8-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
«Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ»
«Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ» (1 ПЕТ. 5:8).
144-СЕ ЙЫР Бүләктән күҙеңде алма
БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa
1. Ғайса шәкерттәренә ахырызаман тураһында нимә әйткән һәм уларҙы нимәгә дәртләндергән?
ҒАЙСАНЫҢ үлеменә бер нисә көн ҡалғас, дүрт шәкерте уның янына килеп: «Донъяның бөтәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер?» — тип һораған (Матф. 24:3). Улар, моғайын, Иерусалимдың һәм ундағы ғибәҙәтхананың емерелеүен нисек билдәләп булыуы менән ҡыҙыҡһынғандыр. Ғайса уларға яуап биргәндә Иерусалимдың ғына түгел, ә беҙ йәшәгән донъяның да бөтәсәге тураһында әйткән. Ғайса былай тигән: «Ул көндөң һәм ул сәғәттең ҡасан килерен бер кем белмәй: күктәге фәрештәләр ҙә, Атаның Улы ла. Был хаҡта бары тик Ата ғына белә». Артабан Ғайса үҙ шәкерттәрен уяу булырға дәртләндергән (Марк 13:32—37).
2. Ни өсөн беренсе быуаттағы мәсихселәргә уяу ҡалыу мөһим булған?
2 Беренсе быуатта Йәһүҙиәлә йәшәгән мәсихселәр уяу булырға тейеш булған, сөнки быға уларҙың ғүмере бәйле булған. Ғайса уларға Иерусалимдың емерелеүен ниндәй билдәләр аша күреп булғанын былай тип аңлатҡан: «Иерусалимдың ғәскәр менән ҡамап алыныуын күргән мәлдә белеп тороғоҙ: уның емерелеү ваҡыты яҡынлаша». Улар Ғайсаның киҫәтеүенә ҡолаҡ һалырға һәм тауҙарға ҡасырға тейеш булған (Лука 21:20, 21). Һуңыраҡ римдар Иерусалимды емергән, ә Ғайсаның күрһәтмәләре буйынса эш иткән кешеләр иҫән ҡалған.
3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?
3 Бөгөн беҙ был яуыз донъяның һуңғы көндәрендә йәшәйбеҙ. Шуға күрә беҙгә лә уяу булырға кәрәк. Был мәҡәләлә беҙ, донъялағы ваҡиғаларҙы күреп, нисек айыҡ аҡыл һаҡлап ҡалырға икәнен ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ үҙ-үҙебеҙҙе иғтибар менән күҙәтеп тороуҙың мөһимлеген һәм ҡалған ваҡытты дөрөҫ файҙаланырға кәрәклеген белербеҙ.
ДОНЪЯЛАҒЫ ВАҠИҒАЛАРҘЫ КҮРЕП, АЙЫҠ АҠЫЛ ҺАҠЛАҒЫҘ
4. Ни өсөн донъялағы ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһынырға кәрәк?
4 Донъялағы ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһыныуыбыҙҙың етди сәбәптәре бар. Улар Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлгәнен күрһәтә. Мәҫәлән, Ғайса был донъяның ахырын һүрәтләгән күп кенә ваҡиғалар тураһында әйткән (Матф. 24:3—14). Илсе Петр иманыбыҙ көслө килеш ҡалһын өсөн, пәйғәмбәрлектәрҙең үтәлеүенә иғтибарлы булырға өндәгән (2 Пет. 1:19—21). Изге Яҙманың һуңғы китабы шундай һүҙҙәр менән башлана: «Был, күпмелер ваҡыттан ниҙәр булырға тейешлеген үҙенең ҡолдарына күрһәтеү өсөн, Алланың Ғайса Мәсихкә биргән асылышы» (Асыл. 1:1). Шуға күрә беҙҙе донъялағы ваҡиғалар һәм уларҙың Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр менән бәйләнештә булыуы бик ҡыҙыҡһындыра. Ҡайһы саҡта беҙ улар хаҡында бер-беребеҙ менән бүлешергә бик теләйбеҙ.
