1-СЕ БҮЛЕК
Ни өсөн Ғайса бөйөк Остаз булған?
ИКЕ меңдән ашыу йыл элек ерҙә башҡа балаларҙан айырылып торған бер бала тыуған. Һуңыраҡ ул ерҙә йәшәгән иң бөйөк кеше булып киткән. Ул замандарҙа самолеттар ҙа, машиналар ҙа булмаған. Хатта телевизор, компьютер һәм Интернет та булмаған.
Ул балаға Ғайса тигән исем ҡушҡандар. Ул ерҙә йәшәгән иң аҡыллы кеше булып киткән. Шулай уҡ Ғайса иң яҡшы уҡытыусы булған. Ул ауыр һорауҙарҙы ябай ғына итеп аңлата алған.
Ғайса кешеләрҙе төрлө ерҙәрҙә өйрәткән. Ул уларҙы яр буйында, кәмәлә, өйҙәрендә, юлда барғанда өйрәткән. Ғайсаның машинаһы булмаған һәм ул автобуста ла, поезда ла йөрөмәгән. Ул кешеләрҙе йәйәү йөрөп өйрәткән.
Беҙ башҡаларҙан күп нәмәгә өйрәнәбеҙ. Әммә иң мөһим нәмәләргә беҙ Бөйөк Остаздан — Ғайсанан өйрәнә алабыҙ. Ә уның һүҙҙәре Изге Яҙмала яҙылған. Беҙ шул һүҙҙәрҙе уҡығанда, Ғайса үҙе беҙҙең менән һөйләшкән кеүек була.
Ни өсөн Ғайса иң Бөйөк Остаз булған? Ғайсаның үҙенең уҡытыусыһы булған. Шуға күрә Ғайса тыңларға ни ҡәҙәр мөһим икәнен бик яҡшы аңлаған. Ләкин Ғайса кемде тыңлаған? Уның уҡытыусыһы кем булған? ~ Атаһы. Ә Ғайсаның Атаһы — Алла.
Ерҙә кеше булып тыуғансыға тиклем Ғайса Алла менән күктә йәшәгән. Ошо яҡтан Ғайса башҡаларҙан айырылып торған, сөнки бер кеше лә ерҙә тыуғанға тиклем күктә йәшәмәгән. Ғайса Алланың аҡыллы Улы булған, һәм ул Атаһын һәр ваҡыт тыңлаған. Шуға күрә Ғайса Атаһынан өйрәнгәндәргә кешеләрҙе лә өйрәтә алған. Атай-әсәйеңде тыңлағанда, һин Ғайсанан үрнәк алаһың.
Ғайсаның Бөйөк Остаз булып китеүенә тағы бер сәбәп бар. Ул кешеләрҙе яратҡан. Ул кешеләргә Алла тураһында белем алырға ярҙам итергә теләгән. Ғайса ололарҙы ла, балаларҙы ла яратҡан. Ә балаларға Ғайса янында булырға оҡшаған, сөнки ул улар менән һөйләшкән һәм уларҙы иғтибар менән тыңлаған.
Бер ваҡыт ата-әсәләр Ғайса янына бәләкәй балаларын алып килгән. Әммә Бөйөк Остаздың дуҫтары, уның бәләкәй балалар менән һөйләшергә ваҡыты булмаҫ, тип уйлағанға, уларға китергә ҡушҡандар. Әммә Ғайса нимә тигән? ~ Ул: «Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ!» — тип әйткән. Эйе, Ғайса бәләкәй балаларҙың үҙенең янына килеүен теләгән. Ғайса, бөйөк һәм бик аҡыллы кеше булһа ла, балаларҙы өйрәтер өсөн ваҡыт тапҡан (Марк 10:13, 14).
Ни өсөн Ғайса иғтибар менән балаларҙы тыңлаған һәм уларҙы өйрәткән, беләһеңме? Ул, күктәге Атаһы — Алла тураһында һөйләп, уларҙы бәхетле итергә теләгән. Ә һин башҡаларҙы нисек бәхетле итә алаһың? ~ Алла тураһында белгәндәреңде һөйләп.
Бер саҡ Ғайса шәкерттәре араһына бәләкәй баланы баҫтырып ҡуйған да уларға мөһим һабаҡ биргән. Ғайса был ағайҙарға үҙгәрергә һәм ошо бала шикелле булырға кәрәк тигән.
Ғайса уларҙы нимәгә өйрәтергә теләгән икән? Беләһеңме, ниндәй мәғәнәлә ололар һәм хатта ҙур балалар ҙа бәләкәй балалар һымаҡ була ала? ~ Бәләкәй бала ололарға ҡарағанда әҙерәк белә, шунлыҡтан ул өйрәнергә әҙер. Ғайса уның шәкерттәре ошо бәләкәй бала кеүек баҫалҡы булырға тейеш тип әйтергә теләгән. Эйе, беҙ башҡа кешеләрҙән күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ. Беҙҙең бөтәбеҙгә лә шуны аңларға кәрәк: Ғайсаның өйрәткәндәре беҙҙең ҡараштарыбыҙҙан күпкә мөһимерәк (Матфей 18:1—5).
