-
Тарҡау донъяла нейтралитет һаҡлағыҙКүҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2016 | апрель
-
-
1. Беҙ нисек Аллаға ла, кешелек хөкүмәттәренә лә буйһона алабыҙ?
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘ кешелек хөкүмәттәренә тыңлаусан булырға әмер бирелә, шул уҡ ваҡытта унда, кешеләргә ҡарағанда Аллаға нығыраҡ буйһонорға кәрәк, тип әйтелә (Ғәм. 5:29; Тит. 3:1). Бында ниндәй ҙә булһа ҡапма-ҡаршылыҡ бармы? Һис тә юҡ! Сағыштырмаса буйһоноу принцибы беҙгә был бойороҡтарҙы аңларға һәм уларға буйһонорға ярҙам итә. Ғайса был принципты ошондай һүҙҙәр менән белдергән: «Ҡайсарҙыҡын — ҡайсарға, ә Алланыҡын Аллаға бирегеҙ»[1] (Мат. 22:21). Беҙ нисек Ғайсаның ошо күрһәтмәһе буйынса эш итә алабыҙ? «Ҡайсарҙыҡын — ҡайсарға» бирер өсөн, беҙ үҙебеҙ йәшәгән илдең ҡанундарын үтәйбеҙ, хакимиәт вәкилдәренә хөрмәт күрһәтәбеҙ һәм һалым түләйбеҙ (Рим. 13:7). Ләкин, хөкүмәт Алланы тыңламаҫҡа ҡушһа, беҙ әҙәпле генә итеп быны эшләүҙән баш тартабыҙ.
2. Беҙҙең донъяның сәйәси эштәрендә ҡатнашмауыбыҙ нимәнән күренә?
2 «Алланыҡын Аллаға» биреү өлөшләтә донъяның сәйәси эштәрендә ҡатнашмайынса нейтралитет һаҡлауҙы аңлата (Ишағ. 2:4). Беҙ Йәһүә идара итергә юл ҡуйған кешелек хөкүмәттәренә ҡаршы сыҡмайбыҙ, шулай уҡ патриотик һәм милли хәрәкәттәргә булышлыҡ күрһәтмәйбеҙ (Рим. 13:1, 2). Беҙ дәүләт етәкселәренә баҫым яһамайбыҙ, һайлауҙарҙа тауыш бирмәйбеҙ, дәүләт вазифаларына дәғүә итмәйбеҙ һәм хөкүмәттең алмашыныуы өсөн көрәшмәйбеҙ.
-
-
Тарҡау донъяла нейтралитет һаҡлағыҙКүҙәтеү манараһы (өйрәнеү баҫмаһы) 2016 | апрель
-
-
a Зәбур 2:2: «Ерҙәге батшалар Йәһүәгә һәм уның майланғанына ҡаршы күтәрелә, һәм идарасылар, берҙәй булып, уларға ҡаршы йыйыла».
-