Бәхетле Аллаға хеҙмәт иткәндәр бәхетле
«Аллаһы Йәһүә булған халыҡ бәхетле!» (ЗӘБ. 144:15).
1. Ни өсөн Йәһүәнең хеҙмәтселәре бәхетле? (Мәҡәлә башындағы фотоһүрәтте ҡарағыҙ.)
ЙӘҺҮӘ ШАҺИТТАРЫ — бик бәхетле халыҡ. Ҡайҙа ғына йыйылһалар ҙа — йыйылыш осрашыуында, конгреста йә ҡунаҡта — улар бер-береһе менән аралаша һәм көлөшә. Ни өсөн улар шул тиклем бәхетле? Бының төп сәбәбе: улар Йәһүәне — «мөбәрәк Алланы» белә. Улар уға хеҙмәт итә һәм унан өлгө алырға тырыша (1 Тим. 1:11; Зәб. 16:11). Йәһүә — бәхет Сығанағы, шунлыҡтан ул беҙҙең бәхетле булыуыбыҙҙы теләй һәм бының өсөн күп сәбәптәр булдыра (Ҡан. 12:7; Вәғ. 3:12, 13).
2, 3. а) Бәхетле булыу үҙ эсенә нимәне ала? б) Ни өсөн бәхетле булыу еңел түгел?
2 Ә һеҙҙең турала нимә әйтеп була? Һеҙ бәхетлеме? Бәхетле булыу үҙеңде яҡшы тойоу, тормошоңдан ҡәнәғәтлек кисереү һәм хатта бик шат булыуҙы аңлата. Изге Яҙманан күренеүенсә, Йәһүә менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙә булған кешеләр генә ысын мәғәнәлә бәхетле була ала. Әммә бөгөнгө донъяла бәхетле булыуы ауыр. Ни өсөн?
3 Етди ауырлыҡтар кисергәндә бәхетле булыу еңел түгел. Беҙ төрлө ауырлыҡтарҙан интегергә мөмкин: яҡын кешебеҙҙең үлеүе йә йыйылыштан сығарылыуы, тормош иптәше менән айырылышыу йә эш юғалтыу, шулай уҡ ғаиләлә гел ыҙғыш-талаш ҡубыуы, синыфташтар йә хеҙмәттәштәрҙең мыҫҡыллап көлөүе, Йәһүәгә хеҙмәт иткәнгә эҙәрләүҙәргә дусар булыу йә төрмәгә ябылыу. Бынан тыш, һаулыҡ насарайырға мөмкин, берәй хроник ауырыу йә депрессияның үҫешеүе ихтимал. Әммә шуны онотмағыҙ: «Берҙән-бер мөбәрәк Түрә», йәғни Хаким — Ғайса Мәсих кешеләрҙе йыуатырға һәм уларҙы бәхетле итергә теләй (1 Тим. 6:15; Матф. 11:28—30). Тауҙағы вәғәзендә Ғайса бер нисә сифат тураһында әйткән. Был сифаттар Шайтан донъяһында йәшәүгә бәйле күп ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан бәхетле булырға ярҙам итә.
ЙӘҺҮӘ МЕНӘН НЫҠЛЫ ДУҪЛЫҠ — БӘХЕТТЕҢ НИГЕҘЕ
4, 5. Бәхеткә өлгәшергә һәм уны юғалтмаҫҡа теләһәк, нимә эшләргә кәрәк?
4 Ғайса Мәсих телгә алған беренсе сифат айырыуса мөһим. Ул былай тигән: «Аллаға мохтаж булыуҙарын аңлағандар бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы» (Матф. 5:3). Рухи ихтыяждарын аңлаған кеше үҙенең Алла тураһындағы белемдәргә, шулай уҡ уның ярҙамына һәм күрһәтмәләренә мохтаж икәнен таный. Рухи ихтыяждарҙы аңлауыбыҙҙы нисек күрһәтеп була? Бының өсөн Изге Яҙманы өйрәнергә, Алланың әмерҙәрен үтәргә һәм уға ғибәҙәт ҡылыуҙы тормошта беренсе урынға ҡуйырға кәрәк. Шулай эшләү беҙгә бәхетле булырға ярҙам итер һәм Алла вәғәҙәләренең тиҙҙән үтәләсәгенә ышанысыбыҙҙы көсәйтер. Бынан тыш, Изге Яҙмала бирелгән шатлыҡлы өмөт ауырлыҡтарҙы кисереп сығырға ярҙам итер (Рим. 12:12).
