Йыуашлыҡ. Ул беҙгә ниндәй файҙа килтерә?
«Мин оялсан кеше, — ти Сараa, — һәм үҙ көсөмә ышанып етмәйем. Шуға күрә көслө һәм үҙ тигәнендә ныҡ торған кешеләр янында уңайһыҙланам. Әммә йыуаш һәм баҫалҡы кешеләр менән үҙемде иркен хис итәм. Мин уларға асылам, хистәрем менән бүлешәм һәм ауырлыҡтарым тураһында һөйләйем. Минең иң яҡшы дуҫтарым йыуаш һәм баҫалҡы».
Сараның һүҙҙәренән күренеүенсә, йыуаш кеше башҡаларҙы үҙенә йәлеп итә. Йәһүә лә йыуаш кешеләрҙе ярата. Уның Һүҙендә баҫалҡы, йәғни йыуаш булырға кәңәш ителә (Кол. 3:12)b. Йыуашлыҡ нимә ул? Ғайса Мәсих был сифатты нисек сағылдырған? Һәм нисек был сифат беҙҙе бәхетлерәк итә ала?
ЙЫУАШЛЫҠ НИМӘ УЛ?
Йыуашлыҡ эске тыныслыҡтан килә. Йыуаш кеше башҡалар менән йомшаҡ һәм игелекле мөғәмәлә итә, шулай уҡ, ауырлыҡтар менән осрашҡанда, үҙен ҡулда тота һәм тыныс булып ҡала.
Йыуашлыҡ — эске көс билдәһе. Изге Яҙмала «йыуашлыҡ» тип тәржемә ителгән грек һүҙе ҡулға өйрәтелгән ҡырағай атҡа ҡарата ҡулланылған. Шундай ат, үҙенең холҡон ауыҙлыҡларға өйрәтелһә лә, үҙ көсөн юғалтмай. Ул шундай уҡ көслө булып ҡала. Шуның шикелле, йыуаш кеше көсһөҙ түгел. Киреһенсә, ул бик көслө, сөнки үҙенең холҡон йүгәнләп, башҡалар менән тыныс мөнәсәбәттәр һаҡлай.
Бәлки, беҙ, мин тәбиғәтем буйынса йыуаш түгелмен, тип уйлайбыҙҙыр. Беҙ йәшәгән донъяла агрессия һәм түҙемһеҙлек — ғәҙәти сифаттар, шунлыҡтан беҙгә йыуашлыҡ сағылдырыуы ауыр булырға мөмкин (Рим. 7:19). Эйе, йыуашлыҡ үҫтерер өсөн көс һалырға кәрәк, әммә Йәһүәнең изге рухы беҙгә бирешмәҫкә һәм был маҡсатҡа ирешергә ярҙам итер (Гал. 5:22, 23). Ни өсөн йыуаш булыу мөһим?
Йыуашлыҡ кешеләрҙе йәлеп итә. Юғарыла иҫкә алынған Сара әйткәнсә, беҙ йыуаш холоҡло кешеләр янында үҙебеҙҙе иркен хис итәбеҙ. Был йәһәттән Ғайса бик яҡшы үрнәк ҡалдырған (2 Кор. 10:1). Хатта балалар ҙа, Ғайсаны әллә ни яҡшы белмәһәләр ҙә, уның янында булырға теләгән (Марк 10:13—16).
Беҙ йыуашлыҡ сағылдырғанда, был беҙгә лә, башҡаларға ла файҙа килтерә. Йыуаш кеше тиҙ ҡыҙып бармай һәм барыһын да күңеленә яҡын алмай (Ғиб. һүҙ. 16:32). Был уны берәйһенең күңелен әрнетерлек һүҙҙәр әйтеүҙән, айырыуса яҡын кешеһен рәнйетеүҙән һәм шул арҡала ғәйеп тойғоһонан интегеүҙән һаҡлай. Бынан тыш, йыуаш булһаҡ, яныбыҙҙағы кешеләр үҙҙәрен тынысыраҡ тоя, сөнки беҙ үҙебеҙҙе ҡулда тотабыҙ һәм башҡаларҙы рәнйетмәйбеҙ.
ЙЫУАШЛЫҠ САҒЫЛДЫРЫУҘА КАМИЛ ҮРНӘК
Яуаплы вазифаларына һәм тығыҙ графигына ҡарамаҫтан, Ғайса Мәсих бөтә кешеләргә ҡарата йыуаш булған. Ул көндәрҙә күптәр төрлө ауырлыҡтарҙан интеккән һәм йыуатыуға мохтаж булған. Ғайсаның: «Миңә килегеҙ... сөнки Мин — йыуаш, баҫалҡы», — тигән һүҙҙәре уларҙы, моғайын, бик йыуатҡандыр (Матф. 11:28, 29).