Ғайса ҡыҙыҡлы итеп һөйләй белгән, шуға ла ул Бөйөк Остаз булған. Ул бик ябай һәм аңлайышлы итеп өйрәткән. Ҡоштар, сәскәләр һәм кешеләргә яҡшы таныш булған башҡа нәмәләр тураһында һөйләп, ул уларға Алла хаҡында белем алырға ярҙам иткән.
Бер көндө Ғайса, тау битендә ултырғанда, уның янына бик күп халыҡ йыйыла. Шунда Ғайса кешеләрҙе өйрәтә башлай, йәғни уларға вәғәзләй. Һин быны рәсемдә күрә алаһың. Ул: «Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, бураларға ашлыҡ та һалмай, шулай ҙа уларҙы Алла туйындыра. Һеҙ ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк түгелме ни?» — ти.
Шунан ул былай тип өҫтәй: «Яландағы ләләләрҙән һабаҡ алығыҙ: улар эшләмәй ҙә, еп тә иләмәй. Әммә улар ниндәй матур! Хатта бай Сөләймән батша ла яландағы был матур ләләләр кеүек кейенмәгән. Алла сәскәләрҙе шулай кейендерә икән, һеҙҙең хаҡта ул ҡайғыртмаҫмы әллә?» (Матфей 6:25—33)
Ғайсаның нимәгә өйрәтергә теләгәнен аңланыңмы? ~ Ул беҙҙе ризыҡ һәм кейем хаҡында борсолмаҫҡа өйрәтергә теләгән. Алла беҙгә быларҙың барыһы ла кәрәк икәнен белә. Ғайса, эшләргә кәрәкмәй, тип әйтергә теләмәгән, юҡ. Ул, тормошобоҙҙа беренсе урында Алла булырға тейеш, тигән. Шул саҡта Алла беҙгә ашар ризыҡ та, кейер кейем дә бирәсәк. Һин быға ышанаһыңмы? ~
Кешеләр Ғайсаның әйткәндәрен нисек ҡабул иткән? ~ Изге Яҙмала, кешеләр уның өйрәтеүенә хайран ҡалды, тиелә. Улар уны рәхәтләнеп тыңлаған. Ғайсаның өйрәтеүҙәре кешеләргә дөрөҫ булғанды эшләргә ярҙам иткән (Матфей 7:28).
Шуға күрә Ғайсанан өйрәнеү бик мөһим. Ә һин беләһеңме, беҙ нисек унан өйрәнә алабыҙ? ~ Уның һүҙҙәре бер китапта яҙылған. Был ниндәй китап икәнен беләһеңме? ~ Был — Изге Яҙма. Изге Яҙманы иғтибар менән уҡып, беҙ Ғайсаны тыңлай алабыҙ. Алла үҙе беҙгә, Ғайсаны тыңлағыҙ, тигән. Изге Яҙмала был турала бик ҡыҙыҡлы хикәйә бар. Әйҙә, уны ҡарап сығайыҡ.
Бер ваҡыт Ғайса өс дуҫы менән бейек тауға менгән. Дуҫтарының исеме — Яҡуп, Яхъя һәм Петр. Һуңыраҡ беҙ был кешеләр тураһында күберәк белербеҙ, сөнки улар Ғайсаның иң яҡын дуҫтары булған. Ул ғәжәп көндә Ғайсаның йөҙө балҡып киткән, ә уның кейеме, рәсемдә күрһәтелгәнсә, яҡтылыҡ кеүек ап-аҡ төҫкә ингән.
Шунан һуң Ғайса һәм уның дуҫтары күктән яңғыраған тауыш ишеткән: «Был — Минең ҡәҙерле Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» (Матфей 17:1—5) Был кемдең тауышы булған, беләһеңме? ~ Был Алланың тауышы булған! Эйе, Алла үҙе уларға Улын тыңларға ҡушҡан.
Ә беҙ Аллаға буйһонорбоҙмо һәм уның Улын — Бөйөк Остазды тыңларбыҙмы? ~ Барыбыҙ ҙа уны тыңларға тейеш. Беҙ быны нисек эшләй алабыҙ, хәтерләйһеңме? ~
Эйе, Ғайсаның тормошо тураһында Изге Яҙмала яҙылған хәбәрҙәрҙе уҡып, беҙ уны тыңлай алабыҙ. Бөйөк Остаз беҙгә бик күп ғәжәп нәмәләр һөйләй ала. Изге Яҙманан шулар тураһында уҡыу һиңә бик оҡшар. Ә белгәндәреңде дуҫтарыңа һөйләһәң, тағы ла бәхетлерәк булырһың.
Ғайсаны тыңлау ни ҡәҙәр мөһим икәнен нығыраҡ аңлар өсөн, Изге Яҙмаңды асып, Яхъя 3:16; 8:28—30 һәм Ғәмәлдәр 4:12-не уҡы.