5 Бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, бәхетле булырға теләһәк, Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы артабан да нығытыу мөһим. Илсе Павел: «Раббыла һәр нәмәнән ҡыуаныс табығыҙ. Ҡабатлап әйтәм, ҡыуаныс табығыҙ!» — тип яҙған (Флп. 4:4). Алланың яҡын дуҫы булыр өсөн, унан килгән зирәклек кәрәк. Изге Яҙмала былай тиелгән: «Зирәклек тапҡан кеше, үтә күреүсәнлеккә ирешкән әҙәм бәхетле. Зирәклеккә тотонғандар өсөн ул тормош ағасы, уға ныҡ тотонғандар бәхетле тип аталыр» (Ғиб. һүҙ. 3:13, 18).
6. Бәхетле булып ҡалыр өсөн тағы нимә эшләргә кәрәк?
6 Әммә бәхетле булып ҡалыр өсөн, Изге Яҙманан белгәндәрҙе артабан да ҡулланырға кәрәк. Бының ни тиклем мөһим икәнен күрһәтер өсөн, Ғайса былай тигән: «Һеҙ хәҙер быны беләһегеҙ һәм, белгәнегеҙҙе үтәһәгеҙ, бәхетле булырһығыҙ» (Яхъя 13:17; Яҡуб 1:25-те уҡығыҙ). Рухи ихтыяждарыбыҙҙы ҡәнәғәтләндерергә һәм оҙайлы бәхет кисерергә теләһәк, белгәндәребеҙҙе тормошта ҡулланыу үтә мөһим. Ләкин шатлығыбыҙҙы урлай алған сәбәптәр бик күп. Шуға ҡарамаҫтан, нисек бәхетле булып ҡалырға? Әйҙәгеҙ, Ғайсаның Тауҙағы вәғәзендә артабан нимә хаҡында әйткәнен беләйек.
БӘХЕТЛЕ ИТКӘН СИФАТТАР
7. Хәсрәтлеләр нисек бәхетле була ала?
7 «Хәсрәтлеләр бәхетле, сөнки уларҙы йыуатырҙар» (Матф. 5:4). Әммә нисек инде хәсрәтле кеше бәхетле була алһын? Ғайса бөтә ҡайғырған кешеләрҙе лә күҙ уңында тотмаған. Яуыз кешеләр ҙә, был ауыр һуңғы көндәрҙә төрлө ауырлыҡтар менән осрашҡанға, хәсрәт кисерә һәм бойоға (2 Тим. 3:1). Ләкин улар, үҙҙәре хаҡында ғына уйлағанға, Йәһүә менән дуҫлыҡ үҫтермәй һәм шуның арҡаһында бәхеткә өлгәшә алмай. Ғайса, хәсрәтлеләр хаҡында әйткәндә, рухи ихтыяждарын аңлаған кешеләрҙе күҙ уңында тотҡан. Улар күптәрҙең Алланы кире ҡағыуын һәм Алла ҡушҡанса йәшәмәүен күреп ҡайғыра. Улар шулай уҡ үҙҙәренең гонаһлы булыуын аңлай һәм был донъяла булып ятҡан ҡот осҡос ваҡиғаларҙы күрә. Шундай эскерһеҙ кешеләр Йәһүәнең иғтибарынан ситтә ҡалмай, ул уларҙы үҙенең Һүҙе аша йыуата, бәхетле итә һәм уларға мәңгелек тормошҡа өмөт бирә. (Йәзәкил 5:11a; 9:4-те уҡығыҙb.)
8. Йыуашлыҡ нисек бәхетле булырға ярҙам итә ала?
8 «Йыуаштар бәхетле, сөнки улар ерҙе мираҫ итеп алыр» (Матф. 5:5). Йыуашлыҡ нисек бәхетле булырға ярҙам итә ала? Элек тупаҫ һәм уҫал булған күп кешеләр, хәҡиҡәтте белгәс, үҙгәргән һәм «яңы кеше булып» кейенгән. Хәҙер улар «шәфҡәтле, яҡшы күңелле, тыйнаҡ, баҫалҡы, сабыр» (Кол. 3:9—12). Һөҙөмтәлә улар йән тыныслығына, башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттәргә һәм бәхетле тормошҡа кинәнә. Бынан тыш, Алла Һүҙендә вәғәҙә ителгәнсә, улар «ерҙе мираҫ итеп алыр» (Зәб. 37:8—10, 29).