Ғайсаның үрнәге беҙгә нисек йыуаш булырға ярҙам итә ала? Алла Һүҙен өйрәнгәндә, беҙ Ғайсаның башҡалар менән нисек мөғәмәлә иткәнен һәм ауыр хәлдәрҙә үҙен нисек тотҡанын күрәбеҙ. Шунан, йыуашлығыбыҙҙы һынаған хәлгә эләккәндә, Ғайса кеүек эш итергә тырышабыҙ (1 Пет. 2:21). Әйҙәгеҙ, Ғайсаға йыуаш булырға ярҙам иткән өс яҡты ҡарап сығайыҡ.
Ғайса баҫалҡы күңелле булған. Ул былай тигән: «Мин — йыуаш, баҫалҡы» (Матф. 11:29). Изге Яҙмала был ике сифат бергә иҫкә алына, сөнки улар бер-береһе менән тығыҙ бәйле (Ефес. 4:1—3). Ни өсөн шулай тип әйтеп була?
Баҫалҡылыҡ үҙ-үҙебеҙгә ябайыраҡ ҡарарға һәм кешеләрҙең беҙҙең хаҡта әйткән һүҙҙәренә үпкәләмәҫкә ярҙам итә. Кешеләр һис бер сәбәпһеҙ Ғайсаны ашамһаҡ һәм эскесе тип атағанда, ул үҙен нисек тотҡан? Ғайса эштәре менән был ғәйепләүҙәрҙең нигеҙһеҙ булғанын күрһәткән һәм баҫалҡылыҡ менән: «Алла зирәклегенең хаҡлығы ҡылған эштәренән күренә», — тигән (Матф. 11:19).
Берәйһе милләтебеҙ, енесебеҙ йә сығышыбыҙ тураһында уйламайынса рәнйетерлек һүҙҙәр әйтһә, беҙгә йыуашлыҡ сағылдырыу мөһим. Көньяҡ Африканан Питер исемле өлкән былай ти: «Берәйһе асыуымды сығарырлыҡ һүҙҙәр әйтһә, мин үҙемдән: „Ә Ғайса Мәсих быға нисек ҡарар ине?“ — тип һорайым». Питер былай тип өҫтәй: «Мин үҙемде әллә кемгә ҡуймаҫҡа өйрәндем».
Ғайса кешеләрҙең камил түгел икәнен аңлаған. Ғайсаның шәкерттәре дөрөҫ эш итергә теләгән, әммә ҡайһы саҡ камилһыҙлыҡ арҡаһында хаталанған. Мәҫәлән, үлеме алдынан Ғайса Петрҙан, Яҡубтан һәм Яхъянан үҙен нығытырға һораған, әммә улар уға терәк була алмаған. Ғайса уларҙың хәленә ингән һәм: «Рух ҡеүәтле, ә тән көсһөҙ», — тигән (Матф. 26:40, 41). Шәкерттәренең камил булмағанын аңлағанға, Ғайса уларға асыуланмаған.
Мэнди исемле апай-ҡәрҙәш башҡаларға ҡарата бик талапсан булған, әммә хәҙер ул, Ғайсанан өлгө алып, йыуаш булырға тырыша. Ул былай ти: «Мин бөтә кешеләр ҙә камил түгел икәнен иҫтә тотам һәм, Йәһүә кеүек, иғтибарымды уларҙың яҡшы сифаттарына тупларға тырышам». Ғайса камилһыҙ кешеләрҙең хәленә инә белгән. Уның үрнәге беҙгә башҡаларға ҡарата йыуаш булырға ярҙам итер.
Ғайса барыһын Йәһүә ҡулына тапшырған. Ерҙә булғанда, Ғайса ғәҙелһеҙ мөғәмәләгә дусар булған: уның һүҙҙәрен боҙоп күрһәткәндәр, уны кәмһеткәндәр һәм ахыр сиктә язалап үлтергәндәр. Шуға ҡарамаҫтан, ул йыуаш булып ҡалған, сөнки «Үҙен ғәҙел Хөкөм итеүсегә» тапшырған (1 Пет. 2:23). Ғайса күктәге Атаһының үҙе хаҡында ҡайғыртасағын һәм үҙ ваҡытында ғәҙелһеҙлекте бөтөрәсәген белгән.
Ғәҙелһеҙлек менән осрашҡанда, беҙ, ныҡ асыуланып, хәлде тағы ла нығыраҡ киҫкенләштерергә мөмкин. Бына ни өсөн Изге Яҙмала: «Кеше асыулы сағында Алла теләгәнде эшләмәй», — тиелгән (Яҡ. 1:20). Асыуланырға сәбәп булһа ла, камилһыҙлыҡ арҡаһында беҙ үҙебеҙҙе дөрөҫ тотмаҫҡа мөмкин.