5. Беҙ нимә эшләргә, ә нимә эшләмәҫкә тейеш? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
5 Ләкин Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәр тураһында фекер алышҡанда, беҙгә фараз ҡылыуҙан һаҡланырға кәрәк. Ни өсөн? Сөнки беҙ йыйылыштағы берҙәмлекте ҡаҡшатырға теләмәйбеҙ. Әйтәйек, яңылыҡтарҙа донъялағы лидерҙарҙың ниндәйҙер конфликтты туҡтатырға, тыныслыҡ һәм именлек урынлаштырырға тырышҡаны тураһында ишеттек, ти. Кемдер, 1 Фессалоникаларға 5:3-тә яҙылған пәйғәмбәрлек үтәлә тип, фараз ҡылыр. Ләкин беҙгә Йәһүәнең ойошмаһынан килгән һуңғы мәғлүмәтте белергә кәрәк. Ҡәрҙәштәр менән аралашҡанда шул мәғлүмәткә һылтанһаҡ, беҙ уларға «бер рухлы һәм бер фекерле» булып ҡалырға ярҙам итербеҙ (1 Кор. 1:10; 4:6).
6. 2 Петр 3:11—13-тә ниндәй һабаҡтар бар?
6 2 Петр 3:11—13-тө уҡығыҙ. Илсе Петр беҙгә Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙе ни өсөн тикшерергә кәрәклеген күрергә ярҙам итә. Ул беҙҙе «Алла көнөн» көтөргә өндәй. Ниндәй маҡсат менән? Әлбиттә, Армагеддон буласаҡ көндө һәм сәғәтте һанап сығарыр өсөн түгел, ә изге тәртибебеҙ һәм Аллаға бирелгәнлекте күрһәткән эштәребеҙ менән ҡалған ваҡытты дөрөҫ ҡулланғаныбыҙҙы күрһәтер өсөн (Матф. 24:36; Лука 12:40). Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, үҙебеҙҙе дөрөҫ тоторға һәм Йәһүәгә ысын күңелдән хеҙмәт итеп, уға яратыуыбыҙҙы күрһәтергә теләйбеҙ. Ә бының өсөн үҙ-үҙебеҙҙе иғтибар менән күҙәтеп торорға кәрәк.
ҮҘ-ҮҘЕҢДЕ КҮҘӘТЕҮ НИМӘНЕ АҢЛАТА?
7. Үҙ-үҙеңде күҙәтеү нимәне аңлата? (Лука 21:34).
7 Ғайса шәкерттәренә: «Һаҡ булығыҙ!» — тигән. (Лука 21:34-те уҡығыҙ.) Ул нимәне күҙ уңында тотҡан? Шәкерттәр донъялағы ваҡиғаларҙы ғына түгел, үҙ-үҙҙәрен дә күҙәтеп торорға тейеш булған. Ғайсаның һүҙҙәре беҙгә лә ҡағыла. Тәртибебеҙгә һәм фекер йөрөтөүебеҙгә иғтибарлы булыу мөһим. Башҡа һүҙҙәр менән әйткәндә, беҙгә Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙгә янаған һәр нәмәнән ҡасырға кәрәк. Шул саҡта беҙ «Алла һөйөүендә» ҡалырбыҙ (Ғиб. һүҙ. 22:3; Йәһ. 20, 21).
8. Илсе Павел мәсихселәрҙе нимәгә өндәгән?
8 Илсе Павел да мәсихселәрҙе үҙ-үҙҙәрен күҙәтергә өндәгән. Мәҫәлән, Ефестағы ҡәрҙәштәргә ул: «Тормошта уяу булығыҙ, аҡылһыҙҙар кеүек түгел, ә аҡыл эйәләре кеүек йәшәгеҙ», — тип яҙған (Ефес. 5:15, 16). Шайтан һәр ваҡыт Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы емерергә тырыша. Уның һөжүмдәрен кире ҡағыр өсөн, Изге Яҙмалағы «Раббы ихтыярын аңлағыҙ» тигән һүҙҙәр буйынса эш итергә кәрәк (Ефес. 5:17).
9. Йәһүәнең беҙгә ҡарата ихтыяры нимәлә икәнен нисек аңларға?
9 Изге Яҙмала Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы боҙа алған нәмәләрҙең тулы исемлеге юҡ. Беҙгә йыш ҡына Изге Яҙмала туранан-тура әйтелмәгән һорауҙар буйынса ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә. Аҡыллы эш итер өсөн «Раббы ихтыярын» аңларға кәрәк. Был яҡтан беҙгә Алла Һүҙен даими өйрәнеү һәм уның өҫтөндә уйланыу ярҙам итер. Йәһүәнең ихтыярын яҡшыраҡ аңлаһаҡ һәм «Мәсих аңын» үҫтерһәк, тормошобоҙҙоң һәр осрағына аныҡ ҡағиҙәләр бирелмәһә лә, аҡыллы эш итә алырбыҙ (1 Кор. 2:14—16). Рухи һаулығыбыҙға янаған ҡайһы бер нәмәләрҙе күреү еңел, ә ҡайһы берҙәрен юҡ.