9. а) Йыуаштар ниндәй мәғәнәлә «ерҙе мираҫ итеп алыр»? б) Ни өсөн «дөрөҫлөккә сарсаған һәм асыҡҡандар бәхетле» була ала?
9 Йыуаштар ниндәй мәғәнәлә «ерҙе мираҫ итеп алыр»? Майланған мәсихселәр ер өҫтөнән батшалар һәм руханиҙар булараҡ идара итә башлаған саҡта ерҙе мираҫ итеп алыр (Асыл. 20:6). Ә Алланың башҡа миллионлаған хеҙмәтсеһе хаҡында нимә әйтеп була? Уларға ерҙә мәңге йәшәргә рөхсәт бирелер, шул мәғәнәлә улар ерҙе мираҫ итеп алыр. Унда улар камиллыҡҡа, тыныслыҡҡа һәм бәхеткә кинәнер. Улар тураһында Ғайса Мәсих былай тигән: «Дөрөҫлөккә сарсаған һәм асыҡҡандар бәхетле» (Матф. 5:6). Йәһүә бөтә яуызлыҡты юҡ иткәс, уларҙың дөрөҫлөккә сарсауы ҡаныр (2 Пет. 3:13). Шунан тәҡүә кешеләр бәхеткә кинәнер һәм бүтән бер ваҡытта ла яуыздар ҡылған насар эштәр арҡаһында ҡайғырмаҫ (Зәб. 37:17).
10. Шәфҡәтлелек нимә ул?
10 «Шәфҡәтлеләр бәхетле, сөнки уларға шәфҡәт күрһәтелер» (Матф. 5:7). Шәфҡәтле булыу йылы, наҙлы мөғәмәлә күрһәтеү һәм ҡыҙғаныусан булыуҙы, йәғни ғазапланған кешеләрҙе йәлләүҙе аңлата. Шулай ҙа шәфҡәтлелек хис кенә түгел. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, шәфҡәтле булыу башҡаларға ярҙам итеүҙе лә үҙ эсенә ала.
11. Игелекле Самария кешеһе тураһындағы ҡисса беҙҙе нимәгә өйрәтә?
11 Лука 10:30—37-не уҡығыҙ. Ғайсаның игелекле Самария кешеһе тураһындағы ҡиссаһы шәфҡәтле булыуҙың нимә икәнен матур итеп һүрәтләй. Самария кешеһе бәләгә эләккән ирҙе бик ныҡ йәлләгән һәм ҡыҙғанған, был уны ярҙам күрһәтергә дәртләндергән. Был ҡиссаны һөйләгәндән һуң, Ғайса: «Бар, һин дә шулай эшлә», — тигән. Шуға күрә үҙ-үҙебеҙгә бындай һорауҙар биреп була: «Мин игелекле Самария кешеһе һымаҡ эш итәмме? Башҡалар ғазап сиккәндә, уларға ҡарата шәфҡәтлеменме? Уларға ярҙам итер өсөн күберәк эшләй аламмы? Мәҫәлән, йыйылышымдағы оло йәштәге мәсихселәргә, тол ҡалған ҡәрҙәштәргә йә ата-әсәләре хәҡиҡәттә булмаған балаларға ярҙам итә аламмы? Бойоҡҡандарҙы йыуатырға тырышаммы?» (1 Фес. 5:14; Яҡ. 1:27).
12. Ни өсөн башҡаларға ҡарата шәфҡәтле булыу беҙҙе бәхетле итә?
12 Ни өсөн шәфҡәтле булыу беҙҙе бәхетле итә? Башҡаларға ҡарата шәфҡәтлелек сағылдырып, беҙ биреү килтергән шатлыҡтан кинәнәбеҙ. Өҫтәүенә, шулай итеп беҙ Йәһүәне ҡыуандырабыҙ. Быны белеү беҙҙе бәхетле итә (Ғәм. 20:35; Еврейҙарға 13:16-ны уҡығыҙ). Дауыт батша шәфҡәтлелек күрһәткән кеше тураһында былай тигән: «Йәһүә уны һаҡлар һәм иҫән ҡалдырыр. Ул ер йөҙөндә бәхетле тип аталыр» (Зәб. 41:1, 2). Башҡаларға ҡарата шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан булһаҡ, Йәһүә лә беҙгә ҡарата шәфҡәтле булыр, ә был беҙгә мәңгелек бәхет килтерер (Яҡ. 2:13).
