42-СЕ ДӘРЕС
Изге Яҙмала никахҡа инеү-инмәү тураһында нимә әйтелә?
Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә, кеше ғаилә ҡормаһа, бәхетле була алмай, тип иҫәпләнә. Әммә, никах ҡорғандарҙың һәммәһе лә бәхетле, ә никахҡа инмәгәндәрҙең барыһы ла бәхетһеҙ, тип әйтеп булмай. Изге Яҙмала, никахта булыу ҙа, никахта булмау ҙа — Алла бүләге, тиелә.
1. Никахҡа инмәүҙең файҙалы яҡтары ниндәй?
Изге Яҙмала: «Никахҡа инеүсе яҡшы эшләй, ә никахҡа инмәүсе яҡшыраҡ эшләй», — тип яҙылған. (1 Коринфтарға 7:32, 33, 38-ҙе уҡы, ЯДТ.) Ниндәй мәғәнәлә никахҡа инмәүсе «яҡшыраҡ эшләй»? Ундай кешенең ҡайғыртырға кәрәк булған тормош иптәше юҡ. Шунлыҡтан никахҡа инмәгәндәрҙең, ғәҙәттә, буш ваҡыты күберәк. Улар алдында ҡыҙыҡлы мөмкинлектәр асыла. Мәҫәлән, улар күберәк вәғәзләр өсөн башҡа илгә күсенә ала. Ә иң мөһиме, ундай мәсихселәр Йәһүә менән дуҫлыҡтарын нығытыуға күберәк ваҡыт бүлә ала.
2. Законлы никахта булыуҙың файҙалы яҡтары ниндәй?
Никахҡа инеүҙең дә файҙалы яҡтары бар. Изге Яҙмала: «Икәү булыу яңғыҙ булыуға ҡарағанда яҡшыраҡ», — тиелгән (Вәғәзсе 4:9). Быны ғаилә тормоштарында Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланған мәсихселәр раҫлай ала. Законлы никахҡа инеүселәр бер-береһен яратырға, хөрмәт итергә һәм ҡәҙерләргә вәғәҙә итә. Шунлыҡтан, ғәҙәттә, улар бер-береһе алдында яуаплылыҡ тоя, уларҙың күңелдәре лә тыныс була, ә никахҡа инмәйенсә йәшәгән парҙар тураһында шулай әйтеп булмай. Законлы никахтағы балалар ҙа ата-әсәһенең ҡанаты аҫтында бер ни тураһында борсолмайынса бәхетле булып үҫә ала.
3. Йәһүә никахҡа нисек ҡарай?
Йәһүә беренсе никахты теркәгәс: «Кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр», — тип әйткән (Башланмыш 2:24). Йәһүә ир менән ҡатындың бер-береһен яратыуын һәм ғүмер буйы бергә булыуҙарын теләй. Алла бер генә сәбәптән айырылышырға рөхсәт итә. Был — ир йә ҡатындың зина ҡылыуы. Ундай саҡта Йәһүә ғәйебе булмаған тормош иптәшенә айырылышырғамы, юҡмы икәнен хәл итергә хоҡуҡ бирәa (Матфей 19:9). Йәһүә ирҙәргә бер нисә ҡатын алырға, ә ҡатындарға бер нисә иргә кейәүгә сығырға рөхсәт итмәй (1 Тимофейға 3:2).
КҮБЕРӘК БЕЛ
Никахта булыуыңа йә никахта булмауыңа ҡарамаҫтан, нисек үҙеңдең дә бәхетле була алғаныңды, Йәһүәне лә ҡыуандыра алғаныңды бел.
4. Яңғыҙ булыу бүләген дөрөҫ ҡуллан
Ғайса яңғыҙ булыуҙы бүләк тип һанаған (Матфей 19:11, 12). Матфей 4:23-тө уҡы һәм яуап бир:
Ғайса, Атаһына хеҙмәт итер өсөн һәм башҡаларға ярҙам итер өсөн, яңғыҙ булыу бүләген нисек ҡулланған?
Никахҡа инмәгән мәсихселәр, Ғайсанан өлгө алһа, күп шатлыҡ кисерер. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм яуап бир.
Никахта булмаған мәсихселәр алдында ниндәй иҫ киткес мөмкинлектәр асыла?
Һин белә инеңме?
Изге Яҙмала нисә йәштән никахҡа инергә ярағаны тураһында әйтелмәй. Әммә унда, кеше «бик йәш булмаһын», тиелә. Сөнки йәш саҡта көслө енси теләктәр аҡыллы ҡарарҙар ҡабул итергә ҡамасауларға мөмкин (1 Коринфтарға 7:36, ЯДТ).
5. Тормош иптәшен аҡыл менән һайла
Тормош иптәшен һайлау — иң мөһим ҡарарҙарҙың береһе. Матфей 19:4—6, 9-ҙы уҡы һәм яуап бир:
Ни өсөн никахҡа инергә ашыҡмаҫҡа кәрәк?