10. Беҙгә ниндәй ҡурҡыныс эштәрҙән һаҡланырға кәрәк?
10 Беҙгә иҫерткес эсемлектәрҙе саманан тыш эсеүҙән, артыҡ ашау, яман теллелек, көс ҡулланыу менән тулған күңел асыуҙар, порнография, флирт һәм шуға оҡшаш нәмәләрҙән һаҡланырға кәрәк (Зәб. 101:3). Иблис беҙгә дошман, шуға ул Йәһүә менән дуҫлығыбыҙҙы емерер өсөн һәр ваҡыт мөмкинлектәр эҙләй (1 Пет. 5:8). Уяу булмаһаҡ, Шайтан уйыбыҙға һәм йөрәгебеҙгә көнләшеү, намыҫһыҙлыҡ, ҡомһоҙлоҡ, нәфрәт, тәкәбберлек һәм үпкәләү орлоҡтарын сәсә ала (Гал. 5:19—21). Тәүҙә был насар теләктәр әллә ни көслө булмаҫҡа ла мөмкин, әммә уларҙы шунда уҡ тамыры менән йолҡоп ташламаһаҡ, улар үҫеп китер һәм ҙур бәлә килтерер (Яҡ. 1:14, 15).
11. Күҙгә күренмәгән ниндәй ҡурҡыныстан ҡасырға кәрәк һәм ни өсөн?
11 Ә күҙгә күренмәгән ниндәй ҡурҡыныстар бар? Уларҙың береһе — Йәһүәгә хеҙмәт итмәгән кешеләр менән яҡын аралашыу. Әйҙәгеҙ, эштә була алған бер хәлде күҙ алдына килтерәйек. Һеҙ мәсихселәрҙең ҡараштарын уртаҡлашмаған кеше менән эшләйһегеҙ, ти. Уның Йәһүә шаһиттары хаҡында яҡшы уйлауын теләп, һеҙ үҙегеҙҙе игелекле тотаһығыҙ һәм һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер. Моғайын, һеҙ ваҡыт-ваҡыт уның менән бергә төшкө аш ашарға ризалашырһығыҙ. Күп тә үтмәҫтән, һеҙ инде көн һайын төшкө аш ваҡытын бергә үткәрәһегеҙ. Ҡайһы саҡта аралашыуҙар әхлаҡһыҙ темаларға күсеп китә, әммә һеҙ уларға күҙ йоморға тырышаһығыҙ. Яйлап һеҙ шундай һөйләшеүҙәргә күнегәһегеҙ, һәм улар һеҙҙе инде үпкәләтмәй. Артабан хеҙмәттәшегеҙ һеҙҙе эштән һуң бергә ваҡыт үткәрергә саҡыра, һәм һеҙ ризалашаһығыҙ. Бына инде һеҙ хеҙмәттәшегеҙ кеүек фекер йөрөтә башлайһығыҙ. Нисек уйлайһығыҙ, ул кеше кеүек эш итә башлар өсөн ни тиклем ваҡыт үтергә тейеш? Әлбиттә, беҙ башҡалар менән үҙебеҙҙе игелекле һәм ихтирамлы тоторға теләйбеҙ. Әммә улар менән аралашыу беҙгә көслө йоғонто яһағанын оноторға ярамай (1 Кор. 15:33). Ғайсаның һүҙҙәрен иҫтә тотоп, үҙ-үҙебеҙҙе күҙәтеп тороу бик мөһим. Шул саҡта Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәмәгән кешеләр менән аралашыуҙан үҙебеҙҙе һаҡларбыҙ һәм ҡурҡынысты күреп, унан ҡаса алырбыҙ (2 Кор. 6:15).
ВАҠЫТТЫ МӨМКИН ТИКЛЕМ ЯҠШЫРАҠ ҠУЛЛАНЫҒЫҘ
12. Иерусалимдың емереләсәген көткән арала Ғайсаның шәкерттәре нимә эшләргә тейеш булған?