НИ ӨСӨН «САФ КҮҢЕЛЛЕЛӘР БӘХЕТЛЕ»?
13, 14. Ни өсөн «саф күңеллеләр бәхетле»?
13 Ғайса: «Саф күңеллеләр бәхетле, сөнки улар Алланы күрер», — тигән (Матф. 5:8). Саф күңелле булыр өсөн, уйҙарыбыҙҙы һәм теләктәребеҙҙе саф килеш һаҡларға кәрәк. Йәһүә ғибәҙәтебеҙҙе ҡабул итһен өсөн, был үтә мөһим. (2 Коринфтарға 4:2-не уҡығыҙ; 1 Тим. 1:5.)
14 Саф күңелле кешеләр Йәһүә менән яҡшы мөнәсәбәттәргә эйә була ала. Йәһүә былай тигән: «Үҙенең кейемен йыуғандар бәхетле» (Асыл. 22:14). «Кейем йыуыу» нимәне аңлата? Майланған мәсихселәргә килгәндә, Йәһүә уларҙы саф тип һанай һәм уларға күктә үлемһеҙ тормош бүләк итәсәк, унда улар тулы бәхеткә мәңге кинәнәсәк. Ә ерҙә йәшәргә өмөтләнгән «бихисап күп халыҡ» хаҡында әйткәндә, Йәһүә уларға үҙенең дуҫтары булырға рөхсәт итә, сөнки уларҙы тәҡүә тип һанай. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, улар «кейемдәрен Бәрәстең ҡаны менән йыуып ағартҡан» (Асыл. 7:9, 13, 14).
15, 16. Саф күңелле кешеләр Алланы нисек күрә ала?
15 Йәһүә: «Берәү ҙә [минең] йөҙөмдө күреп, иҫән ҡала алмай», — тигән (Сығ. 33:20). Улайһа, нисек саф күңелле кешеләр «Алланы күрер»? «Күреү» тип тәржемә ителгән грек һүҙе күҙ алдына килтереү, аңлау йә белеү тигән мәғәнә йөрөтөргә мөмкин. «Алланы күреү» уның ниндәй Шәхес икәнен белеүҙе һәм уның сифаттарын ҡәҙерләүҙе аңлата (Ефес. 1:18, ЯДТ). Ғайса Йәһүәнең сифаттарын камил рәүештә сағылдырған, шуға күрә: «Мине күргән кеше Атаны ла күргән була», — тип әйтә алған (Яхъя 14:7—9).
16 Бынан тыш, беҙ тормошобоҙҙа Алланың ярҙамын тойғанда ла уны күрәбеҙ (Әйүп 42:5). Беҙ шулай уҡ күңел күҙҙәребеҙҙе Йәһүәнең иҫ киткес вәғәҙәләренә йүнәлтә алабыҙ. Ул саф һәм тоғро ҡалғандарҙы мул итеп фатихаларға вәғәҙә итә. Ә майланған мәсихселәр, терелтелеп күккә алынғас, Йәһүәне тура мәғәнәлә күрәсәк (Асыл. 22:4).
АУЫРЛЫҠТАРҒА ҠАРАМАҪТАН БӘХЕТЛЕ БУЛЫУ
17. Ни өсөн татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле?
17 Артабан Ғайса: «Татыулыҡ урынлаштырыусылар бәхетле», — тип әйткән (Матф. 5:9). Татыулыҡ урынлаштырыуҙа беренсе булып көс һалыу бәхет килтерә. Шәкерт Яҡуб былай тип яҙған: «Хаҡлыҡ орлоҡтары тыныслыҡта сәселә һәм был орлоҡтар тыныслыҡ таратыусыларға уңыш килтерә» (Яҡ. 3:18). Йыйылышта йә ғаиләгеҙҙә берәйһе менән мөнәсәбәттәр әллә ни яҡшы булмаһа, Йәһүәнән татыулыҡ урынлаштырырға ярҙам итеүен ялбарып һорағыҙ. Йәһүә һеҙгә изге рухын бирер, һәм рух һеҙгә мәсихселәргә хас сифаттар сағылдырырға ярҙам итер. Был һеҙҙе бәхетлерәк итер. Татыулыҡ урынлаштырыуҙа беренсе булып көс һалыуҙың мөһимлеген күрһәтер өсөн, Ғайса былай тигән: «Ҡорбан килтереү урынына бүләк алып барғанда туғаныңдың һиңә ҡарата ниндәйҙер дәғүәһе барлығы иҫеңә төшһә, бүләгеңде ҡорбан килтереү урыны янында ҡалдыр ҙа, тәүҙә ҡайтып туғаның менән яраш, унан һуң ғына кире килеп бүләгеңде бир» (Матф. 5:23, 24).
