙ был донъяның йоғонтоһонан һаҡлана алабыҙ?
17 Мәҫәлән, дуҫтар һайлағанда һаҡ булыу мөһим. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр менән яҡын аралашһаҡ, беҙ улар кеүек фекер йөрөтә башларға мөмкин (Ғиб. һүҙ. 13:20; 1 Кор. 15:12, 32, 33). Күңел асыуҙар һайлағанда ла иғтибарлы булырға кәрәк. Эволюция теорияһы, көс ҡулланыу йә әхлаҡһыҙлыҡ менән бәйле күңел асыуҙарҙы кире ҡаҡһаҡ, беҙ аҡылыбыҙҙы «Алланы танып белеүгә ҡаршы» торған идеялар менән ағыуламаҫбыҙ (2 Кор. 10:5).
18, 19. а) Донъяның зыянһыҙ булып күренгән идеяларына килгәндә, ни өсөн айырыуса һаҡ булырға кәрәк? б) Ниндәй һорауҙар өҫтөндә уйланыу мөһим һәм ни өсөн?
18 Әммә ҡайһы ваҡыт донъялағы идеялар һиҙелмәйенсә генә тарала, шуға күрә уларҙы абайларға өйрәнергә кәрәк. Мәҫәлән, ҡайһы саҡта яңылыҡтар билдәле бер сәйәси ҡараштарҙы тарата. Ә күренекле кешеләргә арналған репортаждарҙа донъя хуплаған маҡсаттарға һәм ҡаҙаныштарға ҙур иғтибар бирелә. Ҡайһы бер фильмдарҙа һәм китаптарҙа «мин һәм минең ғаиләм — барыһынан да мөһимерәк» тигән ҡараш сағыла, һәм был тәбиғи, күңел иретерлек йә хатта дөрөҫ булып күренергә мөмкин. Ләкин ундай ҡараш Изге Яҙмаға ҡаршы килә, сөнки унда, кеше һәм уның ғаиләһе барыһынан да бигерәк Йәһүәне яратҡан хәлдә генә ысын бәхеткә ирешә ала, тиелә (Матф. 22:36—39). Тулайым алғанда, ҡайһы бер әкиәттәр һәм йәнһүрәттәр балаларға яҡшы ғына һабаҡтар бирә, әммә улар һиҙҙермәйенсә генә балаларға, әхлаҡһыҙлыҡтың бер насарлығы ла юҡ, тигән уй һеңдерергә мөмкин.
19 Әлбиттә, был һәр ҡайһы күңел асыуҙарҙан баш тартырға кәрәк тигәнде аңлатмай. Шулай ҙа бындай һорауҙар өҫтөндә уйланыу мөһим: «Был донъялағы идеялар һиҙелмәйенсә генә таралғанда, уларҙың йоғонтоһон абайлайыммы? Үҙемде һәм балаларымды зарарлы телетапшырыуҙарҙан һәм әҙәбиәттән һаҡлайыммы? Балаларыма донъялағы идеяларҙы кире ҡағыуы еңелерәк булһын өсөн, уларҙы бөтә нәмәгә Йәһүә кеүек ҡарарға өйрәтәмме?» Алланың фекерҙәре һәм был донъяның идеялары араһындағы айырманы асыҡ күрһәк, донъяның насар йоғонтоһона бирелмәҫбеҙ.
КЕМ ҺЕҘҘЕ ФОРМАЛАШТЫРА?
20. Беҙҙе кем формалаштырғанын нисек билдәләргә?
20 Шуны иҫтә тоторға кәрәк: мәғлүмәттең ике сығанағы ғына бар — уны йә Йәһүәнән, йә Шайтандың донъяһынан алып була. Уларҙың кемеһе һеҙҙе формалаштыра? Кемдән мәғлүмәт алаһығыҙ, шул һеҙгә йоғонто яһай ҙа. Донъялағы идеяларҙы ҡабул итһәк, беҙҙе донъя формалаштырыр, һәм беҙ Йәһүәгә ышанмаған күпселек кеше кеүек фекер йөрөтөрбөҙ һәм эш итербеҙ. Шуға күрә нимә ҡарарға, уҡырға, тыңларға йә нимә тураһында уйларға икәнен ҡарар иткәндә бик иғтибарлы булырға кәрәк.
21. Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?
21 Был мәҡәләнән белеүебеҙсә, Йәһүәнең ҡараштарын үҙләштерер өсөн насар йоғонтонан һаҡланыу ғына әҙ. Беҙгә шулай уҡ Алланың фекерҙәре хаҡында уйланырға кәрәк. Киләһе мәҡәләнән беҙ был турала күберәк белербеҙ.
a Ысынында, хатта башҡаларҙың фекеренән ирекле булып күренгән кеше лә ниндәйҙер дәрәжәлә башҡаларҙың йоғонтоһона бирелә. Мәҫәлән, тормоштоң нисек яралыуы тураһында уйланғанда йә хатта нимә кейергә икәнен хәл иткәндә, кеше башҡаларҙың фекеренә нигеҙләнә. Шулай ҙа беҙ кемдең йоғонтоһона бирелергә икәнен үҙебеҙ һайлай алабыҙ.
b Ғибрәтле һүҙҙәр 4:23: «Барыһынан да бигерәк йөрәгеңде һаҡла, йөрәк — йәшәү сығанағы бит».