Германиянан Кэти исемле апай-ҡәрҙәш элек «үҙеңде яҡламаһаң, бер кем дә һине яҡламаҫ» тигән принцип буйынса йәшәгән. Әммә Йәһүәгә таянырға өйрәнгәс, уның ҡарашы үҙгәргән. Ул былай ти: «Хәҙер мин, үҙеңде гел яҡларға кәрәк, тип һанамайым. Мин Йәһүәнең барыһын да контроль аҫтында тотҡанын беләм, шуға күрә йыуашлыҡ сағылдыра алам». Әгәр һеҙ ҙә ғәҙелһеҙлеккә дусар булһағыҙ, Ғайсанан өлгө алығыҙ һәм Йәһүәгә таянығыҙ. Был һеҙгә йыуаш булып ҡалырға ярҙам итер.
«ЙЫУАШТАР БӘХЕТЛЕ»
Ғайса: «Йыуаштар бәхетле» — тиеп, йыуашлыҡ менән бәхет араһында тығыҙ бәйләнеш барлығын күрһәткән (Матф. 5:5). Әйҙәгеҙ, ҡайһы бер ситуацияларҙы ҡарап сығып, йыуашлыҡтың ниндәй файҙа килтергәнен беләйек.
Йыуашлыҡ никахтағы көсөргәнеште кәметә. Австралиянан Роберт исемле ағай-ҡәрҙәш былай тип таный: «Бер ваҡыт мин, ҡыҙып китеп, ҡатыныма ауыр һүҙҙәр әйтеп ташланым. Әммә әйтелгән һүҙҙе кире ҡайтарып булмай. Уны ныҡ рәнйеткәнемде күргәс, миңә шул тиклем ҡыйын булды».
Бөтөнөбөҙ ҙә, һүҙҙә абынып, «күп хаталар яһайбыҙ» (Яҡ. 3:2). Уйламайынса әйтелгән һүҙҙәр ғаиләләге тыныслыҡты емерергә мөмкин. Шундай саҡтарҙа йыуашлыҡ беҙгә тыныс булып ҡалырға һәм телебеҙҙе тыйырға ярҙам итә (Ғиб. һүҙ. 17:27).
Роберт тыныс һәм тотанаҡлы булып китер өсөн күп тырышлыҡтар һалған. Был ниндәй емештәр килтергән? «Хәҙер, аңлашылмаусанлыҡ тыуғанда, мин ҡатынымды иғтибар менән тыңларға, уның менән йомшаҡ һөйләшергә һәм уға үпкәләмәҫкә тырышам. Беҙҙең ҡатыным менән мөнәсәбәттәребеҙ элеккегә ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ булып китте», — ти Роберт.
Йыуашлыҡ беҙгә башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттәрҙә булырға ярҙам итә. Үпкәсел кешеләрҙең дуҫтары бик әҙ була. Йыуаш кешеләргә иһә башҡалар менән яҡшы мөнәсәбәттәр һаҡлауы еңелерәк, сөнки улар татыулыҡҡа ынтыла (Эфес. 4:2, 3). Юғарыла иҫкә алынған Кэти былай ти: «Йыуашлыҡ башҡалар менән аралашыуҙы еңеләйтә, хатта уртаҡ тел табыуы ауыр булған кешеләр менән дә һөйләшеүҙе йәмлерәк итә».
Йыуашлыҡ күңел тыныслығы бирә. Изге Яҙманан күренеүенсә, «юғарынан килгән аҡыл» йыуашлыҡ һәм тыныслыҡ менән бәйле (Яҡ. 3:13, 17). Йыуаш кешенең күңеле тыныс (Ғиб. һүҙ. 14:30). Йыуаш булырға тырышҡан Мартин исемле ағай-ҡәрҙәш былай тип бүлешә: «Хәҙер мин юл ҡуйыусан булырға тырышам һәм үҙһүҙлелектән һаҡланам, шуға күрә үҙемде бәхетлерәк һәм тынысыраҡ хис итәм».
Эйе, йыуаш булып китер өсөн, беҙгә, бәлки, күп тырышлыҡ һалырға тура килер. Бер ағай-ҡәрҙәш былай ти: «Дөрөҫөн генә әйткәндә, ҡайһы саҡта мин һаман да эстән ныҡ ҡыҙып китәм». Әммә йыуашлыҡҡа ынтылырға дәртләндергән Йәһүә Алла беҙгә был көрәштә ярҙам итәсәк (Ишағ. 41:10; 1 Тим. 6:11). Ул беҙҙе барыһына өйрәтәсәк һәм нығытасаҡ (1 Пет. 5:10). Ваҡыт уҙыу менән беҙ, илсе Павел һымаҡ, Мәсихтең «баҫалҡылығын [«йыуашлығын», ЯДТ] һәм эскерһеҙлеген» сағылдыра алырбыҙ (2 Кор. 10:1).
a Ҡайһы бер исемдәр үҙгәртелгән.
b «Баҫалҡылыҡ» тигән һүҙ шулай уҡ «йыуашлыҡ» тип тәржемә ителергә мөмкин.