12 Ғайсаның шәкерттәре Иерусалимдың емереләсәген көткән арала ҡул ҡаушарып ултырырға тейеш булмаған. Ғайса уларға «Иерусалимда, бөтә Йәһүҙиәлә, Самарияла һәм, хатта донъяның сигенә үк барып етеп» һөйөнөслө хәбәрҙе таратырға ҡушҡан (Ғәм. 1:6—8). Ниндәй ҙур йөкләмә уларға бирелгән! Үҙҙәрен шул йөкләмәгә бағышлап, улар ваҡытты мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланған.
13. Ни өсөн беҙ ваҡытты мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланырға тейеш? (Колосстарға 4:5).
13 Колосстарға 4:5-те уҡығыҙ. Үҙ-үҙебеҙҙе күҙәтеп торһаҡ, ваҡытты дөрөҫ ҡулланабыҙ, тип әйтеп була. Һәр беребеҙҙең «көтөлмәгән ваҡытта осраҡлы хәлгә» эләгеүебеҙ бар (Вәғ. 9:11). Ғүмеребеҙҙең кинәт өҙөлөүе ихтимал.
14, 15. Ваҡытты нисек мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланып була? (Еврейҙарға 6:11, 12). (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
14 Беҙ, Йәһүәнең ихтыярын үтәп һәм уның менән мөнәсәбәттәребеҙҙе нығытып, ваҡытты яҡшы итеп ҡулланырбыҙ (Яхъя 14:21). Беҙгә илсе Павелдың: «Раббы эшенә һәр ваҡыт үҙегеҙҙе бағышлап һәм бар көсөгөҙҙө һалып, ныҡ тороғоҙ, ҡаҡшамаҫ булығыҙ», — тигән саҡырыуына эйәрергә кәрәк (1 Кор. 15:58). Әгәр шулай эш итһәк, ғүмеребеҙҙең ахыры тиҙерәк етерме йә был донъяның ахыры килеп етерме, беҙ үкенмәҫбеҙ (Матф. 24:13; Рим. 14:8).
15 Хәҙер ҙә Ғайса үҙенең шәкерттәренә Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе бөтә ер буйынса иғлан итергә ярҙам итә. Ул үҙ вәғәҙәһен үтәй: Йәһүәнең ойошмаһы аша Ғайса беҙҙе вәғәзләргә өйрәтә һәм бының өсөн кәрәкле ҡоралдар бирә (Матф. 28:18—20). Ә беҙ тырышып вәғәзләп һәм шәкерттәр әҙерләп, был эшкә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. Шулай уҡ Йәһүә был яуыз донъяны юҡ иткән ваҡытты көтөп, уяу булырға тырышабыҙ. Еврейҙарға 6:11, 12-лә (уҡығыҙ) яҙылған кәңәш буйынса эш итеп, өмөтөбөҙҙө аҙаҡҡа тиклем ныҡ килеш һаҡларбыҙ.
16. Беҙ тәүәккәллек менән нимә эшләргә әҙер?
16 Йәһүә Шайтан донъяһын юҡ итәсәк көндө һәм сәғәтте билдәләгән. Ул көн килеп еткәс, Алла Һүҙендә яңы донъяға ҡағылышлы пәйғәмбәрлектәрҙең бөтәһе лә тормошҡа ашасаҡ. Ҡайһы саҡта был донъяның ахыры тотҡарлана кеүек тойолорға мөмкин, әммә Йәһүәнең көнө «һуңға ҡалмаясаҡ»! (Аб. 2:3). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, «ҡотҡарыусы Аллабыҙҙы» сабырлыҡ менән көтәйек (Миҡ. 7:7).
139-СЫ ЙЫР Ожмахты күҙ алдына килтер
a Был мәҡәләлә беҙ айыҡ аҡыллы һәм уяу булырға кәрәклеген ҡарап сығырбыҙ. Шулай уҡ нисек үҙебеҙҙе күҙәтергә һәм нисек ваҡытты мөмкин тиклем яҡшыраҡ ҡулланырға икәнен белербеҙ.
b ФОТОҺҮРӘТ. Өҫтә: ирле-ҡатынлы яңылыҡтар ҡарай. Йыйылыш осрашыуынан һуң улар күргән яңылыҡтар тураһында ҡәрҙәштәренә үҙ фекерен ҡәтғи рәүештә һөйләй. Аҫта: бер пар, Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙең һуңғы аңлатылыуын күҙәтеп барыр өсөн, Етәксе кәңәшмәнең мөрәжәғәтен ҡарай. Улар ышаныслы һәм аҡыллы хеҙмәтсе сығарған әҙәбиәтте башҡаларға тәҡдим итә.