18, 19. Ни өсөн мәсихселәр, эҙәрләүҙәргә ҡарамаҫтан, шатлыҡлы булып ҡала ала?
18 «Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә һәм һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйләгәндә, һеҙ бәхетле». Был һүҙҙәр менән Ғайса нимә әйтергә теләгән? Ул былай тип өҫтәгән: «Шатланығыҙ һәм ҡыуанығыҙ, сөнки күктәрҙә әжерегеҙ ҙур буласаҡ. Һеҙгә тиклем йәшәгән пәйғәмбәрҙәрҙе лә шулай эҙәрләнеләр» (Матф. 5:11, 12). Бер тапҡыр илселәрҙе туҡмағандар һәм вәғәзләүҙән тыйғандар, ләкин улар Юғары кәңәшмәнән «шатланып» сығып киткән. Әлбиттә, илселәр туҡмалғанға түгел, ә «Ғайса исеме өсөн кәмһетелеүгә лайыҡ булыуҙарына» ҡыуанған (Ғәм. 5:41).
19 Бөгөн дә Йәһүәнең халҡы Ғайса исеме өсөн эҙәрләүҙәрҙе шатлыҡ менән кисерә. (Яҡуб 1:2—4-те уҡығыҙ.) Илселәр осрағындағы кеүек, ғазаптар һәм эҙәрләүҙәр беҙгә лә шатлыҡ килтермәй. Әммә беҙ тоғро булып ҡалғанда, Йәһүә беҙгә барыһын да кисереп сығырға ҡыйыулыҡ бирә. Хенрик Дорник һәм уның ағаһы менән булған осраҡҡа иғтибар итәйек. 1944 йылдың авгусында уларҙы концлагерға ебәргәндәр. Эҙәрләүселәр былай тигән: «Уларҙы ҡараштарынан баш тартырға күндереү мөмкин түгел. Иман хаҡына ғазап сигеү уларға шатлыҡ килтерә». Хенрик ҡәрҙәш былай тип аңлатҡан: «Ғазапланырға теләмәһәм дә, Йәһүәгә тоғро ҡалыр өсөн барыһын да ҡыйыулыҡ һәм намыҫ менән кисереп сығыу миңә шатлыҡ килтерә ине... Өҙлөкһөҙ доға ҡылыу мине Йәһүәгә яҡынлаштырҙы, һәм ул үҙенең ышаныслы Ярҙамсы булыуын раҫланы».
20. Ни өсөн «мөбәрәк Аллаға» хеҙмәт итеү беҙҙе бәхетле итә?
20 «Мөбәрәк Алла» беҙҙе хуплай, шуға күрә эҙәрләүҙәр ҙә, ауырыуҙар ҙа, ғаиләбеҙҙең ҡаршы килеүе лә, ҡартайыу ҙа шатлығыбыҙҙы урлай алмай (1 Тим. 1:11). Бынан тыш, «бер ҡасан да ялған» һөйләмәгән Аллабыҙҙың иҫ киткес вәғәҙәләре беҙҙе бәхетле итә (Тит. 1:2). Йәһүә уларҙы үтәгәс, беҙ әлеге ауырлыҡтарҙы хатта иҫкә лә төшөрмәҫбеҙ. Ысынында, беҙ киләсәк ожмахтағы тормошто һәм үҙебеҙҙең унда ни тиклем бәхетле буласағыбыҙҙы күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ! Эйе, беҙ «сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек» табасаҡбыҙ (Зәб. 37:11).
a Йәзәкил 5:11: «„Шуға күрә үҙем менән ант итәм, — тип әйтә Аллаһы Тәғәлә Йәһүә, — мин һине кире ҡағырмын, сөнки һин минең изге урынымды бөтә ерәнес боттарың менән һәм бөтә сирҡаныс эштәрең менән нәжесләнең. Күҙем һине ҡыҙғанмаҫ, һәм мин һиңә рәхимлек күрһәтмәм“».
b Йәзәкил 9:4: «Йәһүә уға былай тине: „Ҡаланы — Иерусалимды әйләнеп сыҡ һәм унда башҡарылған бөтә сирҡаныс эштәр арҡаһында көрһөнгән һәм ыңғырашҡан кешеләрҙең маңлайына билдә ҡуй“».