Изге Яҙма, тормош иптәшен һайлағанда, нимәгә иғтибар итергә кәрәклеген күрһәтә. Иң мөһиме, буласаҡ тормош иптәшең Йәһүәне яратһынb. 1 Коринфтарға 7:39 һәм 2 Коринфтарға 6:14-те уҡы ла яуап бир:
Ни өсөн тормош иптәшен Йәһүәнең хеҙмәтселәре араһынан ғына эҙләргә кәрәк?
Нисек уйлайһың, әгәр һин Йәһүәне яратмаған кеше менән никахлашһаң, Йәһүә нимә хис итер?
6. Никахҡа Йәһүә кеүек ҡара
Боронғо Израилдә ҡайһы бер ирҙәр ҡатындары менән юҡ-бар сәбәптән айырылышҡан. Малахи 2:13, 14, 16-ны уҡы һәм яуап бир:
Ни өсөн Йәһүә кешенең Изге Яҙма рөхсәт итмәгән сәбәп арҡаһында айырылышыуын күрә алмай?
ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара һәм һорауға яуап бир.
Әгәр тормош иптәшең Йәһүә шаһиты булмаһа, никахың бәхетле булһын өсөн һин нимә эшләй алаһың?
7. Йәһүәнең никахҡа бәйле нормалары буйынса йәшә
Ҡайһы берәүҙәргә, Йәһүәнең никахҡа бәйле нормалары буйынса йәшәр өсөн, күп тырышлыҡ һалырға кәрәкc. Әммә Йәһүә ундай тырышлыҡтарҙы һәр ваҡыт фатихалай. ВИДЕОЯҘМАНЫ ҡара.
Еврейҙарға 13:4-те уҡы һәм яуап бир:
Һинеңсә, Йәһүәнең никахҡа ҡарата нормалары аҡыллымы? Аңлат.
Йәһүә, мәсихселәр никахтарын һәм айырылышыуҙарын илдәрендәге закондар талап иткәнсә теркәрҙәр, тип көтә. Титҡа 3:1-ҙе уҡы һәм яуап бир:
Никахың хөкүмәт законына ярашлы теркәлгәнме?
КЕМДЕР БЫЛАЙ ТИП ҺОРАРҒА МӨМКИН: «Ниңә никахты теркәргә? Былай ғына ла йәшәп була бит».
Һин нисек яуап бирер инең?
ТӨП ФЕКЕР
Никах та, яңғыҙлыҡ та — Йәһүәнең бүләге. Никахта булғандар ҙа, никахта булмағандар ҙа тормоштан ҡәнәғәтлек табып бәхетле йәшәй ала. Бының өсөн Йәһүәнең ихтыярын үтәп йәшәргә кәрәк.
Ҡабатлау
Никахта булмаған кеше үҙ яңғыҙлығын файҙалы итеп ҡулланыр өсөн нимә эшләй ала?
Ни өсөн Изге Яҙмала, Йәһүәнең хеҙмәтсеһе менән генә никах ҡорорға кәрәк, тип әйтелә?
Изге Яҙма буйынса, айырылышыр өсөн берҙән-бер сәбәп ниндәй?
ӨҪТӘМӘ МӘҒЛҮМӘТ
«Раббыға инаныусы» менән генә никах ҡороу тигән һүҙҙәр нимәне аңлата?
«Уҡыусыларҙың һорауҙары» («Күҙәтеү манараһы», 2004 йыл, 1 июль)
Ошо ике видеояҙма һиңә осрашып йөрөүгә һәм никах ҡороуға ҡағылышлы дөрөҫ ҡарар ҡабул итергә ярҙам итер.
Ошо интервьюла ағай-ҡәрҙәш, Йәһүәнең фатихалары мин баш тартҡан нәмәләрҙән күпкә ҡиммәтерәк, тип һөйләй.
Айырылышыу йә айырым йәшәү тураһында уйлаған кеше нимәне иҫәпкә алырға тейеш?
«Никахҡа хөрмәт менән ҡарағыҙ» («Күҙәтеү манараһы», 2018 йыл, декабрь)
a Зина ҡылыу булмаһа, ир менән ҡатынға айырым йәшәргә яраймы икәнен белер өсөн 4-се ҡушымтаны ҡара.
b Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә ата-әсәләр балаларына тормош иптәшен үҙҙәре һайлай. Ундай саҡта ата-әсәләргә буласаҡ кейәүҙең йә килендең байлығына йә социаль статусына түгел, ә Йәһүәне яратамы икәненә иғтибар итергә кәрәк.
c Әгәр һин берәйһе менән законһыҙ никахта йәшәһәң, ул кешенән китергәме йә никахыңды теркәргәме икәнен үҙең хәл итергә тейешһең.